Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли...

192
ӘҘӘБИНӘФИС ҺӘМ ИЖТИМАҒИСӘЙӘСИ ЖУРНАЛ ЛИТЕРАТУРНОХУДОЖЕСТВЕННЫЙ И ОБЩЕСТВЕННОПОЛИТИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, Редакция коллективы. Учредители: Правительство Республики Башкортостан, Союз писателей Республики Башкортостан, Коллектив редакции. 1923 йылдың март айынан башлап сыға. Башҡорт телендә айына бер тапҡыр баҫыла. Издается с марта 1923 года. Выходит один раз в месяц на башкирском языке. АҒИҘЕЛ = АГИДЕЛЬ Өфө, май 2012 5(1069)

Transcript of Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли...

Page 1: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ӘҘӘБИ�НӘФИС ҺӘМ ИЖ ТИ МАҒИ�СӘЙӘСИ ЖУР НАЛ

ЛИ ТЕ РА ТУР НО�ХУ ДО ЖЕ СТ ВЕН НЫЙИ ОБ ЩЕ СТ ВЕН НО�ПО ЛИ ТИ ЧЕ С КИЙ ЖУР НАЛ

Ой о ш то ро усы ла ры:

Башҡ ор то с тан Ре с пуб ли каһы Хөкүмәте,Башҡ ор то с тан Яҙ ы у сы лар бер ле ге,Ре дак ция кол лек ти вы.

Уч ре ди те ли:

Пра ви тель ст во Ре с пуб ли ки Баш кор то с тан,Со юз пи са те лей Ре с пуб ли ки Баш кор то с тан,Кол лек тив ре дак ции.

1923 йыл дың март ай ы нан ба ш лап сы ға.Башҡорт телендә айына бер тапҡыр баҫыла. Из да ет ся с мар та 1923 го да. Выходит один раз в месяц на башкирском языке.

АҒИҘЕЛ = АГИ ДЕЛЬ

Өфө,май2012

5(1069)

Page 2: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Жур нал Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм масса коммуникациялары өлкәһендә күҙәтеүбуйынса федераль хеҙмәттә 2009 йыл дың 14 авгусында теркәлде.

Та ныҡ лыҡ ПИ № ФС77�37206.

Жур нал ре дак ци я ла ком пью те рҙа йый ыл ды һәм биттәргә һа лын ды.Ба ҫ ыр ға ҡул ҡуй ыл ды 2.05. 2012. Офсет ҡа ғыҙы. Фор ма ты 70х100 1/16.

“Times” гарнитураһы. Оф сет ысу лы менән ба ҫ ыл ды. Шарт лы ба ҫма та баҡ 15,6. Иҫәп нәш. та баҡ 18,1.

Ти ражы 3 580 экз. Һатыуҙа хаҡы ирекле. За каз № 2.0069.12.

Бе ҙҙ ең ад рес: 450001, Башҡ ор то с тан Ре с пуб ли ка һы,Өфө ҡа лаһы, Ок тябрь про спек ты, 2, 4�се ҡат.

«Ағиҙел» журналы редакцияһы.Наш ад рес: 450001, Ре с пуб ли ка Баш кор то с тан,

г.Уфа, про спект Ок тя б ря, 2, 4�й этаж.Наш адрес в Интернете: [email protected].

http://agidel�rb.ru.

Баҫма Матбуғат һәм киң мәғлүмәт коммуникациялары буйынса федеральагентлыҡтың финанс ярҙамында сығарылды.

Выпуск издания осуществлен при финансовой поддержкеФедерального агенства по печати и массовым коммуникациям.

Башҡ ор то с тан Ре с пуб ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты»дәүләт уни тар пред при я ти еһ ын да ба ҫ ыл ды.

(450001, Өфө ҡа лаһы, Ок тябрь про спек ты, 2).От пе ча та но в Государственном унитарном предприятии

Республики Башкортостан «Уфим ский по ли гра фком би нат».(450001, г.Уфа, пр.Ок тя б ря, 2).

Бан кы ла беҙҙ ең рек ви зит тар: жур нал «Аги дель» ИНН 0274014887р /с 40602810200830000004, к/с 30101810600000000770

филиал ОАО «Ура ло�Си бир ский» банк г.Уфы, БИК 048073770

©«Ағи ҙ ел», 2012 (5,1069)

Баш мөхәррир

Әмир ӘМИНЕВ

Мөхәрририәт:

Мөхәмәт БАҒЫШАЕВ,Рауил БИКБАЕВ,Наил ҒӘЙЕТБАЕВ, Камилә ДӘҮЛӘТОВАРәмил ЙӘНБӘК (баш мөхәррир урынбаҫары),Марат КӘРИМОВ, Фәнил КҮЗБӘКОВ (бүлек мөхәррире),Ноғман МУСИН,Риф ТОЙҒОНОВ,Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,Рәшит ШӘКҮР,Сабир ШӘРИПОВ (бүлек мөхәррире),

Редакция хеҙмәткәрҙәре:

Гөлназ Ҡотоева (яуаплы сәркәтип),Мәхмүт Хужин (бүлек мөхәррире),Ләйсән Мараҡанова (өлкән мөхәррир), Юлай Янбаев (баш мөхәррирҙең хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары),Гүзәлиә Тутаева, Рүзилә Саптарова (корректорҙар), Рәйсә Камалетдинова, Ләйсән Хәзиева (компьютерҙа йыйыусылар), Роза Шәйнурова (компьютерҙа нәшергә әҙерләүсе),Рима Нәзифуллина, Зөлфиә Биктимерова (бухгалтерҙар).

Page 3: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ШИҒРИӘТ

Рауил Бикбаев. Үҙем генә беләм. Ш и ғ ы р ҙ а р . .............................5Рауил Шаммас. Аҡыл, тиһең... Ш и ғ ы р ҙ а р . .................................14Әлфиә Әсәҙуллина. Хәтер күпере. П о э м а . ...................................22

СӘСМӘ ӘҪӘРҘӘР

Әмир Әминев. Йондоҙ сәскә. П о в е с т ь . ........................................46Спартак Ильясов. Тәҡдир. Х и к ә й ә . .............................................78Риф Мифтахов. “Утын ҡырҡтым өс ағас...”Х и к ә й ә 0 х ә т и р ә . ........................................................................92

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға – 80 йыл

Миңлеғәли Нәҙерғолов. Үткәндәрҙе байҡап, киләсәкте уйлап. ....95Фәнүзә Нәҙершина. Ҡаһарманлыҡ йылъяҙмаһы. ........................100Гөлнур Хөсәйенова. Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын0ҡыҙ ма тур лы ғы. ...................................................................106Фәнирә Ғайсина. Халыҡ хәтерендә – Хызыр0Ильяс. .....................109Гөлнар Юлдыбаева. Ырымбур башҡорттарыныңрухи хазиналары. ............................................................................115

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына – 80 йыл

Гөлнара Хәлфетдинова. Тереһыу. Ш и ғ ы р ................................122Ф о т о 0 х ә т е р ...............................................................................123

ШИШМӘЛӘР

Сәлмән Яҡупов. Һыҙланыу. Ш и ғ ы р ҙ а р . ..................................124Кәрим Булат. Аҫыл минуттар. Ш и ғ ы р ҙ а р . ..............................127Фәнир Малбаев. Тальян моңо. Ш и ғ ы р ҙ а р . .............................129

ӘҘӘБИ ТӘНҠИТ

Әнғәм Хәбиров. Донъя – нағыш, ә күңелдә – һағыш...(Мәүлит Ямалетдиндың һуңғы йылдарҙағы шиғриәтенәбер ҡа р а ш ). ...........................................................................................131

ИМАН НУРЫ

Шәһәр Шәриф. Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат. ......................141

ЗАМАН ҮӘ ЗАМАНДАШТАР

Хәбир Дауытов. Туҡһанда ла һалдат. О ч е р к . ...........................169

ПУБЛИЦИСТИКА

Хәлил Хамматов. Салауат батыр – халыҡ хәтерендә. ...................176

МУЗЕЙҘАР – МӘҘӘНИӘТЕБЕҘ КӨҘГӨҺӨ

Фәнис Янышев. Милләттең ҡаһарман улы. ..................................185

ӘҘӘБИ0МӘҘӘНИ МӨХИТ

БЫЛ ҺАН ДА:

Page 4: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ПОЭЗИЯ Р. Бикбаев, Равиль Шаммас, А. Асадуллина. Стихи.

ПРОЗАС. Ильясов. Судьбина. Рассказ.А. Аминев. Упавшая звезда. Повесть.Р. Мифтахов. «Порубил я три дерева…» Рассказ�воспоминание.

80 лет со дня образования Института истории, языка и литературыМ. Надергулов. Оглянись назад и думай о будущем.Ф. Надршина. Летопись героизма.Г. Хусаинова. Женская красота в башкирском народном творчестве.Ф. Гайсина. Хызыр(Ильяс в памяти народной.Г. Юлдыбаева. Духовные сокровища оренбургских башкир.

80 лет со дня рождения народного поэта Башкортостана Р.Гарипова.Г. Хальфитдинова. Живая вода. Стихотворение.Ф о т о ( л е т о п и с ь .

РОДНИКИС. Якупов, Карим Булат, Ф. Малбаев. Стихи.

ЛИТЕРАТУРНАЯ КРИТИКАА.Хабиров. С тоской на сердце (о поэзии последних лет Маулита Ямалетдинова).

СВЕТ ВЕРЫШахар Шариф. Благодатный век.

СОВРЕМЕННОСТЬ И СОВРЕМЕННИКИХ.Даутов. И в девяносто – солдат!

ПУБЛИЦИСТИКАХ. Хамматов. Народная молва о Салавате.

МУЗЕИ – ЗЕРКАЛО КУЛЬТУРЫФ. Янышев. Славный сын народа.

ЛИТЕРАТУРА, КУЛЬТУРА…

В НА ШЕМ НО МЕ РЕ:

Те ле фон дар:Баш мөхәррир – 277�76�88 (факс)Баш мөхәррир урын баҫа ры һәм яу ап лы сәркәтип – 274�89�65Баш мөхәррирҙең хужалыҡ эштәре һәм подписка буйынса урынбаҫары –292�77�60 (факс)Ши ғ риәт һәм сәнғәт, тәнҡит, публицистика бүлектәре –277�87�73Про за бүлеге – 277�87�50Бух гал терия – 277�78�90 (факс)

=Ре дак ция фе ке ре ав то рҙ ар фе ке ре менән тап килмәҫкә лә мөмкин.=Ре дак ци я ға килгән ҡулъ я ҙ ма лар ре цен зи я лан май һәм ки ре ҡай та рыл май.=Жур нал да сыҡҡ ан яҙ ма ла рҙы күсе реп ба ҫҡ ан да «Ағи ҙ ел»дән алын ған лы ғын күрһәтеүмот лаҡ.=Нәшриәт ғәйе бе менән киткән ете шһе ҙ лектәр өсөн ре дак ция яу ап бирмәй. Улар хаҡында223�76�62 те ле фо ны менән хәбәр итергә кәрәк.

Page 5: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Р а у и л

Б И К Б А Е В

ҮҘЕМ ГЕНӘ БЕЛӘМ Шәһит билбауы

Әллә зомби, әллә сая йәндәрШартлатҡанда шәһит билбауын,Ғәйепһеҙгә күпме ғүмер өҙөлә,Тик туҡтатмай мөртәт был яуын.

Күпме гонаһһыҙҙар һәләк була,Ҡырып һала үсле был ҡомар.Эй дәһшәтле илдәр!ҮҙегеҙгәИтмәйһегеҙ ниңә иғтибар?

Ярыш бара,Кем ҡулында күберәкХәтәрҙәрҙән хәтәр ҡоралдар.Был емерткес дәһшәт Ер шарынаШәһит билбауындай уралған.

Шәһит билбауындай уралғанынВаҡыттыр бит күптән төшөнөү.Шартлатҡысҡа алдан кем баҫһа ла,Һәләк булыр бөтә кешелек.

Шиғриәт

Рауил Бикбаев (1938) – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан РеспубликаһыДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, комитет рәйесе.

Page 6: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Йәннәттә шағир йәнеI

Аһ, Внуково!Һиндә тағыТилмереп көн үтә бит.Көтә беҙҙе балҡар дуҫтар,Ҡайсын ағай көтә бит.

Ҡотормаһын юлды бикләп,Был дауылдар зыҡ ҡубып.Зарыҡтырҙы ла,Ниһайәт, – Осорҙо Внуково!

Ҡыуанғандыр Ҡайсын рухы:– Көтһәгеҙ ҙә, остоғоҙ!Күрһәтмәһен беҙгә, дуҫтар,Ул күргәндең остоғон.

Нисәмә йылдар ҡайтырғаКөткән Ҡайсын Кулиев.Иле бар ҙа – картала юҡ,Ҡайтыр ине – юлы юҡ.

Уҙғандар хәтергә килһә,Шөкөр, имен ил күге.Шағирҙың туҡһан йыллығыҠунаҡтар йыйған бөгөн.

IIБыл байрамда шатлыҡ менәнҺағыш бергә эркелә.Ҡайсын ағай!ҒазаптарыңКүҙ алдарыма килә.

Йәлләдтәр ҙә йәлләр икән –Яза таба белгәндәр:Халҡыңды һөргөнгә һөрөп,Һиңә ирек биргәндәр.

Балҡарҙар көн күрмәгәндәҠарайһың нисек көнгә?

6 Шиғриәт

Page 7: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Иректән баш тартып,ШағирҮҙен һөргән һөргөнгә.

Ҡайсын ағай!Ят яҡтарҙаӘйтер һүҙең сыныҡты.Көн килде,Киң донъяларғаҺин балҡып килеп сыҡтың.

IIIҠәҙерләргә һин өйрәттеңҺәр иртәне, һәр кисте.Уйлаған уйың – аҡыллы,Йөрәгең – ихлас хисле.Яралы таш һыҙланыуыБәғерҙәреңде киҫте.Үҙең дә, һүҙең дә булдыХәстәрле, зирәк, ябай.Әлдә бөгөнгө хурлыҡтыКүрмәнең, Ҡайсын ағай.

Уҡ ҡына түгел, туп атҡас,ВатанCйортҡа ут ҡапҡас,Нисә йыл таштар яралы,Яралы тотош Кавказ.

IVШағирҙың туҡһан йыллығыҒүмерҙә ҡалыр иҫтә.Ҡайсындай аҫыл шәхестәрМилләткә ғүмер өҫтәр.

Ҡайсындар барҙа – балҡар бар,Ҡайсын бар – балҡар барҙа.Үткем килде сабый ҠайсынЙүгергән һуҡмаҡтарҙан.

Тик унда үткәрмәнеләр,Чегемға юлдар бикле.Унда енәйәтCфажиғә,Хәбәрҙәр килә шикле.

Рауил Бикбаев 7

Page 8: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

VЗаманында Мостай ағайБыл яҡтарға баш эйгән.Бүлешкәндән ут, дуҫлыҡ, йырТик арта ғына, тигән.

Бөгөн яуыздар тормоштоҠара упҡынға тарта.Дуҫлыҡ ҡаҡшай. Йыр өҙөлә.Илде ялмап, ут арта.

Әлдә бөгөнгө хурлыҡтыКүрмәнең, Ҡайсын ағай.Йәннәттәлер йәнең,УндаТынғылар таба алмай,Яналыр.Ожмахтай илдеТамуҡ итмәк йәлләдтәр.Шундай саҡта шағир йәнеНисек ҡалһын йәннәттә?

Ҡалһа ла,Хайран ожмахтыңТапмайҙыр тәмен, йәмен.Тамуҡ ғазабын күрәлерЙәннәттә шағир йәне.

***Ельциндың 80 йыллығынаЕкатеринбургта һәйкәл астылар

Ватанды юҡ итеүсегәҺәйкәлдәр асҡан саҡта,Намыҫ тип лаф ороусыларНамыҫтан ҡасҡан саҡта,

Ялған өҫкә ҡалҡҡан саҡта,Дөрөҫлөк аҫта саҡта,Теләнсе тоҡсайын РәсәйИңенә аҫҡан саҡта,

Тулышҡанда хафа, асыу,Халыҡ сарсап, ил сатнап,

8 Шиғриәт

Page 9: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Тотонмаҫ тимә кешеләр,Түҙем бөтөп, бысаҡҡа.

***Төньяҡ океан боҙҙары кәрәкмәй,Бейәләй хәтле генә боҙ ҙа етәТайып йығылыр, шаңғыр, һыныр өсөн.

Ҡылмаһаң да тауҙай гонаһтарҙы,Ҡайсаҡ етә кескәй генә хата,Яҙмыш ярылыр, йорт ҡыйралыр өсөн.

***

Ирек – тик хыял!ЮлдарымУңдан, һулдан ҡамалған.Төшөп ҡара рельстарҙан,Сығып ҡара каналдан.

Ҡамап алған ҡағиҙәләр,Барыбер юлымды быуып.Гиҙһәң ине даръяларҙыҺис юғында тик бер көнгәИшкәкһеҙ кәмә булып.

***

Үҙемде мин бәхетлерәк тоям,Кеше бәхетенә шатланһам.Һоҡланғанда кеше һаулығына,Үҙемдең дә һаулыҡ артҡандай.

***

Ҡайғырма һин, ҡайғым арта, тиеп,Күрер ҡайғылар ҙа кәмей бара.Бер һүҙ әйттем.Тағы бер һүҙ яҙҙым.Әйтер һүҙҙәр, яҙыр юлдар кәмей,Иң һуңғы һүҙӘйтер саҡта ғына өҙөлөп ҡала.

***

Донъялағы иң урманлы илдәУрмандарға инер юл ҡалмай.Янғындарҙа бөйөк Рәсәй сәсәй,Башҡорт урмандарын ут ялмай.

Рауил Бикбаев 9

Page 10: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Үҙ еренә халыҡ хужа түгел,Ҡанундарҙан кәртә ҡорғандар.Бер ҡарауһыҙ ҡалып,ҒәрлегенәнЯна микән әллә урмандар?

***Йылдың иң йәмле миҙгелеБашлана йәмһеҙлектән:Кешеләр ҡыш буйы ғәмһеҙТауCтау сүпCсарҙы түккән.

Эй наҙлы ел, эй яҙғы ел,Тетә бысраҡ ҡарҙарҙы.Ҡарҙар ирегәс, ҡаланыңАсыла сүпCсарҙары.

Ярай был алама эштеМиҙгел тора йәшереп.Ҡышын ҡарҙар күмеп китә.Йәйен ҡаплай йәшеллек.

Эй наҙлы ел!Яҙ һулышынДонъяға бөркөр мәлдә,Өйөрөлтөп сүпCсарҙарҙы,Кешеләрҙең биттәренәБәрәһең,Белһен бәндә!

***Үрелеп өҙәм һуңғы сейәләрҙе,Бағам йәйҙең һуңғы мәленә.Сейә һуты һеңә устарыма,Ҡояш нуры һарыла йәнемә.

Быйылғы йәйЙән бигерәк ғәзиз булды,Алҡымымдан әжәл алғас та...Татып өлгөр, типме, һуңғы тәмде,Һуңғы тәлгәш баҙлай ағаста.

10 Шиғриәт

Page 11: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Насип итһә, яҙҙар яңынан балҡыр,Күпереп сәскә атыр сейәләр.Һиңә илтер юлым ғына урау,Һиңә илтер юлдар сейәлгән...

***Күңелем тулышҡан һағышҡа,Һағыныуҙар өҙә үҙәгемде.Һағышымды бүлешергә ҡурҡам,Кешеләргә әйтмәй түҙәм инде.

Бүлешер ҙә инем һағышымдыҺинең менән, йәнем, һинең менән.Тик һин үҙең – мөлдөрәмә һағыш,Хәлдәреңде үҙем генә беләм.

***

Хәтеремә яңынан ябырылды,Ялғанды ла беҙгә һарылдыҺыныҡтары һуңғы йәйғорҙарҙың,Һулыштары һуңғы дауылдың.

Тыйылғандар сыҡты азатлыҡҡа,Ырғытты ла өҙөп тышауын.Ҡыйралғандар терелеп бөтөн булды,Беленмәй ҙә йөйө, ҡоршауы.

Бәхетлерәк беҙҙән булмаҫ ине,Йөрәгемде хәүеф телмәһә,Ваҡытлыса ғына ҡоршалғандыңЯңынан ҡыйралырын белмәһәм.

***БеләCбелгәндәрҙән ҡабатланыр,Ни ҡалһа ла, ҡылыҡ һаҡланыр:Тапланыр ҙа бәндә аҡланыр,Эреләнгән булып ваҡланыр.

***Һиңә көндәш булыр тыуһа тыуыр,Һиңә тиңдәш булыр тыумаған.Һин битеңде йыуған шишмәләрҙеңҺыуы менән битен йыумаған.

Рауил Бикбаев 11

Page 12: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

***Һандуғас үҙ телен онотҡанмыҠышҡа китеп әллә ҡайҙарға?Моңо сыға әле бик ҡыйыуһыҙ –Өйрәнәме яңынан һайрарға?

***Ысыҡ – төндөң күҙ йәштәре,Таңда һөртөп өлгөрмәй.

***Был донъяға, был бинағаИндек төрлө ишектәрҙән.Тик сыҡҡанда сығып китәБер ишектән һәммә бәндә.

***Шиғыр – сихыр.Ҡотолормон, тимә,Арбауынан, ғазапCнаҙынан.Тиҙерәк баҫылһын тип яҙылмай ул,Йөрәк баҫылһын тип яҙыла.

***Әрәм булғанНиндәй кәрәкле һүҙ!Яҙылмаған ҡатCҡат һайлап, һынап.Урыны уның был шиғырҙа түгел,Тора ҡоро ерҙә баҫма һымаҡ.

Был донъяла барыһы ҡотло түгел,Ябырыла хатаCбәләләре.Бигерәк арта бәлә,УрынһыҙғаУрын биләгәндә бәндәләре.

***Илһам ҡошом хәҙер шундай хәлдә –Көтмәгәндә ҡанат ҡаҡмаҫлыҡ.Уй ҙа, аҡыл да бар,Етмәй барыБер ҡатлы хис менән ахмаҡлыҡ.

12 Шиғриәт

Page 13: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Аптыраҡ!Был донъялар – аптыраҡ!Бөгөн барыһы һатыла.МиллионCмиллион долларҙарға,МиллионCмиллион евроларғаҺатыла бит хоккейсылар,Футболсылар һатыла.

Уҡытыусының ҡәҙере юҡ,Ер һөргәндең ҡәҙере юҡ.Сәкән тотҡан – ҡәҙерлерәк,Туп типкән ҡыйбатыраҡ.Тренерҙар һатып алына –Тағы ла ҡыйбатыраҡҡа,Был донъялар – аптыраҡ!

Ғүмергә кеше кешенеҺатҡан, һата, һатасаҡмы?Ире ҡатынын һатасаҡмы?Ҡатыны ирен һатасаҡмы?Кеше һатыу баҙарындаХаҡтар һаман артасаҡмы?Яуап көтмә, ҡатCҡат һорап,Был донъялар – аптыраҡ!

Борон ҡол һатҡандар, имеш,Бөтмәгән бит ул дәүер.Бөтә дәүерҙәр бер төрлө –Ҡол итеү, иҙеү, йәбер.

Аҡтарып сыҡ сал тарихын,Байҡап сыҡ бар донъяһын:Башҡа формациялар юҡ,Йәшәй тик бер формация –Ҡоллоҡ формацияһы!

Кеше һатыу баҙарындаАйырмалар шул ғына:Элек ҡолдар баш күтәргән,Хәҙер ҡолдар ҡол ғына.Өнһөҙ, телһеҙ тик тора,Был донъялар – аптыраҡ!

Рауил Бикбаев 13

Page 14: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Р а у и л

Ш А М М А С

Аҡыл, тиһең...«Иң аҡыллы миндер ул», – тип уйлаһаң,Тура әйтәм: һин бик аҡылһыҙ.Шул фекерҙе аҡ ҡағыҙға яҙ ҙа,Йөҙөң һыта биреп, ҡабат һыҙ.

Шул һыҙыуың менән һин аҡыллы.Һатып алып булмай аҡылды.«Аҡыллымын!» – тиеп күкрәк һуғып,Күпме заттар ерҙә абынды.

Кемдең кемдән аҡыллыраҡ хәлен,Әйҙә, заман үҙе һынаһын.Кеше барыбер белеп бөтә алмайЗамананың аҡылғынаһын.

Төҙәткәнгә барам...Бер тарафҡа барам – ваталар.Икенсеһенә киләм – төҙәтәләр.Өсөнсөһөнә боролам – Ватып төҙәткәндеМыйыҡ бора биреп күҙәтәләр.

14

Рауил Шаммас (1930) Стәрлебаш районы Хәлекәй ауылынан. Стәрлетамаҡ педагогияинститутын тамамлай. Мәктәптә, район, «Ҡыҙыл таң» гәзиттәре редакцияларында,«Китап» нәшриәтендә, Яҙыусылар союзында эшләне.

Page 15: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Тормош, тиһең...Тормош шулай, тиһең...Ҡайһыһын һуң миңә димләйһең?Төҙәтеүе ауыр,Ватыу матур түгел,Күҙәтеүсе булып кил, тиһең.

Төҙәткәнгә барам!Ауыр булһын!Тирем түгел, хатта ҡан тамһын!Килер быуын, бөтә нәҫелCырыуым:«Ул төҙөнө», – тиеп маҡтаһын.

Йәшәлде инде, күрҙек,Күп ваттылар.Өйҙө түгел, илде ваттылар!Күҙәткәнде һәм ватҡанды түгел,Төҙәтеүсене сығарып аттылар.

Төҙәтеүҙән ҡурҡмам,АуырлыҡтарЯғаларҙан алһын.Маңлай тирем генә түгел,Йөрәк ҡаным тамһын.

Йылы, яҡты өйөм,Аҡ сәскәле ерем, мөхәббәтле илемТөҙөк килеш ҡалһын.Тыуыр таңым исемемдеАл төҫөнә манһын.ИлемCерем төҙөк килеш ҡалһын,Килерҙәргә ҡалһын.

Байрам көнөндәге уйланыуҺәр бер байрам йәнгә бер йәм өҫтәй –Рәхәтләнеп, сиселеп ҡалаһың.Оноттора һәммә ваҡлыҡтарҙы,Наҙ алдата әҙәм балаһын.

Әммә ғүмер кисеү байрам түгел,Һин эш аты – гел йөк тартаһың.Һинән башҡа кем һуң тартыр ине«Йәшәү» тигән тормош арбаһын?

Рауил Шаммас 15

Page 16: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ат йылында тыуған миңә индеАрба тартыу – оло мәртәбә: «Кисәгеһе үткән, бөгөнгө – бар.Һәйбәтерәк булһын иртәгә», –

Шул уй ҡыуа һине көнөCтөнө.Йәнең риза, бара бирәһең.Үҙ яҙмышың, үҙ тауышың – һөйөн,Башҡа күрмәҫ һинең күрәһең.

«Йәһәтерәк!» – тиһең, үҙCүҙендеАшыҡтыра уйыңCкүңелең.Барған һайын йөгөң байый бара,Ауырлығы арта йөгөндөң.

«Йәһәтерәк! Булһын бөгөнгөнәнҺәйбәтерәк, – тиһең, – иртәгәм».Йөгөм ауыр, тиеп, һикәлтәләТибә генә күрмә тәртәгә.

Ауҙара ғына күрмә тик йөгөңдө,Тигеҙ һөйрә тормош арбаһын.Ҡапсыҡтағы бәхет орлоҡтарыЯрты юлда түгелеп ҡалмаһын.

Йөгөңдәге аҫыл бөртөктәреңУжым булып шытып сыҡһындар.Был арбала әле һин белмәгәнӘллә күпме серле тылсым бар.

Ҡар яуһа ла, дауыл ҡоторһа ла,Ҡояш ҡыҙҙырһа ла – бар ҙа бар.Һинеке генә түгел, был донъялаШулай елә күпме арбалар.

Ә байрамдар?Барыһын онотоп тороп,Туҡтап ялдар итеп алыуҙыр.Күңелең наҙлап, рухи аһәң биргән,Йәнде йәмләр шифаCдарыуҙыр.

Уйҙар уйлап...Күкрәктәрен киреп, өҙә баҫып,ИрCуҙаман атлай урам буйлап.Ташҡа ултырып, уның аҙымдарынБер аҡһаҡал күҙләй, уйҙар уйлап.

16 Шиғриәт

Page 17: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

«Минең дә бит булды шундай сағым.Эй, аға ла икән ғүмерCағым.Окоп төптәренә һеңеп ҡалды,Ер һуғарып ҡалды ҡайнар ҡаным.

Ниңә Хоҙай тигеҙ бирмәй икәнБыл әҙәми заттың яҙмыштарын...Минең дә бит булды шундай сағым.Һай, ҡатмарлы ғүмер ағыштары...

Илем тиеп, ғәзиз ерем тиеп,ЙәпCйәш көйгә керҙем ут эсенә.Иҫән ҡайттым. Әммә ҡартлығымдаДонъя һаман миңә ут эсерә.

Өҙә баҫыр саҡты шунда бирҙем.Тороп ҡалды һыңар аяғым да.Азат илем, тыуған ерем тиепҠайтып керҙем ҡултыҡ таяғымда.

Күпме окопташтар – аҫыл заттар,ЙәпCйәш ирҙәр керҙе һалҡын гүргә.Балаҡайҙар – ошо уҙамандарАтлаһын, тип, ерҙә алға, үргә.

Нисек атлай, ана, ирCуҙаман,Өҙә баҫып атлай, ер һелкетеп, –Эшҡыуар ул – тырышып аҡса таҫлай,Рәхәтлеккә сумып, донъя көтөп.

Шулар өсөн микән ҡандар түктек?!Улар ултыра бөгөн тәхеттәрҙә.Шул балалар микән төрөнгәндәрБеҙ күрәһе оло бәхеттәргә.

Һәммәһенә бөгөн улар хужа, –Аҡһаҡалым ҡала тик көнләшеп. –Атлаһа ла моронон күккә сөйөп,Ярай әле, үтә иҫәнләшеп.

Эй, замандар килде... Заманалар...»ИрCуҙаман китте урам буйлап.Ә аҡһаҡал тороп, өйөнә атлай,АҡһайCаҡһай, ауыр уйҙар уйлап.

Рауил Шаммас 17

Page 18: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Һеҙгә бирҙем күҙҙәремдеЭй, яҡтылыҡ!Минән китәһең дә,Күҙ нурҙарым һүнә – ҡурҡыныс.Йөрәгемдән килә шул саҡ ауаз:«Хафаланма артыҡ,Бул тыныс.

Күҙ нурҙарың китә.Күңел күҙеңҺүнмәгән бит, улай борсолма.Күңел күҙең аша кешеләргәЯҡты өләшеп, нурлы йәшәүеңдеТоташтыр һин ғүмер осоңа».

Ысын даһа, күңел күҙем бар ҙа.Ул һүнмәгән – бара нур сәсеп.Йәшәргә лә әлеЕрҙәштәрҙеңҺәммәһенә яҡты өләшеп.

Күңел күҙем менән асам әлеКиләсәктең затлы ишеген...«Күңел күҙең әгәр һуҡыр булһа,Маңлай күҙе ботаҡ тишеге», –

Халыҡ әйткән,АтаCбабам әйткән.Барам әле, барам көрәшеп.Күңел күҙе һуҡыр булған заттарҠарап ҡалһын, әйҙә, көнләшеп.

Күҙ нурҙары китә.Ни итәһең.Бәхетлемен ошо килеш тә.Ат йылында тыуған был абзағыҙҺаман эштә әле, гел эштә.

Күҙҙәремде һеҙгә бирҙем, дуҫтар.Яҡты булһын, тиеп, алдығыҙ.Бары ла һеҙгә.Күңел нурҙарымдыШиғри һүҙем итеп алығыҙ.Хыял иткән аҫыл киләсәккәСәләмемде алып барығыҙ!

18 Шиғриәт

Page 19: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Юғалтҡастын...Юғалтҡанды табып булмай –Кеше белә.Ә ниңә һуң үҙCүҙенәнКеше көлә?

Юғалтҡансы юғалтырҙыНик һаҡламай?Бар сағында йәшәү энәһенНик һапламай?

Үҙ ғүмерен йыртыҡ хәлгәҠалдырғансы,Артындағы күперҙәрҙеЯндырғансы,

Йыртыҡ ямар энәләрҙеҺәм ептәрҙе,Күперҙәрҙе тотоп торорТерәүҙәрҙеНик һанламай?

Эше уҙғас, ауыҙ бешкәс,Өрөп ҡаба.Табылмаҫҡа юғалғандыКем һуң таба?

Тәбиғәт бит беҙгә биргәнҺәммәһен дә:БуйынCһынын, ҡулCаяғын,КүҙенCҡашын,Тибер йөрәген, тойор хисен,Уйлар башын.

Шулар барҙа ник уйламайКеше заты?Тау түбәндә, барын ватып,Тулай аты.

Бар байлығын бар сағындаНик һаҡламай?Аҡыл әйткән аҡ һүҙҙәрҙеНик һанламай?

Рауил Шаммас 19

Page 20: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Күбеһенән мәхрүм ҡалғас,Эш уҙғастын,Йә тегеһен, йә быныһынЮғалтҡастынИҫкә төшә. Ах, һуң төшә!ЭнәCеп юҡЯмар өсөн йыртыҡтарҙы,Тишектәрҙе,Ҡаҙаҡ та юҡ төҙәтергәЕмерелгән ишектәрҙе.

Аңлы аңлар: иҫәнлектәрХаҡында һүҙ,Хыял ғына булып ҡалаКүҙһеҙгә күҙ.

Юғалғанды табып булмай,Түҙ, йәнем, түҙ.

Үлсәп атламанымАҙымымды үлсәп атламаным.Атлап йөрөр саҡта йүгерҙем.Булды, булды,Абынған да булды,Аҡ таштарға абынып йығылдым.

Тағы торҙом.Таштар артта ҡалды.Ал офоғом алға әйҙәне,Хыял иткән барлыҡ көтөрҙәрҙеАл сәскәгә илтеп бәйләне.

Өлкәндәргә хәйер бирә килдем,Сабыйҙарға кәнфит тараттым.Был донъяның аҫыл биҙәктәренОнотолоп, үлеп яраттым.

Абынғаныма ла үкенмәйем,Донъя шулай күпкә өйрәтте.Яманлыҡты тапап үтер итте,Яҡшылыҡтың ҡуҙын көйрәтте.

20 Шиғриәт

Page 21: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Үҙем өсөн генә йәшәмәнем,Ерҙәштәрем тиеп йәшәнем.Был күҙҙәрем: «Һеҙҙе яраттым», – типҺуңғы нурынаса йәшләнде.

Ауыр һүҙҙәрҙе лә күп ишеттем,Төкөрәм мин ғәйбәт һүҙенә.Ысын йәшәнем, тип әйтер өсөнТыуғанмын да донъя йөҙөнә.

Хәҙер бына инде аҙымымдыҮлсәп кенә һымаҡ атлайым.Ҡартлыҡ килде, яңы таштар булыр,Абына күрмә, тиеп алдайым.

Ысын йәшәүҙең асылы нығыраҡ тойола,Аҙымдарың ҡалғас үлсәүле.Уйҙарың да ауырая бара,Ҡулға алғас таяҡCмисәүҙе.

Аҙымдарҙы үлсәп атламаным.Әле бына үлсәп булашам.Шуға һөйөнәм: шөкөр, әйләнә бит,Әйләнә бит донъяCҡуласам.

Иң татлыһыЭй, эселде был донъяла,Эселде инде барыһы:Эсемлектең затлылары,Шәрбәтлеһе, баллыһы.

Шараптары, «хараптары»,Йомшағы ла ҡатыһы...«Ә шулай ҙа иң татлыһыБулды, – тиһең, – ҡайһыһы?»

ИңCиңеме?АуылымдыңШишмә һыуы, билләһи.Уның тәменә тиңдәр юҡтыр,Ул тәм изге, илаһи.

Рауил Шаммас 21

Page 22: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ә л ф и әӘ С Ә Ҙ УЛ Л И Н А

ХӘТЕР КҮПЕРЕ

П О Э М А

Ҡартатайым Вəлиəхмəт Нурислам улы Əсəҙуллин 1912йылда Ауырғазы районы Үтəймулла ауылында тыуған. БөйөкВатан һуғышына тиклем ауыл Советы рəйесе булып эшлəгəн.

Армияға уны аты менəн бергə алғандар. Генерал Миң ле ғəлиШайморатов етəкселегендəге 112‑се Башҡорт атлы ди ‑визияһының 275‑се уҡсылар полкы составында яуға ин гəн. 1942йылдың 5 декабрендə Сталинград яуында – Дон да ғы Ростов өсөнбарған ҡаты алыштарҙа батырҙарса һəлəк булған.

Тәбиғәттең шау сәскәле мәле,Күңелдәргә шифа – тормош йәме,Бал туғылған кеүек татлы һауа,Зәңгәр күктән нур, йылылыҡ яуа,Шундай илаһи яҙ.Әҙәм менән Тик изгелек йәнәш йөрөгәндәй.Күңелдәрҙе ялғап, мәрхәмәттәнЯҡты йәйғор күпер түшәлгәндәй.Ихласлыҡтан,

булмыш алсаҡлығы

22

Әлфиә Әсәҙуллина (1959) Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан. З. Биишева исе �мен дәге «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһында эшләй. Баш ҡортостанРеспубликаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙ мәт кәре.Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Page 23: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Күҙ нурҙары булып сәселгәндәй,БәләCҡаза, хәүефCхәтәр күрмәй,Шатлыҡ менән генә йәшәлгәндәй.Күңел күтәренке, кәйефтәр шәп,Йөрәк инде осар ҡоштай һымаҡ.ТирәCйүнгә рәхимCшәфҡәт сәсеп,Йүгергәндәй сихри шишмә йырлап. Йәшәп кенә туймаҫ был донъялаБулһа ожмах – булыр ошо төҫлө.Күңелдәрҙе имләп, донъя иңләп,Йөрәктәрҙе яулай йәшәү көсө.Шундай яғымлы яҙ,Еңеүле яҙ,Ҡояш нуры булып йәнгә һеңә.Еңеүле яҙ бүләк иткән ғүмер –Киләсәкте –

уға,һиңә,

миңә.

***Самолет бортына ултыртты

егерме туристыһәм осто.

Ҡырым.Ҡара диңгеҙТартып тора тиңһеҙ.Күрмәгән ерҙәргә уй тартып,Күңелдә ашҡыныу уятып.

Һуғыш үткән ергә юлым төштө,Тетрәндергес хистәр кисерәм.Вәлиәхмәт ҡартатайымды

һәм Өләсәйемде иҫкә төшөрәм.Тарих булып ҡалған үткәндәрҙәАтаCбабам ғүмере –

шәжәрәм.Мин бар булһын,

мин йәшәһен өсөнҮҙ ғүмере менән түләгән.

Ҡартатай ҡарасман булған,Шуға ҡушамат алғанУл “Ҡара Вәли” тигән,Уңғанлығын ил белгән.Халҡымды зар илатып

Әлфиә Әсәҙуллина 23

Page 24: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Дошман килгәс ер баҫып.Ҡартатай ҙа яуға сапҡанАт менеп, ҡылыс аҫып. Сталинград янындағы Ҡан ҡойошло һуғыштаҠартатайым һәләк булғанМең туғыҙ йөҙ ҡырҡ ике – ҡышта.

Сталинград...Севастополь...

Тарихта –ГеройCҡала.

Ҡаялай ҡалҡып, дошмандыСалҡатан иткән ҡала. Севастополгә юл төштө, Йөрәккәйем ярһыулы. Самолет саҡрымдар еңә – Уйҙарымда –

яу ҡыры.

***Симферополь –

аэропортлы ҡала,Беҙҙең сәфәр ары йүнәлә.Автобуста тирәCйүнгә бағам;Оҡшашлыҡ күп тыуған ерҙәргә.Тауҙар тынған урман ҡосағында,Аҡландар ҙа ҡуя осрап.

Тау ҡыялап елгән юлдарҙа лаҠабыҙылған төҫлө шәмсыраҡ.Магнолия сәскә атҡан икән,Мин белмәгән тағы әллә ни;Хуш еҫтәрҙең ҡатнаш гөлләмәһенҺулайCһулай башың әйләнер.

***Севастополь...Һаумы!Тик картанан күреп кенә белгән

аҡ ҡала.Тарих уҡып белдем: һине һаҡлап,Күпме моряк, һалдат баш һалған.Тәү ҡарашҡа бер ни булмағандай,Яраларың инде уңалғандай,Кешеләр ҙә етеш тормош көтөп,Йәшәп,

эшләп,иркен һулағандай.

24 Шиғриәт

Page 25: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Тиңһеҙ гүзәллектең ҡосағындаФирүзәләй тулҡын бәүелтеп,Ҡара диңгеҙ ята, офоҡ биләп,Ҡарап торам бына иҫ китеп.Ҡара диңгеҙ,

исемкәйең “ҡара”,Үҙең бер ҙә ҡара түгелһең.Үтә күренмәле зәңгәр һыуыңБулып китә ҡай саҡ күгелйем.Тәүге тәьҫораттар, ят мөхиттеңСағыу күренеше уй биләй.Диңгеҙ һыйған тәрән сөңгөлдәргә,Минең кисереште ул белмәй.

Һуғыш үткән ергә тәүгә килдем,Йөрөмәйем эҙләп мәрәкә.Севастополь...

Ҡанлы яраәрнеүҙәре йәндә,

Һыҙланыуҙар ҡалды йөрәктә.Ете ҡалҡыулыҡҡа һибелешеп,Йорттар үҫкән, урам һуҙылған.“Ҡара йылға” һыуы гәлсәрҙәй саф.“Теге саҡта ҡыҙыл ҡан булған, –

тип һөйләй гид.–Һауанан да,

диңгеҙ,ҡоро ерҙән –

Һәр тарафтан ҡамай дошмандар.Сат йәбешеп,

совет һалдаттарыКәүҙә менән ерҙе ҡосҡандар”.Аһ! Тыңлауы ла ауыр!Ә һуғышта –

бомба!Снаряд!

Ҡан!Үлем...

Ер һиллеген һаҡлар,Быуындарҙы быуындарға ялғар,

имләр өсөнӨҙөлгән бит һанһыҙ күп ғүмер.

Беҙҙең өсөн йылға ҡандар аҡҡан.Беҙҙең өсөн миллион йән ҡыйылған.

Әлфиә Әсәҙуллина 25

Page 26: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

АтаCбаба рухы күҙәткәндәй,Һынап торғандай ҙа тойола.Атҡан таңдар алһыулығы өсөн,Тыныс булһын өсөн ил көнCтөнө,Ҡаты алыштарҙа ялҡын йотоп,Көлгә ҡалған улар ғүмере.Йылдар ҡатламында ҡала бараҺуғыш шаңдауҙары,тарихта.Булмай уны йыл саңынан әрсеп,Булмай инде унда барып та.Тик йөрәктә йәшәй хәтирәләр,Утлы усаҡ –

күңел уйCғәме.Юлым төшөп диңгеҙ ярҙарынаУның яңырыуын белһәмме!?

Форсат сығып бында килгәнемә,Шөкөр итәм күпте белгәнгә.Тере хәтерҙәрҙә, иҫтәлектәЙәшәй бары шәһит үлгәндәр.

***Һуғыш барған һымаҡ күҙ алдында;Үлемесле алыш – янымда.

Севастополь...Һынһыҙ һөлдә кеүек,

Янған,емерелгән

бинаCхараба.Һуғыш йөҙөн фашлап, туристарға,Ҡалдырғандар һүтмәй, ҡарарға.Быялаһыҙ, рамһыҙ тәҙрәләреШәһиттәрҙең баш һөйәгендәгеКүҙҙәр соҡоролай өңрәйгән.Кешелекте ҡурсап һәләкәттән,

ул киҫәтә,Өнһөҙ әйтә, гүйә,Хәтирәләр һөйләй – ни күрһәм.

***Сеү!Ҡара янған диуар эргәһендә

ниндәй ауаз сыға,Кемдер ярҙам һорай,

бик ауырмы уға?Радар һымаҡ, ҡолаҡ ауаз аулай.Зиһен аңлай, барлай...

26 Шиғриәт

Page 27: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

“Туҡта!Ниндәй тауыш?!Үҙе ғәзиз,

таныш.Аңым аңҡыCтиңке,Ғажизмын бер килке...Таныш тауышҠан тамыры буйлапБулмышымды биләй,АңCзиһенде яулай,Уны рухым аңлай.Был бит юҡҡа түгел!ИләҫCмиләҫ күңел,Йөрәк леберCлебер,Күҙҙәр йәшкә мөлдөр...Туҡта!Ҡартатайым!Һинең тауышыңдыИшетмәһәм дә бер,Айырам,

аңлайым”.Был “алтынсы

тойғо” һиҙеүеме,Йөрәктеңме

танып тибеүе?Ҡартатайым тауышы

яңғырамай.Аңға һеңә бары,

рухым аңлай.“Нихәл, ҡыҙым,Ейәнсәрем минең,Юлдар үтеп оҙон,Килереңде һиҙеп,Белгәйнем.Мин бит илдәТыныс булһын өсөнАлтмыш туғыҙ йыл элек үлгәйнем.Дошман башын ҡыйып,Юлдар ярҙым,Тик еңеүгә өмөт бағлап барҙым...”

Осрашыуға күпмеХыялланып,Өнһөҙ ҡалдым,Тыным быуылды...

“Ҡартатайым!..Нисек аңлатайым

Әлфиә Әсәҙуллина 27

Page 28: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Әрнеү тулыхыялCуйымды.

Ҡартатайым,хәҙер үҙем

Өләсәй ҙә булдым.Ейәнсәргә быйылБер йәш тулды.Буденовка кейеп төшкән фотоңТора һәр саҡ өйҙөң түрендә,Шунда ҡарап һине таныным даЙөрөттөм гел генә күңелдә.Утыҙ йәштә генәБаш һалғанһың,Ҡартатайым,Һуғышҡа йәш китеп.Минең атай тик ун йәштә булған,УлCҡыҙҙарың барыһы биш бөртөк”.

Күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәй,Ҡартатайым рухы эргәлә.“Атлаһаң – барырһың,Туҡтаһаң – ҡалырһың,ЕйәнсәремCҡыҙым,Үтер юлың оҙон,Бар, атла, бар,Һине көтә юлдар”.

Уйҙарым ауыр, Аяҡтар – ҡамыр.Әмәлем дә юҡХатта тын алыр.

Бында хәтирәләр быуып ала,Үҙең һуғыш тынын тойоп ҡара...

Һуғыш барған һымаҡкүҙ алдында;

Үлемесле алыш – янымда.

Панорама...Диорама...

Йөрәктәге тәрән яра;Әйтерһең дә, әле һуғыш бара.ТраCтаCтаCта, траCтаCта,Пулемет атаCата,Бомба күктән яуа,Дер һелкенә һауа,

28 Шиғриәт

Page 29: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Снаряд ярыла,Ауа һалдат,Ғәзиз ерҙе устарына ҡармапШыуышып та ҡарай,Тик ҡуҙғала алмай,Күҙҙәргә ҡан һауа,Тынды ҡура һауа,Урғыла ҡан, ана,Янда – утлы даръя.Һүнеп барған аңдаҺуңғы тапҡыр балҡый,Тыуған ер,

йорт,атайCәсәй,

Улы,ҡыҙы,

ҡатын...Һауа етмәй уға,Тартыша ла... тына.

Шартлауҙарҙан ҡолаҡ тона.

“Ҡартатай!Әллә был һинме?!”—Ҡысҡырам, өн сыҡмай.Хистәр ташҡынына убылдым даКөскә генә ҡалдым тонсоҡмай.Ағас,

таштар янған,Тимер ирегән утлы өйөрмәлә,Һалдат еңгән,Һалдат аҡылы,

ҡулы,Ут ҡоршауынҮҙ ғүмерен биреп

өҙгән.

Һуғыш барған һымаҡ күҙ алдында;Үлемесле алыш – янымда.

Анау автоматтың утыКөйҙөрөп алды йөрәгемде...

Йә, мин хәҙер кем инде?!Ҡапшайым тәнемде,Алмағанмы йәнде?!Шыбыр тиргә баттым.

Әлфиә Әсәҙуллина 29

Page 30: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ТирәCйүнем –ялҡын,

ялҡын...АңҡыCтиңке аңым.

...Яйлап ҡына ҡайттым донъялыҡҡа.Бына – туристар,Бына – гид.Ул һаман да тынмайҺөйләй бит.Теремен, шөкөр,Именмен бит!

Гид ҙур һандар әйтә:Фәләнсә һалдат,Төгәнсә ҡорал, снаряд...

Барып етмәй аңға...Ҡартатайым тағы янда!Арҡанан да ҡаҡмай, йыуатмай,Үҙе һаман ҡурсай һәм һаҡлайКеүек тойола миңә...

Ҡартатайым!Нисек тип атайым,Зиһенемә һыймай хисCтойғом;Берсә минең тын илағым килә,Берсә килә шашҡымCҡоторғом.

Күңелемә һис тынғылыҡ бирмәйӨйкәп тора күптән бер һорау:“Ҡартатайым Һәләк булған Донда,Ә рухы бында ҡаңғыра?”Уйҙарымды уҡый,

хисте аңлай,Ҡартатайым рухы –

әүлиә.Зиһенемә уның әйткәндәреҺеңә генә бара әле лә:“Кәүҙә күмелһә лә, Шәһиттәрҙең рухтары иңләйҠанға батырылған ерҙәрҙе.Кесаҙнала ҡайтып тыуған нигеҙҙәге өйгә лә,Ултырамын ағас сөйҙә лә,Күренмәйем бары күҙҙәргә.Тереләрҙе ҡурсалағым килә

30 Шиғриәт

Page 31: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Уйланмай ҡылынған ҡылыҡтан,Башбаштаҡ, хаяһыҙ холоҡтан,Ут сәсер көбәктәр төбәшеп,Ҡойҙортоп ҡанCһүл һәм күҙ йәшеТоҡанып ҡуймаһын һуғыш тип, Тыйып ҡысҡырһам даСыҡмай тауышым.Ҡорал тотҡандарғаЕтмәй көсөм,

ҡанмай үсем...”Ҡартатай рухы янымда Тыңлаған,

аңлаған сағында,Тиҙерәк әйтәйем әйтерҙе, Тергеҙеп зиһендә хәтерҙе:

“Ҡартатайым,Өләсәйем һинеҠырҡ бер йыл көттө,

көттө,көттө...

Өҙмәй өмөттө.ЕйәнCейәнсәргә, йәғни беҙгәҒүмер йомғағын һүтте:

“Тотанаҡһыҙ замандарҙаДонъя һәр саҡ боларҙы.Бала саҡ һәм йәшлегебеҙХәүефтәргә сорналды.Уйлы булдыҡ,Ғәмле булдыҡ,Бала саҡты күрмәнек.Ҡыҙылдарҙан, аҡтарҙан даБоҫоп ҡалдыҡ бер мәлде.Егет саҡтан,Ҡара Вәли,Һеҙҙең ҡартатайығыҙ,Етеҙ,

таҫыл,өлгөр булды,

Йәне ине тынғыһыҙ.Мәҙрәсәлә белем эстәп,Ете синыф бөтөрҙө.Белемле меңде йыға, ти,Күп нәмәгә өлгөрҙө.Күҙ өҫтөндә ине ҡаш,УйCфекерле ине баш.

Әлфиә Әсәҙуллина 31

Page 32: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Тәүгеләрҙән булып керҙе,Колхозлашыу башланғас.Атаһы, ике ағаһы тағы уға эйәрҙе:Аттарын, кәрәкCярағын –Барыһын колхозға бирҙе.

Ҡыҙҙар йөрәген яндырырҠарасман Ҡара ВәлиКүңелен яулап алырлыҡБулырға кәрәк әле.Эстән генә уфтандым,Йөрәккәйем ут янды.Минең уйымды белгәндәй,Ул да миңә күҙ һалды.Бер нисә осраштыҡ,БерCберебеҙгә һүҙ ҡуштыҡ,Ҡулъяулыҡ, балдаҡ бирештек –Шул булды беҙҙең дуҫлыҡ.Яусы ебәреп һоратты,Ҡайным –

мулла никах уҡығас,Шул кистә алдыCҡайтты.Юҡлыҡ дәүере булһа ла,Күңел киң булған өсөн,Мунсалай ғына өйҙә ләҺыялды күпме кеше.Кейем ни юҫыҡ ҡына,Ашарға ла самалы.ӨҙөпCйолҡоп, тартыпCһуҙыпЙәшәлһә лә саҡ әле.Кешеләрҙең күңелдәреТупCтулы мәрхәмәткә.Хәйер һорап инеүсегәАрта һыныҡ икмәк тә.Йомартлыҡтан,ШәфҡәтлектәнЙөрәктәр –

мөлдөрәмә.Күңелдәр йылыһы етәЙортCерһеҙ етемдәргә.

***ТуғанCырыу, күршеCкүлән,Ҡуҙ алышып, һөтCаҡ бүлеп,БерCбереһенә йомош биреп,ХәлCәхүәл белде кереп.

32 Шиғриәт

Page 33: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Башҡа сыҡтыҡ.ҠайнымCҡәйнәмЙортCҡураны хәстәрләштеЗаманына күрә һәйбәт.Һиҙелмәй ҙә йылдар уҙҙы,УлдарCҡыҙҙар тыуа торҙо.Ҡартатайың рәйес булғас силсәүиттә,Күп ваҡыты уҙа ине йорттан ситтә.Халыҡ өсөн эшләне ул, яндыCкөйҙө.Онотҡандай ине ҡай саҡ хатта беҙҙе.Ә бер кисте шәмгә тик ут алған инек,Пуля осто тәҙрәне ярып инеп.Баш шаңҡыны һәммәбеҙҙең,Ҡолаҡ тондо.Ярай әле, барыбыҙ ҙа иҫән ҡалды.Геү килешеп илаштылар балалар.“Эй Хоҙайым, бәләләрҙән арала!”– тип теләнем,Йөрәк кенәм ҡуҙғалып.Ҡырҡ берҙә көткән ҡайғы,Һыҙланыу.Һынауҙарҙың ямандары көткәндеҠайҙан ғына беләйек, ти, ул мәлде”.

Ҡартатайым рухы рәхмәтлелер,Күңелем тирбәлеше тойомлай.ЕйәнCейәнсәрҙәр хәтерендәТороп ҡалһын өсөн юйылмай,Өләсәйем, һөйләп үткәндәрҙе,Күҙҙе асҡан, рухты нығытҡан.Ул һиҙгәндер ошо осрашыуҙы,Һуғыш үткән ергә юлыҡһам.

***Уйҙар байҡай йылдар теҙмәһендәАсыҡ яра төҫлө хәтерҙе.Ул һулҡылдай, һыҙлайЙән әрнетеп,Һөйләгәндәй һаман хаҡ һүҙҙе.

Һуғыш барған һымаҡ күҙ алдында;Үлемесле алыш – янымда.Севастополь ере баҫҡан һайын ҺаҙмытCкүтер әҙәм ҡанынан.Һарҡып ҡына һуғыш шаңдауҙарыУйға күсә, һеңә аңыма.Булған булып ете ҡалҡыулыҡты тигеҙләмәкДиңгеҙ кимәленә еткереп,

Әлфиә Әсәҙуллина 33

2 «Ағиҙел», №5.

Page 34: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Эй шашынған дошман,Эй ҡоторған ҡотһоҙ аждаһалай үкереп.Ҡоро ерҙән,

һыуҙан,һауанан да

Һөжүм барған,барған утлы яу,

Таш онталған,Металл һыуҙай аҡҡан.Юҡ һис кемгә ҡотолоу,Юҡ аяу.Кеше түҙгән,Тешен ҡыҫып, өҙгәнДошман ҡорған утлы ҡулсаны.Әле булһа баҫылмаған төҫлөҺөрөм еҫе, янған ер саңы.

Тойоп торам:Ҡартатайым рухыБер аҙым да минән һис ҡалмай.Ул ҡабаттан барыһын кисерәлер төҫлө,Һуғыш булған ерҙән уҙышлай.

Күңелемдән генә һөйләшәмен,Рухтар беҙҙең һүҙһеҙ аңлаша.Ысынбарлыҡ хәтер күперенәУй сылбыры аша тоташа.

“Өләсәйем һөйләгәндән беләм:Һин Алкинда “һуғыш өйрәнеп”,Башҡорт атлы дивизияһындаҒәрәсәткә инеп киткәнһең.

Мин китаптан уҡып,Кино ҡарап,Йөрәгемде йомоп усымаУлтырған бар.Нисә миллион ҡорбанБирелгән именлек булһынға.Тарихты ла ҡабат яҙмаҡталар,Үҙ яйҙарын ҡарап, күҙәтеп.Юҡ – был мөмкин

түгел!Түгел!

Түгел!Тарихты ла булмай үҙгәртеп.Дошман тылында битБалалар ҙа,

34 Шиғриәт

Page 35: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Асыу, нәфрәт менән тулышып,АтайCолатайҙар өлгөһөндәДауам иткән алышCһуғышты.Һанһыҙ башлы утлы аждаһаныңҺындырғанда арҡа һөйәген,Өлөшө ҙур геройCпионерҙарҙыңАзат итеүҙә тыуған төйәген.Тәрән тылда,Ҡала, ауылдарҙаБерҙәй көрәш барған ул саҡта,Ҡартатайҙар ятҡан окоптарғаӨләсәйҙәр яҡҡан усаҡтарЙылы биргән, Һәммәһе лә аҙыҡ хәстәрләгән,ОйоҡCойоҡбаштар бәйләгән.Һанһыҙ ауырлыҡтыЕңеп түҙгән,Еңеп ҡайтыуҙарын теләгән.

Ул саҡтағы ун бер йәшлек атайҮгеҙ егеп көлтә ташығанЫрҙын табағына.Йоҡлап киткән,Ауыр эштән арып, йонсоуҙан.Көлтә тейәп ҡайтҡан үгеҙCарбаИхатаға кереп туҡтаған:“Ҡара Вәли улы иген урлапАлып ҡайтҡан!” – тип халыҡ уҡталған.Ипләп ҡараһалар:Бер ни белмәй малай йоҡлайКөлтә өҫтөндә.Ярғыланған аяҡCҡулҡайҙары,Йыртыҡ кейем кейгән өҫтөнә.

Ул заманда бер ус ашлыҡ өсөнКүпме башты тығып төрмәгә,Халыҡ араһынан дошман эҙләп,Ҡамсы болғап, тентеп йөрөмәгәнКемдәр генә!Ул саҡтағы ун бер йәшлек атайЙоҡлағанға ҡалған ҡотолоп.Өләсәйем ҡатCҡат һөйләгәндәӘрнеүҙәрен шунда ут йотоп,Гел хәтерләй ине бөгөнгөләй,Әйтә ине: “Булмай онотоп!”

Еңеү көтөп, эңер еткергәндәр –Фронт өсөн эшләп бил яҙмай.Еңеү көтөп

Әлфиә Әсәҙуллина 35

2*

Page 36: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Иртән ҡояш ҡалҡҡанҮҙ ваҡытын белеп, һуңламай.«Еңеү» һүҙе йәнгә көсCдәрт өҫтәп,Хәлһеҙ тәнгә ҡеүәт биргәненӨләсәйем гелән иҫләй ине,Гел ҡабатлай ине доғалай.“Ҡайнап торғанТамуҡCут эсенәнҠайтһа ярар ине юғалмай”,–

тиеп теләүҙәрен,Әрнеүҙәрен,Кем үткәргән үҙе – шул аңлай.

***Севастополь...Һинең ереңдә минҺуғыш шаңдауҙарын ишетәм.Ҡара диңгеҙ,Тулҡындарын бәреп,Тарих һөйләгәндәй хис итәм.Диңгеҙ ярһыу.Хәтирәләр уныңХәтерен дә киткән болартып:Иҫтәлектәр хәтәр,Булмай уныТулҡын һырҙарылай

шымартып.

Фирүзәләй зәңгәр ҡара диңгеҙТулҡындары ҡанлы ут йотҡан.Дошман “эсминец”тарҠотһоҙ үлем сәсеп,“Торпедо”лар сәсепҠаныҡҡан.Ҡоро ерҙең һәр бер мыҫҡалынаИке ботлап тимер яуҙырып,Эй, ашҡынған дошман үлеменә,Ысын тамуҡ булған яу ҡыры.Совет илеСикһеҙ киңлектәренКөнбайыштан иңләпCбуйлатып,Дошман килгән,Ҡайҙа килгән –

белгән –Хазиналы ергәМәкер менән ҡорған уй тартып.Әсәләрҙең әсе нәфрәтенән

36 Шиғриәт

Page 37: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Вулкан булып тауҙар атылыр,Ҡояш ҡолап төшөр, тетрәнеүҙән Күсәренән ер ҙә ысҡынырТөҫлө ине ул саҡ.Кеше йәне түҙһә

түҙә икән –Был ғәжәп.Кеше йәне йәшәү көсө таба,Кисерһә лә тетрәп мең ғазап.

***Ҡартатайым рухыСталинградтыңЭргәһендә барған һуғышҡаАлып китә минең уйҙарымдыМең туғыҙ йөҙ ҡырҡ ике – ҡышҡа.

“Кавдивизия командирыШайморатов атлы ирКүрше райондыҡы ине,Бына, исмаһам, яугир!Тауышы гөрөлдәп тора,Ҡараштар – бөркөттөкө.Ҡылысын болғап яу сапһа,Дошмандарын өркөттө.Полкыбыҙҙың командирыИне Таһир Кусимов.Төйнәлгән йоҙроҡтайбыҙ,Бал ҡортоноң күсе беҙ.

“Бөркөт”өм менән алындымАлкиндағы “уйын”ға.Дошманды дер ҡалтыратып,Атылырға ҡойондай,КөнөCтөнө өйрәттеләрЙылғырлыҡ, таҫыллыҡҡа.Димдә эшелонға тейәп,Оҙаттылар фронтҡа.Ҡырҡ икенең июлендәБрянск фронтындаОборона һуғыштарыҠойондорҙо утында.Танкыларға ҡылыс болғап,Төйөп аттың бөйөрөн,Ҡыйратты Урал улдарыФашистарҙың өйөрөн.Ошондай ҡаһарманлыҡҡа

Әлфиә Әсәҙуллина 37

Page 38: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Хайран ҡалған дошмандар“Ҡырағайҙар” тип башҡорттарғаХатта исем ҡуштылар”.

Ярһыған арғымаҡтарҙыңТояҡтары тупылдап,ЕрCӘсәнең күкрәгенәнБәрҙе янған тупраҡ.Иңрәп янған ЕрCӘсәкәйЫңғырашты – күтәрҙе.Бөркөттәй ирCегеттәрҙеңЯтып ҡалды күптәре.Күпме өмөт, балҡый алмай,ҺүнепCһүрелеп ҡалды.Тыуасаҡ сабыйҙарҙыңҺулыштары туҡталды.Илде гөл итер ҡулдарҙыңСәрпәлеп иҙелгәне,Һелкетеп баҫыр аяҡтыңҠан бөркөп өҙөлгәне;Һоҡланып бағыр күҙҙәрҙеңСәсрәп атылғаны,Һүнгәне изгелек сәсерБаштарҙың аҡылдары;Үлемесле яралыныңҺаташып төн сыҡҡаны,Йәшәп туймаған йөрәктеңҺулҡылдап тонсоҡҡаны;Йәшен уғылай аттарҙыңТәкмәсләп йығылғаны,Ҡолаҡ ярып, снарядтарҺәм бомбалар ярылғаны;Көндәр менән төн тоташып,Иҫәптең юғалғаны;Тыуған ерҙең һәр ҡарышыҠан менән йыуылғаны–Күҙ алдында һәммәһе ләҠот осҡос кино һымаҡҠабатланды, дауам иттеФронт юлдары йыраҡ.

Һанһыҙ башлы аждаһалай,Ут бөркөп ауыҙынан,Сталинградҡа яҫҡынып,Шыуышты яуыз йылан.Ағыуы сәселгән ерҙәҠалдырманы тереклек.

38 Шиғриәт

Page 39: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Эсе тулы мәкерCзолом,Ҡылғаны – үлем, этлек.

“Дон далаларында – һуғыш, Тотабыҙ оборона;“Мессершмидт”тарҙың бомбаһыЯрыла янда ғына.Деев утары ҙур түгел –Бер нисә генә йортло,Ошо утарҙы дошмандарКөнCтөнөн утҡа тотто.Ер менән тигеҙләнде ул,Тик теҙләнмәне утар.Саҡ ҡына билеңде яҙһаң,Дошман тереләй йотор.Һәр яугир белә был хаҡта,Эстән ҡабатлай антты,Хужаһының уйын аңлап,Эргәлә ята аты.

“По коням!”Китте команда

Тәндәрҙе зымбырлатып.Ашҡынып типте йөрәгем,Айышһыҙ хисте татып.Түш кеҫәмдә ғаиләмәЕбәреләсәк хатым,Йөрәккә ҡеүәт биргәндәй,Шунда уҡ партбилетым.Урланған тыныслыҡ менәнҠыйралған илем өсөн,Күкрәктә нәфрәтем ҡайнап,Арта дошманға үсем.Балаларымдың күҙ йәше,Һағышы ҡатынымдыңҺыҙылып үтте зиһендән,Атылып атҡа мендем.Берҙәм “УраCаCа!”

һәм йөҙләгәнТояҡтар тупылдауы.Ҡаршыла— яланды иңләпКилгән фашистар яуы.Күҙгә салынды Кусимов,Толпары елә алдан.Бышылдайым: “Бөркөт”кәйем,Әйҙә,– тим, – һин дә ҡалма!”

Әлфиә Әсәҙуллина 39

Page 40: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Һонолоп сапҡан юртағымҺыртына ята бирепЕлгәндә күрҙем: танкыларУрмандан сыҡты килеп.

Дошман менән күҙгәCкүҙ беҙ,Дошман менән йөҙгәCйөҙ,Ут ҡойонона атылыпБерәмCберәм инәбеҙ.Ут бағанаһы – уңда ла,Ут бағанаһы һулда.Дошман баштарын ҡыйҙырып,Ҡылыстар уйнай ҡулда.ТирәCйүндә тамуҡ утыҠайнай, йота, йән ҡыя.Тотош ут даръяһы төҫлө

бар мөхит,Бөтөн донъя.Тәкмәсләп китә юртаҡтар,Сыңғырап, кешнәйCкешнәй.Бер фашисты дөмөктөрҙөмТағы сабып килешләй.Шундай буталыш–Баш шаңҡый:Ҡайҙа дуҫ, ҡайҙа дошман?!Каскалы баштар ҡыйылаҠулымдағы ҡылыстан.Уйланып торор форсат юҡ –Бында бары хәрәкәт.Өлгөрһәң – һин үлтерәһең,Өлгөрмәһәң – һәләкәт.Танкылар ҙа яҡынаяУттарын бөркәCбөркә,Беҙҙең артиллеристарКерешкәндәрме “эш”кә?Минең тапҡырҙа бер “тигр”Шырпы ҡабылай дөрләй.Люкты асып, гитлерсыларҺикерә, ана, ергә!Йән аяулы.Ана, улар ҡалмаҡсылар ҡотолоп!“Ер көҫәп килгәнһегеҙ бит,Ерҙе ҡосоп ятығыҙ!”

БерәмCберәм ҡыуып етеп,“Татытҡанда” ҡылысты,Һөрлөгөп китте “Бөркөт”өм,

40 Шиғриәт

Page 41: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ә үҙем алға остом.Ҡаҡ ергә “зыңҡ” итеп ҡалдым,Күҙҙәрҙән ут сәселде.Һөйәктәрем сәрпәлдеме,Башым мәллә йәнселде?!Тотош ауыртыу биләнеХатта бөртөк сәсемде.Осоп барған снарядтар“АCаCаCтCаCаCй!”типҠысҡырғандай.Балаларымдың тауышы“Тор! Тор!” тип саҡырғандай.Һөрөмлө, төтөнлө күктәнҠатыным күҙе ҡарай.“Торорға, дошман ҡырырға,Былай ятыу ярамай!”Ҡалҡынырға теләгәйнем,Ҡайҙа инде ҡуҙғалыу:Бөтә тәнде ялмап алдыУтлы беҙҙәр ҡаҙалып.Күкрәгемде өтөп алғанҠот осҡос һыҙланыуҙанАңым юйылып барғандай,Ҡанға бутала туҙан.Кино кадрҙары төҫлөАңда шыуыша тормош,Үткәндәрем яу ҡырындаЯбырылғандай тотош:“Тыуған яғым туғайҙары,Урман, йылғаCкүлдәре,Еңеп ҡайтып дошмандарҙы,Һеҙҙе ҡабат күрмәмме?Ҡолас киреп бесән сапҡанСәскәле болонCҡырҙар,Тыныс тормош тергеҙелгәс,Инде минһеҙ булырҙар.Атайым да, әсәйем дә,Ҡатыным, балаларым,Һеҙҙең янға ҡайта алмам,Бик тәрән яраларым.Дошман өңөндә тонсоҡҡас,Илгә килгәс тыныслыҡ,Донъя ҡабат тергеҙелер,Тантана итер дуҫлыҡ.Яҡындарым, ауыр булыр,Түҙегеҙ, бирешмәгеҙ!Фани донъяны яратып,

Әлфиә Әсәҙуллина 41

Page 42: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Минең өсөн йәшәгеҙ!Именлек,

һиллек хаҡынаҠыйылған ғүмерҙәрҙе,Онотмағыҙ яуҙа ауғанАттарҙы һәм ирҙәрҙе”.Битемә ҡағылды томшоҡЙылы тынын борҡотоп,

Был бит – минең юртаҡҡайым,Был бит – минең “Бөркөт”өм.Шыуышҡандырмы янғаУл да ятҡан көйөнә,Күҙҙәрҙе генә йөрөтөп,Баҡтым йәшле күҙенә.Ул үҙен йәлләп иламай,Ул мине йәлләп илай.

Икәүләшеп уфылдайбыҙ,Икебеҙ ҙә – торалмай.

Башым – тубал, уйҙарым даТуҡталып бара төҫлө.Был мәлдә йәшәү биреште,Был мәлдә үлем көслө.Һүнеп барған күҙҙәремә,Һүнеп барған аңымаЯҡынлашып килгән “тигр”Ғифриттәй салына.Бил ҡайышында, һул яҡлап,Гранаталар бәйләме,“Чека”һын тартһаң береһенең,УтCҡойонға әйләнер.Һул ҡулымды һелкеткәйнем,Бармаҡтар, шөкөр, имен.“Хәҙер һинең иманыңдыУҡытам, яуыз”, – тимен.“Тигр” яҡынлай,Тиҙерәк өлгөрөп ҡалыр

кәрәк!Һыҙланыу ҡатыш үс ҡайнап,Даһырлап китте йөрәк.БынаCбына өҫкә менә!БынаCбына тапата!–

тигән саҡтаГранатаның дүңгәләгенән тартам...“Бөркөт”өм сырҡырап ҡуйҙы,

42 Шиғриәт

Page 43: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

“Тигр”ҡарышлауыҡтарынАяҡтар ҡалды тойоп......Тамуҡ ҡаҙанын ҡайнатып,Ҡабынды утлы ҡойон...”

Ҡартатайым рухы тынды...Күҙ алдым әлйеCмөлйө.Ҡайнар йәштәрем субырлап,Йөрәкте әрнеү телде.Йылдар саңы ҡапламаған,Ваҡыт ағып, юймаған.Шанлы йылдарҙың ауазыТарихтарҙа һаҡланған.Миллионлаған шәһит йәнеБулған хас ҡаты ҡалҡан.

Алҡымымда төйөр тора,Иремәй ҙә, бөтмәй ҙә.Ҡартатайым рухы тындыХушлашҡанды көтмәй ҙә.Алтмыш туғыҙ йыл буйына,Һуғыш эҙенә баҫып,Килеремде көткәндер ҙәТабалғандыр тыныслыҡ.Рухы еңеллек тойғандырИркенләп һөйләшеүҙән.Ә мин дер ҡалтырап торамЙән тетрәп өшөүҙән.

***Севастополь!Ете ҡалҡыулыҡҡаҺибелеп кенә үҫкән аҡ ҡала!Белдем инде һинең үткәнеңде,Үткәндәрең һинең,Аһ, яман!Шундайын да вәхшилекте күреп,Утта янып,Үлем кисереп,Ярай, һинең һының тергеҙелгән,Шат йылмая, ана, кешеләр.

Йылмайһындар!Шул йылмайыу өсөнШәһит ғүмерҙәре ҡыйылған.Фирүзәләй диңгеҙ уттар йотҡан,ҠыпCҡыҙыл ҡан булған саф йылға.

Әлфиә Әсәҙуллина 43

Page 44: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Йәшәһендәр генә,Килер быуын онотмаһынШанлы үткәнде.Һаҡлаһындар яҡлап ҡалынғанды,Һаҡлаһындар ғына бар йәмде.

***Юлдарым тыуған яғымаЗәңгәр күктән һуҙыла.Иллюминаторҙа тамсыБөрсөкCбөрсөк боҙ була.Күҙҙәремдәге йәштәрем,Йөрәктәге һыҙланыуТимер тәнле самолеттаСағылалыр боҙланып.“Ҡорос ҡош”та юлдар ҡыҫҡа,Уйҙар ғына оҙайлы.Ябырылып биләп алдыТағы мине уй яуы.

“Ғүмер буйы аңлай алмамҺуғыш көҫәүселәрҙе.БерCбереһенә асыу һаҡлап,Юҡҡа үсәүселәрҙе.

Тыныслыҡҡа тынғылыҡ юҡ.Тыныслыҡмы тын ҡура?Әлләме “ҡалын кеҫәләр”Мәкерле “уйын” ҡора?!АтаCбаба яулағандыңҠиммәте мәллә кәмей?!Донъябыҙҙы баҫып бараНаркомания, хәмер...

Тәмәкене борлаталарЗавод мөрйәһе төҫлө.Кеше үҙенә туҡтауһыҙҠәбер ҡаҙыған төҫлө.

Шартлауҙар ҙа,Шаңдау кеүек,Әле бында, тегендә...“Шартлау һуғыштары”Тымып Торғаны юҡ бөгөн дә.

44 Шиғриәт

Page 45: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Тыныслыҡ – әллә кемдәрҙеңАламы төн йоҡоһон?Донъя болғатып, ут сәсәКемдең ялаCҡотҡоһо?!Был һорауҙарға яуап юҡ,Кем бирһен инде уны?!Әле тегендә йә бындаБөркөлә һуғыш тыны.Кемдәргә байлыҡ яуалыр, Кемдең ҡайнайҙыр үсе?Донъябыҙ шулар яуынанДөрләп ҡабыныр төҫлө”.

УйCкисереш ташлап китмәй,Хәтирәләр һағышлы.Зиһенемдә оҙаҡ сыңларҮткәндәрҙең тауышы.

***Бына осам тыуған яҡҡаӘйтелер сәләм менән,Осам хәтирәCтарихтыЯҙасаҡ ҡәләм менән.

Ауыл матур. УртаһындаҘур йортло тыуған нигеҙ,Ҡартатайым ҡайтып күрһә,Шатланыр ине сикһеҙ.Тупырлашып тыуып торғанЕйән, бүлә, тыуасар,Илен, ерен, телен һаҡлап,Киләсәккә юл асыр.Йылдар йыл да йырағайтһаУтлы йылдар шаңдауын,Йөрәк, зиһен хәтирәһеОнотмаҫ быуынCбыуын.Тапшырыр алмашҡа килерБаланың балаһына.Мәңгелек дан, хөрмәт һаҡларАтаCбаба рухына.Хәтер күпере өҙөлмәҫ,Быуындарға ялғаныр.Ҡаһарманлыҡ өлгөһөнәнЙәш быуындар рухланыр.

Әлфиә Әсәҙуллина 45

Page 46: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ә м и р Ә М И Н Е В

ЙОНДОҘ СӘСКӘЙОНДОҘ СӘСКӘ

П О В Е С Т Ь

Солан ишеген дөбөрләттеләр. Рәүеф тауышҡа тертләп уянды ла, күҙҙәреныш ҡып, тәүҙә өй эсен байҡаны, унан тәҙрәгә күҙ һалды: тышта дөм0ҡа раң 0

ғы, етмәһә, ямғыр ҙа яуа, буғай. Яҡшы хужа этен дә сығармаҫ бындай төндә кемйө рөр икән? Тимәк, эше етди, тимәк, Рәүефтең ныҡ кәрәге төшкән. Дөбөрләтеүҡа батланды: был юлы ишеккә йоҙроҡлап һуҡтылар. «Ҡалай түҙемһеҙ, – тип уй 0ла ны Рәүеф, – ут сыҡҡан тиерһең, килгән кеше, ғәҙәттә, йомшаҡ ҡына ҡаға тор 0ғай нысы».

– Асығыҙ! – Ҡырҡыу тауыш яңғыраны. Рәүеф салбарын кейеп, аяҡтарын ҡата 0һы на тыҡты ла ишеккә атланы.

– Кем?– Полиция.– Полиция, ти? Төн уртаһында нимә кәрәк булды данлыҡлы тәртип һаҡ сы 0

ларына? – Тәүҙә асығыҙ, шунан әйтербеҙ. Рәүефтең хәтеренән йәшен тиҙлегендә полицияға бәйле булыуы ихтимал ва 0

ҡи ғалар теҙелеп үтте: ҡайҙа, ҡасан тәртип боҙҙо икән, төн уртаһында ар ты нанюл лап килерлек булғас? Әллә күпме хәтерләргә тырышһа ла, үҙенә шик тө шө рөр 0ҙәй бер ниндәй ҙә «эш» таба алманы. Һуғышып йөрөмәне, урлашманы, ке ше өҫ 0 төнән шикәйәт яҙманы, ғүмер буйы закон ҡоло булып көн итте. Мәктәп ба ла 0лары ғына берәй төрлө хәл ҡылмаһа?Улай булһа, иң беренсе нәүбәттә ди рек 0торға барырҙар ине. Хәйер, килгәс0килгәс, сәбәбе барҙыр, төнө менән ел ҡыуыпйө рөмәҫтәр, тимәк ҡайһылыр мәлдә күҙҙәренә салынған, ҡайҙалыр эҙ ҡал дыр 0ған.

Ҡатыны уянды. Рәүеф һымаҡ бик борсолманы, халатын кейҙе, бәләкәй ка ра 0уат та йоҡлаған ҡыҙы янына барып, өҫтөнә япты, ишек яғына ымлап:

– Кем? – тип һораны ла урынына барып ятты.– Полиция.

Әмир Әминев (1953) Ғафури районының Һабай ауылында тыуған. М. Горький исемендәгеӘҙәбиәт институтын тамамлай. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Сәсмә әҫәрҙәр

Page 47: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Полиция, ти? Сәғәт нисә?Рәүеф кухняға инеп, утты яндырҙы, күҙҙәрен ҡыҫып стеналағы йомро сәғәткә

ҡараны.– Өс.– Ас һуң, ниңә көттөрәһең кешене?Рәүефтең солан келәһен ысҡындырыуы булды, ишек шар асылып та китте, әй 0

тер һең, көслө ел тегене тыштан һурып алды. Болдорҙа буйға типә0тиң, өҫ тә ренәйыл тыр ҡап0ҡара плащ, баштарына киң тирәсле ҡара эшләпә кейгән 25 – 30йәш тәр тирәһендәге таҙа өс кеше баҫып тора. Йөҙҙәре бөтөнләй ят, төҫһөҙ,шыма, хәс тә бешереп әрселгән бәрәңге – ауыҙҙарын да, танау0күҙҙәрен дә һисшәй ләрлек түгел. Былар әллә инопланетяндар инде, тип уйланы Рәүеф, ҡурҡып.

– Юламанов, кейен, беҙҙең менән бараһың, – тине алда торғаны. Һүҙҙәре,мыл тыҡтан атҡандағы ише, айырым0айырым һәм хәрбиҙәрсә ҡәтғи яңғыраны.

– Ҡайҙа барам? Һеҙ кемдәр? – Рәүефтең тамағы кибеп, теле алҡымына ты ғыл 0ды, арҡаһы үҙәгенән һалҡын тулҡын йүгереп үтте. – Берәйһе менән бу та май һы 0ғыҙ мы?

– Барғас күрерһең, ә беҙҙең кем булыу һиңә кәрәкмәй. – Алдараҡ торғаны, мо 0ғайын, башлыҡтарылыр, ҡыйыу атлап соланға кергәс, өй ишеген асып ебәрҙе.Ҡар шыһына сығып килгән Сәғиҙәне тырма һабы һымаҡ оҙон ҡулы менән еңел 0сә генә ситкә һирпте лә өй эсенә үтте. Икенсеһе уның артынан эйәрҙе, өсөн сө 0һө, солан ишеген асыҡ көйө ҡалдырып, болдорҙа һаҡта ҡалды. Алдан кер гәнебала карауатын шәйләне лә, янына килеп, йоҡлап ятҡан ҡыҙыҡай өҫтөнә эйел 0де. Оҙон ҡулдарын артына ҡуйған килеш, ниңәлер уға оҙаҡ итеп текләп ҡа раптор ҙо. Бала, уның ауыр ҡарашын күтәрә алмай, йөҙөн сирылта, башын бор ғолайбашлағас ҡына, көйәнтә ише бөгөлгән һынын турайтты. Оҙон плащынан, итек 0тәренән иҙәнгә һыу аҡты. Шунан был бөтә кәүҙәһе менән боролоп өй эсенбайҡаны, хром итектәрен шығырҙатып кухняға үтте.

– Рәүеф, кемдәр һуң был бәндәләр? Нимә кәрәк? Нимә эҙләйҙәр? Ниңә һо ра 0май0нитмәй астың ишекте? – Ҡатынының кергән кеше ҡылығынан иҫе0аҡылыкиткәйне.

– Нисек асмайһың? Үҙең, ас, тинең дә... Кем белгән?– Ханым, тынысланығыҙ, Юламановҡа бер нисә һорауыбыҙ бар, артынан кил 0

дек. – Бәрәңге ише шыма йөҙҙәге төҫһөҙ ике күҙ Сәғиҙәнең баш осонан ҡай 0ҙалыр ситкә ҡараны. – Юламанов, һиңә кейенергә бер минут ваҡыт.

– Һорауҙарығыҙҙы ошонда бирегеҙ, ниңә уны ҡайҙалыр алып китергә? – тинеСә ғиҙә.

– Туҡта, ысынлап та, ҡайҙа алып китергә йыйынаһығыҙ? Мин бер ҡайҙа лабар майым. Һеҙ кем? Давай, документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ! Мин – уҡытыусы.

– Беҙгә һеҙҙең ҡайҙа эшләүегеҙ мәғлүм. Ниндәй документ күрһәтергә?– Ордер на арест.– Беҙ үҙебеҙ – ордер. Ил именлеген һаҡлаусылар.Шунда ғына башына барып еткәндәй булды был төнгө «ҡара ҡарға»ларҙың – эсе 0

нән уларҙы шулай тип атағайны инде – кем булыуы. Эйе, былар менән һүҙ кө 0рәштереүҙең мәғәнәһе юҡ. Ҡаршылашһаң, һыу эскеһеҙ итеп туҡмауҙары, хат таатып китеүҙәре бар. Ҡушҡандарын үтәү хәйерле. Ғәйебе булмағас, нимәһенә ҡур 0 ҡырға? Ҡайҙа кәрәк шунда алып барырҙар ҙа, һорау алғастары, ҡайтарырҙар әле.

Рәүеф залда утты тоҡандырайым да кейенәйем тип урынынан ҡуҙғалғайнығына, арттараҡ торған икенсе «ҡара ҡарға» йәһәт кенә урынынан ҡубып, ҡар 0шы һына төшөп, кәрәкмәҫ, былай ҙа күренә бит, тине. Рәүеф кейенде, сәғәтен,ке ҫә телефонын, паспортын алды. Оҙаҡ тотмаҫтар, тағы нимә алаһың, тип уй ла 0ны ла, мин әҙер тигәндәй, ишек төбөнә килеп баҫты.

Әмир Әминев 47

Page 48: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Ярай, Сәғиҙә, был – ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, тикшергәс, ҡай та рыр ҙ а р.Быларға, – ул «ҡара ҡарға»ларға ишараланы, – беҙҙең алда ғәфү үтенергә тураки лер әле. Ҡулға алырлыҡ бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ. Иҫән0имен тороғоҙ.

– Плащыңды йә курткаңды кей, фуражка... – тине Сәғиҙәһе, – яуа бит.Рәүеф плащын, фуражкаһын кейеп, болдорға сыҡты. Дөм0 ҡараңғы, ямғыр һа 0

ман яуа. Ғәжәп, күп йорттарҙа ут бар, ихаталарҙа эттәр өрә, ишек0ҡапҡаларасы лып0ябыла, ҡатын0ҡыҙ һыҡтағаны, ҡәтғи бойороҡтар ишетелә. Солан ҡы 0йыҡ тарына эленгән лампаларҙан ихаталарға төшкән яҡтылыҡта оҙон плащлы,киң тирәсле эшләпәле кешеләр шәйләнә. Башта шаҡ ҡатып ҡарап торҙо Рәүефбыл төнгө күренештәргә, «ҡара ҡарға»ларҙың береһе «атла» тип арҡаһынанэткәс кенә ҡуҙғалды. Тимәк, уның ғына артынан килмәгән конвой, ауылда унанбашҡа ла «бер нисә һорау бирер» кешеләре бар. Был нимә, утыҙ етенсе йыл ҡа 0бат ланыуымы, әллә һуғыш сығып, дөйөм мобилизация үткәреүме? Улай тиһәң,радио, телевидение аша иғлан бирерҙәр, гәзиттәргә яҙырҙар ине. Ишетмәгәнке шеләргә ауыл хакимиәте хәбәр итер ине. Бер ниндәй мәғлүмәт, бойороҡ, указбул маны, директор ҙа өндәшмәне. Ғәжәп һәм сәйер бөтәһе лә.

– Слушай, иптәш, бер нәмә лә аңламайым, нимә бара ул, ә? – Рәүеф ауылдағытөн гө мәхшәргә төшөнмәй, береһе – алдынан, икенсеһе – артынан, өсөнсөһө уңҡулдан атлаған «ҡара ҡарға»ларҙың ҡайһыһынан булһа ла яуап алырына өмөт 0ләнеп, шулай тип һорарға мәжбүр булды. – Һуғыш сыҡмағандыр бит?

Яуап бирмәнеләр. «Ҡара ҡарға»лар эшләпәле баштарын, кәүҙәләрен уҡлауйот ҡандай тура тотоп, стройҙағы һалдаттар ише өндәшмәй генә атлауҙарынбел де. Ҡараңғы, ә яңылышмайҙар, роботтар тиерһең. Үҙенән өс йорт аша ғынайә шәгән физкультура уҡытыусыһы Ғәлим ҡатынының сәрелдәгәне, биш йәш 0лек ҡыҙҙарының быуылып илауы ишетелде, ҡара плащлыларҙың уҡытыусыныел терәтеүҙәре күренде. Ауыл уртаһында, мәҙәниәт һарайы, магазин, почтаяғын да йөк машиналарының яҡтылары баҙлай, эттәр өрә, асыулы һүгенәләр.Ун да алданыраҡ килтергәндәрҙе машиналарға тейәйҙәр ҙә шикелле.

Машиналар эргәһенә килеп еттеләр. Кузовтарҙың арты асылған, менер өсөнҡыҫҡа тимер баҫҡыстар ҡуйылған. Кешеләрҙе этә0төртә кузовҡа мендерәләр.Күптәрҙең ултырғыһы килмәй, «Ҡайҙа алып бараһығыҙ, һеҙ кемдәр, ни өсөн төнйөҙөндә эшләйһегеҙ ҡара эшегеҙҙе?» тип тартҡылаша. Ирҙәрен оҙата килгәнҡатын0ҡыҙ илаша. Сәғиҙәһенең оҙата сыҡмағаны дөрөҫ булды, ошо мәхшәрҙекүрмәүе хәйерле. Ә былай – киттеме0китте, ауылдан ул ғына булмаған бит (таңатҡас, беләсәк), ҡайтарырҙар, тип бер сама тынысланыр.

Рәүеф ҡаршылашмай ғына кузовҡа менде лә, һәрмәнә0һәрмәнә, ике яҡ борт 0та ғы таҡта эскәмйәләрҙең береһенә сүгәләне.

Күп тә үтмәй, алдағы машина ҡуҙғалды, башҡалары уға эйәрҙе. Ауылды сыҡ ты 0лар, район үҙәгенә барған оло юлға төштөләр. Байтаҡ килгәс, һулға боролдолар,ти мәк, район үҙәгенә алып бармайҙар булып сыға? Боролоуға ас фальт бөттө, баҫыуюлы башланды, артабан урман эсенән барҙылар. Уныһын инде брезент япмаға ағасботаҡтары һуғылыуынан, юлдың саҡылт0соҡолтонан са ма ланы. Килә торғас, Рә 0үеф йүнәлеште тамам юғалтты. Таң һыҙылғанда нин дәй ҙер ауылға (һәр хәлдә берни сә йорт шәйләнде) туҡтап, яндарына йәнә ике ирҙе мен дерҙеләр. Ул ты рыр ғаурын булмағанлыҡтан, улар аяғөҫтө баҫып, борт ҡа тотоноп барҙы. Байтаҡ килгәс,оло рағы, түҙмәй, Рәүефтең эргәһенә ҡы ҫыл ды.

Тамам яҡтырғас, машинаны, ниһайәт, туҡтаттылар. Ергә төшһәләр – киң генәйә шел туғайлыҡ. Йәм0йәшел үк түгел дә, шулай ҙа үлән бөтөнләйгә һарғайып өл 0гөрмәгән. Алыҫта ҡалын урман ҡарайып күренә, урман артында һөҙәк тау һырт 0тары һуҙылып киткән, йылға ла шул тирәләлер – хәлһеҙ генә иҫкән ел дым бөр 0кә. Оҙаҡ байҡап торҙо был сихри иркенлекте Рәүеф, иректә булһа, былай уҡ

48 Йондоҙ сәскә

Page 49: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

һағышланмаҫ та, матурлығы күренмәҫ тә ине, моғайын. Үҙенең әлеге хәле тә 0биғәттең ошо ирәүәнлеге ҡаршыһында уғата ла меҫкен булып тойолдо, хатта,баш ҡаса бындай хозурлыҡты күрә алмамдыр, ахыры, тигән хыянатсыл уй ҙакилде башына...

Ҡыҫталышҡан ирҙәр ни, баҫҡыс терәгәнде лә көтмәй, ергә һикерешеп төштөлә машинаны уратып баҫты. Ҡайһылары, тартынып0нитеп тормай, оло ярауында итте. «Нишләйһең, хәжәткә хөжәт юҡ. Ҡайҙа туҡтарға белгәндәр, хә шә рәт 0тәр,– тип уйланы Рәүеф, – ҡола ялан уртаһы, ҡасыу мөмкин түгел, бар нәмә устө бөн дәгеләй күренеп тора – боҫор, йәшенер урын табырмын тимә». Рәүефтеңшу лай тип уйлауы булды, алдағы машинала барған бер егеттең алыҫта ҡарайыпул тырған урман яғына йүгереүе күренде. Ҡыйыу кешеләр бар барыбер ҙә. Улар 0ҙың машинаһындағы оло ғына бер ир, ай, ҡасһын ине, беҙҙе ҡулға алғандарынкә рәк ергә еткерһен ине, тине, икенсеһе, юҡ менән була, хәҙер атып йы ғалар,тип әсен де, өсөнсөһө ниңәлер мыҫҡыллы көлдө. Тотҡондарҙың бе ре һен дә та ны 0ма ны Рәүеф, ауылдаштарынан берәү ҙә юҡ: туҡтаған арала ҡай ҙа лыр төшөрөпҡал дыра барғандар, улар урынына икенселәрҙе алғандармы икән?

Ләкин «ҡара ҡарға»лар йәһәт килде аңдарына: ике кеше, оҙон плащ итәк тә 0рен елберҙәтеп, сажиндай эре0эре аҙымдар менән ҡасҡалаҡтың артынан төштө.Шәп йүгерәләр, ҡәһәрең, иң ҡыҙығы, стройҙағы һымаҡ бер тактта, эшләпәлебаш тарын бер иш тура тоталар, ҡул һелтәүҙәре лә бер иш. Ҡасҡын ни тиклемгенә шәп йүгермәһен, йөҙ илле – ике йөҙ метр арауығында ҡыуып еттеләр. Этепйыҡ ҡас та, егет тиҙ генә бирешергә теләмәне: йәһәт кенә ҡалҡынды ла тегеләрменән сат та сот һуғышып алып китте. Әйтәһе лә түгел, таҫыллы һуғышты, ҡа 0ла ла берәй төрлө секция0фәләндә шөғөлләнгән спортсылыр – байтаҡ һел тәү ҙә 0ренән ялтанып өлгөрҙө, тибеп тә ебәрҙе. Ләкин көстәр тигеҙ түгел ине, берҙәмябы рылып, конвоирҙар быны ергә йыҡты, ҡулдарына бығау һалды. Шунан ел 0 кәһенән һөйрәп аяғына баҫтырҙылар, этә0төртә машинаға килтереп ыр ғыт 0тылар. Дүрт йөк машинаһында килгән әллә күпме халыҡ шуны тамаша ҡылыптор ҙо, әммә береһе лә ҡыйыу егеткә ярҙамға барманы. Уйлап ҡараһаң, һаҡ 0сыларға ҡарағанда тотҡондар байтаҡҡа күберәк бит. Араларға теләмәгән хәлдәлә, тырым0тырағай ҡасырға мөмкин ине. Һәр ҡайһыһын берәмләп барыбер то 0топ бөтә алмаҫтар ине. Бына шундай күңелһеҙ һығымта яһаны Рәүеф был ва 0ҡиғанан һәм кешеләр араһында берҙәмлек булмауына, башҡаларҙың яҙ мы шы 0на, тимәк, үҙҙәренекенә лә, битараф булыуына аптыраны. Хәйер, үҙе лә шулхисапта...

Машиналар асфальтҡа төштө, байтаҡ барғас, тағы баҫыу өҫтөнән, унан таш 0лы0ҡырсынлы юлдан бара башланылар. Туҡтап та алалар, туҡтаған арала кем 0делер алып ҡалалар, кемделер өҫтәп ултырталар. Тимәк, кемде ҡайҙа урын лаш 0тырыу буйынса үҙҙәре генә белгән пландары бар. Кузовта ҡәнәғәтһеҙлек, һораубиреү, хатта талап итеү ваҡиғалары булып ала, берәү ҡысҡыра, икенсеһе йыр 0лай, күмәкләп аяҡ дөбөрләтәләр, брезент япманы асырға маташалар. Әммәарттағы өс «ҡара ҡарға» уларға ҡыҫылмай ҙа, тыймай ҙа һәм яуап ишетерлек тәтүгел – ауыҙҙарына һыу уртлаған кеүек, бер һүҙ өндәшмәйҙәр.

Рәүеф туҡтауһыҙ уйлана, мәсьәләнең айышын эҙләй: ҡулға алыу ниңә шулайҡапыл, төндә башҡарылды һуң әле? Тарих ҡабатлана торған – утыҙ етенсе йылва ҡиғаларына кире ҡайтабыҙ, тимәк. Ҡайҙа алып баралар? Дүрт машинағалыҡа тултырылған халыҡ өсөн урын да кәрәк бит әле. Казарма, лагерь йәкитөр мә. Ашатырға тейештәр, кәрәк булһа – медицина ярҙамы күрһәтергә, йыуын 0ды рырға. Улар мал түгел, малды ла ҡарайҙар. Күпме киләләр, йотом һыу бир гән 0дәре лә юҡ...

Әмир Әминев 49

Page 50: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Оҙон юл дауамында бер нисә тапҡыр кеҫә телефоны шылтыраны – Сәғиҙәһе.Әм мә, кеше алдында һөйләшкеһе килмәй, кире ябып ҡуйғайны, йәнә шыл ты ра 0ғас, яуап бирергә булды – телефон бар көйө ниңә хәсрәтләндерергә? Былай ҙа утйотоп ултыралыр. Уның хәл0әхүәлен, иҫән0һау икәнен белһә, бик бөтөрөнмәҫ.

– Эйе.– Рәүеф, һин ҡайҙа? Ниңә трубкаңды алмайһың? Үҙең шылтыратһаң була бит.

Кис төшөп килә, һин юҡ та юҡ. Тиҙ ҡайтарырҙар, тигән кеше... – Ҡатынының та 0уышы борсоулы. – Бер0бер хәл булдымы әллә?

– Машинала китеп барабыҙ.– Ҡайҙа китеп бараһығыҙ? – Ҡатыны түҙемһеҙләнә, иламһырай башланы. –

Кем дәр менән? Ауылдан һинән башҡа әллә күпме кешене алып киткәндәр бит.Ди ректорҙы, Ғәлимде. Һин улар менәнме?

– Юҡ, мин улар менән түгел. Икенсе машинала ғына булмаһалар. Ҡайҙа алыпбар ғандарын белмәйем. Әйтмәйҙәр. Сәғиҙә...

– Ханым, юҡҡа борсолаһығыҙ. Юламанов менән бер нәмә лә булманы. Бүтәншыл тыратмауығыҙҙы һорайбыҙ.

Рәүеф телһеҙ ҡалды. Ғүмерҙә күрмәгән0ишетмәгән хәл: уның шәхси кеҫә те ле 0фо ны номерынан кемдер Сәғиҙәһенә яуап бирә! Тимәк, эләктерә алалар тул 0ҡын ды. Ай, техниканың мөмкинлектәре, мобильнигы ла «ҡара ҡарға»лар ҡа ра 0ма ғында!

– Эйе, ярай, Сәғиҙә, мин иҫән0һау, бүтән шылтыратма, үҙем... Балалар нихәлдә?

Ҡатыны уның һүҙҙәрен әллә ишетте, әллә ишетмәне, араға йәнә теге тауышки леп ҡыҫылды:

– Һеҙгә лә шылтыратмаҫҡа кәңәш итәм, Юламанов.Берәүҙәрҙе төшөрөп ҡалдыра, улар урынына икенселәрҙе тейәй0тейәй килә

тор ғас, эңерҙә Рәүефкә лә сират етте. Оҙон эскәмйәнең осонда ултырған һаҡсы,ҡал ҡынып, уның яурынына ҡулын һалды ла башын һелкте һәм, кузовтың артҡыяғын асып, теге тимер баҫҡысты аҫҡа төшөрҙө. Йоҡомһорап килгән Рәүеф, ойо 0ған кәүҙәһен саҡ яҙып, ергә аяҡ терәне. Дүрт машина ла туҡтаған, ләкин бе ре 0һе нән дә бүтән кеше төшмәне, тимәк, бында яңғыҙын ғына ҡалдыралар булыпсыға.

Баяғы һаҡсы уны тап үҙе һымаҡ ҡаранан кейенгән, бит0йөҙө, хәрәкәттәре ме 0нән үҙенең күсермәһе булған берәүгә тапшырҙы ла кире машинаға менеп ул 0тыр ҙы. Баҫҡысты тартып алды, яңы һаҡсы шарт та шорт кузовты япты. Ма ши 0на лар ары китте.

Ауыл мәктәбенә лә, клубҡа ла тартым, буйы 809, арҡырыһы 607 метр са ма һын 0дағы яңғыҙ бер йорт ҡаршыһында торалар ине. Йорт бейек, бетон нигеҙҙә ул ты 0ра, башы шифер менән ябылған, уныһы иҫке, йәшелләнеп бөткән. Ҡыйыҡ ба 0шында – ҡыҙыл флаг, ҡыйшайған тәпәш антенна, төбө төшкән сыйырсыҡ ояһы,унан хатта һалам, ҡош йөндәре һәлберәп тора. Урам яҡҡа өс тәҙрә ҡарай, өсө 0һө лә тимер рәшәткә менән көпләнгән, бер йыуанлыҡтағы төҙ ҡарағай бү рә нә 0ләрҙән һалынған, хәҙер инде ямғыр, ҡояш ҡарайтҡан соланһыҙ йорт. Тирә0яғыбаҡ са – ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге ҡыуаҡтары күренә, бер нисә алма лабар, ахыры. Һыу мискәләре, көрәк, һәнәк0тырма, сүп өйөмө шәйләнә. Эйе, бын 0да торғандар, йәшәгәндәр, бәлки, әле лә йәшәйҙәрҙер.

Тегеләре һымаҡ бешкән бәрәңгеләй шыма, ауыҙы, танауы саҡ беленгән, баҙ 0ла уыҡ күҙле, ҡашһыҙ, һаҡал0мыйыҡһыҙ һаҡсы, уҡлауҙай төҙ һәм нәҙек кәү ҙә һенһелкетмәй генә, эшләпәле башын йорт яғына ҡаҡты, йәнәһе, атла, килеп ет тең.Рәүеф йортто йәнә бер күҙҙән үткәрҙе лә өҫтөнә ваҡ таш һибелгән тар

50 Йондоҙ сәскә

Page 51: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

һуҡмаҡтан яй ғына атлап китте. Теге эҙенә баҫып тиерлек килә. Тубыҡ тә пәш ле 0ген дәге штакетник ҡағылған ҡапҡанан инделәр. Ишеккә тиклем егерме метрсамаһы ара. Керҙеңме – бикләндең. Әллә мәңгелеккә, әллә бер нисә көнгә. Был– сик, был – бөжәк урынына көн итәсәк меҫкен донъяға күсерәсәк ара...

Рәүеф ҡапыл йәшел яланда ҡасҡан ҡыйыу егетте хәтеренә төшөрҙө. Ҡаса ал 0маны, ләкин маташып ҡараны бит. Ниңә уға ла үҙен һынап ҡарамаҫҡа? Уны икеһаҡ сы баҫтырып тотто, ә бында берәү генә. Нишләп ул, ҡайҙа ҡыуалар шундаки теп барған күндәм быҙау ише, үҙе теләп тигәндәй бикләнергә тейеш һуң әле?Ҡа сыуы килеп сыҡмаған хәлдә лә, ошо йорттан да ары ебәрмәйәсәктәр, ебәрәал ма ясаҡтар, сөнки машиналары ары китте.

Ҡапҡанан өйгә ҡәҙәр шулай уҡ тубыҡ тәпәшлеге штакетник ҡағылған кәртә.Ти геҙ итеп, ентекләп, бер аралыҡта ҡаҡҡандар. Рәүеф шуларҙы, уңышы йыйыпалын ған түтәлдәрҙе ҡараған булып туҡталды, дөрөҫөрәге, иғтибарын ҡапылғына түтәл ситендә ут кеүек янып ултырған йондоҙ сәскә туҡтатты. Ул шул тик 0лем сағыу, шул тиклем күҙҙең яуын ала, хатта тере сәскә икәненә лә ышаныуыҡы йын – ҡағыҙҙан ҡырҡып, буяп ултыртып ҡуйған һымаҡ. Ә бит көҙ, тышта хә 0ҙер һыуыҡ, оҙаҡламай ҡар ҙа төшөр. Башҡа сәскәләр өшөп, ҡарайып һулыған,был һаман бирешмәй ултыра. Ғәжәп!..

Рәүефтең күҙе сәскәлә, үҙенең башын туҡтауһыҙ бер уй телә: хәҙерме, ишек тө 0бөнә еткәсме? Ишеккә еткәс һуң була, майҙан тарая, һаҡсы аса ла эткеләп0төрт 0көләп индереп тә ебәрә. Тимәк, ошонда, хәҙер... Ул күҙ сите менән генә һаҡ сығаҡараны ла бер аҙым алға атланы һәм, шундуҡ артына килеп баҫыуына, те ге небар көсөнә яурыны менән төртөп ебәрҙе. Һаҡсы, әлбиттә, быны көт мә гәй не,әлеге штакетник аша түтәл өҫтөнә мәтәлләп барып төштө. Рәүеф йәһәт кенә бо 0рол до ла, кескәй ҡапҡаны һикереп сығып, урман ауыҙы йүнәлешенә йо молдо.Теге аңына килгәнсе, ҡалҡынғансы мөмкин тиклем алыҫыраҡ китеп өл гө рөргәкә рәк! Тапалып, йыуғыс кеүек уралып0сырмалып ятҡан, урыны0урыны менәнбил тиңенә еткән бейек үлән ҡамасаулай, етмәһә, аяҡ аҫтындағы ер ҙә тигеҙ тү 0гел, күрәһең, һаҙлығыраҡ, шуға ла бәғзе урынды сиңерткә ише һикерәңләпүтер гә тура килә. Һөрлөгөп тә китә, ҡыйыш та баҫа, әммә бар көсөнә йүгереүенбе лә. Асыҡлыҡты йәһәтерәк үтеп, урман эсенә инеү кәрәк – ағастар араһында«ҡа ра ҡарға»нан күҙ яҙҙырыуы барыбер ҙә еңелерәк булыр.

Ләкин ни тиклем генә шәп йүгерһә лә – һәр хәлдә Рәүефтең үҙенә шулай то 0йолдо – баҫтырыусының ҡыуып етеп килгәнен бөтә тәне менән тойҙо. Үлән йы 0ғыл ғаны, кипкән ботаҡтарҙың шарт та шорт һыныу тауыштары яҡынайғандан0яҡы ная барҙы. Урман ауыҙындағы вағыраҡ ағастарға еттем тигәндә генә: «Туҡ 0та, атам!» – тигән ҡәтғи бойороҡ яңғыраны. Ҡолағы төбөндә шартлап ағас һын 0ды мы ни, тауышынан уҡ ҡолап китерлек. Башы бар – бешкән бәрәңге тип ҡарашу нан һуң, ағастар араһына сумһа, эләктереүе ауырлашасағын самалай.

Нишләргә: туҡтарғамы, әллә ҡасыуҙы дауам итергәме? Туҡтаһа – ябыла, йү 0гер һә – арҡаһына пуля ҡаҙалып, ошо үләндәр араһында ятып ҡала. Урман иһәҡул һуҙымында ғына. Тик шул мәл төпһәгәме, әллә үлән араһында ятҡан кипкәнбо таҡҡамы эләгеп, һөрлөгөп барып та төштө. Бәлки, «ҡара ҡарға» ҡыуып етеп,аяҡ салғандыр?

Уның аяҡ0ҡулын саҡ йыйып, йыуғыс кеүек ятҡан үлән араһында ҡы быр лар 0лыҡ та хәле ҡалмағанда, һаҡсы, ҡолғалай һерәйеп, янында баҫып тора ине инде.Рәүеф салҡан әйләнде, битараф ҡына күктәге бер0береһен баҫтырышып ҡай 0ҙалыр ашыҡ ҡан шомло ҡара болоттарға текәлде, шунан ҡарашын «ҡара ҡар ға» 0ға күсерҙе. Ул шулай уҡ шомло, башынан аяғына тиклем ҡаранан ке йен гән гә 0ме, әллә аҫтан өҫкә ҡарағанғамы, – әлеге болоттарҙың бер ялпыһы һымаҡкүренде.

Әмир Әминев 51

Page 52: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Һаҡсы уны, ниңәлер, ҡабаландырманы, иректә әҙ булһа ла ятып ҡалһын ти 0гән дерме, әрләп бер һүҙ өндәшмәне – Рәүеф тынын тигеҙләп тамам ты ныс лан 0ғас, ҡулы менән ҡалҡынырға ишараланы ла, плащының аҫҡы һиҙәптәрен ыс 0ҡын дырып, бил ҡайышынан бығау сисеп, бер дүңгәләген уның ҡулына, икен се 0һен үҙенекенә кейҙереп, бикләп ҡуйҙы. Ғәжәп, хәле лә бөтмәгән, тын алыуы латип0тигеҙ, йөҙөндә, маңлайында тир әҫәре юҡ, әйтерһең, бөтөнләй йүгермәгән,уның янына осоп ҡына килеп төшкән! Хатта башындағы эшләпәһе ҡы й шай ма 0ған! Был ниндәй бәндәләр? Теге егетте ҡыуып тотҡан икәүҙең йүгереүен шулайиҫе китеп ҡарап торғайны, хәҙер бының тәбиғи булмаған ҡылығына тағы ғәжәпит те Рәүеф.

Бейәләй ҙурлыҡ йоҙаҡты еңел генә асты «ҡара ҡарға». Ҡалын, ауыр ишектеңур таһын арҡырыға быуған яҫы тимерҙәгеһен дә асты ла, уны бер яҡҡа ыр ғы 0тып, ишекте тартты. Үҙе алдан инеп, Рәүефте эскә һөйрәне. Бығауын систе, көнитеү ең ошонда, тигәнде белгертеп, ҡарашы менән өй эсен байҡаны.

Өй эсе ярайһы уҡ иркен ине. Ишектән уң яҡлап – иҫке генә ике ағас ул тыр 0ғыс, буяуы ҡупҡан йомро өҫтәл, ҡашығаяҡ кәштәһе; иҙән уртаһында – ҡалынтаҡ таларҙан ҡағылған оҙон өҫтәл, күптән ағартылмаған, йүшкә аҫты, плитә ал 0ды ҡоромға ҡарайған урыҫ мейесе. Стенаға эленгән йомро көҙгө, иҫке генә ке 0йем элгес тә бар. Төптәрәк киң тимер карауат, диван. Ике тәҙрә төбөндә һу лы 0ған ике гөл ултыра, бөтә тәҙрәләр ҙә тыш яҡлап рәшәткәле. Тимәк, элек бындакем дәрҙер йәшәгән, улар бынан бер нәмә лә алмай күсеп киткән йә һөргәндәр ҙәйорт тарын тотҡондар өсөн файҙаланғандар, әле лә файҙаланалар, тип фа раз 0лар ға ҡала.

– Ниңә, ни өсөн? – тип һораны Рәүеф, өй эсен байҡағас. – Бер нисә һорау би 0реү өсөн мотлаҡ ошонда килтерергә кәрәк инеме ни?

Һаҡсы өндәшмәне.– Был сәйәси һөргөн тип аталамы?– Уныһы миңә ҡараңғы. Беҙҙең эш – һеҙҙе килтереп урынлаштырыу. Ҡалғанын

бел мәйем.– Ә нимә ҡылдым һуң бында килтереп ябырлыҡ?– Ярай, Юламанов, диван, карауат, өҫтәл бар, түшәк0фәләнде анау шкафтан та 0

быр һың. Ризыҡ, һыу, башҡа кәрәк0яраҡ индерерҙәр. Ҡашығаяҡ, ана, кәш тәлә.Һаҡсы Рәүефтең һорауына яуап бирмәне. Ҡабаланмай ғына сығып китте.

Тыш тан шарт та шорт тимер һайғауҙы терәүе, унан ишекте бикләүе ишетелде.Рә үеф, иҙән уртаһына баҫып, өй эсен йәнә бер күҙҙән үткәрҙе лә, ултырғысҡа сү 0гә ләп, ҡурғаштай ауыр уйҙарға сумды.

Кисә төн уртаһынан башланып ошо өйгә бикләнеүенә тиклемге ваҡыт ара уы 0ғын дағы ваҡиғалар уға төштә генә булған кеүек. Уяу килеш күргән төштә. Сөн 0ки уларҙың ысынбарлыҡ икәненә һис ышанырлыҡ түгел. Ҡайҙалыр ситтә, әй тә 0йек, Латин Америкаһының берәй илендә, хатта икенсе планетала булған кеүекба рыһы ла. Нишләп улай ҡапыл ғына ҡулға алыуҙар башланды? Ауылда, уҡы 0тыу сылар араһында бер нәмә лә ишетелмәне, һүҙ0хәбәр, имеш0мимеш йөрө мә 0не. Ғәҙәттә, буласаҡ ниндәйҙер үҙгәреш алдынан халыҡ барыбер ҙә һиҙенә, һүҙйөрөтә, фекер алыша торғайны. Илдә берәй төрлө переворот яһалып, власҡахәр биҙәр йәки оппозицияла торған көстәр килдеме? Юҡ, бөгөнгө системалабы ның булыуы мөмкин түгел. Хәрбиҙәр быны булдыра алмай, оппозицияныңреаль көсө юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, оппозиция ла юҡ. «Берҙәм ил» – власть фир 0ҡәһе. Төрлө кимәлдәге етәкселектә күпселек ошо фирҡә вәкилдәре ултыра. Шу 0лай булғас, үҙен шул урынға ултыртҡан, ҡаҙна ҡаҙанынан ашатҡан үҙәк етәк се 0лә ренә ҡаршы нисек баш күтәрһендәр? Йәмғиәттә, һәр хәлдә ауыл ерендә,

52 Йондоҙ сәскә

Page 53: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

колхоздарҙы бөтөрөү, әммә уның урынына бер нәмә лә төҙөмәү, ерҙәрҙе шиклебән дәләргә һатыу, участка больницаһын, медпункттарҙы, мәктәптәрҙе ябыу һы 0маҡ яңы Президент үткәргән сәйәсәт менән ҡәнәғәтһеҙлек бар, әммә асыҡтан0асыҡ уға ҡаршы сығыр көстәр юҡ. Забастовкалар, демонстрациялар, стач ка ларүткәреү өсөн беҙҙең ил Европа илдәре, АҠШ кеүек демократик булып ет лек мә 0гән. Ул кимәлгә барып етеү өсөн беҙгә Бөйөк Ҡытай стенаһына йәйәү барғанкеүек ара үтәһе бар. Яңы етәксе көн һайын тиерлек телевизорҙан, хоҡуҡи, де мо 0кра тик йәмғиәт төҙөйбөҙ, илдә һүҙ ирке, фекер ирке буласаҡ, тип хәбәр һөйләй,ха лыҡтан ләстит йыйыр өсөн Интернетта үҙ блогын асҡан, йәнәһе, һәр кем үҙфе керен, илдә барған теге йәки был сәйәси, ижтимағи, криминаль ваҡиғаға,урын дағы власть вәкилдәре эшмәкәрлегенә ҡарата мөнәсәбәтен яҙа ала. Әй тер 0һең дә, шул юл менән илдәге тәртипһеҙлеккә, чиновниктарҙың баш баш таҡ лы 0ғына, криминалға сик ҡуйып, ҡайһы бер төпкөлдәрендә феодаль, хатта һа манда тәүтормош йолалары йәшәгән илдә тиҙ генә демократик йәмғиәт төҙөп бу 0ла. Уның өсөн йөҙәр йылдар кәрәк. Йөҙ йылдан демократия урынлашһын өсөндә бөгөндән актив эш башларға тейештәр. Бер аҡыллы кеше әйтмешләй, Рә 0сәйҙе аҡыл менән һис аңларлыҡ түгел.

Ил менән, ярар, уныһы – ҡараңғы, ә Рәүефтең үҙенең яҙмышы менән кон креткем шаярҙы икән һуң? Ул етәксе түгел, баш ҡаланан йыраҡ ятҡан бер ауыл мәк 0тә бенең ябай уҡытыусыһы. Уның һүҙ0хәбәренән, ҡырыныраҡ әйтелһә лә, илимен легенә бер ниндәй зыян килмәй. Сөнки уның, уның ише ябай кешеләрҙең«эше» себендең тәҙрә быялаһын ватып тышҡа сығырға маташыуына бәрәбәр.Ил дә ябай кешенең бер нәмәгә хоҡуғы юҡ, ул – көтөүҙәге берәмек, һоро масса...

Әллә уның менән берәй тикшереү үткәрергә ниәтләнәләрме? Ғалимдар ла бо 0ра тория шарттарында сысҡан, ҡуян, башҡа мал менән төрлө тәжрибәләр яһайбит, шуның ише, уны ла һынау объекты рәүешендә файҙаланмаҡсылармы? Йө 0рөй һөң инде шунан зомби йә маңҡорт һымаҡ. Йөрөһәң ярай ҙа, бөтөнләй ая 0ғың ды һуҙмаһаң...

Тамам ҡараңғы төшкәс кенә ауыр уйҙарынан әҙерәк арына алды Рәүеф, дө рө 0ҫө рәге, ҡапыл алдына килеп баҫҡан мең һорауҙың береһенә лә яуап таба ал ма 0ҫын аңлап, ҡул һелтәне лә урынынан ҡалҡынды. Асыҡҡайны, һыуһағайны. «Ҡа 0ра ҡарға»ның ишекте йоҙаҡлап китеүен белһә лә, тәүҙә уны этеп ҡараны, унантәҙ рә алдына барып баҫты. Рамдар икешәр ҡатлы, быялалары ябай түгел, ҡа 0лын, бәлки, ватылмай торғанылыр ҙа әле. Тимер рәшәткәләр бармаҡ йы уан лы 0ғы ар матуранан йәбештерелеп, тыш яҡтан стеналарға ҡаҙаҡланған. Ватып сы 0ғып ҡа сыу хаҡында хыял да итмә...

Эстәге йыһаз0әйберҙәрҙе ҡарай0барлай торғас, ҡапыл үҙенең донъяһы иҫенәтөш тө лә, күңеле һыҙылып ҡуйҙы, шунан Сәғиҙәһенә шылтыратып ҡарарға бул 0ды. Номерына баҫып, телефонын ҡолағына килтергәйне, ҡатынының түгел, йә 0нә баяғы ирҙең ҡалын, ҡырҡыу тауышы ишетелде:

– Юламанов, мин һиңә шылтыратмаҫҡа ҡушҡайным бит. Тағы ла йыйһаң, те 0ле фоныңды кереп аласаҡмын. Аңлашылдымы?

– Мин һис юғы иҫәнлегемде ғаиләгә белдерергә тейешмендер бит? Нишләпты я һығыҙ, ни хаҡығыҙ бар? Улар мине ҡайҙа алып киткәндәрен дә белмәй...Улай һа, үҙегеҙ хәбәр итегеҙ...

Бәйләнеш өҙөлдө. Торараҡ мәктәп директорының номерын йыйғайны, шулуҡ яуапты алды. Шымсылыҡ итер өсөн ҡалдырғандар, тимәк, телефонын да,юғи һә, тартып алырҙар ине. Хәрбиҙәрҙең йәки дәүләт именлеге органдарыныңтех никаһы башҡаса һәм юғары кимәлдә, әлбиттә... Бер йөрөй, бер ултыра тор 0ғас, асығыуы йәнә эсен борғолай башланы. Ҡашығаяҡ, көрөшкә, үтмәҫ бысаҡ,

Әмир Әминев 53

Page 54: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

сынаяҡ урынлаштырылған кухня шкафынан быяла банкыға һалынған тары яр 0ма һы, әҙерәк он, кибеп бөткән ике баш һуған, лавр япрағы, тоҙ тапты. Иҙәндәгеалю мин бидон төбөндә һыу ҙа бар икән. Һыу, күренеп тора, әллә ҡасанғы, буй 0раҡланып бөткән. Нишләһен, эсте инде, яман сарсағайны. Өҫтәл аҫтында ул 0тырған электр плитәһен алды ла, проводын ҡараштырып, розеткаға тыҡты.Спи раль тиҙ арала йылынып, ҡып0ҡыҙыл булды. Иҫке генә алюмин кәстрүлгәәҙе рәк һыу ҡойоп, тары ярмаһын төшөрҙө...

Ҡапҡылап алғас, сисенеп тә тормай, түшәк0фәлән дә йәймәй, диванға бө гәр 0ләнеп ятты һәм шундуҡ йоҡлап та китте. Арыуы еңде. Төн уртаһында өшөп уян 0ды. Уянғас, ҡайҙа ятҡанын аңғармай бер булды. Ут яндырыуҙан ниңәлер ҡурҡ 0ты. Һаҡсы әйткән шкафтан түшәкте барып алырға иренде. Өшөй0өшөй ят ты лата ғы йоҡлап китте. Алама төштәр күрҙе, баҫлығып йонсоно, ҡысҡырҙы, һө рән 0лә не, Сәғиҙәһен ярҙамға саҡырҙы. Һуң ғына уянды. Ҡырылмаһа0ҡырҡ уян ғас,тә не лә, йәне лә ял итмәне, киреһенсә, башы ауыртып килеп торҙо.

«Ҡара ҡарға» килде. Сепрәк сумкала – аҙыҡ0түлек. Алюмин бидонды алып сы 0ғып, ҡайҙандыр һыу тултырып индерҙе. «Һыуҙы ҡайҙан алдың, яҡын0тирәлә юҡтаһа?» – тигәнгә яуап бирмәне, «Бер электр бағанаһы күренмәй, ә ут бар», – типап тырауына ла яурындарын ғына һикертте. Өс көнгә бер шулай ризыҡ ин де ре 0рен, көнөнә өс мәртәбә – иртән, төш, кис – бәҙрәфкә сығарасағын әйтте. У н ыңһа ғында кистәрен ихатала йөрөп кереү мөмкинлеге лә бар икән. Быныһы – тот 0ҡон доң теләгенә ҡарап. Ә бына ҡасанға тиклем тотасаҡтарын, ниндәй ғә йептаҡ ҡандарын һәм ни өсөн тап ошонда килтергәндәрен ныҡыһа, шулай уҡ, «бел 0мә йем» тигәнде аңғартып, яурынын ғына йыйырҙы.

Ҡалдырылған ризыҡ – ике буханка ҡара икмәк, көнбағыш майы, тоҙ, ит бан 0кыһы, ҡарабойҙай, дөгө ярмаһы. Тимәк, үҙе бешерергә, үҙенең тамағын үҙе хәс 0тәрләргә тейеш була Рәүеф...

Һаҡсының тағы бер ингәнендә Рәүеф: «Әйт, нимәгә бында ултыртып ҡуй ҙы 0лар мине, суд йә тәфтишсе инмәйме ни, һорау алмайҙармы, кемгә мө рә жәғәтитергә һуң?» – тип йәнә төпсөнгәс, теге, талап0үтенестәрегеҙҙе яҙып бирегеҙ,етәк селеккә тапшырырмын, тип бер көн ҡағыҙ, ручка бирҙе. Рәүеф, оҙаҡҡа һуҙ 0май, ҡулға алыныуының сәбәбен, ниндәй ғәйеп таҡҡандарын, ҡасанға тиклемул тырасағын әйтеүҙәрен талап итеп, асыулы хат яҙҙы. Паспорт мәғлүмәттәрен,ҡайҙа һәм кем булып эшләүен, «минең турала шунан һорай алаһығыҙ» тип мәк 0тәп директорының исем0шәрифен, телефонын, тулы адресын яҙҙы, үҙенең ҡай 0ҙа лығын ғаиләһенә хәбәр итеүҙәрен, кеҫә телефонын тыңламауҙарын, өйө ме 0нән бәйләнешкә инергә ҡамасауламауҙарын һораны. Икенсе бит ҡағыҙға мот 0лаҡ кәрәк булған көнкүреш әйберҙәр, кейем0һалым исемлеген теҙҙе. То тоу ҙа рыоҙаҡ ҡа һуҙылһа, көндәр һалҡынаясаҡ, өйөнән йоҡа кейенеп килгән...

Яҙғандарын тоттороп сығарғандың бишенсе көнөнә резина итек, ҡалын та 0бан лы ботинка (быларын һорамағайны), эске кейем0һалым, фуфайка, бүрек,буй лы0буйлы арестант пинжәге менән ыштаны, башҡа ваҡ0төйәк, ашанты ин 0дер ҙеләр, ә яҙмышына ҡағылған бер һорау0талапҡа ла яуап юҡ. Миңә беренсенәү бәттә шулары кәрәк тәһә, тип һорағайны, һаҡсы, улары минең вазифаға кер 0мәй, мин үтенесегеҙҙе етәкселеккә тапшырҙым, тиеү менән сикләнде. Шу лайбулырын Рәүеф самалай ине инде, ләкин, был тиклем дә оҙаҡҡа һуҙырҙар, типуй ламағайны. Айға яҡын, бәлки, унан да оҙағыраҡтыр, ваҡыт үтте, яуап һаманюҡ. Булмаҫ та, ахыры...

Шулай итеп, асҡа үлмәҫлек кенә туйынып, көнөнә өс мәртәбә бәҙрәфкә сығыпки леп, кистәрен ярты сәғәт самаһы ихатала йөрөп, бер ятып, бер тороп, өйэсен дә мөйөштән0мөйөшкә атлап, рәшәткәле тәҙрә төбөндә йондоҙ сәскәгәҡарап зарығып үтә көндәре Рәүефтең.

54 Йондоҙ сәскә

Page 55: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Бер көн ҡолағына машина геүләүе салынды. Быға тиклем дә ишетә ине, әммәулар өйҙән йыраҡтан үтте шикелле, тоноғораҡ ине тауыштары. Ә был юлы ап0асыҡ ишетелде. Минең арттан килмәнеләрме икән, тип йүгереп тигәндәй ба 0рып тәҙрәгә ҡапланды. Өс «ЗИЛ» машинаһы урман ауыҙына килеп туҡтаны. Туҡ 0та уын0туҡтаны, әммә кабинанан да, кузовтан да төшөүсе оҙаҡ булманы, ни ңә 0лер. Әйтерһең дә, кемде ҡалдырырға белмәй, аптырашып ултыралар. Ни һа йәт,иң арттағы машинаның кабинаһынан «ҡара ҡарға» төштө лә, кузовтың арт ҡыбортын асып, эстән һонолған тимер баҫҡысты алып терәп ҡуйҙы. Өҫтән, Рә үеф 0те тамам ғәжәпкә һалып, йәш кенә ҡатын килеп төштө! Әллә Сәғиҙәһеме? Буй0һыны, хатта пальтоһы, ябынған яулығына тиклем уныҡына оҡшаған. Юҡ, ултүгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Ҡайһы аралалыр йәнә бер «ҡара ҡарға» пәйҙә булды – әллә машинанан төштө,әл лә машина артынан килеп сыҡты, Рәүеф шәйләмәй ҡалды – ҡатындың тер һә 0генән тотоп өй яғына әйҙәне. Үҙен ҡайҙа килтереп төшөргәндәрен хәтерендә ҡал 0дырырға теләгәндәй, ҡатын алан0йолан ҡарана, сырмалсыҡ үләнгә эләгеп бернисә мәртәбә саҡ һөрлөгөп йығылып китмәне, һуңғы сиктә һаҡсының бе лә ге нәаҫылынып өлгөрҙө. Ҡулында төйөнсөгө лә бар. Өйгә килеп еткәс, һаҡсы шарт ташорт йоҙаҡты асты. Өй эсенә тәүҙә ҡатынды үткәрҙе, унан үҙе килеп ин де.

– Юламанов, яңғыҙыңа күңелһеҙ булмаһын өсөн һиңә иптәш ебәргәндәр, –тине «ҡара ҡарға», – ҡатын0ҡыҙһыҙ ҡыйындыр ҙа.

Шыма йөҙөндә бер мускулы ла һелкенмәне, хатта күҙе лә йомолманы, үҙенеңһөм һөҙ шаяртыуынан уңайһыҙланыу ҙа кисермәне һаҡсы. Рәүеф уның ике0өскөн аша янына кереп йөрөгән бәндәме, әллә бөтөнләй икенсеме икәнен дә айы 0ра алманы. Сөнки улар барыһы ла игеҙәк һымаҡ бер иш ине.

– Һаумыһығыҙ, – тине йәш ҡатын шым ғына, оялып0тартынып, һаҡсы сығыпишек те бикләгәс. Иҫәнләшеүҙән бигерәк, үҙе килеп инеүҙән тыуған кө сөр гә 0нешле тынлыҡты өҙөргә теләп тауыш бирҙе шикелле.

Рәүеф алдында мөләйем йөҙлө, ҡырлас танаулы, ситтәре ҡалмыҡтарҙыҡы ишеике яҡҡа тартылған ҡыҫығыраҡ күҙле, ҡыҫҡа сәсле, тулы кәүҙәле йәш ҡатын ба 0ҫып тора ине. Аяғында – ҡыҫҡа ҡуныслы зәңгәр резина итек, өҫтөндә – өй ме нәнмунса, лапаҫ араһында йөрөй торған көҙгө пальто. Әйтерһең дә, көтөүҙән ҡайт 0 маған мөстән башмағын эҙләп ауыл осондағы әрәмәлеккә сыҡҡан. Ә бына йөҙ0ҡиәфәте бер ҙә ҡайғылы түгел һымаҡ – хәлен тулыһынса һаман аңлап ет мәй ҙер,ахыры.

– Арыубыҙ әле, – тип иҫәнлекте алды Рәүеф, көттөрөп кенә. – Зинданда ул тыр 0ғас, арыу тип әйтеп булһа. Әйҙә, үтегеҙ, үт.

– Һеҙ бында күптәнме? – Ҡатын һаман ишек төбөндә тороуын белде. Әй тер 0һең, йомошҡа ғына кергән дә хәҙер сығып китә.

– Байтаҡ инде. 23 августа килтергәйнеләр. Бөгөн нисәһе?– Ун туғыҙынсы сентябрь.– Тимәк, айға яҡын.– Шунан бирле яңғыҙмы?– Эйе.– Ҡыйындыр бит?– Рәхәт түгел. Нишләйһең, килтереп япҡастары, ултыраһың инде. – Оҙаҡ тоторҙармы икән?– Белмәйем. Сығармайҙар, һөйләшмәйҙәр, допрос0фәләнгә саҡырғандары юҡ.

Ғә йеп тә таҡмайҙар. Тулы изоляция. Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, – ҡыҫҡаһы,онот толар. Нишләп алдылар һуң үҙеңде? Кемдең юлын ҡырҡтың, ниндәй тү рә 0гә ҡаршы һүҙ әйттең?

Әмир Әминев 55

Page 56: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Минме инде түрә0ҡараға ҡаршы һүҙ әйтә торған кеше? Уйлайым0уйлайымда, бер ниндәй ҙә сәбәп таба алмайым. Берәйһе менән бутап ҡына кил тер мә һә 0ләр.

– Ҡайһы ауылдан?Ҡатын ауылының исемен атаны. Ул ауыл Рәүефтәрҙекенән 25 саҡрым ары раҡ.

Булғаны бар. Мәктәптәре спортта, бигерәк тә йүгереүҙә, саңғыла уҙы шыу ҙа,йылдың0йылы районда беренселекте бирмәй, республика буйынса үт кә рел гәнярыштарҙа ла алдынғылар иҫәбендә. Уҡыу0уҡытыу эштәре яҡшы ҡуйылған –һәр сығарылыштан кластарының яртыһы самаһы юғары уҡыу йорттарына ке 0рә. Ауылдарынан Салауат тигән шағир, Һиҙиәтов тигән йырсы сыҡҡан, бер фәнкандидаты ла бар.

– Ниңә улай йыялар һуң халыҡты? Өс ҙур машина башы лыҡа тулы кеше. Ки 0лә0килә, берәү0икәүҙе төшөрөп ҡалдыралар, улар урынына икенселәрҙе ул тыр 0та лар, йәнә туҡтайҙар ҙа тағы төшөрәләр, тағы алалар. Һәр ерҙә уларҙы көтөп,ҡаршы алып торған ҡара кейемле кешеләре лә бар. Ул ҡәҙәре халыҡты ҡайҙа та 0ратып бөтмәк кәрәк? – Ҡатын ихлас ғәжәпләнде.

«Бына быныһы – етди һорау, һөйләшеүҙең төп темаһы»,– тип уйланы Рәүеф,уның кем, ҡайҙа эшләүен самаларға тырышып. Уҡытыусы түгел, берәй ойошма,әй тәйек, ауыл хакимиәте тирәһендә эшләгән кешегә лә оҡшамаған. Сауҙа ти рә 0һенәндер, тиһәң, үтә бер ҡатлы күренә. Әллә шулай булып ҡылана ғынамы?

– Ил ҙур, ҡайҙа тығырға белерҙәр. Барыһын да алдан хәстәрләгәндәрҙер –мәктәп һалмайынса бала йыймайҙар.

– Ниндәй мәктәп? – Ҡатын аңламаны.– Образлы әйтәм. Хөкүмәт уйламайынса бер нәмә лә эшләмәй. Ауылдан, ҡа ла 0

нан берәмләп йыйып, йыйғанды ҡайҙалыр таратып, ябып йөрөү өсөн алдан уҡошо йорт ише урындар әҙерләгәндәрҙер, тим.

– Ауылдан, ҡаланан йыя башлаһалар, ай0яй, яман күп килеп сыға түгелме һуң?– Ҡатын йәнә ғәжәпләнде.

– Күп инде. Илде зинданға әйләндерәләр.Шуны әйтеүе булды, башына ҡылт итеп бер уй килде: әгәр үтә ябай тип хи сап 0

лаған был мөләйем ҡатын уның янына махсус индерелгән шымсы булып сыҡ һа?Машиналар өй эргәһенә килеп туҡтағас, уны таба алмай ана нисек оҙаҡ мә шә 0ҡәтләнделәр. Был – бер. Икенсенән, ниңә һаман һорау алырға саҡырмайҙар йә 0ки тәфтишсе инмәй? Тимәк, унан кәрәкле мәғлүмәт һурыу өсөн ошо ҡатындыкөт кәндәр. Бына килде, алдында баҫып тора. Юҡ0бар менән ҡыҙыҡһынған, һо 0ра ған булып, тегеләргә мәғлүмәт йыясаҡ... Һаҡ ҡыланырға кәрәк, артығынләпелдәү ярамаҫ.

Танышыу0һөйләшеүҙең аяғөҫтө өлөшө ошоноң менән тамамланды. Ҡатын па ль 0тоһын, яулығын систе, төйөнсөгөн ултырғысҡа ҡуйып, эсенән күлдәкме, ха 0латмы, унан бәләкәй көҙгө, төҙәнеү0биҙәнеү әйберҙәре сығара башланы. Ҡа тын0ҡыҙ ҡайҙа ла ҡатын0ҡыҙ булып ҡала инде, тип көлөмһөрәне эстән генә Рәүеф,һыу ға батып барғанда ла сәсен төҙәтер, иренен буяр. Шул уҡ ваҡытта кү ңеленәинеп оялаған шиге арта төштө: шпион! Кәрәк0ярағын нисек алып өлгөргән? Ти 0мәк, алдан әҙерләнгән, белгән ҡайҙа барырын, тимәк, махсус задание үтәү өсөнебә релгән разведчик! Ана, Рәүеф йоҡа ғына плащынан, фуражкаһынан башҡабер ниндәй кейем дә йыйып өлгөрә алманы. Уныһын да Сәғиҙәһе иҫкәртте, юҡ 0һа, күлдәксән сығып китә ине.

Ҡатын сепрәк0сапрағын ултырғыс башына тәҫләп элде, биҙәнеү0яһаныу әй бер 0ҙәрен көҙгө алдына теҙеп ҡуйҙы, шунан, итектәрен сисергәме0юҡмы тигәндәй,аяҡ тарына ҡарап торҙо0торҙо ла тилберләнеп эҙләнергә кереште. Ҡата0фәлән

56 Йондоҙ сәскә

Page 57: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҡарай, тип фекер йөрөттө Рәүеф. Эҙләй торғас, кәрәген тапты бит: диван аҫ 0тынан баштары ҡалтағайға әйләнгән иҫке тапочкалар тартып сығарҙы ла, ҡаҡ 0ҡы лап0һуҡҡылап, аяҡтарына кейеп тә ҡуйҙы!

– Йә, ағай, танышайыҡ! – тине шунан, күңелле генә итеп. Көлгәндә бит ос та 0рын да соҡорҙар хасил булды, тигеҙ аҡ тештәре ялтыраны. Килешә ине көлөү ҡа 0тынға! Хәс тә йәш тай инде, өйрәтелмәгән, ҡулға эйәләштерелмәгән тайса!Уның етеҙ хәрәкәттәрен күҙәткән Рәүефтә ҡапыл ирлек теләге уянды, ҡаны ҡыҙ 0ҙы. Ҡатын, уның ҡыҙышыуын һиҙгәндәй, эйелеп йәнә аяҡтарына ҡараны, ҡул 0да ры менән күлдәген һыпырып, теүәл буй0һынын белендерҙе, сәстәрен тө ҙәт ке 0ләне. – Былай ҡайғырып ултырыу килешмәҫ, ҡасан сығарырҙары билдәле түгел,ти һегеҙ, шулай булғас, – ҡатын кәрәкле һүҙен таба алмай берауыҡ тотлоғоп тор 0ҙо, – донъя көтөргә кәрәк. Ағай, исемегеҙ кем була?

– Рәүеф.– Рәүеф, ти? – Ҡатындың күҙҙәре маңлайына һикерҙе, үҙе артҡа ҡайҡайып

кит те лә тотлоғоп0сәсәп көлөргә тотондо. Төрмәлә түгел, әйтерһең, ҡунаҡта ул 0ты ра. – Ә мин – Рәүфә.

Хәҙер Рәүеф көлөргә кереште, исемдәренең тап килеүенә аптырауҙан бигерәк,ҡатындың шулай кинәнеп көлә белеүенә һоҡланды. Гел баш баҫып, хәсрәтләнепйөрөү ялҡытып та киткәйне, тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп, башты әллә элмәккәты ғырға ла ҡуйырғамы, тигән мәлдәре лә булманы түгел, шуға күңеле яңы 0рып, кинәнеп көлдө лә ҡуйҙы.

– Рәүеф плюс Рәүфә тигеҙ була мөхәббәт! Мәктәптә мине шулай тип үсектерәтор ғайнылар.

– Унда ла Рәүеф бар инеме ни?– Бар ине шул параллель класта. Тәнәфестә янға килә лә текәлеп ҡарап тик

тора торғайны.– Ә һин иғтибар итмәнең инде?– Юҡ. Ул маңҡаға нисек иғтибар итәһең? Етмәһә, бәләкәй кәүҙәле, ҡо лаҡ тары

дегәнәк япрағы һымаҡ ҡарпайып тора. Янымдан төрткөләп, әрләп ҡыуа тор ғай 0ным. Ҡыуһам, күҙ йәше менән илай.

– Меҫкен аҙаш. Һинең мыҫҡыллауҙарға нисек түҙгән, тиң? Мин уның уры нын 0да булһам, атылыр ҙа үлер инем. Хәҙер ҡайҙа инде ул маңҡа?

Ҡатын, үкенес белдереп, ҡулын һелкте, йөҙөнә һүрәнлек ятты, нимәлер әй тер 0гә уҡталғайны ла, өлгөрмәне – ишеккә һуҡтылар.

– Иптәшкә өсөнсө кешене лә килтерҙеләр, – тине Рәүфә моңһоу ғына. Үҙе һа 0ға йып ишеккә текәлде. – Күңелле буласаҡ.

Әммә ҡағыу ҡабатланманы. Күп тә үтмәй, ете0һигеҙ йәштәр самаһындағы икема лайҙың алмаш0тилмәш тәҙрәнән үрелеп ҡарағаны, унан, шарҡылдап көлә0кө 0лә, йорттан ситкә китеңкерәп, маймыл һымаҡ ҡылана0һикерә урман яғына йү 0гер гәне күренде. Бала0саға йөрөгәс, яҡында ауыл барҙыр, тигән һығымта яһаныРә үеф. Ололарҙың килеп сығыуы ла ихтимал. Тимәк, бөтөнләй ҙә яңғыҙ тү гел 0дәр, ул ҡәҙәре лә алыҫҡа алып китмәгәндәрҙер. Хәйер, бикле ултырғас, уларҙыңбулыу0булмауының, йөрөү0йөрөмәүенең файҙаһы юҡ, барыбер асып сығара ал 0май ҙар. Тирә0яҡта тормош бар, кеше йөрөп ята, тип кенә үҙ0үҙеңде ты ныс 0ландырмаһаң...

Ә бына Рәүфәнең килеүе яҡшы булды. Ул инде, иптәш булыуҙан тыш, эс бо 0шор ғос яңғыҙлыҡтан ҡотҡарҙы, һөйләшеп0аралашырға мөмкин, ашарҙарынабе шереп0төшөрөр ҙә әле, юҡһа, был эштән тамам ялҡҡайны.

– Йә, Рәүеф ағай, булмаһа, өй йыйыштырып алайыҡ. Һинең, күпме йәшәп, бернә мә лә эшләмәгәнең күренеп тора. Иҙән бысраҡ, бөтә ерҙә саң.

Әмир Әминев 57

Page 58: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Рәүефкә уңайһыҙ булып китте. Әлбиттә, бер0ике тапҡыр һепереп сығарҙыиҙән де, әммә йыуманы, һыуҙы сарыф иткеһе килмәне, саңды ла һөрткөләне, йы 0йыш тырған да булғайны. Былай ул тиклем дә эт ояһы кеүек түгел дә, ярай инде,те ләгәс, әйҙә...

– Иң беренсе нимә кәрәк? – Рәүфә тирә0яғын байҡаны. – Һыу, тас, сепрәк.Бармы? Һыу ҡайҙа?

– Бидонда.– Бидонда. Аңлашылды. Әйҙәгеҙ, Рәүеф ағай, һеҙ карауат, өҫтәл, ул тыр ғыс тар 0

ҙы күсереп тороғоҙ, мин йәһәт кенә иҙәнде йыуып сығарайым. Шунан урын да 0рына кире ултырта барырһығыҙ. Шулай тиҙерәк булыр.

– Һин ифрат егәрле икәнһең дә! Әллә шулай ҡыланаһың ғынамы? Әйтерһең,төр мәгә килмәгәнһең, ә өйөңдә ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнәһең. Бында әллә беркөн, әллә ике көн тоталар. Һин килгәс, эштәре тиҙерәк тә китер, тип уйлайым –ҡа тын0ҡыҙҙы оҙаҡлатмаҫтар бит инде.

– Ҡылансыҡҡа оҡшағанмынмы әллә? – Шыңғырҙатып көлдө ҡатын. – Ҡасыпкит һәң дә сәсеп кит, ти. Саң0туҙан эсендә ултырайыҡмы ни? Давай, давай!

Бәхәсләшеп тороуҙан мәғәнә юҡ ине. Рәүеф ҡалҡынды ла, ҡатын әйткәнсә,өҫ тәл0ултырғыстарҙы, карауатты, диванды иҙән уртаһына күсерҙе. Рәүфә берың ғайҙан тәҙрә төптәрен, өҫтәл0ултырғыстарҙы, шкафты һөрттө, унан электрсәй нүгендә һыу ҡайнатты ла кухнялағы ҡашығаяҡты йыуыуға тотоноп китте.

Бер килке Рәүеф, онотолоп китеп, үҙен өйөндә һымаҡ һиҙә башлай, аңынакил гәс, Рәүфәне Сәғиҙәһе менән сағыштыра. Ләкин был оҙаҡҡа бармай, ҡа ты 0нын һағыныу һағышы йөрәген бороп ала, йөрөй торғас, теге хыянатсыл шигейә нә килеп йәбешә: инеү менән тигәндәй дәртләнеп эшкә тотонғас, – уның эс0ба уырына инеп ышанысын яуларға кәрәк тәһә – был сибәркәй, ысынлап та,уның янына махсус индерелгән шымсылыр. Бында килеп эләккән кеше башынюғал тып ҡайғырыр ине, ә был, өй йыуырға өмәгә килгән күрше кеүек, һе пе ре 0леп эшләп алды ла китте.

– Бына, исмаһам, кеше йәшәгән өйгә оҡшап ҡалды. Бысраҡты, саң0туҙандыярат майым. Өйҙә тәртип, таҙалыҡ булырға тейеш. Саҡ ҡына ял итәйек тә ашауяғын хәстәрләрбеҙ. Һеҙ нисектер, Рәүеф ағай, мин асыҡтым – кисә кистән бирлебер нәмә ҡапмағанмын.

– Минең дә йүнләп ашағаным юҡ инде. Тамаҡ ҡайғыһымы?! Ҡоро0һары ме 0нән мөрхәтһенәм шунда.

Рәүфә дөгө бутҡаһы ҡуйҙы, сәй ҡайнатты. Һөтһөҙ генә сәйләп, ҡапҡылап ал 0дылар.

Оҙон0оҙаҡҡа һуҙылып кис етте. Ҡояш теләр0теләмәҫ кенә алыҫтағы ҡара ур 0ман аҫтына сумды. Гөжләп ике «ЗИЛ» уҙҙы, әммә туҡтаманылар – уларҙың икәү 0һен генә ҡалдырырға булдылар, ахыры; ҡайҙалыр олоп0олоп эт өрҙө, кеше та 0уышы ишетелеп ҡалды, мылтыҡ гөрһөлдәне, күктә бер0бер артлы йондоҙҙаратыл ды. Берауыҡ һүҙ0хәбәр тынып ҡалған арала Рәүеф тәҙрә аша тышҡа тек ләпторҙо, «ҡара ҡарға»ның һәр көндәгесә, дөрөҫөрәге, кистәгесә, өйҙө уратып ҡа ба 0ланмай ғына йөрөүен күҙәтте. Ул һәр ваҡыттағыса уҡлауҙай төҙ, теүәл, бер ар 0тыҡ хәрәкәт яһамаҫ һәм, әлбиттә, гел уяу. Рәүеф йәнә өйөнә шылтыратып ҡа ра 0ны, йәнә теге ҡалын тауыш «Мин иҫкәрттем бит, башҡа шылтыратма, юҡһа, те 0ле фоныңды тартып алырға мәжбүр буласаҡмын» тип бәйләнеште өҙҙө.

Ошо мәлдә Сәғиҙәһе нишләй икән? Көтөүҙән мал0тыуарҙы ҡаршылайҙыр йәкиһыйырын һауып ултыралыр, һауыр ҙа башмаҡты эҙләп сығыр. Табып алып ҡайт 0ҡас, балалары менән киске аш ашар, шунан уларҙы йоҡларға әҙерләр. Улары,атай ниңә һаман ҡайтмай, тип ныҡышыр. Бигерәк тә малайы күңелһеҙләнәлер.

58 Йондоҙ сәскә

Page 59: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Сәғиҙәһе тынысландырған, ҡайта, оҙаҡламай ҡайта, күстәнәс йә берәй бүләкалып ҡайта, тип алдаған булалыр. Ай, эт талағырҙары, ҡайҙан ғына килеп ҡаптыҡул дарына? Алданыраҡ һиҙгән булһа, сит ауылдағы берәй туған0тыумасаһынайә дуҫ0ишенә барып ятыр ине. Йығылырымды белһәм, һалам түшәп ҡуйыринем, тигән һымаҡ, ҡайҙан ғына беләһең инде «ҡара ҡарға»ларҙың төнөн ки лепбаҫыуҙарын? Хәйер, ул төн тапмаһалар, иртәгәһенә, иртәнән һуңына ба ры берэләктерерҙәр ине – гел генә йәшенеп йәки ҡасып йөрөп булмай. Кеше энә тү гел,ҡара исемлектәренә теркәлгәнһең икән, ер аҫтына инһәң дә соҡоп сы ға ра 0саҡтар.

Утты тоҡандырҙылар. Рәүеф шкафтан түшәк, одеал, мендәр сығарҙы. Ҡарай0һай лай торғас, тотонолған, ярайһы уҡ керләнгән простынялар, подо де яль ник 0тар араһынан сағыштырмаса таҙаларын табып, ҡатын быға тиклем Рәүеф йоҡ 0лап йөрөгән сеткалы тимер карауатҡа – үҙенә, Рәүефкә диванға урын йәйҙе, кер 0ләнгәндәрен, йыуырға тип, ситкә өйөп ҡуйҙы.

– Рәүеф ағай, телевизор бар, радио көләпәһе, ҡарайһыңмы, тыңлайһыңмы һуң? – Маташтырып ҡараным, икеһе лә эшләмәй.– Тимәк, насар маташтырғанһың, – тине ҡатын, – бына иртәгә ныҡлабыраҡ

ма таштыр, бында ятыу оҙаҡҡа китһә, телевизор ҡарамай, радио тыңламай ул 0ты райыҡмы ни? Донъянан артта ҡалып, тамам ҡырағайға әйләнәбеҙ ҙә баһа.

Рәүеф, ысынлап та, иртәгә ныҡлап ҡарарға кәрәк, тигән уйға килде. Был би сә 0 не ниңә элегерәк килтермәнеләр икән, тигән уй ҙа төштө башына, ҡара, ки лепкерҙе лә донъя көтөп алды ла киттесе. Ай, үткер үҙе, үткер. Шунан күңелен йә нәбаяғы шиксел уй ҡаға: ысынлап шпион булһа? Унан һурған бар мәғ лү мәт те, ниҡы ланғанын, һөйләшкән бар хәбәрҙе «ҡара ҡарға»ларға ошаҡлап0ет ке реп то ра 0саҡ. Ошаҡлай0ошаҡлай ҙа, ҡотола алмаҫлыҡ итеп Рәүефте муйынынан ба 0тырып,үҙе сығып китә...

Көнө буйы машинала һелкенеп килеп, етмәһә иҙән, ҡашығаяҡ йыуып, өйҙөйы й ыштырып, саң һөртөп тамам арыған Рәүфә, ятайым әле, Рәүеф ағай, тине,кис ныҡлап төшөп тә өлгөрмәгән бер мәл. Бәй, ят, тип яуапланы Рәүеф, ҡа тын 0ды йәлләп. Теге аяғын, өҫтөн сисеп, төнгө кейемен кейҙе лә юрған аҫтына сум 0ды. Һәммәһе лә ябай, ҡәҙимге килеп сыҡты, әйтерһең, үҙ өйөндә. Ә Рәүеф оҙаҡйоҡ лай алмай этләнде, уйланып тик ятты. Бер нисә мәртәбә тороп, ҡыҙыл сәс 0кәгә ҡарап торҙо – ул баҙлауыҡ кеүек яна ине. Арып серемгә киткәндә таң һы ҙы 0ла башлағайны.

Бер көндө улар араһында ошондай етди һөйләшеү булды. Ул турала хәбәр көндә, хатта көндәр буйы бара, әммә нисектер өҙөк0йыртыҡ, өҙөлөп0ялғанып ти гән 0дәй. Ә был юлы...

– Рәүеф ағай, былайтып күпме ятырбыҙ икән?– Беҙҙең ғәйепте, йәнәһе, иҫбат итеп бөтөнләйгә япҡансы, иҫбат итә ал ма һа 0

лар, сығарғансы инде.– Улайһа, ниңә килмәйҙәр йә саҡырмайҙар һуң? Минең килеүгә лә әллә нисә

көн үтте.– Кем белә инде? Закон үҙҙәренең ҡулында, нимә теләйҙәр, шуны эшләйҙәр.

Мин һаҡсыға әллә күпме әйтеп ҡараным, талаптарымды яҙып та бирҙем. Яуапһа ман юҡ.

– Бәй, нимәлер ҡылырға кәрәк тә инде. Нисек өнһөҙ0тауышһыҙ ултырабыҙ?– Кәрәк тә бит, тик нимә? Ишек ике йоҙаҡҡа бикле, тәҙрәләрҙә – рәшәткә, сте 0

на ларҙы емерерлек, түбәне алырлыҡ түгел. Етмәһә, ҡулда бер ҡорал юҡ.– Ә баҙ?

Әмир Әминев 59

Page 60: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Рәүеф телһеҙ ҡалды. Был турала уйламағайны түгел, ҡат0ҡат уйлағайны, тикғә мәлгә ашыра алмаҫлыҡ әмәл тип ҡарағайны. Телһеҙ ҡалыуы шунан – фе кер ҙә 0ренең тап килеүе. Ҡара һин уны, барыбер ҙә уйлап йөрөгән!

– Һабы һыныҡ көрәк менән бер үҙем нисек ҡаҙа алырмын икән?– Көрәк тә бармы ни?– Әйтәм бит, һыныҡ көрәк. Баҙҙа ята.– Төшөп ҡараныңмы?– Ҡараным.– Көрәк тә булғас... Унан килеп, һин яңғыҙ түгел, хәҙер беҙ икәү. Һиңә ул ни 0

геҙҙе күптән соҡорға кәрәк ине. Мине көтөп ултырҙыңмы? – Рәүфә йәнә көлдө.– Тупрағын ситкә алып булһа ла торормон.

– Башларбыҙ ҙа, тотоп та сығарырҙар.– Сығарһалар, сығырбыҙ. Рәүеф ағай, һеҙ хәс тә теге әкиәттәге һымаҡ һөй ләй 0

һе геҙ. Ҡартайған ата0әсәһе, балаларына, сәсеү етте, әйҙәгеҙ, ашлыҡ сәсәйек,тигәс, оло ҡыҙы көҙгә кейәүгә сығасағы, малайы армияға алынасағы, кесе ҡыҙыуҡыр ға китәсәге тураһында белдергән. Йәнәһе, уларға кәрәкмәй, көҙгә береһелә өйҙә ҡалмай. Әммә оло ҡыҙ кейәүгә сыға алмаған, малайҙы армияға са ҡыр 0ма ғандар, кесе ҡыҙ уҡырға инмәгән, һөҙөмтәлә өсөһө лә өйҙә ҡалған, ти... Шуләкиәтте уҡығанығыҙ бармы?

Нишләп белмәһен, белә ул әкиәтте Рәүеф. Һүҙ ҙә юҡ, был юлы Рәүфә хаҡлы:ҡул ҡаушырып, ишекте асыуҙарын көтөп ултырыуҙан фәтүә юҡ, нимәлер ҡы 0лыр ға кәрәк.

– Үҙең әйтмешләй, «ҡара ҡарға»лар кергәндә ишек асыла бит, бәҙрәфкә лә,һауа һуларға ла сығаралар – ҡаса алыр инең?

– Юҡ.– Нишләп?– Һаҡсылар беҙҙең һымаҡ түгел, икенсе тоҡом кешеләре. Үҙең иғтибарлап ҡа 0

ра: оҙондар, көслөләр, йөҙҙәрендә тамсы нур юҡ. Эргәләге һаҡсынан берәй төр 0лө күҙ яҙҙырған хәлдә лә, улар күҙәтеү вышкаһынан күрәсәк тә арттан төшә сәк.Ә мин уларҙың нисек шәп йүгергәнен беләм. Вышканан башҡа ла беҙ бел мә гәнберәй төрлө дозорҙары барҙыр әле. Кеҫә телефонын тыңлағас, үҙең аңла инде.Килтергәндә бер егет ҡасты – тоттолар, ошонда керер алдынан мин дә ҡа сып ҡа 0раным – килеп сыҡманы.

Рәүеф ике ваҡиғаны ла ентекләп һөйләп бирҙе.– Нисек ҡыйыулығың етте улай, Рәүеф ағай? – тип ғәжәпләнде, хатта һоҡ лан 0

ған дай итте уның ҡылығына Рәүфә. – Бикләнге килмәгәндән инде. Ысҡына алырмын, тип уйлағайным да, бул ма 0

ны. Бәлки, яҡшығалыр ҙа: ҡасырһың, өйөңә ҡайтып етә алмай ҡара урмандааҙа шып үлерһең. Бәлки, һине осратыуға булғандыр...

«Рубин» – илдең тәүге төҫлө телевизоры. Артҡы ҡапҡасын асып тотҡолап, һел 0кет келәп, тикшереп ҡарағайны, бер сымы ысҡынған булып сыҡты. То таш тыр 0һа – эшләй, әммә төҫһөҙ һәм һикертеп0һикертеп күрһәтә. Борғослауҙан фәтүәбул маны. Рәүфә, ярай, артабан булаштырма, юҡһа сәпсим боҙоп ҡуйырһың, ти 0гәс, туҡтаны – кистәрен шуға булһа ла текәлеп ултырырҙар. Ике тәҙрә араһындаэлеү ле торған радионы алғайны, өнһөҙ – динамигын аҡтарып алғандар. Берәйергә ырғытып ҡуймағандармы тип, эҙләргә тотондо. Йөрөй торғас, шкаф ар 0тына тығылған ҙур бер плакатҡа юлыҡты. Унда рәссам йыһанды гиҙгән кешенетө шөрөп ҡуйған. Йәнәһе, совет кешеһе күккә оса, йыһанды үҙләштерә. Бәхетлейыл майған һындың тирә0яғында йондоҙҙар, ҡояш, зәңгәрһыу0аҡ болоттар йөҙә,

60 Йондоҙ сәскә

Page 61: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ракеталар оса. Әйтергә лә түгел – ирек, хөрриәт. Плакатҡа «Вперед – к ком му 0низму!» тип яҙып ҡуйылған. Был йортта кешеләр ирекле йәшәгәндә, ошо пла 0кат тың стенала эленеп тороуы тәбиғи ҙә булғандыр, өйҙө зинданға әй лән дер гәс,көл көнө килтерә, хатта күңелдә нәфрәт ҡуҙғата. Шуға ла берәйһе алып, шкафар тына тығып ҡуйғандыр ҙа.

Бында төртөлөп, тегендә төртөлөп, нимә эҙләгәнен үҙе лә белмәй бер килкейө рө гәс, тәҙрә янына барып баҫты. Тәҙрә – уларҙы тере донъя менән то таш ты 0рыу сы, тышҡа ҡарап үҙҙәренең әлегә иҫән икәнен дәлилләүсе берҙән0бер ҡа рал 0ты. Шул ваҡыт тәҙрә быялаһына ҡайҙандыр ҙур ҡара себен – быға тиклем кү рен 0мә гәйнесе – килеп бәрелде, шаҡ итеп ҡалды, әйтерһең, таш бәрҙеләр. Бә рел делә, шаңҡыптыр, тупһаға әйләнеп төшөп ятты. Бер аҙ хәл йыйғас, ҡый мыл дап,яңы нан өҫкә атылды ла тәртипһеҙ рәүештә осорға тотондо. Юҡ инде, килеп ҡап 0тың минең ише, ярыҡ0фәлән юҡ тәҙрәлә иреккә сығырға, һуңғы көндәреңә тик 0лем шулай эҙләнергә тура киләсәк. Хәйер, һиңә бында еңелерәктер ҙә, сөнкитыш та көҙ, оҙаҡламай һыуыҡтар бәрәсәк, ҡар яуасаҡ.

Себен бер тәҙрәнән икенсеһенә осто, әйтерһең дә, унда ҡотолоу тишеге әҙер 0ләп ҡуйғандар. Әммә алданды мәхлүк: унда ла һис ниндәй ярыҡ юҡ. Тәҙрә рам 0да ры яңаҡҡа лыпын индереп ҡуйылған, быяла ла рамға һауа ла кермәҫлек итепйым лап ултыртылған. Элек, үҙ өйөндә, оялмай0нитмәй аш өҫтәленә, ризыҡ0тәғәмгә ҡу нып йонсотҡан себен, әле килеп, Рәүефкә нисектер йәл тойолдо. Үҙетот ҡон лоҡ та ултырғанға шулайҙыр – ул да системаның хоҡуҡтары ныҡсикләнгән меҫ кен себене бит...

...Бер төндө шөкәтһеҙ дөбөрләтеүгә уянды Рәүеф. Өйҙәрен, әйтерһең, ҡай ҙа 0лыр һөйрәтә башланылар. Ҡурҡып ҡына күҙен асты ла, башын ҡалҡытып, сәйерта уышҡа ҡолаҡ һалды. Дөйөм геү араһында кеше һөйләшкәне, ат быш ҡыр ға ны,бер0береһенә бәрелгән тимер сыңлауы, «ҡара ҡарға»ларҙыҡы ише ҡырҡа бо йо 0роҡ тар ишетелгәндәй. Был һис малай0шалай йөрөүе түгел, шау0геү алыҫ тан,урман эсенән килә һәм яҡынайған һайын көсәйә бара. «Нимә был?» тип башват ты Рәүеф, тауыштың айышына һис төшөнә алмай, шунан түҙмәне, тороп,урам яғы тәҙрәһенә барҙы. Йорттарынан ике йөҙ – өс йөҙ метрҙағы урман ауы 0ҙы нан колонна0колонна булып теҙелешеп0эйәртенешеп халыҡ ташҡыны үтепбара! Ҡараңғы булғас, уларҙың кем икәнен һис танырлыҡ түгел, шулай ҙа айяҡтыһында йәйәүле ғәскәр атлағанын самаларға була. Штыктар ялтлап китә, ак 0сельбанттар, погондар шәйләнә, бейек фуражкалар күренә. Был ни ғәләмәт, типиҫе китте Рәүефтең, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Форма0амуницияларына ҡа 0рағанда, 1812 йылғы ғәскәр бит! Кино төшөрәләрме, әллә берәй төрлө учениеба рамы? Әллә күпме пехота үткәс, ауыр пушкалар тартҡан мисәүле аттар, уларар тынан ябыҡ повозкалар, ҙур0ҙур төйөнсөктәр, тоҡтар, һандыҡ һымаҡ нә мә 0ләр тейәлгән арбалар үтте. Юҡ, кино төшөрөү түгел был, учениеға ла оҡ ша 0маған, ысын һуғыш бара – дошман шәйләмәһен өсөн төнөн хәрәкәт итеүҙәре йә 0ки позиция алыштырыуҙары. Регуляр ғәскәр артынан, саҡ ҡына ҡалыбыраҡ, ар 0ҡа ларына уҡ0һаҙаҡ аҫҡан, һөңгө тотҡан, баштарына ҡолаҡсын бүректәр кей 0гән кешеләр төркөмө ағыла башланы. Эйе, былар – беҙҙекеләр. Ҡана, тәҙрәнеҡа ғайым, һөрәнләйем, бәлки, ишетерҙәр ҙә килерҙәр, ишекте асырҙар, мин дәулар менән китер инем, тип өмөтләнде, әммә барыбер ишетмәйәсәктәрен, ишет 0 кән хәлдә лә ғәскәр сафынан айырылып сыға алмаясаҡтарын самалап (ун а нРәүфә лә йоҡлай), был ярһыу ниәтен көскә ауыҙлыҡланы... Әллә күҙенә кү 0 ренәме милләттәштәре, әллә Ер шары кирегә әйләнеп, ваҡыт бөгөнгөнән үт кән 0гә боролдомо?

Әмир Әминев 61

Page 62: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Оҙаҡламай ғәскәр урман эсенә инеп бөттө, әйтерһең дә, ғибрәт дәү йылан еряры ғына төшөп юғалды. Рәүеф, кино кадрҙары һымаҡ күҙ алдынан үткән кү ре 0неш тән һис тыныслана алмай, оҙаҡ баҫып торҙо ҡараңғылыҡҡа текәлеп. Яҡ ты 0ра башланы, күҙенә йоҡо эленмәһә лә, урынына барып ятырға мәжбүр булды.

– Төнөн урман ауыҙынан ҙур ғәскәр үтеп китте. – Иртәнге сәй эскәндәрендә Рә 0үеф шулай тине, тулҡынланып. Әйтергәме0юҡмы, тип байтаҡ икеләнде әлеөндәшер алдынан. Шуға ла хәбәрен сәйгә тиклем һуҙҙы.

– Ғәскәр, ти? Ниндәй ғәскәр? – Рәүфә аптырап уға текәлде. – Кешеләрме ни?– Ғәскәр булғас, кешеләр инде. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡат на шыу сы 0

лар. Башҡорттар ҙа бар ине.– Рәүеф ағай, һин нимә? – Ҡатын сәй эсеүенән туҡтаны ла сынаяғын өҫтәлгә

ул тыртты. – 1812 йылғы ғәскәр икәнен ҡайҙан белдең?– Кейемдәренән, ҡоралдарынан.– Ул саҡтағы ғәскәр әле нисек йөрөһөн, ти, ул? 200 йыл ваҡыт үткән. Төшөңә

кер гәндер.– Мин төш менән өндө айырмайыммы ни? Аҡылым теүәл әле. – Рәүеф үп кә лә 0

гәндәй итте.– Һин нимәнелер бутайһың, Рәүеф ағай, барыбер. Ултыра торғас, аҡылыңа

зыян килмәнеме? Алла һаҡлаһын.– Ҡуйсәле. Бына һиңә ҡараған ошо күҙҙәрем менән күрҙем. – Рәүефтең асыуы

килә башланы. – Беҙҙе ҡалдырып киткән йүнәлештән килделәр ҙә урман эсенәинеп юғалдылар. Күп ғәскәр – полк, дивизия ғына барҙыр, күберәк булмаһа...Мин үҙем да иҫ0аҡыл китеп, ышанмай ҡарап торҙом.

– Ә ниңә мине уятманың? Икәүләп ҡарар инек. – Рәүфә йөҙөндәге ғәжәпләнеүышан мауға әүерелде. Шуға ла хәбәрҙе шаяртыуға борорға тырышты. – Ҡыс ҡы 0рып берәйһен саҡырыр инек тә, ишекте астырып, улар менән китеп ҡотолоринек был төрмәнән.

– Йоҡлаһын, тинем шул... Хәйер, мауығып ҡарап онотҡанмын.– Бер өй эсендәге кешене нисек оноторға була? Ҡыҙыҡ һин. 200 йыл элек йә 0

шә гән кешеләр бөгөн нисек йөрөй алһын? Хәҙер уларҙың һөйәктәре лә серепбөт кәндер инде.

– Ышанмаһаң ышанмайһың инде. Ә мин күрҙем. – Рәүеф урынынан тороп уҡкит те.

– Ярай, Рәүеф ағай, юҡҡа бәхәсләшмәйек. Һин күргәнһең, мин – юҡ. Башҡортто топ ҡарамайынса ышанмай. Ул ғәскәр, моғайын, кире ҡайтыр, шунда минемот лаҡ уят, йәме?

Был хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, Рәүеф, бәлки, ысынлап та, күҙемә кү рен 0гән дер ул ғәскәр, мираж булғандыр, тип шикләнә башланы. Сөнки бының бу лы 0уы мөмкин түгел: 1812 йылғы Ватан һуғышы XXI быуат башына нисек әйләнепҡай та алһын?

Төштән һуң, кискә ҡәҙәр, «ҡара ҡарға»ның ныҡлы күҙәтеүе аҫтында баҡсанысүп тән таҙарттылар, уны өйөп яндырғас, ер ҡаҙҙылар. Был эш Рәүефкә лә, Рәү фә 0гә лә танһыҡ ине, шуға ла кинәнеп эшләнеләр, әйтерһең дә, үҙҙәренең баҡ са һы.Баҡсаның исеме генә ҡалып бара, ташландыҡ хәлгә еткән. Күрәһең, бай таҡ танбирле кеше ҡулы теймәгән, тейгән хәлдә лә хужаларса ҡыланмағандар. ШундаРәүеф Рәүфәгә бикләнеүенең тәүге көндәрендә үк иғтибар иткән һәм тәҙ рәнән гелҡарап0күҙәтеп торған йондоҙ сәскәне күрһәтте. Өшөмәһен өсөн тө бө нә ҡалынитеп кипкән япраҡ һалдылар. Быға Рәүефтән бигерәк Рәүфә ҡы уан ды. Ғөмүмән,ул шаярҙы, көлдө, Рәүефкә тупраҡ киҫәге, кипкән ағас ботаҡтары бәр ҙ е, унан

62 Йондоҙ сәскә

Page 63: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

оҙаҡ итеп һынсыл ҡарап торҙо, йүгереп китте. Хәс тә ҡолонсаҡ, әсә һе эр гә һен дәбулғанға, йәшел үләнгә, иркенлеккә ҡыуанған ҡолонсаҡ! Рәүеф тап бөгөн, баҡ 0сала эшләгән арала, уның быға тиклем күрмәгән0шәйләмәгән ке шелек си фат 0тарын асты, һоҡланды, оҡшатты.

Кистән һәр ҡайһыһы үҙ урынына ятты. Ләкин бының бөгөн әҙәп һаҡлау өсөнгенә икәнен икеһе лә аңлай ине. Рәүфә, хәйерле төн, матур төштәр теләп, бө гәсәйәнә кеше0фәлән күрһәң, Рәүеф ағай, үҙең генә ҡарама, мине лә уят, тип шың 0ғыр ҙатып көлдө лә, мут йылмайып, юрғаны аҫтына сумды...

Һәр ҡайһыһы борғоланып, әйләнеп0тулғанып, уфтанып оҙаҡ ятты. Төн уртаһыет кәс, Рәүеф түҙмәне – күпме түҙергә мөмкин, тимерҙән яһалмаған, тере кешелә һә – ҡомарына хужа була алмай, ҡалҡынды ла карауатҡа ынтылды. Йөрәгекүк рәген бүҫеп сығып бара, тәне пружиналай ҡыҫылып, шартлап ысҡыныр хәл 0гә еткән, әйтерһең дә, быға тиклем ҡатын0ҡыҙҙы бер ҙә татымаған үҫмер сағы.

Рәүфә уның уй0ниәтен аңлап, үҙе лә көтөп ятҡан, ахыры: Рәүеф дивандан ҡал 0ҡыныу менән, юрғанын төпкә һирпте лә ҡулдарын һуҙҙы – ирендәр ҡу шыл ды,тәндәр ҡауышты, тын алыуҙары туҡталды, гүйә...

Һабантуйҙа сапҡан аттар шикелле арып0талғас, бер килке өндәшә лә алмай ят 0тылар. Ярһыуҙары яйлап үҙ ярҙарына ҡайтып, хәл йыйғас, Рәүфә стенаға бо рол 0до, һыҡтағаны ишетелде.

– Бәй, аҙашбикә, ни булды? – тине Рәүеф, ҡулын уның яурынбашына һалып.«Аҙа ш» тип беренсегә әйтте. Яҡын күреп әйтте. Ҡатын өндәшмәне, шулай ҙаһыҡ тауынан туҡтаны.

– Гонаһ ҡылдыҡ бит, – тине, байтаҡ һүҙһеҙ ятҡас.– Үкенәһеңме әллә? Үкенмә. Беҙ ир менән ҡатын араһында була торған тәбиғи

эште башҡарҙыҡ.– Ҡалай эгоист икәнһең дә. Тәбиғи эш, имеш... Тәбиғи эш – һыйыр һауыу, ба 0

ла лар, өй ҡарау, бесән сабыу. Ә был... бер0береһен яратҡан кешеләр араһындағына...

– Бер0беребеҙҙе яратабыҙ, тип иҫәпләйек, улайһа. Ҡасандан бирле бергә, берҡыйыҡ аҫтындабыҙ, йоҡлап йөрөгән урындарыбыҙ йәнәш. Күпме түҙергә була?Аҡыл дан яҙа яҙҙым бит. Ғәфү ит. – Рәүеф бушанды, уға еңел һәм рәхәт. Әммәүҙендә ғәйеп тә һиҙҙе:ҡатын янына үҙе барҙы һәм көсләгән һымағыраҡ килепсыҡ ты – ир теләгенә ҡатын ҡаршылашып тора аламы? – Ярай, улай йөрәгеңәяҡын алма, һин ҡатын кеше... Ҡыйын булмағандыр бит...

Рәүфә уның яғына әйләнде, муйынынан һығып ҡосаҡланы.– Кәнтәй теләмәһә, арлан киләме? – тине, йәнә һыҡтап, унан тәрән көрһөндө

лә Рәүефтең ирендәренән, күҙҙәренән үпте. – Ир менән күпме йәшәп, бындай ҙарә хәтлекте кисергәнем юҡ ине. Үләм икән тип торам. Килтереп япмаһалар, ғү 0мер буйы бының ниндәй ләззәт икәнен белмәҫ инем.

Ошо ҡайнар төндән һуң ике төн йәнә айырым йоҡланылар. Рәүеф, ҡатындырән йетермен, тип тә уйланы, Сәғиҙәһе алдында ғәйеп тойғоһо кисереүе лә барине. Тормош шундай шарт алдына килтереп ҡуйғас, нишләйем, малай тү гел 0мен, тип үҙенең ҡылығын аҡланы ла. Өсөнсө төнөнә, түҙмәй, йәнә карауатҡатар тылды... Бынан ары, ирле0ҡатынлы кеүек, кистән үк бергә яттылар. Яҡын 0лыҡ тары тәүге тапҡырҙағы ише ҡойон, дауыл, ғәрәсәт үк булмаһа ла, һаман даләз зәтле байрам ине.

– Балағыҙ юҡмы ни?Ҡатындың кәүҙә төҙөлөшө, ҡыҙҙарҙыҡы кеүек тығыҙ тәне бала тапмағанына

иша ралаһа ла, ҡыҙыҡ өсөн генә һораны бер төндө Рәүеф.– Юҡ шул.

Әмир Әминев 63

Page 64: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Нисә йыл йәшәйһегеҙ һуң?– Өс. Дүртенсегә китте.– Бишәр, унар йыл балаға уҙмағандар ҙа була. Көтөргә, өмөтләнергә...– Ундайҙар ҙа осранымы? – Тимер зыңы яңғырап китте ҡатын тауышында.

Рәүеф, ирекһеҙҙән, көнләшә лә башланы был, тип уйланы. Ҡатын0ҡыҙ ирен һәрсаҡ үҙенең шәхси милке иткеһе килә, хатта зинданда ла.

– Булды, тимәйем бит. Уҡып, ишетеп беләм. Кеше араһында йәшәйем дәһә.Ана, беҙҙең ауылдағы йәш уҡытыусыларҙың һигеҙ йыл балалары булманы. Нин 0дәй генә санаторий, курортҡа йөрөмәне ҡатыны, больницаға ла ятып ҡараны,әбей0һәбей име тиһеңме. Туғыҙынсы йыл тигәндә генә сабыйҙары тыуҙы. Ә ми 0нән ҡалһаң, нишләрһең?

– Һинеке, тим инде. Үҙеңсе? Ҡатыныңа ни әйтерһең?– Мин бит ауырға ҡалмайым.– Ауылыңа бала күтәреп барһам йәки ҡатының һин ҡайтҡансы бала табып

торһа?Башына килтереп һуҡтылармы ни! Шаҡ итеп ҡалды. Сөнки был турала Рәүеф,

ғө мүмән, уйламай ине: башҡа бисәләр йөрөй, ә һинеке – юҡ. Ирҙәр, ғәҙәттә,шу лай уйлай. Эйе, ул да, күҙ ҙә йоммай, Рәүфә кеүек, бәй, бала ни – һинән инде,тип яуаплаясаҡ. Туғыҙ ай эсендә булһа, ышанырһың, унан да оҙаҡҡа китһә...Вәт, мәҙәк була инде! Рәүфәнең һорауына яуап бирә алманы Рәүеф, һүҙ тап ма 0ны. Шунлыҡтан асыуы килде лә хәбәрҙе тиҙерәк икенсе юҫыҡҡа төшөрҙө, дө рө 0ҫөрәге, ҡатындың үҙенә ябырылды:

– Һин минең янға махсус ябылған шымсы түгелме ул?– Аңламаным. – Ҡатын ихлас аптыраны. – Нисек махсус ябылған?– Ултырған кешенән кәрәк мәғлүмәт алыу, ҡылған енәйәтте фашлау өсөн енә 0

йәт селәр янына икенсе кешене, йәғни «утка» ултырталар. Ул тегенең эс0ба уы 0ры на керә, ышанысын яулай ҙа ҡылған эшен быға һөйләй.

– Һин әллә шундай ҙур енәйәтсеме? – Рәүфәнең күҙҙәре ҙур асылып, йөҙөнәҡы ҙыллыҡ йүгерҙе. – Ә мине ниңә шпион тип уйлайһың? Әйттем бит, төн йө ҙөн 0дә өйөмдән инеп алдылар ҙа һинең яныңа ҡалдырып киттеләр.

Рәүеф үҙенең шиге нигеҙһеҙ булыуын аңланы. Рәүфә алдамай, эсе таҙа, кү ңелебалаларҙыҡы һымаҡ керһеҙ. Ай, уйламайыраҡ әйтте, ахыры.

– Юҡ, мин былай ғына, һине һынар өсөн генә... – Ғәйепле йылмайҙы Рәүеф.Күпмелер ваҡытҡа ҡатындың аптырау ҡатыш үпкәле йөҙө үҙгәрмәне, һалҡынкө йө ҡалды. Рәүеф ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫҡас ҡына, йомшарғандай итте.

– Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, Рәүеф ағай... Рәнйеүем бар. Ошаҡ йөрөтөү,ке нә ҡыуыу, кеше артында һөйләү ғәҙәтем юҡ. Шундай яратышҡандан һуң дабындай уй нисек башыңа килгәндер?

– Әйттем бит, юрамал ғына, тип. Ярай, ғәфү ит.Ҡатын өндәшмәне. Ир кешенең шулай аҡланыуына ышандымы, әллә барыбер

ҙә шиге ҡалдымы – Рәүеф быны аңлай алманы. Шиге ҡалған хәлдә, бер уйлаһаң,йәтеш тә, сөнки ул биргән һорауҙы Рәүфә иҫенән сығармаясаҡ, тимәк, Рәүефһалған ҡармаҡҡа эләккән көйө йөрөйәсәк. Тәүге мәлдә ниндәйҙер уңайһыҙлыҡкисерһә лә, бер аҙҙан был уйынан арынды, хатта, дөрөҫ эшләнем, тигән ышаныскил де. Ҡатындың кәйефен кире ҡайтарыу өсөн, тел осонда ғына йөрөгән икен 0се һорауын бирҙе:

– Ә теге параллель кластағы минең маңҡа аҙаш артабан ҡайҙа булды һуң?– Үәт, бер нәмәне лә онотмайһың, ә, һин үҙең шпион түгелме икән әле? – Рәү 0

фә йылмайғандай итте. – Ҡайҙа булһын, һыйыр ҡойроғона йәбешкән дегәнәкһы маҡ бер аҙым да арттан ҡалмай йөрөгәс, кейәүгә сығырға мәжбүр булдыммин уға.

64 Йондоҙ сәскә

Page 65: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Саҡ йығылып китмәне Рәүеф. Рәүфәнең хәбәре буйынса, бер нәмәгә лә эш 0кин мәгән бүкән тип күҙ алдына килтергәйне ирен. Ошо сибәр ҡатынды ри за ла 0та алғас, улай уҡ бешмәгән түгел, тимәк. Ныҡышлығы, әрһеҙлеге, түҙемлегеменән еңгәндер.

– Да0а0а, – Рәүеф тышҡа баҡты. Интриганың шулай ябай ғына тамамланыуығә жәпләндерҙе уны, хатта ниңә һорағанына үкенеп тә ҡуйҙы. Ҡыҙыҡһынмағанбул һа, сер һаҡланыр, был татлы йәш ҡатынды ҡосоп ятҡан бәхетле ир кем икән,ти гән көнсөл уй телгеләр ине күңелен. Хәҙер бөтәһе лә асылды, сер ҡалманы.Хә йер, төптән уйлап ҡараһаң, уға телгеләнергә урын да юҡ: был ҡатын менәнваҡытлыса ғына бергә. Рәүеф – үҙенең Сәғиҙәһенә, Рәүфә Рәүефенә ҡайтҡас,бер0береһен мәңгегә онотасаҡтар. Барыһы ла йылы хәтирә генә булып ҡаласаҡ.Шулай булыуы хәйерлелер ҙә...

Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, тигән һымаҡ, ашауҙары, ысынлап та, буштанбулып, хөкүмәткә бер тинлек тә хеҙмәт күрһәтмәй ятһа ла, бынан ҡасыу уйы берми нутҡа ла Рәүефтең башынан сыҡманы. Ишекте асып, дүрт яғың ҡибла, типәй теүҙәрен көтөү мәғәнәһеҙлек ине хәҙер. Күпме ваҡыт үтте, береһенең бер кер 0гәне юҡ, ниңә килтереп япҡандарының сәбәбен аңлатыусы, ғәйеп тағыусы лаюҡ. Билдәһеҙлек – иң ауыр яза. Әллә тамам оноттолар, әллә тәүҙә шулайтып рух 0тарын һындырырға самалайҙар, белмәҫһең. Телефоны һүнде, яҙған та лап та ры 0на һаман яуап бирмәйҙәр. Тимәк, үҙенә, үҙҙәренә бер сараһын табырға кәрәк.Тик нисек, ни рәүешле? Берҙән0бер юл – баҙҙы ҡаҙыу. Ул фекер Рәүефтең ба 0шына тәүге көндәрҙә үк ингәйне0инеүен, тик һаман тотона алмай ҙа ҡуя. Йорт 0 тоң ҡайһы мөйөшөнән ҡаҙырға? Ишек яғынан ярамай – аңлашыла, баҡ са ға ҡа 0раған ике стена ла – вышка күҙәтеүе аҫтында. Бер яҡ ҡына ҡала. Бура ул тырғанбе тон нигеҙ ер өҫтөнән ярты метр самаһы бейеклектә, ер аҫтында ла шул са 0малыр, күберәк булмаһа. Ана шул бетон аҫтынан үтеп, һаҡсы йөрөгән мар шрут 0тан ун – ун биш метр уҙып ергә ҡалҡырға тура киләсәк. Шунан да кәм яра май,сөнки вышканан күренәсәк, унан килеп, «ҡара ҡарға» йөрөп ята. Уйылып төш 0мә һен өсөн алға хәрәкәт иткән һайын таяуҙар менән терәтеп барырға тура ки 0лер әле, өҫтәүенә.

Рәүфә тәүҙә Рәүефте оҙаҡ уйлауҙа ғәйепләгәйне, ошо хаҡта яңынан һүҙ ҡуҙ 0ғатҡайны, ҡурҡты ла киттесе. Бәй, үҙең әйттең дәһә, тигәс, берауыҡ өндәшмәйторҙо, унан, булашма, күңелем һиҙә: оҙаҡ тотмаҫтар, йонсоуың ғына булыр,тине. Рәүеф, үҙ сиратында, йәнә, был мине сығармаҫҡа самалай, һаман мәғ лү 0мәт һауа, шпионлыҡ итә, тип уйларға мәжбүр булды.

– Көтөп ултырыу үлемгә тиң. Бөтөнләй сығармаһалар?– Быға тиклем нишләп ултырҙың һуң? Мин килгәйнем, ҡаҙам да ҡаҙам... Ҡаҙ!– Бәй, һине көттөм, – Рәүеф шаяртырға маташты.– Улай булмай ул. Ҡасан да иҫтәренә төшөрөрҙәр. Мин, тикшерәләрҙер, справ 0

ка0фәлән йыяларҙыр, кәрәкле кешеләрҙән һорашаларҙыр, белешәләрҙер, типуй лайымсы. Кеше – энә түгел. Тейешле мәғлүмәт йыйғас, ултыртып ҡуйырлыҡбер ниндәй ҙә енәйәт юҡлығын күрерҙәр ҙә бер көн, ишекте асып, сығығыҙ, ғә 0йебегеҙ юҡ икән, яңылыш япҡанбыҙ, тип әйтерҙәр...

– Ҡалай бер ҡатлы икәнһең дә. Беҙҙең менән бер кем дә шөғөлләнмәй, шө ғөл 0лән һәләр, ғәйеп тағырҙар ҙа күптән судҡа оҙатырҙар ине. Нисә аҙна, какуй аҙна,ай, бер нисә ай ваҡыт үтте, һаҡсынан башҡа берәйһе индеме? Юҡ. Йә яңылыш,йәғ ни берәйһе менән бутанылар, йә райондан төшөрөлгән разнарядка буйынсаул тырттылар. Так что, урыҫ әйтмешләй, спасение утопающих – дело рук самихутопающих.

Әмир Әминев 65

3 «Ағиҙел», №5.

Page 66: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Әллә инде, Рәүеф ағай. Кешенең исем0фамилияһы, пропискаһы, йәшәгән е р е,эше, күршеләре бар, ауылы, районы һәр ҡайҙа теркәлгән. Шулай булғас, ул ни с е кюғалырға тейеш? Мине ирем, һине ҡатының,– исмаһам, улар барыбер эҙләйҙербит?

– Эҙләйҙер эҙләмәйсә. Тик беҙҙең бында икәнде улар ҡайҙан белһен? Ул мәғ лү 0мәт бер ҡайҙа ла юҡ, бер кем дә әйтмәйәсәк уларға. Бындай уч реж дениеларҙыңба рыһы ла, хәрби частар кеүек, номер0һандар менән йөрөтөлә, ә уны юғарыетәк селектәге бер нисә кешенән башҡа бер кем дә белмәй.

Рәүфә өндәшмәне, тәҙрә аша ҡайҙалыр текәлгән килеш шымтайҙы. Бер килкеРәүеф, был туңбашҡа нимә тип аңлатамдыр инде, аңлайһы кеше түгел, типуйланы.

– Утыҙ етенсе йылда миллион0миллион кешене әлегеләй төндә алып китеп яп 0ҡан дар. Япҡандар ҙа, йүнләп тикшереп тә тормай, атҡандар. Уларҙы 600сы йыл 0дар ҙа ғына аҡланылар. Береһенең дә ғәйебе юҡ. Беҙҙең менән дә шул тарих ҡа 0батланыуы бар.

– Атырҙар микән ни шулай? – тип һораны Рәүфә, ҡурҡып. – Бик ихтимал. Шуға, давай, мин ҡаҙайым, һин тәҙрәнән ҡарап ултыр – «ҡара

ҡарға» күренеү менән хәбәр бирерһең. Ул ингәнсе миңә баҙҙан сығып, ҡап ҡа 0сын ябып өлгөрөргә кәрәк.

Баҙ стенаһы бер ҡат кирбес менән уратылғайны, тупраҡ убылып ҡойолоптормаһын, тигәндәрҙер. Йылыны ла һаҡлай. Кирбес стенанан бетон нигеҙгәтик лем метр ярымлап барҙыр. Тимәк, нигеҙгә барып етеү өсөн генә лә кирбессте наның бер өлөшөн аҡтарырға, унан ерҙе соҡорға тура киләсәк. Нигеҙҙең ераҫ ты өлөшөнөң күпме икәнен белеп булмай, бәлки, ярты метрҙыр, күберәк тәбу лыуы ихтимал. Өй ҙур бит. Һабы яртылаш һыныҡ көрәк менән кирбескә төрт 0көләү бер һөҙөмтә лә бирмәне. Унан Рәүеф кирбес стенаны үҙенә тартып ҡа ра 0ны, һелкенмәгәс, этәрҙе – ҡуҙғалырға уйламаны ла. Цементты йәл лә мә гән дәр.Еме реү өсөн кувалда, кирбесен берәмләп аҡтарып алам тиһәң, лом0фәлән кә 0рәк. Ә ул ҡоралды ҡайҙан алаһың? Ихатаға сыҡҡанда һиҙҙермәй берәй нәмә ге 0нә тотоп кермәһәң. Әммә унда бер нәмә лә таба алманы Рәүеф. Ағас бар, ти мер 0ҙе һиңә кем әҙерләп ҡуйһын? Тапҡан хәлдә лә, «ҡара ҡарға»нан йәшереп ин дерәал маҫ ине. Шуға ла ул ярҙамға Рәүфәне саҡырҙы. Икәүләп тарт ҡай ны лар, сте на 0ның бер өлөшө емерелеп төштө, саҡ өҫтәренә ишелмәне.

Тупраҡ ныҡ баҫылған, етмәһә, дымлы, көрәк саҡ0саҡ керә. Әҙләп кенә соҡо 0ған тупрағын Рәүеф, йыйылып китеп, йөрөгәндә ҡамасауламаһын өсөн, баҙҙыңикенсе мөйөшөнә ырғыта барҙы. Иртәнге сәйҙе эсә лә төшә, Рәүфә төшкөһөнәашар ға саҡырғансы хәл ала0ала соҡоуын белә. Тирләй, устарының тиреһе ҡа ба 0рып0һыҙырылып төштө, биле, аяҡ быуындары талды.

Бер көн, ниһайәт, нигеҙҙең аҫтына төшөп етте. Һөҙөмтә төҫмөрләнһә лә, эш 0ләүе ҡыйынлашты: ҡырҡҡа бөгөлөп, көрәк осона эләккән еүеш тупраҡты, хә ҙеринде балсыҡты, боролоп артына ырғытыуы ифрат йәпһеҙ. Яйлап уныһына лакү некте, һәм мөйөштәге тупраҡ өйөмө ҙурая барҙы, ҙурая барҙы. Ә Рәүфә былэше нән уны һаман тыя, юҡ менән булаһың, берәй ҡасан сығарырҙар әле, ана,ма шиналары йөрөп тора, берәйһе туҡтар ҙа алып китер, тип өгөтләй. Ләкинбаш лаған эшен Рәүеф туҡтата алмай инде. Кистәрен, сәй эсеп алғас, Рәүфәнеңшул туралағы хәбәрен йә уйынға һабыштыра, йә сәйәси тотҡондарҙың әлегеише ябай ағас йорт түгел, нигеҙенән ҡыйығына тиклем таштан һалынған ҡәл 0ғә нән ҡасҡандарына тарихтан миҫалдар килтерә. Бындай һөйләшеүҙәрҙән һуңРәү фә уйға ҡала, күңелһеҙлеккә бирелә, илап та ала, юҡтан ғына мәрәкә табып

66 Йондоҙ сәскә

Page 67: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

көлә лә... Шулай көн артынан көн үтә тора. Өй эргәһенән элеккесә ауыр ма ши 0на лар уҙа, төнөн уратып һаҡсы йөрөй, һирәкләп булһа ла урмандан сыҡҡан йә 0ки урманға ингән кешеләрҙе күреп ҡалалар.

Бер мәл «ҡара ҡарға» өс көн ашарҙарына индермәне. Астан ҡырҡылдырырғабул дылар, ахыры, тип аптыраштылар тәүҙә, унан ҡурҡыуға ҡалдылар. Индергәнри зыҡты Рәүфә былай ҙа самалап тотона ине, шуға ла запастары етте әлеге өскөнгә, дүртенсе көнөнә һыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Һаҡсы бишенсе кө 0нөнә генә пәйҙә булғас, Рәүеф түҙмәне, әйтте:

– Астан үлтерергә булдығыҙмы?Һаҡсы өндәшмәне, дөрөҫөрәге, ишетмәмешкә һалышты, сепрәк сумканың

эсен дәген йомро өҫтәлгә бушатып, сығыу яғына боролғас:– Мин – һаҡсы, нимә килтерәләр, шуны индерәм, – тине ҡырыҫ ҡына.– Тимәк, онотмаһындар өсөн начальствоны иҫкәртеп торорға кәрәк. Беҙ мал

тү гел, улар һымаҡ уҡ кеше. Әгәр улар әҙәм икән...Ишек төбөндә уны махсус көтөп торған Рәүеф артындағы ултырғысты алып

һел тәп ебәрҙе. Әммә һаҡсы тотҡондоң ниәтен алдан һиҙендеме, бесәй етеҙлегеменән ултырғыстан ялтанып өлгөрҙө лә ни аралалыр суҡмарҙай ҙур йоҙроғонтот ҡондоң эсенә килтереп тә төрттө. Төртөү ифрат ҡаты булды, Рәүеф һынғанке үек уртаға бөгөлдө, эсен тотоп иҙәнгә ҡоланы. Ҡолап барғанда оҙон ҡараплащ тың салғыйҙары ярғанат ҡанатылай елферләп киң йәйелеүен, ул тыр ғыс 0тың иҙәнгә бәрелеп ватылыуын шәйләне. Рәүфә әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе,шарт итеп ишек ябылды, йоҙаҡ бикләнде...

Тупраҡты көрәктең осо менән генә алһа ла, эше яйлап барҙы. Мәктәптә ба ла 0ларға йыш ҡына, белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, тигән әйтемде ҡабатлайтор ғайнылар. Бында белем алыу юҡ, булғанын юғалтмаһаң бик һәйбәт, ә бына«энә менән ҡаҙыу» тигәне бик тә тура килә. Ай, ауыр бөксәңләп тә туңҡаңлапсоҡоуы! Соҡорҙан сығарғаныңды баҙ өҫтөнә ырғытыуы ла ҙур этлек. Ҡа ба ла ныпйә онотолоп китеп уяулыҡты ла юғалтырға ярамай, үтә һаҡ булашырға кәрәк:«ҡа ра ҡарға» кергеләп тора, өй уратып та йөрөп ята. Рәүефтең күҙ ҡа рашынан,үҙ0үҙен тотошонан, хатта һөйләшеүенән шикләнеүе бар, иҙәндә ятып ҡалғантуп раҡ, сүп0сар, баҙ еҫе, тирле кейеме уны шулай уҡ хыянатсыл рәүештә «һа та»ала.

Бер көн иртәнсәк эшен дауам итеү өсөн төшһә, нигеҙҙең бер нисә урындан,үрмәксе ауы шикелле, тирә0яҡҡа ярылыуын шәйләне. Кистән улай түгел ине,уны һын Рәүеф теүәл хәтерләй. Тимәк, нигеҙ бигүк ҡалын түгел. Йә иҫкерә, йәйорт ауырлығына түҙә алмай сүгә. Ҡаҙыуҙың касафаты ла булыуы ихтимал.

Ике көндән һуң йәнә ғәжәпкә ҡалды: соҡоп бетон аҫтына төшкәйне, тупраҡеңел сыға башланы! Рәүефтең уйынса, ерҙе ҡалын бетон ҡатламы баҫып торғас,тупраҡ, киреһенсә, тығыҙ баҫылып ятырға, шунлыҡтан тағы ла ауырыраҡ со ҡо 0лор ға тейеш ине. Бер яҡтан яҡшы, сөнки эше еңелләште, хәҙер икенсе ауырлыҡкил де: сығарған тупраҡты өҫкә, баҙ эсенә, ырғытыуы ҡыйынлашты. Ҡырҡҡабөк ләнеп аҫҡа эйелә, бөксәнләп, тубыҡланып көс0хәлгә көрәк осо менән аҡтарала өс бөртөк дымлы тупраҡты алюмин сеүәтә менән һоҫоп өҫкә һирпә. Бынаҡай ҙа ул балаларға әйткән «энә менән ҡойо ҡаҙыу!»

Бер кис нигеҙҙең өҫтән аҫҡа ҡарай ҡыҫҡа ғына ярығы иртәнсәккә күҙгә кү ре 0неп оҙонайҙы, киңәйҙе, – әйтерһең дә, ярыҡты төн эсендә кемдер нимә ме нән 0дер ҡайырған. Ҡаҙа килә, ул һаман киңәйә, оҙоная барҙы, нигеҙҙең башҡа урын 0да ры ла сатнаны.

Бер көн уның көрәге ниндәйҙер ҡаты нәмәгә төртөлдө. Рәүеф тәүҙә, йә

Әмир Әминев 67

3*

Page 68: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

фундаменттан кителеп төшкән бетон, йә нигеҙ ҡорғанда ырғытылған таш ки ҫә 0ге лер, тип уйланы. Аптырап, туҡтарға мәжбүр булды, икеләнде, шунан йәнәтөрттө, был юлы нығыраҡ итеп. Теге әйбер әллә һынды, әллә ярылды – көрәгетөп кә үк инеп китте. Эйелеп, баяғыны тартып сығарғайны – һөйәк. Кеше һө йә 0ге! Ҡурҡышынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Сәстәре үрә тороп, арҡаһы буйлапһал ҡын зымбыр үтеп китте. Ул көн эшен дауам итә алманы. Ҡурҡты.

Төнөн оҙаҡ йоҡлай алмай ятып, таң һыҙыла башлағас ҡына серемгә китеп ба 0ра ине, теге төндәгесә, урман яғынан ауыр гөрһөлдәү ишетте лә тороп тәҙ рәгәҡапланды. Урман ситенән йонсоу аттарға атланып, – күрәһең, төнө буйы ки лә 0ләр – әллә күпме хәрбиҙәр төркөмө китеп бара, улар артынан мисәүле ат егел гәноҙон арба, арбаны оҙатып – йәнә бер төркөм һыбайлы. Арбала әллә ти мер ҙән,әллә нәҙек ағастан яһалған ситлек, ситлек эсендә кеше һыны шәйләнә. Ул ар бахәрәкәте ыңғайына бәүелә, сайҡала. Аяҡ0ҡулы бығаулы, тимер бығауҙар сың лапкитә. Тотҡондоң кейем генәһе лә йыртыҡ0йортоҡ, тәнендә селтәр ке үек һәленептора...

Был ни хәл, әллә, теге төндәге кеүек, йәнә күҙемә күренәме, тип Рәүеф күҙ ҙә 0рен йомғолап, ҡул һырты менән һыпырғылап алды, әммә арыған һалдаттар,йон соған аттар, ситлеккә бикләнгән кеше һыны юғалманы. Ышанды ла, ышан 0ма ны ла был күренешкә. Тәүге ваҡиғаны һөйләгәс үҙен көлкөгә ҡалдырған Рәү 0фә не уятырға ла ниәтләнде, уятһа, йә барыбер күрмәҫ, йә кешеләр юҡҡа сығыр,тип кире уйланы.

Бер мәл бойороҡҡа оҡшаш ҡырҡа тауыштар яңғыраны. Халыҡ тулҡыны яй ла 0ны, оҙаҡламай бөтөнләйгә туҡтаны. Арыған аттар, бышҡырып, баштарын эйҙе,һы байлылар ергә төштө, барыһы ла арбалағы ситлек янына йыйылды. Арбаныңалғы өлөшөндә барған берәү ситлектең ҡапҡасын асып эскә керҙе. Тотҡондоңаяғындағы бығауын систе һәм тегене эткеләп0төрткөләп ергә төшөрҙө. Оҙонкәү ҙәле берәү, командирҙарылыр, күрәһең, нимәлер әйтте, эргәһендәгеләр меҫ 0кен дең өҫтөндәге һәләмә кейемен систереп, оҙонса бүкәнгәме һуҙып һалдылар.Ҡо раллы һалдаттар уны уратып баҫты. Шунда Рәүеф тотҡон тирәләй һалдаттарғы на түгел, саҡ ҡына ситтәрәк әллә күпме ябай кешенең дә баҫып торғаныншәй ләне. Улар, баштарын эйеп, тотҡонға баҡҡан. Ҡараштары нәфрәтле, йоҙ 0роҡ тар төйнәүле. Тирә0яҡ ауылдарҙан ҡыуып килтерелгән халыҡтыр, ахыры. Та 0ғы баш күтәрһәгеҙ, һеҙҙең менән дә шулай буласаҡ, тип ғибрәт өсөн ҡа ра тыпторалар, күрәһең. Бер нәмә лә ҡыла алмайҙар шул, бахырҙар. Ҡорал юҡҡулдарында... Һәм Рәүеф бында алып килгән саҡтарында ҡыйыу егеттең йәшелялан да ҡасырға маташыуын, «ҡара ҡарға»ларҙың уны ҡыуып етеп, ҡулдарынабы ғау һалып машинаға килтереп ырғытыуҙарын шулай күмәкләп ҡарап тор 0ғандарын хәтерләне...

«Салаватке – 150 кнутов, Юлаю – 100», – тип сәрелдәне оҙон... Бәй, Салауат ба 0тыр менән атаһы Юлайҙы һуҡтыралар түгелме һуң? Ҡәбәхәттәр, йыртҡыстар!Рә үеф шырпы һымаҡ ҡапыл янып0ярһып китте лә, үҙ0үҙен белештермәй, тәҙрәгәһуҡ ты. «Туҡтағыҙ, һеҙ нишләйһегеҙ, сволочтар! Ул бит Салауат!» Йән асыуынаһө рәнләне, иланы, үкһене, тотҡондарҙың арҡаһына шыйылдап ҡамсы төшкәнһа йын үҙенә һуҡҡан һымаҡ үрһәләнде, тәҙрә тупһаһына менде, рамға йәбеште,быя лаһын селпәрәмә һуғып төшөрҙө лә тимер рәшәткәне һелкетергә тотондо.Унан икенсе, өсөнсө тәҙрәгә ҡапланды, ситлеккә бикләнгән йыртҡыс ише, өйбуй лап сапты, ишекте типте, унан, үҙенең һүҙҙәренә үҙе тонсоғоп, шартлар сик 0кә етеп иҙәнгә ҡоланы...

Тауышҡа ҡурҡып уянған Рәүфәнең «Ни булды ла ни булды?» тип үрһәләнеүендә, тынысландырырға тырышып башын күкрәгенә ҡыҫыуын да, ашығып килеп

68 Йондоҙ сәскә

Page 69: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

кергән һаҡсының эргәһенә килеп баҫыуын да шәйләмәне. Бөтә тәне ҡалтырана,йө ҙөн тир ҡаплаған, ҡулы быялаға йыртылып ҡанаған, ара0тирә: «Салауат, Са 0ла уат! – тип өҙлөкһөҙ ыңғырашыуын,– ғәфү ит, бер нисек тә ярҙам итә ал ма йым,үҙем зинданда ултырам», – тип күҙ йәштәрен түгә0түгә шыбырҙауын ғына белде.Уның тартышҡан, дерелдәгән, пружина ише бер көсөргәнгән, бер бушаған кәү 0ҙә һен ҡосҡан Рәүфә уны «һаташа» тип, ә һаҡсы «ултыра торғас был бәндә, ни һа 0йәт, аҡылынан яҙҙы» тип уйлай ине...

– Рәүеф ағай, концерт бара бит, ниңә ҡарамайһың? – тине Рәүфә бер кисте. Та 0уы шы күңелсәк яңғыраны – кинәнеп тыңлайҙыр, ахыры. Рәүеф боролдо: эк ран 0ды тултырып ул сәхнәлә тотошон да, тауышын да үҙ итмәгән, әммә те ле ви зор 0ҙан «төшмәгән» халыҡ артискаһы йырлап маташа ине. Тауышы бар, ә көйө0моңо юҡ.

– Ҡарайымсы, – тигән булды Рәүеф, ҡатынды рәнйетмәҫ өсөн генә.– Ҡарамайһың шул. Концерт башланһа, телевизор алдынан китәһең дә бара 0

һың. – Әллә, йыры ла оҡшамай, телевидениеның ошоноң ише концерттарҙы үтә

йыш биреүҙәрен дә өнәмәйем. Әйтерһең дә, тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл,беҙ ҙең бер ниндәй проблемалар, етешһеҙлектәр юҡ, аяҡ һәлберәтеп шоу ҡа 0рарға ғына ҡалды.

– Аңламаным. Концертһыҙ нисек була инде ул?– Концерты ла кәрәк, ләкин үтә йыш түгел, аҡыллы, проблемалы тап шы рыу 0

ҙар иҫәбенә булмаһын. Юҡһа, күр, кис һайын концерт, шау0шыу, уйын0көлкө,йыр ҙа бейеү. Халыҡты тамам йоҡлаталар бит, алдайҙар, киҫкен сәйәси, со ци 0аль, ижтимағи темаларҙан ситкә алып китәләр. Был беҙҙә генә түгел, Үҙәк те ле 0ви дениеһы ла шулай. Ҡайһы каналды асма – Америка боевиктары, атыш, үл те 0реш, көсләү, Сталлоне ла, Ван Дам, терминатор, Задорнов, Петросян, кулинаручи лищеһы студенты. Ә беҙҙекеләр һуҡырҙарса шуны ҡабатлай.

– Ҡуй, Рәүеф ағай, концертһыҙ булмай барыбер ҙә. Сәйәсәте лә, башҡаһы лакә рәк мәй, миңә – концертты ғына бир.

– Шулай икәнен күптән аңланым инде. Концерт башландымы, йәшник эсенәинерҙәй булып ултыраһың. Юҡ, шәхсән һине ғәйепләүҙән әйтмәйем, беҙҙең ба 0ры быҙҙы ла шуға күнектерәләр.

– Һин уҫал барыбер ҙә, Рәүеф ағай, оҡшамай, тиһең дә...– Илдә ябай кешенең эшен, эш хаҡын, көнкүрешен яҡшыртыу өсөн бик аҙ эш 0

ләнә, түрәләр үҙҙәрен генә ҡарай, урлаша, алдаша. – Шулай тине лә телен теш 0ләне – артығын һөйләне. Тәҙрә янына килеп, тышҡа баҡты. Күпмелер ва ҡыт ҡаюғалып торған ҙур ҡара себен ҡолағы төбөнән шыжлап осто ла шап итеп быя 0лаға килеп ҡаҡлыҡты. Ныҡ бәрелеүҙән шаңҡып, тәҙрә тупһаһына килеп төш тө.Бер нисә минут ятҡас әйләнде һәм рам буйлап өҫкә үрмәләй башланы.

Рәүфә өндәшмәне, кинәнеп, йотлоғоп концерт ҡарауын белде.

Көн артынан көн үтте, улар аҙнаға, айға йыйылды. Буранлап ҡар яуҙы, унаниреп бөттө, унан йәнә яуҙы. Елләп алды, сыуаҡ көндәр торҙо. Сыуаҡ көндәрҙесу йындай ауыр болотло күңелһеҙ тәүлектәр алыштырҙы. Һауа торошона ҡараптот ҡондарҙың кәйефтәре үҙгәрҙе. Әрләшеп тә киттеләр, яраштылар ҙа, донъ 0яларын онотоп яратыштылар ҙа. Рәүфә илап та алғылай. Һауа торошона ҡараптор лаҡтары бер һыуынды, бер йылынды. Йөрөргә сығарған саҡта, утын тиһәңхә тере ҡалыр, сереп ауған йәки ҡороған алмағастарҙы, кипкән ҡарағат, ҡурайелә ге, крыжовник ботаҡтарын өйгәйнеләр бер нисә урынға, хәҙер шуларҙы

Әмир Әминев 69

Page 70: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

индереп яғалар мейескә. Йылыһы сыҡмай тиерлек; арҡа, ҡул йылытырлыҡ ҡы 0на, өҫтәмә рәүештә юрған0маҙар индер, тигәйне лә Рәүеф, «ҡара ҡарға» ҡо 0лағына ла элмәне. Һорай торғас, бер йөк машина утын ғәләмәте килтереп ау ҙар 0ҙылар ауҙарыуын, тик ағас сей, уны көн дә тигәндәй үҙҙәренә бысып, ярып ин 0дерергә тура килә. Индергәс, мейес башына һалалар киптерергә. Ҙур өйҙө йы 0лытыр өсөн ҡаты һәм ҡоро утын кәрәк, тик уныһын ҡайҙан алаһың? Былай ҙа,һаҡсы күрмәгәндә – күрһә лә күрмәмешкә һалыша – ихатаны уратып то тол ғанштакетникты кәртәһенән һурғылап индерәләр. Штакетнигы ҡаты, күп селектәҡайындан, йылыһы бар. Мейескә тәүҙә шуны һалалар бер0ике бөртөк, өҫ төнә –сей утынды. Быҫҡылдап0быҫҡылдап ята инде шунда, әҙ0мәҙ йылыһын сы ғарып.

Аҙна0ун көнгә бер мунсаға йөрөтәләр. Уныһы күҙәтеү вышкаһының артында,ваҡ ҡайынлыҡ араһында. Тәүҙә – Рәүефте, ике сәғәттән һуң – Рәүфәне. Ҡарамун са бәләкәй, таҡта солан менән, әммә һәр саҡ һыуы күп була, эҫе итеп яғалар.Кем яға, кем ҡарай – уныһын Рәүеф белмәй. Кергәндә лә, сыҡҡанда ла берәйһенкү рермен0осратырмын тимә. Мөғжизә инде торғаны бер. Кейем, түшәктәрен дәһаҡ сы алыштырып сыға билдәле0тәғәйен көндәрҙә, нишләп башҡа кеше, әй 0тәйек, берәй ҡатын0ҡыҙ шөғөлләнмәй был эштәр менән – шулай уҡ сер.

Гәзит0маҙар, таба алһаң, китаптар ҙа индер әле, уҡып ятайыҡ, ваҡыт үткәрепбул май ҙаһа, тип әйтеп ҡарағайны ла Рәүеф, тыңламаны һаҡсы. Нишләһен, ара0тирә радионы аса, һирәкләп телевизорға күҙ һала. Ләкин оҙаҡ ҡарай, тыңлай ал 0май, тиҙ ялҡа, сөнки хәбәр, мәғлүмәттәре мөһим түгел, бер үк һәм гел «ура», оп 0тимистик рухта. Баҡһаң, тормоштары телевизорҙан күрһәткәнсә ал да гөл, бө 0тә нәмә хәл ителгән, мейес башына менеп аяҡ һелкеп ултыраһы ғына ҡалған...

Уҡыу йылы башланды, директорҙы, Ғәлимде, уны алып китһәләр ҙә, дәрестәртөҙөлгән расписание буйынса үтәлер. Улар юҡ тип кенә балаларҙы уҡыуҙан туҡ 0татмаҫтар. Ҡыҙыҡ, ауыл халҡы улар тураһында нимә һөйләй, улар юҡлығын уҡы 0тыусылар балаларға нисек аңлата икән? Моғайын да, район мәғариф бү ле генә лә,администрацияға ла еткергәндәрҙер. Аптырашып ултыралармы, әллә юға рыраҡинстанцияларға хәбәр итеп, эҙләү ойошторҙолармы? Бәләһенән баш аяҡ тип, берҡайҙа йөрөмәүҙәре лә ихтимал. Беҙҙең халыҡ барыбер бер0береһенең яҙмышынабитараф ҡарай бит...

...Кеше һөйәге сыҡҡан көндән һуң байтаҡ ваҡыт үткәс кенә төштө Рәүеф яңы 0нан баҙға. Унда ла ҡурҡа0ҡурҡа ғына. Шәмен соҡорға мөмкин тиклем яҡы 0ныраҡ килтереп ултыртты ла тубыҡланып шомло ҡараңғылыҡҡа текәлде. Кө 0рәге соҡор төбөнә ташланған көйө ята, башҡа һөйәк күренмәй. Төштө лә беркил ке һағайып торҙо. Соҡор өҫтө бушлығында яртылаш аҫылынып торған бетоннигеҙҙәге элекке ярыҡтар тағы оҙонайған, яңылары барлыҡҡа килгән һымаҡ.Рә үеф эйелеп көрәген алды, йәнә стенаның төрлө өлөштәренә ҡарап торҙо, унанеңелсә генә тупраҡҡа төрттө. Көрәк осо бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ еңел инепкитте. Был тынысландырҙы Рәүефте. Тимәк, һөйәк берәү генә булған һәм бындаосраҡлы ғына килеп эләккән.

Ял иткәс ни, ул көн ифрат һөҙөмтәле эшләне Рәүеф: нигеҙҙең бер өлөшө, икетекә тау араһына һалынған күпер һымаҡ, соҡор тәңгәлендә аҫылынып ҡалды.Ки сен, өҫкә сыҡҡанда, бетондағы ярыҡтар йәнә оҙонайған һәм киңәйгән, яңы 0лары барлыҡҡа килгән кеүек тойолдо уға. Кем белә, бәлки, арығанға, көнө буйытигәндәй ярым ҡараңғыла эшләгәнгә шулай күренгәндер? Бетонға ултырған иңаҫ ҡы имәндә ярыҡтар, ваҡ ҡына аҡ бәшмәк ҡаплаған еүеш урындар бар икән.Тәүге төшкәндә Рәүеф уларҙы күрмәгәйне...

70 Йондоҙ сәскә

Page 71: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Мин ауырға ҡалдым шикелле, – тине бер кис Рәүфә. – Күңелем болғана, башәйләнә.

Рәүеф терт итеп ҡалды. Әлбиттә, зина ҡылыуҙарының шуның менән тамам ла 0нырын самалай ине, ләкин былай тиҙ булыр тип һис көтмәгәйне. Ире менән өсйыл йәшәп ауырға ҡалмағанды, бынан һуң да ҡалмаҫ, тигәнерәк уйҙа ине. Баҡ 0һаң, улай түгел, булмышы өйҙәге хәләленекен түгел, сит0ят Рәүефтең ор лоҡ та 0рын көткән булып сыға.

– Нисек... шикелле? Ҡалғаныңды0ҡалмағаныңды теүәл генә белмәйһеңме ни?– Ҡайҙан беләйем? Быға тиклем ҡалып ҡарағанмы ни?Шулай тиһә лә, тауышы һис ҡайғылы түгел, киреһенсә, шатлыҡлы ине Рәү фә 0

нең. Сөнки өс йыл түлһеҙ йөрөгәндән һуң көтмәгәндә0уйламағанда балаға уҙы 0уы уның өсөн ҡыуаныс, хатта бәхет, күрәһең. Һуңғы көндәрҙә нисектер кү ңел 0лә неп, һүҙе күбәйеп, шаянланып, йөрөшө талғынланып киткәйне шул. Бына ни 0мәгә булған икән ул үҙгәрештәр.

– Да0а0а! Шуны теләгәйнең бит, ҡабул булды, тимәк?– Нин дәй ҡатындың әсә булғыһы килмәһен, Рәүеф ағай? Ә һин үҙең шат тү гел 0

ме әллә?– Шат, һинең өсөн шат. Тик нисек аңлатырһың икән һуң был хәлеңде иреңә?– Ул турала мин бөтөнләй уйламайым әле, ҡасан сығарыуҙары хаҡында ғына

уй лайым. Ултырыу оҙаҡҡа һуҙылһа нишләргә? Балаға тегеһе кәрәк буласаҡ, бы 0ны һы...

– Бәй, ауырлы ҡатынды нисек тотһондар? Әйтербеҙ. Врач килеп тикшерер ҙәсығарырға ҡушыр. Хаҡтары юҡ артабан да һине бында тоторға.

Бер яҡтан, әлбиттә, шатлыҡ – һинең балаң, икенсе яҡтан насар – сит ҡа тын 0дан. Хәйер, Рәүфә Рәүефкә һис сит ҡатын түгел хәҙер. Үҙ итә, ярата уны. Бергәул тырғандан ғына яралмаған ул тойғо, енси яҡынлыҡтан да тыумаған, кеше бу 0ла раҡ та оҡшай уға Рәүфә, хужабикә булараҡ та. Уның менән нисектер еңел, яҙ 0мыш тарына яҙған фажиғә лә ҡасан да булһа үтә торған ваҡиға итеп ҡа бул ителә.Ул булмаһа, Рәүеф, моғайын, аҡылдан яҙыр йә үҙ0үҙенә ҡул һалыр ине. Әлбиттә,хаҡ ҡайғыра Рәүфә: артабанғы тормош0көнкүрештәре нин дә йе рәк юҫыҡ алыр.Сөнки, һаман да тотһалар, проблемалар тыуа башлаясаҡ бит. Ир тәме0һуңмысығарырҙар, балаһын өйөндә табыр, иренә уныҡы икәнен иҫ бат лай ҙа алыр. ӘРәүеф үҙе Сәғиҙәһе алдына ниндәй йөҙ менән ҡайтыр һуң? Йә шерен мөхәббәтемеше тураһында ғүмер буйы өндәшмәй йөрөй алырмы? Өн дәшһә, оло ғауғаҡубасаҡ. Ғауғала ғына туҡтаһа. Айырылышыуға ла барып ете үе ихтимал. Улсағында үҙенең малайы менән ҡыҙын әлеге балаға алыш тыра булып сыға.Ҡапыл үҙен ҡулға алырға килгән төндә «ҡара ҡарға»ның бәләкәй карауаттайоҡлаған ҡыҙына оҙаҡ итеп текәлеп тороуы иҫенә төштө. Ниңә шулай оҙаҡҡараны һуң ул? Бала яратҡанға түгел бит инде. Берәй уйы, ниәте, моғайын да,булғандыр. Йөрәкһеҙ, бөтөнләй эмоцияһыҙ, робот рәүешендәге ул кешенеңниндәйҙер хис0тойғоға бирелеүе ғәжәп...

Бер көндө, оҙаҡ ҡына яуған ямғырҙарҙан һуң, урман ауыҙына еңел машинаки леп туҡтаны. Эсенән тәүҙә 708 йәштәрҙәге малай һикереп төштө, артынса ҡа 0ба ланмай ғына йәш сибәр ҡатын менән йыуантыҡ ир сыҡты. Фырт кейен гән 0дәр, өсө һөнөң дә аяҡтарында – резина итектәр, өҫтәрендә – кәпәс, курткалар,ҡа тын дың ҡулында – кәрзин. Тимәк, бәшмәк йыйып йөрөүҙәре. Малайға ни мә 0ҙәк кә рәк, алан0йолан ҡаранды ла, шөкәтһеҙ өйҙө шәйләп, шунда йүгерҙе. Рәү 0фә нең шкаф тан тапҡан сепрәк0сапраҡтан үҙенә нимәлер тегеп, Рәүефтең ни 0геҙҙе ҡа ҙып сығып, тәҙрә төбөндә берсә тышты күҙәтеп, берсә һаман да теге ҙурҡара себендең тәҙрә быялаһы өҫтөнән ярыҡ эҙләүен ҡарап ултырған сағы ине.

Әмир Әминев 71

Page 72: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Малай, йыуғыс ише ятҡан үләнгә эләгә0йығыла, өй янына йүгереп килде ләтәҙ рәнән эскә ҡарарға маташты, әммә, нигеҙ бейек булғанлыҡтан, ҡарай ал 0маны, шунан ҡашағаға йәбешеп нигеҙгә менде һәм өлгөгә ҡапланды. Рәүеф уғаҡулдары менән ишаралап, ишеккә бар, атайыңа әйт, тигәнде аңлатырға ты рыш 0ты. Тик, ғәжәп, малай уның хәрәкәттәрен дә, уның үҙен дә күрмәне шикелле –бер ниндәй реакцияһы булманы. Башын тегеләй0былай борғолап, бер усын маң 0лайына ҡуйған килеш өй эсен байҡауын белде. Шунан икенсе тәҙрәгә, унанөсөн сөһөнә күсеп ҡапланды. Рәүеф уның артынан йөрөп алдында ым0ишараяһау ға, өндәшеүгә, хатта ҡысҡырыуға ҡарамаҫтан, малай бөтөнләй ҙә иғ ти бар 0һыҙ ҡалды. Дүртенсе тәҙрәнән һикереп төшкәндә, ахыры, яңылыш баҫып аяғынауырт тырҙы – аҡһай0туҡһай машиналары яғына һыпыртты. Атаһы янына ба 0рып, ҡулдары менән йортҡа ишаралап нимәлер ләпелдәне. Әммә атаһы ма ла 0йы ның хәбәренә лә, яңғыҙ йортҡа ла битараф ҡалды, етмәһә, иламһыраған улыары раҡ йөрөгән әсәһе янына киткәс, курткаһының түш кеҫәһенән ялпаҡ ялтырһауыт сығарып, бер нисә йотом нимәлер эсте. Бер аҙҙан улы менән ҡатыныуның янына килде, нимәлер һөйләшеп алдылар ҙа машиналарына ултырып ки 0теп барҙылар. Был тирәлә бәшмәк таба алманылар, күрәһең. Машина күҙҙәнюғал ғас, түтәлдәге йондоҙ сәскәгә күҙ һалһа, уны малайҙың ергә һеңдерә яҙ ған 0сы тапап киткәнен күрҙе Рәүеф. Уның йөрәге әрнене – сәскә күтәрелә алмаһа,уның бынан сығыу өмөтө тамам һүнәсәк...

«Донъяла нимә бара ул, ниндәй ғәйебем бар икән һуң?» тигән уй Рәүефте берми нутҡа ла ташламаны. Ятһа ла, торһа ла. Бындай эш осраҡлы башҡарылмай,икенсе кеше менән бутауҙары мөмкин түгел, йә уны күрә алмаған берәй ауыл 0дашы ошаҡлаған, йә үҙе түрә0ҡараға ҡаршы һүҙ әйткән. Икенең бере. Кемошаҡ лауы ихтимал да кемгә ниндәй ауыр һүҙ әйтеүе бар һуң, улайһа? Директорме нән дә, уҡытыусылар менән дә аралары арыу булды, ауылдаштарының, күр 0ше 0күләндең үс тотҡаны тойолманы, сәйәси темаларға лаҡап йә анекдот һөй 0ләп йөрөгәне юҡ. Һөйләһә лә – гәзиттә уҡығанды, телевизорҙан ҡарағанды ғы 0на. Уны кем һөйләмәй, хәҙер бөтәһе лә сәйәсмән, фекер алышыу юҫығындараҡба ра, ғәҙәттә, ундай гәпләшеүҙәр. Хәйер, теләһәң йәки ҡушһалар, йо морт ҡа нанда йөй табып була инде...

Туҡта, Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан район мәғариф бүлеге мөдиреХә би буллин мәктәптәренә килеп осрашыу үткәргәйне бит. Шунда тыуған бә хәс 0тә ҡатнашыуы сәбәп булманымы икән ҡулға алыуҙарына? «Күрһәтермен әлемин һиңә», – тип янап киткәйне ләһә. Моғайын, шуның ғына «күрһәтеүе»...

«Берҙәм ил» фирҡәһен Дәүләт Думаһына үткәреү буйынса эш ҡыҙа барған саҡ 0та килгәйне мөдир уларҙың мәктәбенә. Тәүҙә район мәғариф бүлегенең эше,ниндәйҙер ҙур ҡаҙаныштары хаҡында оҙаҡ итеп һөйләне, башҡарылып бөт 0мәгән, әммә тиҙ арала мотлаҡ эшләнәсәк эштәр хаҡында шыма ғына әйтеп үт 0те, уларҙың мәктәбенә лә туҡталды. Маҡтаны, оло бурыстар ҡуйҙы, унан төптемаға – һайлауҙарға күсте. Ялҡтырғыс оҙон хәбәренең төп мәғәнәһе шул ине:тағы ла ҙур уңыштарға өлгәшеү өсөн һеҙгә, уҡытыусыларға, мотлаҡ «Берҙәмил» фирҡәһе кандидаттарына тауыш биреү фарыз. Йәмғиәт үҫешендәге ар та 0банғы еңеүле аҙымдарҙы тик улар ғына башҡарып сыға аласаҡ, йәнәһе.

Сағыштырмаса йәш булһа ла – педагогия институтының физик культура фа 0куль тетын бөтөп район үҙәге мәктәбендә бер нисә йыл ғына эшләгән еренәнтәү ҙә директор, ике йылдан әлеге вазифаһына ултыртҡайны дуҫ0ише, ағай0эне 0һе – элекке партком секретары һымаҡ оҙон0оҙаҡ һөйләне, аҙаҡтағы әлеге өн дәү0

72 Йондоҙ сәскә

Page 73: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

өгөтө лә тупаҫ килеп сыҡты. Уҡытыусылар аудиторияһында бындай лозунгһымаҡ асыҡтан0асыҡ мөрәжәғәт, етмәһә, үҙен дә һөйһөнөп етмәгәс, сәйер, хат 0та тыңлаусыларҙы әҙәмгә һанамағансараҡ яңғыраны. Осһоҙло кәнфитте йыл 0тыр ҡағыҙға төрөп бирә белмәне. Әҙәмгә һанамау уҡытыусыларҙың намыҫынатей ҙе. Физкультура уҡытыусыһы Ғәлим, район буйынса ярыштарҙа мөдирҙең,физ культурник сағында, төп дәғүәсеһе булған һәм йыш ҡына, уҡыусылары те ге 0некенән яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп тә, еңелгән, мөдир, судьялар менән әш нә ле ге 0нән файҙаланып, «еңгән». Шуға үс алырға теләптер, ахыры, бәхәсте Ғәлим баш 0лап ебәрҙе.

– Хәбибуллин, һеҙ беҙгә ҡасан кәрәк булабыҙ, шул саҡта ғына киләһегеҙ. Кил 0гән һайын тауҙай вәғәҙәләр бирәһегеҙ, ләкин береһен дә үтәмәйһегеҙ. Был юлыла шулай буласаҡ. Мәктәптең утыҙ биш уҡытыусыһы һеҙҙеңсә тауыш би рәсәк,һәм һеҙ, еңеүҙе тәьмин иткән триумфатор булып, район админис тра ция һы та 0ра фынан маҡталасаҡһығыҙ. Ә мәктәпкә бынан бер ниндәй ҙә файҙа бул мая саҡ.Күрше ауыл балаларын, исмаһам, ҡыш көндәре автобус менән йөрө төр гә кә рәк,тип нисә йыл әйтәбеҙ, һеҙ килгән һайын, ярар, ойошторорбоҙ, ти һегеҙ ҙә ауыл 0дан сығыу менән онотаһығыҙ. Формалар, саңғы, спортзалға матылар, баш ҡакәрәк0яраҡ һорайбыҙ. Улар һаман юҡ, сөнки районға бүленеп килгәне һеҙ ҙеңэлек ке мәктәбегеҙҙән уҙмай. Иң мөһиме – мәктәпкә капиталь ремонт кә рәк,уны һын да әйтә киләбеҙ.

– Директор йөрөһөн, йөрөмәй бит, – тип яуапланы Хәбибуллин, иҫе лә китмәй.– Как йөрөмәй? – Директор урынынан һикереп үк торҙо. – Кергән һайын «на 0

до ел» тип ҡыуып сығараһығыҙ. Заявкалар күптән һеҙҙә ята! – Һайлауҙарҙан һуң хәл итербеҙ барыһын да. «Берҙәм ил» фирҡәһенә тауыш

бирегеҙ ҙә...– Тағы «итербеҙ». Тәүҙә – һеҙҙең эш, шунан ғына балаларҙыҡы. – Быныһы йәнә

Ғәлим. – Әлбиттә, теләгәндә автобус та алып була, директор Өфөгә барып, мәға 0риф министрлығына керә ала, ныҡлап йөрөһә, капиталь ремонтҡа аҡсаһын даюл ларға, спорт инвентарын, башҡаһын хәстәрләргә лә мөмкин. Әммә иң на 0сары – һеҙҙең беҙҙе эш үгеҙе тип һанауығыҙҙа. Власть яратмай был көтөүҙе, унанерәнә, сирҡана, уның проблемаларынан алыҫыраҡ йөрөргә тырыша. Ул үҙ ҙә ре 0нә кәрәкле сәйәсәттәрен үткәргәндә генә хәжәт. Халыҡ хәл итте, тип әй тер өсөн.

Шунда Рәүеф торҙо:– Хәбибуллин, һеҙ беҙҙең мәктәпкә бына нисә тапҡыр киләһегеҙ – килгән һа 0

йын һоранып та ялбарып. Үҙ мәнфәғәтегеҙҙә. Ә былай аяҡ та баҫмаҫ инегеҙ.Сөн ки әпәт һораналар, талап итәләр, шулай бит? Ҙурҙан ҡупҡанда, эш битбында Ғәлим Мөхәмәткәримович күтәргән мәсьәләләрҙә лә түгел. Беҙ нығыраҡбул һаҡ, һеҙ гел генә ҡаршы төшмәһәгеҙ, ауыл хакимиәте ярҙам итһә, автобустыла, ремонтҡа аҡсаһын да табып була. Бында эш демократик принциптар бо ҙо 0лоу ҙа, мәктәп коллективына баҫым яһауҙа, халыҡты һарыҡ итеп күреүҙә. Үҙәк 0тән күрмәксе, республика, район, ҡала кимәлендә лә власть органдары, шулиҫәптән һеҙ ҙә, Хәбибуллин, ябай ер кешеһен сүп күреп ҡарауҙа. Һоро масса,пластилин – нисек теләйем, шулай әүәләйем, тип.

– Рәүеф Рәшитович, һеҙ ябай ғына мәсьәләне үтә ҡатмарлаштыраһығыҙ. Үҙәкөсөн мин яуап бирә алмайым, минең компетенцияла түгел, үҙем, күреп тора һы 0ғыҙ,– район мәктәптәре тип йән атып йөрөгән кеше. Ярай әле, һаулыҡ бар, спортменән шөғөлләнеү ярҙам итә, юҡһа, һеҙҙең алда хәлем бөтөп йығылыр инем.

– Харап ҡына була күрмәгеҙ инде. – Ғәлим мыҫҡыллы көлдө. – Халыҡты зарила тырһығыҙ.

Әмир Әминев 73

Page 74: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Һеҙ, һәр ваҡыттағыса, бөгөн дә яуаптан ҡасаһығыҙ, Хәбибуллин. Етди йы йы 0лыш ты шоуға әйләндереп, халыҡтың аңын томалайһығыҙ. Һеҙ властьфирҡәһенә тауыш бирергә өгөтләргә килгәнһегеҙ, тимәк, беҙ, ошонда ултырғануҡы тыусылар, үҙебеҙ тауыш биреүҙән тыш, ауыл халҡын да шуға өгөтләргә те 0йеш булабыҙ, шулаймы?

– Рәүеф Рәшитович, сөнки уҡытыусы – ауыл интеллигенты, алдынғы ҡа раш 0лы, сәйәси яҡтан аныҡ позицияһы булған идеология фронты һалдаты. Һәр ко 0 мандала лидер була, бына һеҙ ауылда лидер, капитан. Эйе, һеҙҙең айырым фе ке 0регеҙ булыуы ихтимал, ләкин власть фирҡәһе үҙенә тауыш биреүҙе талап итәикән, һеҙ уға буйһонорға тейеш.

– Нисек буйһонорға? Мин бит фирҡә ағзаһы түгел. Шуға күрә ул мине һисмәжбүр итә алмай.

– Ағзаһы булмаһаң ни, һин ошо илдә йәшәйһең, фирҡә ил етәксеһе булараҡҡуша.

– Это мы уже проходили, Хәбибуллин. Буйһоноп күп йәшәнек һәм уның ни 0мәгә килтергәнен бик яҡшы беләбеҙ. Ярай, теорияға бирелмәйек, ергә тө шә йек.Бына беҙ, агитаторҙар, ауыл халҡын йыйып һеҙҙең фекерҙе алға һөрә баш ла 0һаҡ, улар шундуҡ әлеге лә баяғы – күпер, балалар баҡсаһы, медпункт һора я саҡ,күрше ауылдар балаларын беҙҙең мәктәпкә йөрөтөр өсөн автобус талап итәсәк.Уларға «Берҙәм ил» дә, «ғәҙел»дәр ҙә, коммунистар ҙа, «алма»лар ҙа түгел, ә минһанаған көн дә кәрәкле иң ябай уңайлыҡтар кәрәк. Улар сәйәсәттән алыҫ, нин 0дәй депутат һайланһа ла ярай, тик әлеге һораған уңайлыҡтарҙы эшләһен. Ә беҙнимә тип яуапларбыҙ уларҙың һорауына? Хәбибуллин вәғәҙәләй, типме? Ха лыҡбуш вәғәҙәләрҙән туйҙы, «Берҙәм ил» рүлдә күпме ултыра, берәй нәмә үҙ гәр 0ҙеме? Егерме йыл элек нисек йәшәһәк, һаман да шул кимәлдә.

– Да, һеҙҙең дәғүәләргә ҡаршы тороу ҡыйын, Рәүеф Рәшитович, болғауыс ине 0геҙ, һаман да шулай икәнһегеҙ.

– Нисек бар – шулай инде, Хәбибуллин. Һеҙҙе лә үҙгәртеп булмай бит. Ха лыҡ 0ҡа, ниндәй әсе булһа ла, хаҡты әйтергә кәрәк, алдарға, күҙ буярға ярамай. Бералда – икенсе ваҡыт ул һиңә ышанмаясаҡ. Шуға күрә халыҡты хәҙер «Берҙәм ил»өсөн өгөтләүҙән файҙа булмаҫ, сөнки власть, шул иҫәптән һеҙ ҙә, халыҡ алдындаышанысты юғалттығыҙ.

– Һайлауҙарҙан һуң хәл ҡырҡа үҙгәрәсәк, – тине Хәбибуллин.– Үҙгәрмәйәсәк, уға нигеҙ юҡ, предпосылка. Барыһы ла сираттағы пиар кам па 0

ния...Бына шул рухта башланып, шул рухтараҡ барҙы һүҙ ул осрашыуҙа. Әлбиттә,

бүтән мәсьәләләр ҙә күтәрелде, Ғәлим, мәктәп директоры, башҡа уҡытыусыларҙа һөйләне, талап итте, туған телде уҡытыу, милләт, мәктәп, ауыл яҙмышы, уҡы 0 тыусыларҙы штаттан ҡыҫҡартыуҙар, ЕГЭ, хеҙмәт хаҡтарының наҡыҫлығы һы 0маҡ мәсьәләләр ҡалҡып сыҡты. Элекке физкультура уҡытыусыһы күпселек һо 0рау ҙарға яуап таба алманы: был һиңә туп һуғыу, йүгереү йәки һикереү түгел –асыҡлармын, һорармын, белешермен, тиеү менән сикләнде. Һуңынан хатта,мәсьәләләрҙең сиселеш0үтәлеше һеҙҙең, ауыл халҡының һайлауҙарҙа нисектауыш биреүенән тора, тип әйтеүҙән дә тартынманы. Осрашыу тамамланғас,сәх нәнән төшөп, директор кабинетына йүнәлгәндә, Рәүефте үҙе артынан әйҙәпин дерҙе лә «Күрһәтермен әле мин һиңә! тип ыҫылданы. «Бәй, мин генә түгел,барыһы ла шул уҡ хәбәрҙе һөйләне лә», – тип бер ҡатлыраҡ яуаплағайны ла, «Әһин тәрәнерәк һөрәһең, һин башланың, тимәк, ойошторғанһың, тимәк, фир ҡә 0беҙ гә ҡаршы» тип ҡаҙарынды... Бына шул «тәрәнерәк һөргән»е өсөн үс алғандырҙа Хәбибуллин Рәүефтән.

74 Йондоҙ сәскә

Page 75: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Власть фирҡәһе ауылдан барыбер үтмәне – һөҙөмтәлә район хакимиәте улар 0ҙың биләмәһенә яуаплы итеп тәғәйенләгән мөдирҙе эшенән алды. Мәктәбенәфизкультура уҡытыусыһы булып кире ҡайтырға мәжбүр булды элекке түрә.Үсләшеп, ярыштарҙа төрлө юлдар менән ҡамасаулап, быларҙы нисек тә арттаҡал дырырға тырышып йөрөй әле лә... Кем белә, Рәүефтең бында ябылыуындауның ҡыҫылышы ла юҡтыр, бәлки, – аптырағандан фараз итеүе инде...

Бетон нигеҙҙең үрмәксе ауы ише төрлө ерҙән ярылыуына ғәжәпләнә Рәүеф. Ул,өң гән, аҫҡа төшкән һайын, күҙгә күренеп тармаҡлана һәм киңәйә бара. Соҡорҡаҙған яҡлап ҡына түгел, дүрт яҡлап та. Өй хатта сүккән дә һымаҡ. Ә бер көнйәнә һөйәк килеп сыҡты. Уны өҫкә ырғытып, көрәген йәнә төрткәйне, ап0аҡбаш һөйәгенә юлыҡты. Быны алырғамы0юҡмы, күтәрһәм аҫтан тағы ки лепсыҡмаҫмы, тип шөрләп тора ине, йәнә бер һөйәк шәйләнде. Уныһы әллә туп раҡаҫтынан табылды, әллә нигеҙ эсенән тәгәрәп төштө – Рәүеф аңғарманы. Юҡ,былай булмай, сығырға кәрәк, тип тубыҡланған көйө боролдо ла, таянып, ая 0ғына баҫты. Көрәген, сеүәтәһен баҙ эсенә ырғытты. Шул арала йөҙлөгөнә йәнәбер нисә һөйәк убылып төштө. Соҡорҙан өҫкә күтәрелгәндә терһәге менән ҡа 0ғылып шәмен ҡолатты, уныһы тәгәрәп аҫҡа төшөп китте лә һүнде. Уны ала йымтип эйелгәйне, һәрмәнгән саҡта бармаҡтары утын ағастары ише өйө лөп ятҡанһөйәктәргә төртөлдө. Шәм ҡайғыһымы – ҡото алынып баҙға атылып сыҡ ты,баҙҙан – өйгә.

Тура килһә килә бит: баҙҙан сығып, ҡапҡасты япҡайны ғына, һаҡсының ишекйоҙағын асҡаны ишетелде. Тупраҡ тулған, мәте йәбешкән галошын, бысранғанкурткаһын йән0фарман сисеп баҙ эсенә быраҡтырҙы ла тәҙрә янына барып баҫаһалды. Бер ниндәй хилаф эш эшләмәй, зарығып тышҡа ҡарап тора, йәнәһе. Сеп 0рәк сумка менән ашарға индергән «ҡара ҡарға» уның ҡурҡыуҙан саҡ0саҡ тыналып тороуын, йыраҡ булғанлыҡтан, шәйләмәне шикелле. Әммә ул кергән һа 0йын нимәлер һораған Рәүеф был юлы ла өндәшмәй ҡала алманы, тул ҡын ла ны 0уын нисек тә баҫырға тырышып: «Минең сәйәси талаптарға нишләп яуап юҡ? –тине. – Һаман да шулай ҡалһа, аслыҡ иғлан итәсәкмен».

Һаҡсы өндәшмәне. Боролоп та ҡараманы хатта. Рәүеф уның бер мәсьәләне ләхәл итмәҫен яҡшы белә, «Иң отошло һаҡланыу сараһы – һөжүм» тигән прин цип 0тан сығып, өндәшмәй торһа, берәй нәмә һиҙенеп үҙенә бәйләнеп ҡуй ма һын, типөндәште. Сумкаһындағы ҡойто ғына ашантыны йомро өҫтәлгә бушат ты лаһаҡсы сығып китте.

Соҡор төбөндәге байтаҡ һөйәкте өҫкә, баҙ эсенә, ырғытып, артабан ҡаҙыуниәте менән көрәген ергә төрткәйне, тоҡ бүҫелеп игене ҡойолған һымаҡ, со ҡортөбөнән шауҙырлап һөйәктәр өҫкә ҡалҡып сыға башланы. Баш һөйәктәре, ҡа 0бырғалар, аяҡ, ҡул суҡтары. Көтөлмәгән был ғәләмәттән Рәүеф шаңҡып ҡал ды,кәүҙәһен дә ҡуҙғата алмаҫлыҡ хәлгә килде, аңһыҙҙан батҡаҡҡа йәки шыйыҡ ти 0ҙәккә баҫҡандағы ише, әле бер аяғын, әле икенсеһен күтәрҙе. Аяҡтарын алыш 0тыр ғанда мәтегә түгел, утын ярҡалары ише тәртипһеҙ рәүештә ыуалып0та ра 0лып ят ҡан серек һөйәктәргә баҫты. Баҫҡан һайын, ташҡын һыу кәмәне өҫкә кү 0тәр гән һы маҡ, һөйәктәр өҫкә күтәрелә барҙы, күтәрелә барҙы. Шулар араһындакү мелеп ҡалыу ҡурҡынысы тыуҙы, шуға ла туңҡанлап соҡорҙан баҙға кү 0тәрелде. Ар тына боролғайны, соҡорҙоң һөйәктәр менән тулғанын шәйләне.Һө йәктәр үҙе соҡоған соҡорҙоң төбөнән түгел, ә бетон нигеҙҙең ярыҡтарынансы ға тиһә, ни геҙ үҙе шау һөйәктән тора һәм ул, шығырҙай0шығырҙай, яйлаптөрлө урындан яры ла, ишелә, ватыла һәм һөйәккә әүерелә бара, имеш.

Әмир Әминев 75

Page 76: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Сәғиҙә! – тип һөрәнләп ебәрҙе Рәүеф, был күренештән ҡото алынып. Ҡур ҡы 0уы шул тиклем ҙур ине, «Рәүфә» тимәне, ҡатынының исемен атаны. – Нигеҙемерелә, нигеҙ! – Үҙе ултырған көйө асыҡҡа, баҙ ҡапҡасына, шыуыша.

– Сыҡ тиҙерәк! Иҙән һелкенә, стеналар ҡуҙғала башланы... Күмелеп ҡала 0һың хәҙер, сыҡ, тим! – тип асырғанып һөрәнләй Рәүфә.

Ә Рәүеф ҡалҡына алмай хитлана. Аяҡ0ҡул быуындары ҡамырға әйләнгән дәҡуй ған. Шунан бар көсөн йыйып, көскә тубыҡланды – өйҙән баҫылып ятып ҡал 0ғы һы килмәй ҙәһә – дүрт тағанлап, тәнтерәкләп баҙ ауыҙына саҡ килеп етте.Йәнә артына боролһа, ул соҡоған яҡтың ғына түгел, дүрт яҡтың да нигеҙе ҡуҙ 0ғала, ярыла, ишелә... Күҙгә күренеп өй аҫҡа сүгә, аҫҡы бүрәнәләр шомло шы ғыр 0 ҙай. Рәүеф баҫҡыстың иң аҫҡы таҡтаһына түгел, ҡабаланып, иң өҫтәгеһенә баҫ 0ты, йәнәһе, тиҙерәк сыға, күтәреләйем тип ерҙән этәнеүе булды, баҫҡыс шы у ыпкитеп, ул баҙ эсенә ҡолап төштө.

– Мен тиҙерәк! – тип һөрәнләне йәнә Рәүфә. – Хәҙер иҙән аҫтында ҡалаһыңбит! – Ҡулын һондо.

Рәүеф ҡалҡынды ла йәнә баҫҡысҡа тотондо һәм Рәүфәнең ҡулына йәбешеп,ни һайәт, өҫкә сыға алды. Ул күтәрелгәнсе дүрт яҡ нигеҙ ҙә тамам емерелеп, һө 0йәк тәр баҙҙы тултырғайны инде. Өҫкә ҡалҡа күрмәһендәр тип, баҙҙың ҡап ҡа 0сын яптылар ҙа икәүләшеп өҫтөнә баҫтылар.

Байтаҡ торҙолар шулай, әммә һөйәктәр ҡапҡасты төртмәне, өҫкә сығырға ма 0таш маны, иҙән шылыуы ла баҫылды, стеналар ҙа ишелеүҙән туҡтаны...

Ул төн йоҡлай алманылар. Мейес емерелеп төшөр тип, кистән яҡманылар –тө нөн һыуыҡ булды. Йоҡламауҙары өшөүҙән генә түгел, ҡурҡыуҙан ине. Уф та 0ны шып ауыр машиналар уҙҙы, ҡайҙалыр эт олоно...

Таң атҡас, йорттарының нигеҙе бөтөнләй емерелгәнен, бүрәнәләренең ерҙәлыпа ултырғанын шәйләнеләр – элекке бейек тәҙрәләр ныҡ түбән төшкәйне.Бәш мәк йыйған теге малай йәнә килһә, ерҙә баҫып торған көйө генә эсте бай 0ҡай аласаҡ. Емерелер, хәҙер емерелер, тип ҡурҡып, байтаҡ тик кенә ул тыр ғай 0ны лар ҙа, өй емерелмәне, стеналар таралманы, мөйөштәр ысҡынманы. Әммәхәүеф бар, ул бөтмәгән һәм уның тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә ҡабат ҡу 0быуы ихтимал.

Артабанғы көндәр шулай уҡ борсолоуҙарҙа үтте. Бер ултырҙылар, бер йөрө нө 0ләр, аптырашып тәҙрә төбөндә баҫып торҙолар. Рәүфә иланы, ҡарынындағы ба 0ла өсөн борсолдо, йыш ҡына Рәүефкә асыуланды. Рәүеф тә бала өсөн борсолдо,Сә ғиҙәһе, малайы, ҡыҙы менән хушлашып0бәхилләшеп бөттө, тормошоноң шу 0лай үтә аяныслы осланасағына әсенде.

«Ҡара ҡарға» инмәне, ризыҡ та наҡыҫланды, бидондағы һыуҙары ла аҙайҙы.Өй ҙә өсөнсө йән эйәһе булған ҙур ҡара себен мөйөштәге үрмәксе ауына эләкте,баҡ салағы йондоҙ сәскә һулыны, өйҙәре һыуынды – мейес башындағы сей утыноҙаҡ ҡа барманы.

Бер көндө, аптырағандан, Рәүеф ишекте эткәйне, бәй, асылды китте! Элеккеһы маҡ шығырламаны ла хатта. Был ни хәл, нишләп бикле түгел һуң? Ғә жәп лә 0неүенең иге0сиге булманы. Нигеҙ таралып төшкәндә, ишек ҡайырылып китеп,йо ҙаҡтары йолҡоноп сыҡҡанмы? Әллә һаҡсы бикләргә онотоп киткәнме? Рә 0үеф һағайып ҡына тышҡа сыҡты, тикшерҙе – йоҙаҡтар юҡ, ә ишек төҙөк, ҡа йы 0рыл ған0ҡыйшайған ере күренмәй. Ғәжәп һәм сәйер ине ишектең шулай бик һеҙтороуы.

– Рәүфә, ишек асыҡ таһа! – Үҙ0үҙен белештермәй һөрәнләне Рәүеф.– Асыҡмы? Булмаҫ! – Ишеккә арты менән диванда ултырып нимәлер ямаған

ҡа тын, эшен ташлап, йүгереп килеп тә етте. – Ә һаҡсы ҡайҙа?

76 Йондоҙ сәскә

Page 77: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

– Күренмәй.– Ҡасан асып китте икән һуң? Йоҙаҡ тауышы ишетелмәне ләһә?– Кем белә инде? Ишетелмәне шул. Ә йоҙаҡтар юҡ.– Улайһа, беҙ иректәме?– Ҡабаланма. Тикшерәйек, ҡарайыҡ әле. Ҡапыл килеп сыҡһа, ирек булыр

һиңә.Тирә0яҡҡа ҡарана0ҡарана, һаҡ ҡына баҫып өйҙө уратып сыҡтылар. Бәҙрәфте

тик шерҙеләр. Һаҡсы юҡ ине. Вышкалағы күҙәтеү пунктында ла, мунсатирәһендә лә күренмәне. Киткәндер, посты алғандарҙыр – үҙҙәренә инмәүенән,төндәрен өй уратып йөрөмәүенән уның юҡлығын шәйләгәйне инде Рәүеф.Ниңә элегерәк ишекте төртөп ҡарамаған – бына хикмәт. Юҡлығын һиҙенгәс үкасып ҡарарға тейеш булған да бит...

Төнөн йәнә ҡар яуған, тирә0йүн ап0аҡ, эҙ0маҙар юҡ. Ҡыйыҡ башындағы ҡыҙылфлаг теткеләнеп, селтәргә әйләнгән, бына0бына таяғынан ысҡынып таралырғаетеш кән. Өйҙәре, ысынлап та, ерҙә ултыра, бетон нигеҙ юҡ һәм аҫҡы ике0өсниргә ҡайһы аралалыр серей ҙә башлаған. Йәнә ишек алдына килеп, тирә0яҡҡа,унан аптырашып бер0береһенә ҡараштылар. Үҙҙәренең азат икәнлектәренә һа 0ман ышанмайҙар ине.

– Нишләйбеҙ, ҡайтабыҙмы? – тип һораны Рәүфә.– Ҡайҙа ҡайтабыҙ?– Бәй, өйгә инде, ауылға.– Нисек ҡайтабыҙ, йәйәүләпме ни? Ҡайһы яҡтан килгәнеңде хәтерләйһеңме?

Мин, мәҫәлән, иҫләмәйем.– Мин дә – юҡ. Табырбыҙ. Сығып эҙләп ҡарамайынса табып булмай инде. Һаҡ 0

сы юҡ, тимәк, ҡарауыл алынған, бер нисә көн машиналар үткәне лә һиҙелмәне.Бы нан тиҙерәк ысҡынырға кәрәк. Яңынан пәйҙә булмаҫтары элек.

Рәүеф Рәүфә менән килеште. Ысынлап та, һаҡ юҡ икән, нимә тип бында ул ты 0рырға тейештәр? Эйәртенешеп инделәр ҙә, булған ғына кейемдәрен кейеп, ки 0ре сыҡтылар.

– Урман ауыҙына барайыҡ, юл шунда бит, – тине Рәүфә.Ләкин унда бер ниндәй ҙә юл юҡ ине. Ҡасандыр булған ул, үләне тапалып, ба 0

ты быраҡ ята, әммә ҡар өҫтөндә бер кемдең дә эҙе юҡ. Урман эсенә инделәр.Унда ҡар, ни ғәләмәттәндер, ҡалыныраҡ булып сыҡты – тубыҡтан. Барҙылар0бар ҙылар ҙа кире боролорға мәжбүр булдылар, сөнки былай ҡар гөрөп алыҫ ки 0тә алмаясаҡтар. Урман эсенән машинала ярты төн, ярты көн үткәнде йәйәүләп,етмәһә, юлһыҙ ерҙән ҡар кисеп күпме генә бара алалар инде?

– Кире керәбеҙ, – тине Рәүеф, Рәүфәгә ҡарамай ғына. – Юл юҡ, был йоҡа ке 0йемдәр, резина итек, калуш кейеп, ишшу ас көйө нисек юлға сығаһың? Хәҙерөшөп туңабыҙ. Йә аҙашабыҙ. Һин ауырлы...

– Өйҙә ятып үлдең ни, урман эсендә аҙашып үлдең ни?.. – Урманда йыртҡыс тырнағына эләгеүең бар, ә бында карауатҡа һуҙылып ят 0

тың да... вәссәләм. Хәйер, үлергә ашыҡмайыҡ әле.– Тәҙрәләге рәшәткәләрҙе алһаң ине, исмаһам... – Торһон, алмайыҡ, беҙгә рәшәткәһеҙ һис ярамай. Ир менән ҡатын өйгә инде...

Әмир Әминев 77

Page 78: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

С п а р т а кИ Л Ь Я С О В

Т Ә Ҡ Д И РТ Ә Ҡ Д И Р

Х И К Ə Й Ə

Һуғыш ана бөтә, бына бөтә тигән йылда ла ҡан ҡойғос бәрелештәрҙә йәаяғын, йә ҡулын өҙҙөргән, тәрән тән яраһы алған яралыларҙы тейәгән

«Мәскәү – Иркутск» оҙон поезы Өфөгә 1945 йылдың октябрь аҙаҡтарындакилеп туҡтаны. Туҡтауһыҙ һыҙланыуҙан йоҡоһон һис ҡандыра алмағанҮлмәҫҡол поезд тәгәрмәстәренең бер төрлө теҙмә туҡылдауына, вагондыңһәлмәк кенә бәүелеүенә иҙрәп ойоп киткәйне. Поезд туҡтағанда ҡапылһелкенеүҙән, кешеләрҙең ҡысҡырып һөйләшеүенән иләүрәп уянып китте.Әле күҙен асмаҫ борон, әллә өнөндә, әллә төшөндә өҫтөнә менергә ажар (ланып килгән танкыға атыр өсөн, мылтығына үрелде. Ләкин, ниш ләп тер,уның уң ҡулы мылтыҡ ҡайышын яңылыш һәрмәй ҙә ҡуя. Тартып һис ҡулынаала алмай. Ә немец танкыһы бына алдағы брустверҙы үтте. Хәҙер килеп менәбит Үлмәҫҡолдоң окобына. Уның аңында һаман да шул һуңғы алыш –Берлинды алыр өсөн барған ҡанлы бәрелеш ине. Немец танкыһы уныңокобы өҫтөнә килеп менде лә окоп тулы һалдаттар өҫтөндә өйөрөлә баш ланы.Үлмәҫҡол, уң ҡулбашына пуля тейеп, ҡулы йөрөмәгәнен әле һиҙмәй ине.Шуға ла ул ҡулына танкыға ҡаршы ата торған мылтығын ала алманы. Ә танкокоп өҫтөндә өйөрөлдө лә өйөрөлдө. Кәүҙәһе менән бергә хәрәкәт итә алмайһәленеп торған уң ҡул ситтәрәк ҡалды. Нисек булғандыр, әммә танкының«ҡарышлауығы» Үлмәҫҡол өҫтөндәге балсыҡтан һерәйеп сыҡҡан ҡулдыэләк тереп, уның кәүҙәһен ҡалҡыта биреп тәненән йолҡоп алды ла,өйөрөлөүенән туҡтап, өҙөлгән ҡулды тәгәрмәстәре араһына ҡыҫтырғанкилеш күрше окоптар өҫтөнә шылды.

Ҡанһырап балсыҡ аҫтында ятҡан Үлмәҫҡолдо осраҡлы рәүештә генәсанитарҙар табып, ҡаҙып алдылар. Шул апрель айы аҙағынан лазареттан

78

Спартак Ильясов (1941) Учалы районының Ҡорама ауылында тыуған. 1969 йылда К. А.Ти мирязев исе мен дәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай. Парт комсекретары, колхоз рәйесе, «Поляковка» – «Ирән дек» сов хоз дарында ди ректор ва зи фа �ларында эшләй.

Page 79: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

лазаретҡа күсә торғас, ете ай үтте. Ҡулының өҙөлгән ерендәге һөйәктәренсүпләп таҙарттылар, йыуҙылар, тектеләр. Ете ай эсендә яра яйлап сөрөшәйепбө тәште тиерлек. Тик күгәреп(ҡыҙарып ҡалған тупыс ере ваҡыты(ваҡытыменән йә әсетеп, йә һулҡылдап һыҙлай.

Һыҙлауын тәне эсенә йотор өсөн, ул күҙен асманы. Әйтерһең дә, күҙен ас (һа, һыҙ лау тәне эсенә кереп таралмай, кире һулҡылдап өҫкә килеп сыға. Шултой ғо нан ҡурҡып ята бирҙе. Тышта, перронда, халыҡтың ҡысҡырышыпһөйләшкән тауышына, поездың әсе итеп һыҙғырыуына ул күҙен асып, һултер һәгенә таянып тышҡа ҡараны. Тәҙрә аша аҡ халатлы шәфҡәт ту таш та (рының носилкалар күтәреп йүгерешеүҙәрен, иң мөһиме, туҡтаған вок зал (дың исемен абайланы. Ҡаршылағы оҙон, бейек йорт башына «Өфө – Уфа»тип яҙып ҡуйылғайны. «Өфө – Уфа», – тип үҙ(үҙенә ышанмай, ҡат(ҡатуҡы ны ул яҙманы.

Санитар поезында һау кеше юҡ. Барыһы ла ғәрип. Ауыр яралылар. Күрше(күләндән һорап та булмай. Сөнки вагон эсендәге һәр ятаҡта ыңғырашыу, һәрятаҡ та һыҙланыу ауазы… Берәүҙең дә ҡайҙа алып китеп барыуҙарында эшеюҡ. «Өфө» яҙыуын уҡығас, Үлмәҫҡолдоң күңеленә үҙе лә әйтеп, аңлатыпбирә ал маҫ лыҡ тыуған ер, яҡынлыҡ хисе килде. Тыуған иленең, тыуғанеренең татлы еҫен тойҙо ул. Дүрт йыл да дүрт ай элек Сыбаркүл ҡаласығындаашыҡ(бошоҡ вин товка менән сәпкә аттырҙылар, ҡул гранатаһын, танкыныяндырыусы шыйыҡсалы шешә ташларға өйрәттеләр ҙә, төндә тимер ме йес (тәре төтәп ятҡан «телячий» тип аталған вагондарға тейәп, көн ба йышҡа,фронтҡа оҙаттылар. Ир тәнге һигеҙ менән туғыҙ араһында үтте улар Өфөвокзалын. Сыбаркүлдән тейәлгән хәрби литрлы поезд Өфөлә туҡтаманы.Үлмәҫҡол, бәлки, мәң ге лек кәлер, тип хушлашып, тәҙрә аша шул «Өфө–Уфа», «Уфа–Өфө» яҙыуын уҡып үт кәйне. Был яҙыу үҙгәрешһеҙ ти ер лек, тиктутығып, әҙерәк буяуҙары ҡойолған. Әммә ул һаман да тыуған ил дең ауазын,кәкре, йәмшегерәк булһа ла, бөркөп тора. Дүрт йыл да дүрт ай үт кән икән улваҡыттың үтеүенә лә… Поезд, һыҙ ланыуҙар, ыңғырашыуҙар тау ы шынбаҫып, әсе итеп һыҙғыра(һыҙғыра, яйлап Өфө нө ҡалдыра. Тыуған илгә, тыу (ған ергә яҡынлашам, тип ашҡынып, Үлмәҫҡол тәҙ рә аша һәр ауыл, ҡасабаисемдәрен уҡый(уҡый, һарғайған үләнле ялан сыҡ тар ҙы, һары яп раҡлыурманды, күптән инде күрелмәгән кәбәндәрҙе, күбәләрҙе, иген лек тәрҙән әлеәүенгә ташылмаған көлтә өйөмдәрен ҡарап бара. Поезд ҡыҙ ған дан(ҡыҙҙы.Үлмәҫҡолдоң иҫәбе буйынса, Мейәс ҡалаһына ул киске ун са маһына барыпетәсәк. Тик Үлмәҫҡол белмәй: Мейәс ҡалаһында поезд туҡ тармы(юҡмы?Әллә, Златоуста туҡтаһа, Мейәстә туҡтамаҫмы? Златоуста поез дан төшөпҡалһа, ауылға унан йыраҡ, 35–40 саҡрым төп Урал армыты аша тө шөргәкәрәк. Төндә, билдәле, арбалы ат та, йәйәүле иптәш тә осрамаҫ. Хәйер, ул юл ( даштарҙың булыуы иртәгә лә бик икеле. Ә бына Мейәс ҡалаһы уныңауылына ни бары 20 саҡрымдай ғына ерҙә. Өҫтәүенә, Мейәскә тирә(йүнауылдарынан көн һайын кешеләр йөрөп тора. Элек, һуғышҡа тиклем, ул,тулы ир ҡорона кер гән Үлмәҫҡол, башҡа иптәштәре менән икешәр аттаМейәс элеваторына һәр көҙ ок тябрь, ноябрь айҙарында дәүләткә ашлыҡташып тапшыра ине. Бәлки, ул аш лыҡ тапшырыу әле лә барҙыр… Поездантөшөп, элеватор тирәһенә барһам, ылау сылар осрар, тип тә уйланы.

Был ваҡытта поезд Ағиҙел, Ҡариҙел уйһыулыҡтарын үтеп, ҡалын ур ман (лы тау ҙар ҡуйынына кереп бара ине. Бәләкәй йылғалар үҙәне буйлап, тауҙар

Спартак Ильясов 79

Page 80: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ар мыт тарын йә борола(борола, йә ҡырҡып үтеп бара торғас, көн кискәауышты.

Ҡапыл Үлмәҫҡолдоң башына уй килде. «Туҡта! Ҡайтыу ҡайтыу ҙа ул,минең бит бөтә ҡағыҙҙарым поездың баш табибында. Үткән өсөнсө көн минса ни тар ҙан ул ҡағыҙҙарҙы һорағайным, һары сәсле ҡыҙыҡай: «Барлыҡ ҡа (ғыҙ ҙарығыҙ ҙа баш табипта. Госпиталгә барып еткәс тә һәр кемдең ауырыуы,яралары тураһындағы табиптар комиссияһының ҡарарын ҡулдарығыҙғабирәсәктәр», – тигәйне. «Тимәк, мин ҡайтып бармайым что ли? – тип кү (ңел дә үҙ(үҙенә һорау бирҙе. – Тағы ла госпиталгә аслы(туҡлы булып ятырғаһалып ҡуясаҡтармы ни? Миңә бит табип Загорск госпиталенән сығарғанваҡытта: «Ты уже почти здоров. Рана затянулась. Сукровица не капает.Повязка сухая. Готов к де мо би лизации», – тигәйне. Ә ҡағыҙҙарҙы ҡулға,ниңә лер, бирмәне. Шулай бул һа, мин хә ҙер, баш ауырып торһа ла,«старший» тип аталған шәфҡәт туташына әйтеп, до кументтарымды талапитәм. «Мин бит ҡайтып еткәнмен. Ана, ауылыма егерме генә саҡрым. Хәҙерҡайтып етәм», – тип аңлатырмын. Унда мине ҡа тыным, дүрт улым көтә. За (горскиға яҙ ған һуңғы хатында ҡатыны: «Малайҙарың тупылдашып үҫеп ки (ләләр. Урал менән Мираҫ быйыл да миңә бесән эшләштеләр. Һыйырыбыҙбар, ике кәзәбеҙ. Һин ҡайтҡас һуйырбыҙ тигән башмаҡты көпә(көндөҙ ауылэсенән арҡыры аҡҡан йылға буйында бүреләр ашаны, – тип бошонопяҙғайны. – Һин ҡайтыуға Димгә алты йәш, ә Сабурға дүрт тула. Атайым ҡай (та, ул беҙгә кү(ү(үп итеп икмәк алып ҡайта, тип һәр саҡ һөйләнәләр». Ҡа ты (нының был хатын ул иң(иң ҡәҙерле аманат итеп түш ке ҫәһенә һалған. Ундауның бер ниндәй ҙә фотоһы булмаһа ла, һәр саҡ, хат ята мы икән, тип һул ҡу (лының бар маҡтары менән түш кеҫәһен һәрмәп ҡарай. Үл мәҫҡол һуғышҡакит кәндә оло улы Уралға – ете ярым, Мираҫҡа – биш, Димгә ике йәш тул (ғайны. Ә бына Сабур донъяла юҡ ине әле. Атаһы әле уны күрмәгән. Уға хәҙердүрт йәш булып килә. «Сабур, сана һөйрәтеп, ағайҙары менән түбәнән арбаменән шыуып йөрөй», – тигән бит ҡатыны. Аяуһыҙ ҡанлы һуғыш осорондатигеҙ кас ка йомролоғона һалып яҙған хатында ул буласаҡ ба лаға, әгәр улбулһа, мәр хүм ҡустыһының исемен – Сабур тип, ҡыҙ бала бул һа, мәрхүмәинәһенең исемен –Заһира тип ҡушыуын үтенгәйне ҡа ты ны нан. Эйе, ул хаттеүәл генә барып еткән. Ул бала аҡ донъяға килгәс, иренең те ләген бойомғаашырып, бәләкәс йән киҫәгенә ҡатыны Сабур тип исем ҡуш тырҙы. Ә бөгөншул бәләкәй малай дүртен тултырып килә. Әле Загорск гос питалендә үкнорма менән бирелгән көндәлек икмәктән киҫәктәрҙе йыя(йыя, уларҙы яртыки лограмм самаһына еткергәс, урамдағы һатыусынан шул ик мәккә бәләкәйуйынсыҡ автомашина алмаштырып алып, вещевой ме шогының төбөнә һа (лып ҡуйғайны. Был автомашина – әле күрмәгән улына бү ләк.

Шул уйҙарына төрөнөп, арлы(бирле бәүелеп барған вагон тотҡаларына,тая ныс тимерҙәренә һыңар ҡулы менән тотона(тотона, күрше вагонға өлкәншәфҡәт туташын эҙләп китте. Күрше вагонда ике табип, биш(алты шәфҡәтту ташы кемдеңдер ыңғырашыуы, һыҙланыуҙан тешен шығырҙатыуыаҫтында әл лә яра бәйләй, тере тәненән тимер киҫәген соҡоп алалар, буғай.Тауыштары, һөйләшеүҙәре буйынса шулай аңланы Үлмәҫҡол. Йәнәш купелаарт терәрлек урын табып, шәфҡәт туташтарының, табиптарҙың бушай би (реүен көтә баш ланы. Әллә дауанан, әллә бәйләүҙән яралының тауышы шиң (гән дән(шиңә барҙы. Унан бөтөнләй тынды. Аҡ халатлылар купеһында тын (лыҡ урынлашты. «Пульс, пульс!»тигән тауыш ишетелде лә, күршелә тағы ла

80 Тәҡдир

Page 81: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

тынлыҡ урын лаш ты. Ике(өс минут шулай дауам иткәндән һуң, шәфҡәттуташтары яйлап ҡына таралыштылар. Тик ике табип, дәрәжәһе буйынса олотип иҫәпләнгән таныш шәф ҡәт туташы ғына купела ниҙер һөйләшәләр,кәңәш итәләр ине. Көттө Үл мәҫҡол уларҙың бушай биреүҙәрен. Ниһайәт, аҡхалатлы ике табип та яй ғына был күңелһеҙ купенан икенсе вагонға киттеләр.Әҙ генә көтә биреп, Үлмәҫҡол баш шәфҡәт туташы янына сығып, үҙенеңисем(шәрифен, госпиталдә күпме яты уын, яраһын, ҡайһы өлкә, ҡайһы төбәккешеһе булыуын аңлатып, үҙенең тө шә торған станцияһына өс(дүрт сәғәттәнетәсәген әйтте һәм «Личное дело» тип аталған ҡағыҙҙарын һораны.

Шәфҡәт туташы уға ҙур күҙҙәрен тултырып ҡараны ла: «Боец! Давай чутьпо поз же? Я оформляю документы ушедшему в мир иной», – тип бите ашаябы лып ят ҡан кешегә күрһәтте. Унан һуң: «Кстати, вы откуда родом?» – типҡа батлап һораны. Үлмәҫҡол үҙенең Уралдан, Башҡортостандан булыуын,өйө ул төшәсәк вокзалдан егерме генә саҡрымда икәнлеген тағы ла һөйләне.

«Ушедшему в мир иной торопиться некуда. Давай посмотрим ваши до (кументы», – тип ултырған ятаҡ аҫтынан бер ҡосаҡ бәйле ҡағыҙҙар сы ғарҙыла Үл мәҫҡолдоң фамилияһын Иҡсанов тип эҙләй башланы. Тиҙ тапты ул Үл (мәҫ ҡол доң исем(шәрифен. «Иксанов У.М. выписан из Загорского госпиталяМос ков ской области. Направлен литерным маршрутом в Новосибирскийгоспиталь. Здо ров», – тип уҡыны ла, Үлмәҫҡолдоң бер күҙҙәренә, бер сулаҡҡулдарына ҡа рап аптырап оҙаҡ ҡына текләп торҙо. «Ты что, боец Иксанов,здо ров что ли?» – тип һәлберәп торған буш еңен дә ҡапшап ҡараны лабашын һелкте. Унан һуң ул: «Что(то я не пойму. Написано «здоров». А нап (рав ление пишут в Новосибирский гос питаль, – тип аптыраны. – А нап рав (ления на районный военный ко мис са риат для явки нет. Нет, здесь должнобыть врачебное заключение. Вы по дож дите, я схожу к врачу». Шулай тинелә, шәф ҡәт туташы китте. «Я доехал до дома. Вот дом мой, в 17 – 20 ки ло (метрах», – тип артынан ҡысҡырып ҡалды Үлмәҫҡол.

Шәфҡәт туташы эшелондың баш табибы купеһына ингәндә, ундакәңәшмә бара ине.

– Эшелонда 700(гә яҡын ғәриптәр һәм яралылар бара. Ләкин Ново си (бирск гос питаленә ни бары 300 кешене генә аласаҡтар. Ә ҡалған 400 кешенеҡай ҙа урынлаштырабыҙ? Кире ебәреп булмай. Бөтәһе лә йә Уралдан, йәСеберҙән. Си ләбелә туҡтап, сығышы менән Уралдан булған һәм аяғына ба (ҫып йөрөй алыр ҙай ҙарын ҡалдырайыҡ. Урындарға хәрби комиссариаттараша хә бәр ебәрәйек, ҡаршы алырҙар, – тигән ҡараға килделәр.

Шул ваҡытта шәфҡәт туташы Үлмәҫҡолдоң ҡағыҙҙарын баш табипалдына һалды. Ентекләп уҡып сыҡҡандан һуң, баш табип шәфҡәт туташына:«Подпишу. Толь ко перед уходом проверьте температуру, давление и общеесос тояние», – тине. Шулай килештеләр.

Златоуст ҡалаһында поезд оҙаҡ ҡына торҙо. Унда ла эшелондан байтаҡ ха (лыҡ ты төшөрҙөләр. Носилкалы санитарҙар, ә перронда арбалы аттар туҡ(туҡ йө рөнө. Ниһайәт, тағы ла ҡуҙғалып киттеләр. Инде тышта дөм(ҡараңғы.Тау ҙар ара һынан бормалана(бормалана Мейәс ҡалаһына етергә бер сәғәт са (маһы ваҡыт ҡалды. Ә шәфҡәт туташы, әйтерһең дә, һыуға батты. Китте ләюғалды.

Түҙемлеге бөткән Үлмәҫҡол шәфҡәт туташын эҙләр өсөн урынынан ғынатор ғайны, ул үҙе килеп керҙе лә: «Иксанов, главврач тебя выписал. Сейчас явас отпущу», – тигәс, йөрәге дарҫ та дорҫ тибә башланы.

Спартак Ильясов 81

Page 82: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Тышта төн ҡараңғылығы булһа ла, тәҙрәгә ҡапланды. Вагон тәҙрәләренәнтөш кән яҡтылыҡта йым(йым итеп үтеп киткән ағастар шәүләһенән башҡаһис бер нәмәне абайлай алманы. Тиҙерәк(тиҙерәк үҙ купеһына вагон менәнбергә сайҡала(сайҡала атлап китте.

Вагон оҙатыусыһы Үлмәҫҡолдан юлда ҡулланыр өсөн бирелгән кружка,ҡа лаҡ(тәгәсте алыр өсөн килгәс, ул эшелондың Мейәстә туҡтау(туҡтамауынһәм унда нисә минуттан етәсәген һорап белгәс, йөрәге шатлығынан тағы лаал ҡы мына тығылды. Иң алда ул өйөнә, балаларына күстәнәс итеп алыпҡайтыр өсөн юлға бирелгән «сухой паек» тигән төргәкте тоҡсайына һауҡалған һул ҡулын ты ғып һәрмәне. Бәләкәс Сабурға икмәк ҡатыларынаалмашып алған ағас ма шинаны тотҡослап ҡараны. Ялпаҡ, эсе бешкән ҡып(ҡыҙыл ит иҙмәһе менән тулы, ә тышына ҙур итеп «MOR» тигән яҙыулыамерика консерваһын да төп кәрәк тыҡты. Шунда уҡ һаҡал(мыйыҡ ҡыраторған үткер, ҡыҫҡа ғына трофей брит ваһын, уны үткерләр өсөн ағас таҡтакиҫәгенә ҡағылған ҡайышты сепрәк ки ҫәгенә төрөлгән һабын киҫәген дәһәрмәне. Дәүләт милкен, кружка, тәгәс, алюмин ҡалаҡты тапшырғас, үҙенбөтөнләйгә үҙ аллы, ирекле итеп тойҙо. Бөтә бул ған бурыстар өҫтөнәнҡойолоп төштө лә ҡуйҙы. Хәҙер ул үҙ аллы. Үҙенә үҙе хужа. Тиҙҙән, биктиҙҙән үҙен көткән ҡатыны, балалары, йортона ҡайтып ке рәсәк. Төндө төнтип тормаясаҡ. Туп(тура, белгән һуҡмаҡ менән атлаясаҡ та атлаясаҡҮлмәҫҡол. Ҡабаланып, бик ҡабаланып, эшелонға тейәлер өсөн китер ва (ҡытта Загорск госпиталендә бирелгән иҫке, иҫке булһа ла ныҡ, оҙон ҡу (ныслы америка ботинкаһын, ойоҡ булмағанда сылғау урынына ҡул ла ныл ған«об мотка» тип аталған оҙон, киң, беше тауар менән йәпһеҙ итеп ялан аяғынсолғаны ла солғаны. Әле уң ҡул эшенә өйрәнмәгән һулаҡай йәпле итеп оҙоноб мотканы тота ла, бәйләй ҙә алмай. Өҫтәүенә, поезд һелкенеп тиҙлегенкәметте, ҡыҫ ҡа(ҡыҫҡа итеп һыҙғырырға кереште. Вагондар бер(береһенәбә релеп, туҡ тай башлағанда, ул обмоткаһының осон уралған урамаға тығып,аяғүрә баҫты.

Купела ла, күршелә лә хушлашырлыҡ кеше юҡ. Барыһы ла һыҙлана, ба (рыһы ла ыңғыраша. Шулай ҙа, яуап ала алмаһа ла, Үлмәҫҡол юлдаштарыменән ҡыс ҡырып хушлашты. Башҡаса бер ваҡытта ла улар менән осраша ла,һөйләшә лә ал маясаҡтар бит. Шулай ҙа үлемесле һуғышҡа керер алдынанбөтәһе лә һау, таҙа ине. Ҡарыулы ир булыуың үҙе ғүмереңдең бәхетлемиҡдары икән! Бөтәбеҙ ҙә әлегә ул ваҡыт миҡдарында һау, таҙа, ғәйрәтлеинек бит. Ә хәҙер… Ә хәҙер, ҡайтып барһаҡ та, һәр беребеҙҙең тәрән яра (һынан ҡан һарҡый. Ҡан менән бергә йән һарҡый. Бөтәбеҙ ҙә ғәрип…

Һулаҡай һыңар ҡул менән нисек итеп бесән сабырмын, кәбән һалырмын,утын ҡырҡырмын? Малайҙар әле бәләкәй. Был уйҙар башына килһә, йө рә (генең бер осон бысаҡ менән ҡырҡып алғандай тойола. Тормош йөгөн һөй (рәтеү, уны ҡарау ҙа һөйөклө ҡатыны өҫтөнә төшөрмө? Берәйһенән, мә (ҫәлән, урындағы ойошмаларҙан, берәй төрлө ярҙам булырмы икән? Был уй (ҙар уның башына гос пи талдә һыҙланыу әҙ генә баҫылған осорҙа килә тор (ғайны. Ә бөгөн, ә хәҙер уның ба шында тик тиҙерәк ҡайтып етеү, ба (лаҡайҙарын, донъяла иң яҡын кешеһен, ҡәҙерлеләрҙән дә ҡәҙерле ҡатыныянына ҡайтып етеү шатлығы ярһыта. Һу ғыш тың башынан алып Берлинғатик лем арҡаһынан төшмәгән беше тоҡ сайын һау ҡулбашына элеп, сығыуишегенә килгәндә, вагон оҙатыусы уны асып, шаҡ та шоҡ итеп кү тәрмәләрентөшөрә ине.

82 Тәҡдир

Page 83: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Перронда һис бер әҙәм юҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер вагондарҙан носил (каларҙа яралыларҙы төшөрөп, тиҙ генә асыҡ кузовлы ЗИС(тарға тейәнеләрҙә, ма ши налар, ергә генә төшкән тоноҡ яҡтылыҡтарын йәшереп, ҡайҙалырки теп юғал дылар. Үлмәҫҡолдоң да поезының артҡы ҡыҙыл уттары һү (релгәндән(һүрелә барып, төн ҡараңғылығына кереп юҡ булды. Перрондаҡул баш та рын дағы тоҡ сайы менән генә ҡалған Үлмәҫҡол, ҡайһы яҡҡаатларға икәнлеген билдәләр өсөн, тирә(йүндәге иҫендә ҡалған айырымбилдәләрҙе ҡарап сыҡты. Ҡа раң ғылыҡҡа бер аҙ өйрәнгән күҙҙәренәалыҫтағы йорттоң шәүлә(һыны пәйҙә бул ды. Был бит – элек аттар менән ашташый торған элеваторҙың бейек ҡорамы. Эйе(эйе, нәҡ тә шул, тип шуляҡҡа ыңғайланы. Бәлки, ул элеватор көн(төн эш ләй ҙер. Тирә(йүндән туҡ (тамай ашлыҡ ташыйҙарҙыр. Юлға ыңғай юлаусылар булыр, тигән өмөттәатланы. Ләкин элеватор ҡапҡаһы, уның алды буш ине. Бә ләкәй ҡапҡаһынасып, эскә керергә тотҡа(фәлән эҙләгәндә, ҡапыл таш сте наның икенсееренән ишек асылып китте лә, ҡулдарына винтовка тотҡан ике кеше килепсыҡты һәм, Үлмәҫҡолдан һорау алған тәфтишсе кеүек, олорағы һорауартынан һорау яуҙыра башланы.

Аңлаштылар. Ҡораллылар тынысланды. Әммә үҙ иленә, үҙ еренә килепетеп тә, уны йә енәйәтсе, йә ҡараҡ кеүек итеп һөйләшкән кешеләр Үл мәҫ (ҡол доң кү ңе ленә ауыр яра һалдылар. Йөҙәрләгән, меңәрләгән үлектәр,яралылар ара һында ла бер(береңде һаҡлау, яҡлау, тик дошманға ғына үс һәмнәфрәт той ғоһо эсендә ҡайнаған Үлмәҫҡол өсөн үҙ илендәге был мөнәсәбәтһис аңлашылманы. Уның уйынса, илдә кешеләр бер(береһе менән был оломәх шәр – һуғыштан һуң шул тиклем яҡындар, ихтирамлылар, ярҙамсылдаркеүек тойола ине. Ҡорал лы ларҙың тупаҫ мөнәсәбәтенән һуң шаҡ ҡатты.Ләкин кешеләрҙең яҡшылығына кү ңеле һүрелмәне.

Хәҙер төн. Бик ҡараңғы. Урамдар яҡтыртылмай. Һуғыш осорондағыйыраҡ авиа цияның бомбаға тотоуынан һаҡланыу саралары, күрәһең, һаманда үҙ көсөндә, тип уйланы Үлмәҫҡол. Вокзал, элеватор тирәһендәге нин дәй (ҙер соҡор(са ҡыр, ташлыҡтар, ағас өйөмдәренә һөрөнөп, ике тапҡыр йы ғы (лып, яралы ҡулбашын ауырттырҙы. Һуңғы һөрөнөүҙә бигерәк тә уңайһыҙйығылды. Һау һул ҡулы менән таянып та өлгөрмәне, тәкмәсләп китеп, уң ҡа (бырғаһы менән төштө. Эй, эстәге һөйәктең һыҙлауы… Әллә осло башы менәнсөрөшөп бөтәшкән тирене тишеп сыҡтымы? Түҙеп торғоһоҙ әсетеү үҙәгенәүтте. Ятҡан килеш һау ҡулы менән уң ҡулбашын һәрмәп ҡа раны. Ҡан аҡмаймикән? Юҡ. Аҡмай ши келле. Ҡараңғыла һәрмәнә торғас, әйбер тоғон дабәйенән эләктереп табып алды. Һулҡылдап һыҙлай ине өҙөл гән ҡулбашы.Һулҡылдап һыҙлай. Һыҙлауына берәй төрлө им булмаҫмы тип, кире әле генәҡаты аңлашҡан ҡапҡа эргәһенә китте. Етте лә ҡапҡаны һау ҡулы менәндөбөрҙәтә башланы. Ҡапҡаға лаулап эт тәр өрөп килделәр. Ҡай ҙандыр төптәнташ һарайҙар, буралар араһынан йәмһеҙ ирешеү тауышы ишетелде лә,артынан уҡ атыу яңғыраны. Ҡапҡаға лап та лоп йүгереп кил гәне, тағы лайәмһеҙерәк итеп ирешеп, Үлмәҫҡолдоң был тирәнән хә ҙер үк китеүен талапитте, был объекттың айырым хәрби объект булыуын ки ҫәтте, юғиһә, атыпүлтерәсәкмен, тип янаны. Үлмәҫҡол уға тимер ҡапҡа аша үҙе нең яралыһалдат булыуын әйтте һәм бер мөйөштә ҡунып сығырға урын һо раны. Унытағы ла әшәкерәк һүҙҙәр менән ҡойондорҙолар ҙа, ҡапҡаны асып, береһевинтовка, береһе ППШ автоматының көбәген тоҫ ҡа ны: «Пре ду преж д аю!

Спартак Ильясов 83

Page 84: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Считаю до трех! Рукки вверх!» – тип ҡәтғи бойорғас, тоҡ кү тәргән һыңарҡу лын күтәрергә мәжбүр булды. Көсһөҙлөгөнән ғәрләнеп, күҙ ҙәренән йәш (тәре тәгәрәне. «Мине, мине, дүрт йыл дошман менән йөҙгә(йөҙ ки лепһуғышҡан, бер ваҡытта ла ҡурҡып сигенмәгән, илен, ҡатынын, ғәзиз дүртулын һаҡлап һуғышҡан һалдатты, бында элеваторҙа икмәк ашап һимергәнтыл крысалары ҡул күтәртеп ҡыуалар», – тип һул ҡыл даны ул. Үл мәҫ ҡол ҡа (раң ғыға кер гәс, арттан тағы ла аттылар. Был юлы, кү рәһең, тейһә – те йен гә,теймәһә – бо таҡ ҡа, тип төҙәп атҡандарҙыр. Зыйлап, сит тә не рәк пуля осопүткәндәй тойолдо.

Һуғыш осороноң ҡарарҙары буйынса, ҡорал, аҙыҡ(түлек һарайҙарыайырым ҡағиҙә буйынса һаҡлана ине. Әле һуғыш бөтөп тә етмәгән шикелле.Алыҫ Көн сы ғышта япондар менән һуғыш әле лә бара, буғай. Хәйер,Үлмәҫҡол госпиталдә ят ҡанда ул турала һүҙ сыҡҡайны. Әммә ҡулһыҙҙарға,аяҡһыҙҙарға һуғыш, ҡай ҙа барһа ла, бөткән ине инде.

Юл кеүек таҡырлыҡ менән бара торғас, алда күҙҙәрен ҡыҫып ҡына барғанши келле, әкрен генә геүләп, машина үтте. Тимәк, унда юл бар, тип шул йү нә (леш тә атланы. Бара торғас, ул юлға төштө. Төштө лә, хәҙер инде үҙе белгәнбо рон ғо юлды төҫмөрләп, алда ятҡан ҙур иҫке Мейәс ҡасабаһы аша ауылынаилт кән юл башына йүнәлде. Урам менән барһа ла, урамда түгел, хатта йорт (тарҙа ла ут юҡ. Ҡараңғы. Өҫтө ҡуржаҡ боҙ менән ҡапланған юл күләүегенәки леп керәһеңме, ташҡа һөрөнәһеңме – барыһы ла уның аяҡ аҫтында ҡара (уыл лап яталар кеүек.

Оҙаҡ ҡына атланы Үлмәҫҡол. Хатта йылынып, ирәбәйеп китте. Аяҡтарынһуҙып(һуҙып атларға кереште. Ҡасаба рәүешле ҡаланан килеп сыҡты ул.«Ҡайһы юл менән ҡайтырға, тигән уй башына килеп барған килеш, юлһайлай башланы. Тәү геһе – оло юл. Уны бөгөн «Ям юлы» тип атағандар. 1900йыл дарҙан һуң Ям юлы халыҡ телендә «Яңы һуғыш юлы» тип йөрөтөлә баш (ланы. Сөнки райондың бар лыҡ яугирҙары ла 1904 йылғы Япон һуғышына ла,1914 йылғы Беренсе и мпе риалистик һуғышҡа ла, революция, Граждандарһуғышына ла, тағы ла Фин һәм 1941 йылғы Ватан һуғыштарына ла шул юлменән Мейәс ҡалаһы аша киткән. Осор үтеү менән исемдәр ҙә онотола. Үл (мәҫ ҡол, ана шул һуғыш юлы менән ба рып, Устиново тип аталған староверҙарауылы аша ҡайтырғамы, әллә һуғышҡа тик лем йөрөгән турараҡ кеүектойолған һанама юл менән атларғамы, тип ике лә неберәк килде.

Бына, алда ғына ята кеүек ауылы. Унда йортонда бер(береһенә һы ры ғы (шып, мыш(мыш килеп балаҡайҙары йоҡлайҙыр. Ә Хәлиҙәһе? Хәлиҙәһейоҡлаймы икән? Үлмәҫҡолдоң күкрәгенә бөтмәҫтәй шатлыҡ тулды. Ҡайһыюл менән? Ҡай һы юл менән ҡайтырға? Тура юл, һанама булһа ла, тик ҡа (тылыҡ буйлап, йә алтын йыуыуҙан ҡалған отвалдар, йә ҡырсынташтартүшәлгән уйпаттар аша туп(тура ауыл осона килтереп сығара. Ләкин ундадөм(ҡараңғылыҡ. Таллыҡтар эсе нән дә үтергә тура килә. Ә урауыраҡ оло юлменән барғанда, иҫке дин ле ләрҙең тораҡтарын үтеү менән, ауылға боро ла (һың. Унда дүрт саҡрымдай ғына юл ҡала. Ә һуҡмаҡ юл яҡыныраҡ.

Шул арала төн тағы ҡуйырҙы. Болоттар күптән инде ай(йондоҙҙарҙы ҡап (ла ған булһа ла, хәҙер ул юрған ҡабарып, күпсеп, тағы ла ҡалынайҙы. Ҡа (лынайҙы ла, ябалаҡ(ябалаҡ итеп ҡар яуырға тотондо. Тура һуҡмаҡ башы бө (төн ләйгә дөм(ҡараңғылыҡҡа сумғас, ул боролоп, кире оло юлға сыҡты. Нити һәң дә, бында юл киңерәк, үҙе ҡаты. Ә ҡар, ә ҡар яумай, күктән ҡойола ла

84 Тәҡдир

Page 85: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҡойола. Ал дағы иҫке динлеләр ауылына һигеҙ(туғыҙ саҡрым юл бар әле. Ҡа (пыл һалҡынайтты. Ел көсәйҙе. Үлмәҫҡолдоң шинелен госпиталдә үкурлағайнылар. Әллә госпиталь персоналы, әллә һәр төрлө эшкә ялланып эш (ләүсе шулерҙар. Юҡ сылыҡ, ашау(тәғәмгә генә түгел, кейем(һалымға ла ҙурҡытлыҡ. Ике(өс көн дән эшелонға тейәлеп, Новосибирск госпиталенә китеүбилдәле булғас, ул өҫ төнә, шинеле булмағанлығын белеп, нимәлер йүнәтәбашлағайны, уға бик иҫке биш мәт кеүек нәмә табып биргәйнеләр. Әммә улбик ҡыҫҡа ла, йоҡа ла. Атланы ла атланы ул юлдан. Ә ҡар яуҙы ла яуҙы. Бертына, бер көсәйә. Бик асыҡты, әммә тоҡсайын асып, ундағы ярты булкаикмәген ашарға теләмәне. Малайҙарына һаҡ ланы. Уларға бит бер консерваһәм шул ярты булка ҡара икмәктән башҡа һис нәмә юҡ. Ә улар атайҙарыныңҡайтып килеүен беләлер, көн һайын көтәлер. Сөнки Новосибирскиға юлалыу ҙарын белеү менән, ул өсмөйөш хат ебәргәйне. Ғәриптәрҙе тейәгән по (езд бик яй килде. Ҙур ҡалаларҙа тик төндә генә туҡтап тор һалар ҙа, ҡайһыберҙәрендә тупикта көндәр үтә. Ә көнсығышҡа эшелондар үтәләр ҙә үтәләр…

Килә торғас, төн яҡтырғандай тойолдо. Тирә(йүн ап(аҡ булды. Унан тағыҡа раң ғыланып, ҡар өҫтән ҡойолдо ла ҡойолдо. Ҡар йырып килә торғас, ултир лә не, лысма һыу булды. Бик һыуһаны. Эттәр өрөүен ишеткәс, ул туҡтаны.Нисә йыл инде ул ауылда эттәр өрөүен ишеткәне юҡ. Торҙо, тыңланы эттәрөрөүен. Был тауыштар уға шул тиклем үҙ, яҡын, туған кеүек ине. Тыңланы лаҡәтғи ҡа рар менән ауылға атланы: «Тәҙрә, ҡапҡа ҡағырмын. Бик кисәү төнбул һа ла, бе рәй һе керетер, бәлки, сәй эсерер. Әҙерәк ял итермен, әҙ(мәҙ бул (һа ла ки бе нер ме н. Унан сығып ауылыма атлармын», – тип уйланы. Был ауыл (да тик алтын йыуыу менән шөғөлләнгән кешеләр йәшәгәнен белә инеҮлмәҫҡол.

Урам яҡтан баҡсаһы булмаған тәүге өйҙөң тәҙрәһен ҡаҡты. Әммә һис беркем тауыш(тын бирмәне. Тағы ла, тағы ла ҡаҡты. Юҡ. Һис берәү ҙә өн дәш (мәне. Тәҙрә ҡағыуға шунда уҡ уянып, һөйләшеп, ишек асырҙар, тигән ҙурөмөттә ине ул. Тик был хужаларҙа кеше ҡайғыһы юҡ.

Тағы ла, тағы ла ҡаҡты. Аптырағас, ситкәрәк китеп, бер аҙ көтөп торҙо.Хәҙер сығырҙар, ҡапҡа төбөнә килеп тауыш бирерҙәр, тип тә өмөтләнде.Тәҙрә пәр ҙә һе ситтән генә асылды ла кире ябылды. Эстә һүрән генә ут янды.Кемдер тышҡа сығып, тәмәке тоҡандырҙы. Ҡапҡа эсендә лаулап өргән этте,күрәһең, ул сын йы рынан ысҡындырҙы. Былай ҙа ғәйәрләнеп лаулағанБарбос ҡапҡаға килеп аҫылынды.

Бындай ҡаршылауҙы көтмәгән Үлмәҫҡол йәнә урам буйлап атланы. Бынабыл өй мәрхәмәтлелер, тигән уйҙа тағы ла ҡапҡа ҡаҡты. Был өйҙән дә тауышби реүсе булманы. Тәүгеһендәге кеүек, тәҙрә ябыуын астылар. Унан ҙурйөнлө баш уға текәлде. Үлмәҫҡол уға кем, ҡайҙан килеүен, ҡайҙа барыуынәйтте. Йылынып сығырға, лысма һыу аяҡтарын киптереп алырға һораны.Ты ныс ҡына тыңланы, бу ғай, йөнлө ҙур баш тәҙрә аша. Унан һуң пәрҙәябылды. Һәм ләм(мим. Тауыш та, тын да юҡ. Ҡапҡа ана асылыр, бына асы (лыр тип көтөп тора(тора, өшөй баш ланы. Ахырҙа тағы ла урам буйлап кит тесулаҡ. Аслыҡтан интегеп, төнө буйы те меҫ кенеп йөрөгән бер нисә этлауылдап, уны урам буйлап абалап килделәр.

Уны өсөнсө өйгә лә керетмәнеләр. Һәм ул ауыл осонда торған ҙур, тыштанҡарағанда бай йорт ҡапҡаһы төбөнә килде. Һыңар ҡул менән булһа ла, асыуме нән ҡапҡа ҡаға башланы. Ҡаға, туҡтай. Тыңлай. Унан тағы ла ҡапҡа

Спартак Ильясов 85

Page 86: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

дөбөрләтә баш лай. Кемдер сыҡты. Көрһөндө. Уның артынан тағы лаикенсеһе сыҡты. Ҡап ҡа аша: «Че надобно?» – тигән ҡалын тауыш ише тел (де. Үлмәҫҡол тағы ла ҡайҙан ки леүен, ҡайҙа барыуын төшөндөрҙө. Йылыныпсығырға һораны. Ә төн һал ҡынайғандан(һалҡынайҙы. Көтә торғас, күптән дәтүгел тирләп килгән Үл мәҫ ҡолдоң тәненә зымбырҙап һыуыҡ йәбешәбашланы. Бигерәк тә сөрөшөп, ос лайып күгәреп ҡатҡан сулаҡ тупыс ҡулбашөшөй, әсетә ине.

Ҡапҡа эсенән «Че надобно?»–тигән ауазда хәлгә керерлек бер ниндәй ҙәөмөт сатҡыһы һиҙелмәһә лә, керетеүҙәренә өмөтөн юғалтманы ир. Үл мәҫ (ҡол доң кем булыуын, ҡайҙан килеүен тыңлап та бөтмәне ҡапҡа аръяғындағыкеше. Ул винтовка затворының асып ябылған тауышын ап(асыҡ ишетте.Нимә(нимә, ә зат вор асылып ябылған тауышты ул тимер тауыштарыныңбарыһына ҡарағанда ла яҡшы белә. Ул тауыш дүрт йыл буйына көнө лә, төнөлә янда булды. Ҡалын та уыш әллә үҙҙәренең псалма доғаларынан, әллә донъ (яуи тәғлимәттәренән һорау бирҙе. Әммә уны Үлмәҫҡол аңламаны. Урыҫ тарменән иңгә(иң терәп окопта ятһа ла, бер касканан бутҡа ашаһа ла, бер төп (сөктө сиратлап һурһа ла, бындай һо рауҙарҙы, һүҙҙәрҙе ишеткәне булманы.Шуға күрә һис бер һүҙ әйтә алманы.

«Слушай, путник, мы тебя, иноверца, не пущаем, тем более инородца. Иди,сей час же ступай своей дорогой. Иначе...» – тип тағы ла затвор шыл ты рат ты.

Аптыраны Үлмәҫҡол. «Илдә бындай ҙа кешеләр бармы ни? Әллә немец фа (шистарының бындағы бер иленең күләгәһендә йөрөйөм микән? Минһуғышҡа киткәнгә тиклем бында, сит өлкә булһа ла, ауылым күршеһендә былтиклем мәр хәмәтһеҙ кешеләр осраманы. Хатта һуғышта ла. Бер туғандай бер(беребеҙҙе яҡ ланыҡ, һаҡланыҡ. Нишләп беҙ, һау ҡалғандар, аяҡһыҙҙар,ҡулһыҙҙар бындай ке шеләрҙе һаҡлап һуғыштыҡ әле? Мин дошманмы ниуларға?» – тип бик тә, бик тә күңеле әрнеп, асыуы килеп, тағы ла ҡап ҡа (ларын типкесләр сиккә еткәйне… «Эх! Һау, ике ҡуллы ла булһам, күрһәтеринем мин һеҙгә! Алҡымынан тотоп, һелкеп һөйрәп сығарыр инем мин улһаҡалбайҙы!»

Тик… Тик шул. Үҙенең ғәрип, төптән үк өҙөлгән ҡулһыҙ, өҫтәүенә, уң ҡул (һыҙ бу лыуына әсенеп, көсһөҙлөгөнә ғәрләнеп, сүгәләп(сүгәләп һул ҡыл даны.Унан ҡа пыл күңеле ҡатты. Төн. Кинәт тағы ла һыуыта башланы. Төньяҡтанһалҡын ел иҫте, ә ғәрептә Үлмәҫҡолдоң ауылы артындағы уға саҡ(саҡтөҫмөрләнгән Юл дыбай, Ҡыйҙыш тауҙары өҫтөн ҡап(ҡара булып болотҡапланы. Һалҡын ел уның битенә бәрелеп, инде аҙна буйы ҡырынмауҙанүҫкән һаҡал(мыйыҡтарын тир бәтте. Үҙ ауылының артындағы тау ар мы (тының шәүләһен күреү ҙә уның кү ңеленә йылылыҡ, ғаиләһенә һағыш, ә ере (нә бөтмәҫ һөйөү хисе уятты.

Сығырынан сығарған тупаҫлыҡты, уны тыуҙырған һаҡалбайҙы, хаттауның ауы лын да онотто сулаҡ. Ул ауылдың фиғеле лә, уҫал эттәре лә, тупаҫһа ҡалбай ҙа әллә ҡайҙа юғалдылар ҙа ҡуйҙылар. Юлдыбай, Ҡыйҙыш тау ы (нан, башҡорт Ура лынан иҫкән ел йотто ул яманлыҡты, иманһыҙлыҡты, ке (ше һеҙлекте! Тау ҙа ры на, уның алдында әле уттары күренмәгән ауылына етепки леүенә дәрте кү тәрелеп, һуҙа(һуҙа баҫып атлай бирҙе.

Кешелеклек тигән төшөнсәне белмәгән был иманһыҙ тораҡ ҡасандырбаш ҡорт тарҙан заводчиктарға күскән яҫы түбә өҫтөндә ултыра. Ә аҫта, тү бә (лектең итәген йыуып, Мейесле һыуы аға. Һуғышҡа тиклем Үлмәҫҡол

86 Тәҡдир

Page 87: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ип тәштәре менән был ауылға килештергеләй ине. Йылғаны бер нисә тоҡһалынған ар ба менән ат еңел генә сығарыр булды. Игенгә, иткә, онға уларста ра телдәрҙән шәкәр, лампаға ҡыуыҡ, кәрәсин, балаларға кәнфит, яҙырғаҡағыҙ һәм башҡа кәрәк(яраҡ алмаштыралар ине. Уларҙың ауылына ла һыуаръяғынан килә торғандар. “Бизра тупляргә бармы?” – тип һәм башҡа эш (тәр ҙә һорап йөрөр булдылар.

Был хәтирәләр Үлмәҫҡолдоң иҫендә бик йыраҡта ҡалған. Был ауылданалы ҫайған һайын ул үҙ ауылы яғына ҡарап йөрәкһене. Бына йылға. Уныңүрен дәрәк, ярҙары бер(береһенә яҡын килгән ерҙә, аҫтында таяулы баҫмабула тор ғайны. Йылға буйлап өҫкәрәк китте. Һыу үҙе тоташ туңмаған. Сит(сите ҡур жаҡ ланһа ла, уртаһы ҡап(ҡара булып нимәгәлер һуғылыпмы,өйөрөлөп, бүлкелдәп ағып ята. Ә баҫма юҡ. Һыу эсенә ултыртылған ба ға на (лар ҙа. Аптыраны Үл мәҫ ҡол. Староверҙар ауылы ҡабул итмәне. Бар, ҡайт,тине. Ә йылға, ашыҡма, был яр ҙа берәйһенең бесәнлегендә булһа ла йоҡ ла,яҡтырғас, юлыңды дауам итер һең, тигәндәй, ҡап(ҡара булып ҡур ҡы тыпағып ята.

Йылға аша сығырға төрлө ысулдар уйлап ҡараһа ла, сара таба алманы. Нибул һа ла булыр. Әҙ һыу кистеме ул фронтта? Бынан унар, хатта йөҙәр тап ҡырки ңерәк йылғаларҙы ла үттеләр бит улар. Ә был ун метрлыҡ киңлек тотопята.

Тәүәккәлләне. Аяғындағы обмотка осон, оҙон ҡуңыслы американ бо (тинкаһын систе. Юҡ, еүеш булыр, тип һалдатса йәшел галифе салбарын даһал ды. Барыһын да һау ҡулы менән күтәреп, йылғаға керҙе. Сирҡандырғысһыуыҡ ине һыу. Ни тиһәң дә, октябрь аҙағы. Төпкәрәк кергән һайын, һыуарта килде, ту бығынан аша ботона етте. Тағы ла һыу күтәрелмәһен тип,бармаҡтары осона баҫып атларға кереште. Бына ул һыуҙың уртаһына етте,шикелле. Ҡапыл аҫта ятҡан ләмгә күмелгән йәйемгә таш өҫтөнән аяҡ бар (маҡ тары тайып китте лә, ҡулындағы әйбер тоҡсайы, бер(береһенә бәй (ләнгән ботинкалары ҡулынан ысҡынып, һыуға төшөп китте. Тайыуҙан үҙе ләсөрсөп, саҡ(саҡ һыуға ҡоламай, ин де буш һау ҡулы менән йылға төбөнә тая (нып һыу уртап килеп торҙо ла, шунда уҡ ҡуҙғалып аға башлаған тоҡсайҙыңбә йенән эләктереп алып, ярға һелтәне. Унан һуң шул уҡ минутта ҡулы менәнһыу төбөнән ботинкаһын эҙләй башланы. Бә хеткә күрә, һыу тулған ауыр бо (тинкалар ҡапыл ғына ағып китмәгән. Икеһе бер гә ялғанып бәйләнгәнботинка бауҙары ҡулына эләгеп, уларҙы тотоп, лысма һыу булғас, хәҙер индесирҡанмай һыуҙан килеп сыҡты. Нишләргә? Тәүге уйы шул булды. Шундауҡ ҡарарға килде. Һыу кейемдәрҙе һығып, ботинкаларҙың һыуын түгергә ләкейенеп йүгерергә. Йылғанан ауылға тиклем өс – өс ярым саҡрым булыр…

Кейемдәрен һығып, ботинкаларының һыуын түгеп кейгәнсе, еүеш тәнтөнгө елдә ҡалтырана башланы. Ҡатам, туңам хәҙер, тип уйланы ул. Ту ңыу (ҙан ҡо толоуҙың бер генә сараһы бар. Ул – йүгереү. Һәм ул ауылына табанйүгерҙе. Элеккеге юл шунан ине бит. Ләкин уның алдында бер ниндәй ҙә юлбулмай сыҡ ты. Әллә ниндәй бейек, ҡомло(ташлы өйөмдәр, ҡырсынлыҡтар,таллыҡтар, һыу лы соҡорҙар… Хатта бәләкәй күлдәр ҙә… Тағы ла аптыраныҮл мәҫҡол. Туҡтаны. Ян(яғына ҡаранды. Яңылыш киткәнмен, тип уйлар ине,шул таныш кисеү аша сыҡ ты. Тик уның юлындағы ер үҙгәргән. Элек тигеҙине. Әҙ(мәҙ һаҙыраҡ ере булды. Һаҙ яғаһында ауылдаштары бесән саба тор (ғайны. Кәбәндәр, күбәләр ул тырҙы. Тик Үлмәҫҡол, һуғыш сыҡҡас, алтын

Спартак Ильясов 87

Page 88: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

та быу шөғөлө тағы ла көсәйеп, был урын ды алтын йыуған драгалар, гид рав (ликалар тетмәһен тетеп, бихисап кү ләүектәр, һыулы һәм һыуһыҙ соҡорҙар,ҙур, бейек отвалдар ҡалдырғандарын ғына белмәй ине. Ул ерҙәр ҡайҙа тал (лыҡтар, ҡайҙа ваҡ ҡырсынлыҡ, муйыллыҡ менән ҡапланып өлгөргән.

Аҙашты Үлмәҫҡол. Һис йүгерерлек түгел. Тирә(йүн дә күренмәй. Тал лыҡ (тар аша ауыл да, Ҡыйҙыш тауы ла күренмәй, хатта эттәрҙең өрөүе ише тел (мәй. Кү ләүектәрҙе, отвалдарҙы урап йөрөй торғас, ҡараңғы төндә ул үҙе неңтөп йү нә лешен дә юғалтты. Ҡайһы яҡҡа барырға? Тауыш та, тын да юҡ.Еүеш гим настерка, фуфайка шәрәмәте, салбар һалҡын елгә туңып, тәнгәйәбешә баш ланы. «Юҡ! Былай торһам, мин боҙ булып ҡатам. Йүгерергә,йүгерергә кәрәк!» – тип уйлап, ҙур ғына күләүектең ситендә үк үҫкәнталлыҡтарҙан ян тая би реп, улар ҙы һулдан сығып бара ине, ҡапыл аяҡтары,баҫыр, терәр ер тапмай, бушлыҡҡа төшөп китте. Тал сыбыҡтарының битенсыйып түбәнгә осоп бар ға нын хәтерләне ул. Башы һәм ҡулбашы бик ныҡһуғылыуҙан иҫен юғалт ты. Тәне ҡатып туңып, ҡулбашы һыҙлауға түҙәалмайынса, ахыры, иҫенә килде. Күпме ятҡандыр? Күкте күрҙе Үлмәҫҡол.Өҫтә яп(яҡты ине. Ҡар ҙа яумай. Тик, кү рәһең, был соҡорға ҡолағанда, бүркебашынан осоп, соҡор өҫтөндәге талдың асаһына ҡыҫылған да ҡый ша йы бы (раҡ уның өҫтөндә тора ине. Әллә берәй йән леккә оҡшатып, әллә АллаһыТәғәлә уның ҡайҙа фажиғәгә эләгеүен күрһәтеп, бү р ектән ситтәрәк, өҫтәрәк,һыңар һайыҫҡан шыҡырыҡлай. Күрҙе ул һайыҫҡанды ла, тик үҙенең ҡайҙаятҡанына төшөнмәне. Торорға маташты. Тик бер бөтөн булып туңып ҡатҡанйоҡа, ниңәлер эстән ылдырап туҙып бөткән фуфайка, салбары аяҡтарынбөгөп ергә, терәргә ҡамасаулай. Шуға күрә лә ятҡан кәүҙәһе йү нәлешендәхәрәкәт иткән аяҡтары тәнен күтәрә алмай. Таяныр ине, һау ҡулы аҫтаҡалған. Шулай ҙа, тырыша торғас, ул соҡор стенаһына арҡаһын терәй ал ды.Аяҡтары менән типкесләп этәрә(этәрә, арҡаһын соҡор стенаһы буйлап шыу (ҙырып, аяғына баҫа алды. Ә аяҡтары яҙа(йоҙа уралып килгән обмотка эсендәбо тинкаларына ҡуша туңып, дөйөм бер туң түмәрҙеме, төбөрҙөмө хәтерләтә.Ул ергә баҫһа ла, ерҙе тоймай, ҡатҡан.

Аңына килгәс, хәленең ни тиклем фажиғәле булыуын аңлап, асырғаланып,йән өшөтөрлөк итеп һөрәнләй башланы. Соҡор тәрән ине. Стеналары дүртяҡ тан да теп(текә. Көрәк менән ҡаҙылған. Һау ҡулын өҫкә, соҡор ситенә,һуҙып ҡа раны. Ә уның йәбешерлек сите Үлмәҫҡолдоң ҡулы осонан тағы лаөҫтә ярты метр ашыуыраҡ йыраҡлыҡта ине. Тотонорлоҡ тал да тышта, ситтә,бейектә. Ба ҫып ынтылырлыҡ соҡор эсендә һис бер әйбер, таш, түмәр, бүрәнәбулһасы?! Ни ғилләнең соҡоролор был? Ниңә ҡаҙғандарҙыр?! Әйтерһең дә,ул Үлмәҫҡолдоң тәҡ диренә инселәп ҡаҙылған.

Нишләргә һуң? Һикереп, соҡор ситенән берәй үлән төбөнмө, тал бо та (ғынмы тотоп алыр ине, самаһыҙ бейек. Мәшәҡәтләнде шулай ҙа. Һи ке реү (ҙән туҡтаған арала ҡысҡырҙы ла ҡысҡырҙы. Тик уның ауазы берәүгә ләетмәне.

Соҡорҙоң бер яғына аяҡтарын терәп, өҫкә шыуышырға итеп тә ҡараны.Ләкин аяҡтар кәүҙәне этәрмәне, улар тыңлауһыҙ булып ҡатҡайны. Сығырғабер сара ла булмауына асырғаланып, ул соҡор төбөндә һулҡылдап(һул (ҡылдап иланы. Йә инде. Ана ғына тора бит өйө. Унда балаҡайҙары, ҡатыны.Бөгөн дә, көн һайын да уны көтәләрҙер. Загорскиҙан сығабыҙ, тип хатяҙыуына инде ике аҙна тулып килә, буғай. Дүрт йыл буйы ул дошманға, ә

88 Тәҡдир

Page 89: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

дошман уны үлтерегә төбәп күпме атты. Танкыға ҡаршы ата торғанмылтығын күтәреп, окоп буйлап урынлашырға китеп барғанында, немецснайперы уның башындағы каскаһын вата атып төшөргәйне. Атакағабарғанда әйбер тоғо эсендә ятҡан котелогын да дошман пуляһы үтә сыҡты.Унда ла тере ҡалды. Үҙенә теймәне. Итек ҡунысын да ярып үткән ваҡиғабулды. Тик улар билдә һалыу, тәҡдирҙең үҙен иҫкәртеүе генә булды, буғай.

Һис бер сәбәп, һис бер алым тапманы сығыуына. Әммә ышанысын юғал т (маны. Бына(бына кемдер килеп сығыр, ҡысҡырған тауышын ишетер, типөмөт ләнде. Ә теге һайыҫҡан бүрке тирәһенә тағы килде. Тағы ла шы ҡырыҡ (ларға то тон до. Саҡыра бит ул, кешеләрҙе саҡыра соҡор янына. Донъяла иңҡәҙерле, иң яҡын ҡошҡа әйләнде һайыҫҡан. Бөтә ышанысын, өмөтөн шулһайыҫҡандың шы ҡырыҡлауында күрҙе. Әллә аяҡтары тотмай, әллә көс һөҙ (лөгөнән соҡорҙоң мө йөшөнә ултырҙы. Берәй тимер булһасы соҡорҙоңстенаһын ҡаҙырға... Ҡаҙыуҙан сыҡ ҡан балсыҡты аяҡ аҫтына өйөр ҙә өйөрине. Соҡор ситенә яртышар сирекләп булһа ла яҡынлашыр ине. Әммә уныңянын да һис тимер киҫәге юҡ. Не мец сәғәтенән алған ваҡ ҡына сынйырғаэлеп йөрөткән бәкеһен дә вагонда кемдер алды ла – вәссәләм. Бирмәне. Бы (на шунда ғына тора ине бит ул эленеп, тип билендәге ҡайышын да һәрмәп ҡа (раны. Ләкин вагонда йоҡлағанда төндә уны һурып, тартып алғандар ине. Ҡа (пыл бөтә өмөтө шул бәкегә төштө. Әммә… Әммә ул да юҡ. Ахырҙа, әйбер тоҡ (сайын ҡутара башланы. Бәләкәс Сабурына ал ған бүләген, ағас ав то (машинаны, тартып сығарҙы ла өҫтәрәк торған ағас та мырының осона ҡыҫ (тырып ҡуйҙы. Бөтә тәне ут кеүек яна, үҙе туҡтауһыҙ йүт керә. Йүткерегенәнҡып(ҡыҙыл ҡан килә. Ҡапыл уның ҡулы еүеш, туң тоҡсайы эсендә ҡатынәмәне һәрмәне. Тотоп алды ла тартып сығарҙы. Был бит... ҡырына торғанбрит ва! Бәләкәй, нәҙек, йоҡа ғына немец бритваһы. Әммә үҙенеке. Өмөтөуянды Үлмәҫҡолдоң. Бөтә ышанысы шул бритваға төштө. Хәҙер ул шулбритва осо менән соҡор стенаһын соҡой башлаясаҡ. Төшкән бер балсыҡтыаяҡ аҫтына тапап барасаҡ. Тәүҙә ул ҡайһы ерҙән ҡаҙа башларға самалап тор (ҙо. Унан һуң буйы еткән ерҙән туң ерҙе сыя башланы. Ләкин туңған еүешбал сыҡ, уның өмөтөнсә услап(услап сығыр урынға, ярма кеүек кенә ҡойолдо.Бә ләкәй бритваны бармаҡ араһына ҡыҫтырып, туң ерҙе сыйғысланы ласоҡоно, сыйғысланы ла соҡоно. Аяҡтары уның хәҙер һис бер нәмә һиҙмәй.Ергә баҫып тороуҙы ла, һалҡынды ла, хәрәкәттән тыуған әҙ генә йылыны ла.Кәүҙәһе лә туң фуфайка эсендә уға йәбешеп ҡатты, шикелле. Үҙе генәборолмай. Бөтә кәүҙәһе менән, хатта башы, муйыны менән бергә боролһағына борола.

Яҡты көн үтте. Ҡараңғы төштө. Ҡараңғылыҡ менән һалҡын килде. Төнөбуйы соҡоно ла соҡоно. Был шөғөлөнөң һөҙөмтәһеҙ булыуын ул таң атып,тағы ла яҡтырғас ҡына белде. Соҡолған еренән аяҡ аҫтына ике бүректәйгенә балсыҡ төшкән. Бармаҡ остары ла туңып ҡатты, буғай. Тәне ут кеүекяна йә боҙ һыуыҡлығын тоя… Ҡалтырана, дерелдәй, теше тешкә теймәй.Баҫып торорға хәле ҡалмағандай тоя, ятҡыһы килә. Әммә соҡор төбө тар,еүеш, һалҡын. Ә зиһене, зиһене әле эшләй. Етелек ҡаҙау оҙонлоғондай бәке(ҡырынғыс менән нисек итеп соҡорҙоң бер яҡ стенаһын ҡаҙып емерәһеңинде? Бармаҡтар ҙа туңып, хәҙер инде насар бөгөлә, бәләкәс кенә тимеркиҫәген йүнләп тота ла алмай. Ҡан төкөрөп йүткерә, туҡтауһыҙ йүтәлләй.Шул йүтәлләүҙән көсәнеү ҙә тәненә йылы биргәндәй тойола.

Спартак Ильясов 89

Page 90: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Туң стенаны сәтәкәй бармаҡтан да ҡыҫҡараҡ тимер киҫәге менән емерепсығыу мөмкинлеге булмауҙы аңлағас, ул стенала аяҡ йөҙлөгө һыйышлы бер(береһенән ике(өс сирек бейеклегендәге ҡыуышлыҡтар соҡорға булды. Былалым өмөтлөрәк кеүек. Аяҡ һыйырлыҡ өс йә дүрт ҡыйышлыҡ ҡаҙһам, минсоҡор төбөнән бер метрҙай күтәрелә алам. Ә унда инде соҡорҙоң ситенә,үлән һабаҡтарына, ә, бәлки, тал ботағына йәбешергә Алла ярҙам итер.Шундай йылы, өмөтлө уйҙар күңелен бер аҙ йылытты, йәшәргә ышаныскилтерҙе. Соҡорҙоң ҡайһы еренән ҡыуышлыҡтар соҡорға кәрәклегенбилдәләне. Шөғөлө тәненә тағы ла йылы өҫтәне. Тик ҡараңғы ҡуйырғандан(ҡуйырҙы. Күп тә үтмәне, соҡор эсе дөм(ҡараңғы тоҡҡа әйләнде. Кинәт бикныҡ һалҡынайтты. Әллә кемгә нәфрәте ҡалҡып, асыуы тәненә һытылыпсығырҙай хәлгә килеп, тағы ла ҡысҡырырға тотондо. Бәлки, берәйһе ишетер,үткәүел юл барыбер йыраҡ түгелдер… Шул тирәнән үтә ине бит юл һуғышҡатиклем… Тик уның тауышы бөгөн сағыу түгел, ә ғырылдау ҡатыш йүтәлләү,ҡан төкөрөү менән аралашҡан ине. Тамағына бер тәғәм киҫәк ҡапмауына лабөгөн дүртенсе көн, буғай. Юлда килгәндә вагон һелкенеүенән тимергә ос (лоһо менән төртөлгән ҡулбашы тәүлек буйы һулҡылданы. Ашау теләгебулманы. Унан Өфөгә етеү, ҡайтыу юлының һуңғы башына, һуңғы киҫәгенәсығыу ярһытты, тулҡынландырҙы. Унан ҡулға ҡағыҙҙарҙы биреп, әлләҡайтаралар, әллә ҡайтармауҙары ла борсоно. Демобилизация, табиптар ҡа (рарының ҡағыҙын ҡулға алыу ҙа күңелендә эҙһеҙ ҡалманы, ашау икенсеурынға күсте.

Йә ямғыр, йә еүеш ҡар йырып егерме саҡрым ер атлау – йәйәүле өсөняҡын ара түгел. Ә күрше ауылдаштары менән осрашыу, аңлатыуҙар, төнгөйылғаға сумғандай, тән генә түгел, йән өшөүен дә килтерҙе. Тамағығырылдап, ҡан төкөрөп, йүткереүенән тонсоғоп, ҡысҡыра алмаҫлыҡ хәлгәеткәнсе һөрәнләне ир. Ҡысҡырыуы олоуға, унан йүтәлләү аша һулҡылдап(һулҡылдап илауға күсте. Тәне, гүйә, йә утҡа керҙе, йә боҙло күлгә сумды.Көсәнеп(көсәнеп йүткереүҙән башы сатнап, күҙ алдына ут сатҡыларысәсрәне. Ҡапыл ул ут сатҡыһы гөлт итеп ҙур бер ялҡынға әйләнде. Ул ялҡынҮлмәҫҡолдоң битен, ирендәрен, ҡашын, сәс остарын көйҙөрөп, асыҡ иҙеүеаша муйынын, күкрәген, хатта арҡаһын бешерҙе. Эҫелектән сикәһе сатнап,аңын юғалта башланы…

Үлмәҫҡолдоң ротаһы Көнбайыш Украинаның бер ауылын азат итеү өсөннемец пехотаһын ҡыҫырыҡлай ине. Урам һуғышы башланды. Ауылда бар (лыҡ өйҙәр тигәндәй яна. Алға йүгереп барышлай ул ҡапыл күҙенең ҡы рыйыменән башын нимә менәндер ураған ҡатындың тәҙрә аша биш(алты йәш лекбаланы ырғытып, үҙе тағы ла ут эсенә кереп киткәнен күрҙе. Уйлап татормаҫтан, кинәт боролоп, Үлмәҫҡол утҡа, өй эсенә тәҙрә аша ташланды.Эстә барлыҡ тирә(йүн яна, ут янырлыҡ бөтә нәмәне сорнап алған. Төтөнараһынан һәрмәп, илағанмы, йән асыуы менән сарылдағанмы кәүҙәнекүтәреп алды ла, автоматы менән бергә ҡосаҡлап, тәҙрә аша кире һикерҙе.Уның артынан уҡ өй түшәме гөрһөлдәп, осҡондар сәсрәтеп емерелде.Ҡуйынындағы балаһы менән был ҡатынды үләнле ергә төшөрҙө лә,иптәштәренә ҡушылып «ура» ҡысҡырып, алға йүгерҙе.

Шул өйҙөң эсендәге ялҡын яндырҙымы Үлмәҫҡолдоң тәнен? Шул уттыңэҫелегенә сисенә башланымы? Эҫе, бик эҫе ине ул ут, ул ялҡын. Әбармаҡтары туңған фуфайкаһының элмәктәрен һис ысҡындыра алмай,

90 Тәҡдир

Page 91: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

бөгөлмәй ҙә ҡуя. Алдағы тотош ут булып янған өйҙөң дә ялҡыны уны өтә.Тәне яна, сыҙар әмәл юҡ. Ә аяғы тубығының өҫтөнә тиклем туңып,бөгөлмәҫлек хәлгә килгән. Әллә төндөң, әллә таңдың ҡайһы ваҡыты бул ған (дыр, башын соҡорҙоң стенаһына терәп, иҫен юғалтты. Хәҙер ул йығыла ла,тубыҡлана ла, ултыра ла алмай. Сөнки һыу кейем эсендә һыу тән тотош боҙбулып ҡатҡайны. Күрәһең, йәне, бик күп михнәт, бик күп үлем осрағанынүт кәргән йәне тәнен тиҙ генә ҡалдырып, был соҡорҙан үҙе генә осоп сығыпки тергә ашыҡмай. Йәне ваҡыт менән көрәшә. Ғазраил ваҡыт менәнберләшеп алған да Үлмәҫҡолдоң йәнен уның тәненән ҡыуалай. Ә йәне, уныңйәнгенәһе, Үлмәҫҡолдоң зиһененә сатырман йәбешкән дә һис күккә осҡоһокилмәй. Йәненең зиһенен тырнауына ул ҡапыл аңына килеп, күҙҙәрен асты.Һәм ап(асыҡ ишетте. Яп(яҡын, янда ғына, өҫтә генә бүреләр олой ине. «ЙәХоҙай, миңә ярҙамға килгәндәр», – тип уйланы кисәге һалдат тағы ла юғалабар ған аңы менән. Ә һуғыш осоронда хатта ауыл эсенә лә килеп кергән асбүреләр уның, Үлмәҫҡолдоң, соҡоро янында олонолар ҙа олонолар. Әлләаслыҡтан, әллә соҡорҙағы йән бирә алмай интеккән мәхлүктең йәненйәһәннәмгә оҙатышырға олойҙармы? Әллә уларҙың ниндәйҙер башҡаниәттәре бармы? Берәү генә түгел бит улар, бер өйөр. Һәр тәҡдирҙең һуңғыху жаһы–Ғазраил. Үлмәҫҡолдоң йәнен тәненән айырып ала алмағас, кү мәк ( ләшеп килгәндәрме әллә? Күмәкләп олоп, күмәкләп йолҡоп китәләрмейәнгенәһен Үлмәҫҡолдоң? Әҙ генә йылы тәненән!

Башҡаса ишетмәне Үлмәҫҡол бүреләрҙе. Һуңғы тауыш булдымы был?Әллә йән менән ваҡыт Ғазраилының һуңғы айҡалашыуымы? Күпселек –әҙселекте, көслө көсһөҙҙө һәр саҡ айырып ала. Һәр саҡ уны баҫа, үҙенә ҡуша.Ғүмер ағышындағы сәнәғәти көрәш, тәғлимәт һәм рух һуғышы, барлыҡ һәмюҡлыҡтың айҡалашыуы, бигерәк тә йән менән күңелдең тартҡылашыуыаяныслы тереләр өсөн.

Һуңғы көрәш, үлем менән йәшәү көрәше, башҡаларынан айырылып тора.Сөнки бында башҡа төр көрәштәренең барлығы йәки мәңгелеккә юғалыуыхәл ителә…

Хәҙер уның тәне ҡалған ғына зиһенен бөтөнләйгә тыңламай. Аҙаҡҡы тап (ҡыр күҙен асҡанда, ул һуңғы көнөнөң яҡтыһын күрҙе. Түп(түңәрәк, ап(асыҡине ул. Соҡор ситенә һаҡал(мыйығы ҡуржаҡланып бөткән, әллә тәңрединле, әллә иҫке динле, төндә уны өйөнә керетмәгән кеше килде. Өҫтән, со (ҡор ситенән, Үлмәҫҡолдоң күҙҙәренә текләп тора ине ул. «А(а(а, здесьстоишь? Не велено Господом нам общаться с вами. С иноверцами! Жди судаГос подня!»–тине лә күҙҙән юғалды. Тик уны Үлмәҫҡол аңламаны. Уныңасыҡ көйө туңған күҙҙәре был йөнлө баш аша күк күгелйеменә, төпһөҙ зәң (гәр леккә баҡҡайны. Ә юғарыға күтәрелеп ҡатҡан һыңар ҡулында–мәң (гелеккә китер алдынан әле күрмәгән бәләкәс улына алып ҡайтып килгән ағасмашина. Гүйә, ул соҡор сите аша аманатын тапшырып, баҡыйлыҡҡа тыныскү ңел менән осорға теләп, берҙән(бер һыңар ҡулын күккә һуҙғайны…

Спартак Ильясов 91

Page 92: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Р и ф М И Ф Т А Х О В

«УТЫН ҠЫРҠТЫМ ӨС АҒАС...»

Х И К Ә Й Ә C Х Ә Т И Р Ә

Яңыраҡ Хәйҙәрҙең тыуған көнө булды. Ай0һай, был ваҡыт тигәнең аҡҡан һыуке үек үтә лә китә икән. Ҡасан ғына әле йүгереп йөрөгән малай ине, ә бына хәҙерйә ше менән дә, эше менән дә олпатланып өлгөргән ғалим, университет про фес 0соры – хәйер, быны эш урынында үткәргән тантанала әйттеләр. Был турала уй 0лағаны һирәк, ә бына һуғыш йылдарына тура килгән бала сағын бик йыш иҫенәтө шөрә ул.

Иртәгә яңы фатирына ауылдан туғандары, күршеләре йыйыласаҡ. Хәйҙәр ҙурта бын ҡороп, тыуған көнөн билдәләү тураһында башына ла килтермәгәйне0кил 0те реүен, баҡһаң, ҡатыны бөтәһен дә алдан уйлап, әҙерләп йөрөгән икән. Хәйҙәрҡар шылашҡас, түңәрәк етмеш ғүмерҙә бер генә була ул, ауыҙынды ла асма, үт 0кә рәбеҙ, тине лә ҡуйҙы.

Хәйҙәр, ҡатынының ҡылыҡ0ғәҙәттәрен яҡшы белгәнлектән:– Ярай инде, дуҫ0туғандар менән ултырырға бер сәбәп булыр, тик һин, Шәм 0

сиә, ҡара уны, тыуған көнө, яңы фатир, тимә, йәме, – тип ризалашып ҡуйҙы.– Ярар, әйтмәм, әйтмәм, – тине лә Шәмсиә, ире эргәһенән кухняға сыҡҡас,

сер ле йылмайып, үҙ эшенә тотоноп китте.Хәйҙәр ошо һөйләшеүҙән һуң, туғандары, ауылдаштары менән күрешеү көнө

яҡын лаған һайын, ниңәлер, алыҫлаша барған бала сағындағы ваҡиғаларҙы йы 0шы раҡ хәтерләне, күңеленән уларҙы яңынан кисерҙе...

1945 йылдың 22 майы.Ул көндө Хәйҙәрҙең кәйефе шәп ине. Тәйрүк йылғаһынан тотҡан бер шеш

балыҡты өйҙәгеләргә тиҙерәк күрһәтеп, маҡтау һүҙе ишетергә уйлап, һыубуйынан ашҡынып ҡайтып, өйгә инде. Тик ишекте асып, тупһанан бер аҙыматлауы булды, урындыҡ башында ултырған әсәһе:

– Балам, балаҡайым, ағайың... – тип ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, йәш ара 0лаш өҙгөләнеп, һөйләнә0һөйләнә, сеңләп иларға тотондо. Ағас карауатта апаһы,

92

Риф Мифтахов (1939) Ишембай районының Кинйәбулат ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдарматбуғатта эшләне. Бихисап шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәр йыйынтыҡтары авторы.

Page 93: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

мен дәргә башын ҡаплап, дерелдәп ята. – Балам... балаҡайым, бәхеткәйең бул 0маны шул... Шатлығыңа етә алманың шул... Ҡәһәр һуҡҡыры Гитлер!..

Әсәһенең йән аянысы менән йөрәк төбөнән сыҡҡан әрнеүле һүҙҙәреХәйҙәрҙең үҙәген яндырып төштө. Ул бөтәһен дә шунда уҡ төшөндө. Әсәһенҡосаҡлап йыуатҡыһы, нимәлер әйткеһе килде. Тик үҙен кем йыуатһын. Хәйҙәртышҡа атылды. Ике битенән дә сөбөрләгән бөрсөк0бөрсөк күҙ йәштәрен ҡулһырттары менән алмаш0тилмәш һөртә0һөртә, Арыҫлан йылғаһы аръяғындағыбейек тирәктәргә ҡарай йүгерҙе.

– Ағай... Ағай... – Тамағына килеп тығылған төйөр ошо һүҙҙе әйтергә ирекбирмәне.

Дауылға оҡшаш киҫкен ел сығыуҙан күтәрелеп осорҙай ярһыған тирәктәргәетер0етмәҫтән, Хәйҙәр тау битендәге яҙҙың тәүге бәпкә үләндәренә йөҙтүбән ау 0нап, балыҡ еҫе килгән ҡулдарына үлән0тупраҡ услап, буҫығып иларға тотондо.Тик хәйләһеҙ Аҡтырнаҡ ҡына, бәләкәй хужаһының ҙур хәсрәтен уртаҡлашырғате ләгәндәй, Хәйҙәрҙең әле аяҡтарына, әле сәстәренә ҡағылып0һуғылып тирә0яғын да шыңшыны, баш осона ултырып өрҙө, хатта иркәләнеп0шаярып таҡараны...

Ус аяһындай ҡағыҙҙағы ҡара хәбәр дөрөҫ ине. Ағаһының: «Туғаным, фа шис 0тар ҙың муйынын бороп бөтөрөп киләбеҙ инде. Оҙаҡламай бөтөнләйгә һеҙҙеңянға ҡайтам. Ҡармаҡтар әҙерлә, таңда өсәүләп (мотлаҡ Аҡтырнаҡты ла эйәр 0теп) Тәйрүккә барырбыҙ. Беҙ тотҡан балыҡтарҙы әсәйемдәр ашап та бөтөрә ал 0маҫ», – тигән яҡты хыялы һандыҡ төбөндәге өсмөйөшлө хатта ғына ҡалды. ТикАҡтырнаҡ ҡына таң ҡыйылып килгән мәлдәрҙә, өй нигеҙенә баҫып, өмөтөгөҙҙөөҙмәгеҙ, көтөгөҙ, тигәндәй:

– Һау!.. һау!.. – тип өрөп0ярһып ҡуя торғайны.Ә өйҙәгеләрҙең өмөтө хәҙер икенсе берәүҙә ине.Өмөт аҡланды. Нәҡ бер йыл үтеүгә, ҡара болот ҡаплаған өйҙә, гүйә, ҡояш

ҡалҡ ты – Хәйҙәрҙең атаһы ҡайтты. Аяуһыҙ һуғыштың тәүге көндәренән үк яуғаки теп, тимер0томорҙан, фляга һәм һалдат шөкәрәһенән башҡа нәмә тотмағаняу гир ирекәйҙең һөйәлле ҡулдары Хәйҙәрҙең башынан йомшаҡ ҡына итеп һый 0па ғанда, моғайын, донъяла уларҙан да бәхетле кеше булмағандыр.

Ә теге... төнгө осрашыуҙы хәтерҙән сығарырлыҡмы ни?! Әле лә яйы килгәндәиҫкә төшөрөп, көлөшөп алалар.

...Буранбай хәбәрһеҙ0ниһеҙ генә төнләтеп ҡайтҡайны. Әҙ генә өн0тауышҡаһиҙгер Аҡтырнаҡ һалдат өй ҡапҡаһына етер0етмәҫтән абалап0ярһып сыҡҡайныла, таныш тауыш менән иркәләп әйтелгән исемен ишетеп, урынында ҡатыпҡал ды. Хужаһы тағы өндәште: шул саҡ Аҡтырнаҡ, осоп барып, ағайҙың аяғы аҫ 0тын да ураланып, ул һуҙған икмәкте лә ҡабырға ла онотоп, хужаһының ҡул да 0рын яларға ынтылды. Үҙе туҡтауһыҙ шыңшый ине.

Ағай ҙур усы менән күҙ йәштәрен бер генә һөрттө лә, урам ҡапҡаһын шарасып, өйгә яҡынланы. Йоҡа таҡталарҙан ғына икегә бүленгән өйҙөң түр тәҙ рә 0һенә үрелеп ҡараны. Түрьяҡта Хәйҙәрҙән башҡа бер кем юҡ ине. Буранбай ағайһуғыш башлағанда өсө лә тулыр0тулмаҫ ҡалған малайының ябыҡ кәү ҙә һенә,оҙон муйынына, ябыҡ ҡулдарына ҡарап торҙо. Өйҙөң теге яғынан берәү ҙәсыҡманы.

Хәйҙәр иһә ниндәйҙер йырҙы ихлас көйләп, телен аҙ ғына ауыҙынан сығаратешләп, мөкиббән китеп, сыбыртҡы үреүен белде...

Шул хәлдә ағаҡай күпме торор ине икән – билдәһеҙ, шатлыҡтан са быр 0һыҙланған Аҡтырнаҡ һыңҡылдап0шыңшып алды ла, тороғоҙ, сығығыҙ, хужабыҙҡайт ты, тигән шикелле, алғы аяҡтарын йорт нигеҙе таштарына ҡуйып, ярһып0

Риф Мифтахов 93

Page 94: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

яр һып өрә башланы. Тауышҡа Хәйҙәр тәҙрәгә боролоп ҡараны. Атаһының йон 0соған, йәшләнгән йөҙөн ғүмерендә тәүге тапҡыр күргән малай ҡурҡыуынан арт 0ҡа сигенеп ҡуйҙы. Буранбайҙың: «Атайың!..» – тигән һүҙҙәрен ишетеүгә:

– Аталар! Аталар! – тип һөрән0ҡырҡыу һалды ла, әсәләре йоҡлаған яҡҡасығып, тыпырсынырға тотондо.

Тауышҡа Сәғиҙә апай ырғып торҙо ла:– Ни булды, балам, балам!? – тип ярһып, һорауына яуап та көтөп тормай, һә

тигәнсе мейес аҫтынан үтмәҫ балта һөйрәп сығарып, түрьяҡ тәҙрәгә ташланды.– Йә, кем ата минең баламды?! Батыр булғас, миңә ат, ҡара йөрәк!.. – тип тәҙ 0рәне күкрәге менән ҡаплап барып баҫты.

Был мәлдә Буранбай берсә шатлығынан, берсә көтөлмәгәндә килеп сыҡҡанбыл хәлдән ни эшләргә лә белмәй, һаман бер һүҙҙе ҡабатланы:

– Атаһы, тип әйтәм бит! Атайығыҙ!.. – Шунда ул бар тауышына ҡысҡырыпебәрҙе: – Мин бит был, Сәғиҙә!!

Сәғиҙә апайҙың балтаһын, гүйә, һуғып төшөрҙөләр. Ул ике ҡулын йәйеп:– Уй Алла, атайығыҙ ҡайтҡан бит, балаҡайҙарым! – тип ишеккә атылды.Ҡурҡышынан юрғанына бер бәләкәй йомғаҡ хәтле генә булып йомарланған

Хәлиҙә апаһы ырғып тороуға, мөйөшкә сумған Хәйҙәр ҙә, ҡурҡыу0ярһыуынонотоп, әсәһе артынан ишеккә ынтылды...

Тәүҙәрәк был ваҡиғаны Буранбай ағай иҫкә төшөрөргә яратты. Ә Хәйҙәр,бәләкәй саҡта был хәлде иҫенә төшөрһәләр, оялып ҡуйыр ине. Атаһы:

– Улым, һин теге саҡта ни тип йырлай инең, йә әле көйләп күрһәт, мин улваҡыт тәҙрә аша ишетә алманым, – тип шаяртһа, Хәйҙәр:

– Юҡ та, мин йырламаным, – тип баш тарта торғайны.Хәҙер инде ауылға ҡайтҡанда был ваҡиғаны йыш ҡына үҙе лә хәтерләй. Тик

йырҙың бер һүҙен генә үҙгәртеп йырлай:Утын ҡырҡтым өс ағас,Өсөһө лә йүкә ағас,Атаҡайым ҡайтып төштөФашистарҙы туҡмағас.

Тыуған көнөндә, өй туйлауҙа ҡотлауҙар, уйын0көлкө лә, йыр0таҡмаҡтар ҙа аҙбулманы. Ләкин Хәйҙәр был мәлдә лә малай сағындағы йән тетрәткес ва ҡи ға 0ларҙы тағы ла бер тапҡыр хәтеренә төшөрҙө. Ағаһын юғалтыу ҡайғыһы, ябыҡҡына малайҙың иңдәренә оло хәсрәт күтәртеп, унан егет яһаһа, атаһы ҡайтыубәхете индәренә бөркөт ҡанаттары үҫтереп, йәшәүҙең матур икәнлегенә ышан 0ды рып, тағы ла бер тапҡыр донъяға тыуҙырып аяҡҡа баҫтырҙы...

Шуларҙы уйлап, хис0тойғоларға үтә бирелеп, уйҙарынан арына алмай ул тыр 0ған Хәйҙәр ике тиҫтә йылдар элек донъя ҡуйған атаһының тауышын ишетеүҙәнтерт итеп ҡалды, гүйә, йоҡоһонан уянып китте. Уға ҡаршы ултырған бер туғанҡус тыһы: «Йәле, абзый, атайыбыҙ иҫтәлеге0рухына берәй йырыңды һүҙыпебәр»,– тигәс, шуны ғына көтөп ултырған кеше кеүек, ағаһы матур тауышыменән йыр башланы:

Утын ҡырҡтым өс ағас...Йыр йыйылғандарҙың күңелен арбаны, уйландырҙы.Асылда күҙ йәштәрен күрһәтергә бик һаран Хәйҙәр был юлы һөртмәне, улар

биттәре буйлап аҡты, ә моң йөрәктәргә тамды...

94 «Утын ҡырҡтым өс ағас...»

Page 95: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҮТКӘНДӘРҘЕ БАЙҠАП, КИЛӘСӘКТЕ УЙЛАПҺəр халыҡтың тарихи хəтере юйылмаһын, ғөрөф‑ғəҙəттəре онотолмаһын,

ту ған теле үҫешһен, ауыҙ‑тел ҡомартҡылары һаҡланһын, һүҙ сəнғəте сəскəатһын өсөн гуманитар фəндəрҙең юғары кимəлдə булыуы – төп шарттарҙыңбе реһе. Республикабыҙҙа ошо мөһим һəм бик кəрəкле миссияны инденисəмə тиҫтə йылдар буйы Тарих, тел һəм əҙəбиəт институты үтəп килə.Əлеге көндə Рəсəй Фəндəр академияһының Өфө ғилми үҙəгенə ҡараған былинституттың эш мəкəрлеге шаҡтай киң һəм күп яҡлы. Оло юбилейыуңайынан уның үт кəн дəренə һəм бөгөнгөһөнə ҡыҫҡаса байҡау яһап,күренеш булырҙай уңыш‑ҡа ҙаныштарын барлап сығыу бик урынлы булырһымаҡ.

Институттың рəсми тарихы, ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкə комитетыбюроһы тарафынан ҡабул ителгəн ҡарарға ярашлы, 1932 йылдың 4 мар ты ‑нан баш лана. Əлбиттə, ул юҡ урында барлыҡҡа килмəгəн. Быға тиклем 1922йылдан баш лап республикала Халыҡ мəғариф комиссариаты янында Ака ‑дем үҙəк һəм “Баш ҡортостанды өйрəнеү ойошмаһы” эшлəп кил гəн. Улар та ‑ра фынан күп ме лер ғилми‑тикшеренеү эштəре баш ҡа рыл ған, башҡорт һəмрус телдəрендə фəн ни баҫмалар ойошторолоп, төрлө темаға мəҡəлəлəр, ма ‑териалдар нəшер ител гəн. Был эштəрҙə М.Ғафури, Д.Юлтый, С.Мирас,Р.Фəхретдинов, З.Ша ки ров, Ш.Сүнчəлəй кеүек əҙиптəр һəм ғалимдар ҙа ҡат ‑нашлыҡ иткəн.

Филологик тикшеренеүҙəрҙең тарихын күҙаллағанда шуны əйтергə кəрəк:илленсе йылдарға тиклем институт күберəк башҡорт мəктəптəре өсөн дə рес ‑лек тəр һəм хрестоматиялар төҙөү менəн шөғөллəнгəн. Бынан тыш, телселəрбаш ҡорт теленең яңы алфавитын һəм орфографияһын булдырыу, төрлөөлкəлəргə ҡа раған ике телле һүҙлектəр төҙөү өлкəһендə əүҙем эш алыпбарған, əҙə биəтселəр иһə М.Ғафури ижады буйынса хеҙмəттəр яҙып, уныңһəм Ғ.Сəлəмдең əҙə би йыйынтыҡтарын əҙерлəп сығарыу йəһəтенəн байтаҡэш атҡарған, ə фольклорсылар халыҡ ижадын йыйыу һəм өйрəнеү эштəренйəйелдергəн, 1936 йылда “Башҡорт мəҡəлдəре” китабын əҙерлəп донъяғасығарған.

1951 йылда СССР Фəндəр академияһының Башҡортостан филиалы ойош ‑то ро лоп, институт шул филиал ҡарамағына ингəс, тел, əҙəбиəт һəмфольклор бу йынса ғилми тикшеренеүҙəр яңы һулыш ала, йылдамыраҡүҫеш юлына баҫа. Əҙə биəтселəр, мəҫəлəн, совет осоро һүҙ сəнғəтен өйрəнеүменəн генə сик лəн мəйенсə, революцияға тиклемге башҡорт əҙəбиəтетарихын аяҡҡа баҫтырыу эшенə лə ҙур иғтибар бирə башлай. Шуның сағыубер һөҙөмтəһе булараҡ, 1965 йыл да Ə.Харисовтың “Башҡорт халҡының

95

Тарих, тел һəм əҙəбиəт институтыойошторолоуға – 80 йыл

Page 96: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

əҙəби мираҫы. XVIII‑XIX быуаттар” исемле монографияһы донъя күрə. Ошойылдарҙа уҡ Ғ.Рамазановтың – М.Ғафури, Ғ.Хөсəйеновтың С.Ҡудаш,Р.Ниғмəти, Д.Юлтый һəм М.Кəрим ижа ды на арналған хеҙмəттəре айырымкитаптар булып нəшер ителə. Тел белгестəре бик күп өҫтəлмəлəр менəнрусса‑башҡортса һүҙлектең яңы баҫмаһын əҙерлəй һəм башҡорт теленеңаңлатмалы һүҙлеген булдырыу өҫтөндə ҙур эштəр башлай. Был йылдарҙа“Башҡорт халыҡ ижады” донъя күрə, һуңыраҡ айырым китаптар бу лыптулыландырылған “Башҡорт халыҡ мəҡəлдəре” һəм “Башҡорт халыҡ йыр ‑ҙары” нəшер ителə. Был эштəрҙə Ə.Харисов, К.Мəргəн, Х.Əхмəтов, Л.Ле бе ‑дин скийҙар ҙур тырышлыҡ күрһəтə.

Етмешенсе‑һикһəненсе йылдарҙа филологик тикшеренеүҙəр даирəһетағы ла киңəйə, үткəндəргə һəм үҙ заманына бəйле фəнни эҙлəнеүҙəр һаняғынан да, сифат яғынан да ҙур үҫеш ала. Быға, əлбиттə, илленсе‑алтмышынсы йылдарҙан уҡ башлап интитутҡа йəш белгестəрҙең күплəпэшкə килеүе һəм төрлө тар маҡтар буйынса ғилми тикшеренеүҙəргəтотоноуы ла көслө этəргес бирə.

Лингвистика тармағында эшлəүселəр, мəҫəлəн, фəндең һəм телдең төрлөөл кəлəренə ҡараған һүҙлектəр һəм уҡыу əсбаптары төҙөү менəн берҡатарҙан, баш ҡорт əҙəби теленең тарихы, уның грамматикаһы һəмлексикаһының үҫеше буйынса коллектив һəм монографик хеҙмəттəряҙҙылар. Был өлкəлə айырыуса Э.Ишбирҙин, И.Ғəлəүетдинов, Р.Ха ли ‑ҡовалар əүҙем эшлəне. Башҡорт теленең диалекттары һəм һөй лəш тəре бу ‑йынса үткəрелгəн фəнни тикшеренеүҙəрҙең иң көслө осоро ла нəҡ ошойылдарға тура килə. Н.Ишбулатов, Н.Мəҡсүтова, С.Мир жа нова, У.Нə ҙер ‑ғолов, М.Дилмөхəмəтов, С.Сабирйəнова, Г.Гə рə е ва лар ҙың күп йыллыҡхеҙмəт емеше булып өс томлыҡ диалекттар һүҙлеге һəм айырым‑айырыммонографиялар донъя күрҙе, аҙағыраҡ башҡорт теленең диа лек то ло гикатласы ла баҫылып сыҡты. Р.Шəкүров, А.Камалов, Ф.Хи са мит ди нова, М.Ус ‑мановалар иһə ер‑һыу, ауыл‑ҡала атамалары буйынса төплө хеҙ мəт тəр яҙҙы.

Был осорҙа əҙəбиəт ғилеме өлкəһендə лə бихисап ҙур эштəр башҡарылды.Баш ҡорт совет шиғриəте тарихы буйынса Ғ.Хөсəйенов, Р.Бикбаев, К.Əх мəт ‑йəновтың, проза буйынса Ə.Вахитовтың, драматургия буйынса Ғ.Ра ма за ‑новтың, башҡорт əҙəбиəтенең ижади бəйлəнештəре буйынса С.Са фу анов ‑тың, əҙəбиəт теорияһы буйынса К.Əхмəтйəновтың, совет осорона тиклемгеəҙəбиəт һəм ижадсылар буйынса В.Əхмəҙиев, Ғ.Ҡунафин, Ə.Вилданов,И. Бүлəков, З.Шəрипова, М.Иҙелбаевтарҙың хеҙмəттəре – быға асыҡ миҫал.Мо но гра фияларҙан тыш, бер нисə коллектив хеҙмəт яҙылды. Мəҫəлəн, Ғ.Хө ‑сə йенов, К.Əхмəтйəнов, С.Са фуа нов, М.Хəмиҙуллина алты томлыҡ “Күпмиллəтле совет əҙəбиəте тарихы”н яҙыу ҙа ҡатнаштылар, алтмышынсыйылдарҙа баҫылған “Башҡорт совет əҙəбиəте та рихы. Очерктар” китабынаМəскəүҙең “Наука” нəшриəтендə сыҡҡан “История башкирской советскойлитературы” исемле коллектив хеҙмəт өҫтəлде. Бер үк ва ҡыттаантологиялар, хрестоматиялар төҙөү эштəре лə алып барылды: ет ме шенсейылдар башында “Башҡорт поэзияһы антологияһы” нəшер ителгəн бул һа,һикһəненсе йылдарҙа XX быуат башы əҙəбиəте буйынса 2 томлыҡ хрес то ма ‑тия əҙерлəп сығарылды.

96 Үткәндәрҙе байҡап, киләсәкте уйлап

Page 97: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Əлбиттə, əҙəбиəтселəрҙең был йылдарҙағы төп коллектив хеҙмəте 6томлыҡ “Баш ҡорт əҙəбиəте тарихы” булды. Уны яҙыу эшендə профессорҒ.Хөсəйенов етəкселегендəге тотош бүлек ҡатнашты. 1973 йылдан башлапдаими ойош то рол ған археографик экспедициялар материалдары миллиһүҙ сəн ғəтенең совет осорона тиклемге тарихын тергеҙеүгə төплө ерлекбулды, һəм күп томлыҡтың тəүге ике томы асылда архив сығанаҡтарынанигеҙлəнеп яҙылды. Əҙəбиəттең со вет осоро тарихын яҡтыртҡанда лаавторҙар быға тиклем йəшəп килгəн иде о логик ҡыҫаларҙан, сиклəүҙəрҙəнмөмкин тиклем арынып, дөйөм гуманистик прин циптарҙан сығып эшитергə ынтылды.

Атап үтелгəн осор фольклор фəне өсөн дə ғəйəт уңышлы булды. Халыҡижа дын һөйөүселəр М.Сəғитовтың боронғо ҡобайырҙар, Ф.Нəҙершинаныңмə ҡəл дəр, əйтемдəр, риүəйəттəр, легендалар, Н.Зариповтың тарихи эпос,Ə.Сө лəй мə нов тың хайуандар тураһында һəм тормош‑көнкүреш əкиəттəре,Р.Сө лəй мə нов т ың музыкаль фольклор хаҡындағы һəм башҡа бик күп хеҙ ‑мəттəрен уҡып ҡы уан ды. Археографик һəм фольклор экспе ди ция ла рын да,төрлө ко ман ди ров ка ларҙа магнитофон таҫмаларына яҙҙыртып алыпҡайтылған эпик фольклор үр нəк тəре, йыр, бəйет, таҡмаҡ, мөнəжəттəр –былар барыһы бергə тупланып, ҡа бат лап яҙҙыртылып, айырым фольклор‑музыкаль фонд итеп ойошторолдо һəм һаҡлауға ҡуйылды. Был эштəрҙеяйға һалыуға Н.Шоңҡаров айырыуса ҙур өлөш индерҙе.

Шулай ҙа фольклорсыларҙың был осорҙағы иң ҙур ҡаҙанышы, һисшикһеҙ, “Башҡорт халыҡ ижады”ның 18 томлыҡ баҫмаһын əҙерлəп сығарыубулды. Был мөһим һəм яуаплы эштə, үрҙə аталған өлкəн быуын фоль клор ‑сыларынан тыш, Р.Сол тангəрəева, Л.Сəлмəнова, Б.Байымов, Г.Хөсəйеновакеүек йəш белгестəр ҙə əүҙем ҡатнашты. Һикһəненсе йылдарҙың икенсеяртыһында иһə институт фоль клорсылары башҡорт халыҡ ижадын күптомлы итеп рус телендə əҙерлəп баҫтырыу эшенə тотондо.

Үҙгəртеп ҡороуҙар, Совет дəүлəте тарҡалыуы, йəмғиəт һəм ил тор мо ‑шоноң аҫ тын‑өҫкə килтергəн реформалар, əлбиттə, институттың эш мə кəр ‑легенə лə йо ғонто яһамай ҡалманы. Туҡһанынсы йылдарҙа фəнни эштəрҙефинанс менəн тəьмин итеү иң түбəн кимəлдəргə тиклем төштө. Ғилмихеҙмəткəрҙəр хəйерсе хəлендə тиерлек тороп ҡалды. Иң ҡыҙғанысы: ошоауыр, болғансыҡ йыл дарҙа институттың эштəрен төпкə егелеп тартҡанбайтаҡ белгес арабыҙҙан китте, күптəр юғары уҡыу йорттарына уҡытыуэшенə күсте. Һуңғы ике тиҫтə йыл эсендə телселəрҙəн, мəҫəлəн, Н.Мəҡ ‑сүтова, У.Нəҙерғолов, С.Мир жанова, Р.Ха ли ҡова, З.Ураҡсин, М.Дил мө хə ‑мəтов, Ə.Бейешев, А.Ка ма лов, Т.Кусимова, Н.Су фия нова, фоль клор сыларҙанМ.Сəғитов, Н.За ри пов, Н.Шоңҡаров, Б.Байымов, Л.Ата нова, əҙə биəт селəрҙəнҒ.Рамазанов, Ə.Ва хитов, В.Əхмəҙиев, К.Əх мəт йə нов, С.Сафуанов кеүекбилдəле ғалимдар донъя ҡуйҙы. Бындай үкенесле юғал тыу ҙар арҡаһындафилология фəненең күп кенə тармаҡтары етемһерəп, бушап ҡалды,быуаттар бəйлəнеше өҙөл гəн дəй булды.

Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, институт үҙ эшен туҡтатманы, йəшбелгестəрҙе йəлеп итеп, һəр өлкəлə лə ғилми‑тикшеренеү эштəре дауамиттерелде. Ул ғына ла түгел, яңы темалар, яңы йүнəлештəр билдəлəнеп,яңыса ижади эҙлəнеүҙəргə юл һалынды.

Миңлеғәли Нәҙерғолов 97

4 «Ағиҙел», №5.

Page 98: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Əйтəйек, тел ғилеме бүлеге хеҙмəткəрҙəре “Башҡортостан Республикаһыха лыҡ тарының телдəре тураһындағы” закондың төп положениеларынэшлəүҙə ту ранан‑тура ҡатнашты. Закон ҡабул ителгəс, йəмғиəт тормошоноңтөрлө өлкəлəренə ҡараған бик күп ике телле һүҙлектəр əҙерлəп донъяғасығарҙы, дə рес лектəр яҙҙы, дəүлəт теле булараҡ башҡорт телен ғəмəлгəиндереү буйынса би хисап эштəр башҡарҙы. “Башҡорт теленең аңлатмалыһүҙлеге” (етəксеһе – Ə.Бейешев), тулыландырылған вариантта “Башҡортса‑русса”, “Русса‑баш ҡорт са” һүҙлектəр (етəксеһе – З.Ураҡсин), “Башҡорт те ле ‑нең диалектологик атласы” (етəк сеһе – Ф.Хисамитдинова) кеүек хеҙ мəт тəр ‑ҙең донъя күреүе халҡыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс булды. Заман талаптарынаяраш лы, 2002 йылда бүлек янында “Лин гвистика һəм информацион тех но ‑ло гиялар лабораторияһы” (етəксеһе – З.Си ражетдинов) булдырылып, баш ‑ҡорт теленең машина фондын төҙөү, Ин тер нет селтəрендə телдең тер ми но ‑логик һəм йышлыҡ һүҙлектəрен урынлаштырыу, ком пьютер өсөн башҡорттеленең берҙəм программаһын ойоштороу кеүек эш тəр атҡарыла башланы.

Əлеге көндə институттың директоры Ф.Хисамитдинова етəкселегендə телғи леме бүлеге ғəйəт яуаплы һəм мөһим тема – күп томлы “Башҡорт теленеңака де мик һүҙлеге”н төҙөү өҫтөндə эш алып бара. Уның уңышлы һө ҙөм тə лə ‑ре күренə лə башланы инде: һүҙлектең тəүге өс томы төҙөлөп, баҫылып тасыҡты.

Һуңғы ике тиҫтə йыл эсендə фольклор ғилеме бүлеге лə алға табан етдиаҙым дар яһаны. 1995 йылдан башлап ул “Башҡорт халыҡ ижады”ның 36томлыҡ баҫ маһын əҙерлəү эшенə тотондо. Был томдарҙы яҙыу өсөн, əлбиттə,институтта быға тиклем тупланған материал ғына етмəй ине. Шуға күрəфольклорсылар төрлө ғилми фонд һəм гранттар иҫəбенə йыл да тиерлекэкспедициялар ойоштора башланы. 1990 – 2011 йылдар эсендə улар рес пуб ‑ликабыҙҙың Яңауыл, Бал тас, Борай, Тəтешле, Асҡын, Ҡариҙел, Хəйбулла,Йы лайыр, Бөрйəн, Əбйəлил, Белорет, Учалы райондарында, шулай уҡ күр ‑ше Һамар, Пермь, Свердловск, Си лəбе һəм Ырымбур өлкəлəренең баш ҡорт ‑тар күплəп йəшəгəн төбəктəрендə бу лып, бик күп ауыҙ‑тел ижады ҡо март ‑ҡы ларын ҡағыҙға һəм магнитофон таҫ маларына күсереп алып ҡайтты. Былэш тəрҙе ойоштороуға бүлектең хəҙерге мө дире Г.Хөсəйенова ҙур көс һалды.Бө гөнгə үрҙə аталған күп томлыҡтың 13 томы нə шер ителгəн, 4 томы “Ки ‑тап” нəшриəтендə сират көтөп ята, шул уҡ ваҡытта бер нисə яңы том өҫтөндəэш алып барыла.

Был мəҡəлəлə күберəк коллектив хеҙмəттəр тураһында һүҙ алып барыумаҡсаты ҡуйылһа ла, күренекле фольклорсы Ф.Нəҙершинаның һуңғыйылдарҙа сы ғарған китаптарын телгə алмау яҙыҡ эш булыр. Туҡһанынсыйылдар ур та һынан ул, ҡайһы бер белгестəрҙе йəлеп итеп, башҡорт, рус һəминглиз тел дə рендə “Халҡым йыры”, “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр‑риүəйəттəре”, “Башҡорт‑ин глиз‑рус əйтемдəр һəм мəҡəлдəр һүҙлеге”,“Баш ҡорт халыҡ риүəйəттəре һəм легендалары”, “Урал батыр. Башҡорт ха ‑лыҡ ҡобайыры”, “Салауат башҡорт фоль клорында”, “Башҡорт халыҡ ҡо ‑байыр‑иртəктəре” тигəн китаптар əҙерлəп сығарҙы һəм халҡыбыҙҙың рухиын йыларын бар донъяға танытыу йəһəтенəн өр‑яңы йүнəлешкə нигеҙ һалды.Бындай өс телле баҫмаларҙың килəсəге ҙур икəн леге шик уятмай.

98 Үткәндәрҙе байҡап, киләсәкте уйлап

Page 99: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Əҙəбиəт ғилеме бүлегенең совет осоронан һуңғы йылдарҙағы эш мə кəр ле ‑генə килгəндə, шулай уҡ бер нисə ҙур коллектив хеҙмəтте айырып атарғабула. Милли əҙə биəт тарихының башҡортса 6 томлығы донъя күргəндəн һуң,бүлек хеҙ мəткəрҙəре уның ҡыҫҡартылған русса 3 томлығын яҙып тамамланы.Уның тəүге 2 томы 2007 йылда уҡ “Китап” нəшриəтенə тапшырылып, ҡыҙ ға ‑нысҡа ҡаршы, əле гəсə донъя күрə алмай ята. Был хеҙмəт менəн параллельрəүештə башҡорт əҙə биəтенең антологияларын төҙөү һəм нəшер иттереүэштəре лə йəнле алып барылды. Шуларҙың нəтижəлəре булараҡ, 1999 йылда“Башҡорт əҙəбиəте ан то логияһы. Т. 1. XIII – XVIII быуаттар” (тө ҙөү селəре –М.Нəҙерғолов, Ғ.Хөсəйенов), 2001 йылда “Башҡорт шиғриəте ан тологияһы”(төҙөүселəре – Р.Бикбаев, Ғ.Хөсəйенов, М.Нəҙерғолов, И.Кин йə булатов,Ф.Əхмəтова), 2007 йылда “Баш ҡорт əҙəбиəте антологияһы. Т. 2. XIX быуат”(төҙөүселəре – Ғ.Хөсəйенов, М.Нə ҙер ғолов, З.Шəрипова) китаптары донъякүрҙе. Оҙаҡламай нəшриəткə 2 томдан торған “XX быуат башы баш ҡортəҙəбиəте антологияһы” тəҡдим ителəсəк. Бүлек хеҙ мəткəрҙəренең бер өлөшөбайтаҡ йылдар инде институттың 6 мең ярымдан артыҡ боронғо ҡомарт ҡы ‑лар һаҡланған ҡулъяҙма һəм баҫма китаптар фондына каталог төҙөү, фəннитасуирлама яҙыу һəм реставрациялау эштəре менəн мəшғүл. Фондҡомартҡылары буйынса Р.Болғаҡов, Ғ.Хөсəйенов, М.Нə ҙер ғо лов тар ҙыңайырым хеҙмəттəре донъя күрҙе. Фондты ту лыландырыу маҡсатында һуң ғыйылдарҙа республиканың төньяҡ‑көнсығыш райондарына археографик экс ‑педициялар ойошторолдо.

Бүлектең элекке етəксеһе академик Ғ.Хөсəйеновтың да монографик хеҙ ‑мəт тəрен айырым телгə алмау мөмкин түгел. Һуңғы йылдарҙа уның əҙəбиəттарихы һəм теорияһы буйынса береһенəн‑береһе тосораҡ бер нисə китабыбаҫылып сыҡты. Əҙəбиəт һөйөүселəр, студенттар һəм уҡытыусылар өсөн“Башкирская литература XI – XVIII веков”, “Литература и наука”, “Башҡортшиғыры. Шиғыр тө ҙөлөшө”, “Башҡорт əҙəбиəте поэтикаһы”, “Əҙəбиəт тео ‑рия һы” хеҙмəттəре би герəк тə көтөп алынған китаптар булды.

Хəҙерге ваҡытта бүлек хеҙмəткəрҙəре “Башҡорт əҙəбиəте тарихы”ның бө ‑гөнгө, йəғни совет осоронан һуңғы этабына арналған етенсе томын əҙерлəүөҫ төндə эш алып бара. Уның айырым бүлектəрен яҙыуға халыҡ шағиры, ға ‑лим Р.Бикбаев һəм ҡайһы бер БДУ уҡытыусылары ла йəлеп ителде. Бө гөн гөзаман əҙə биəте тураһындағы хеҙмəтте килəсəктə рус телендə лə əҙерлəпсығарыу күҙ уңында тотола.

Бер мəҡəлəлə институт филологтарының барлыҡ эшмəкəрлеген яҡтыртыу– мөм кин булмаған эш. Əммə ошо ҡыҫҡа ғына күҙəтеү ҙə башҡорт фəненеңүт кəн дəрҙəн алып бөгөнгəсə йылдам үҫеш юлында булғанлығын асыҡдəлиллəй. Ки лə сəк кə институт ышаныслы аҙымдар менəн атлай.

Миңлеғəли НƏҘЕРҒОЛОВ,филология фəндəре докторы,

Тарих, тел һəм əҙəбиəт институтының əҙəбиəт ғилеме бүлеге мөдире.

Миңлеғәли Нәҙерғолов 99

4*

Page 100: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҠАҺАРМАНЛЫҠ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫ“Ил һаҡлау – ҙурлыҡ, ил баҫыу – хурлыҡ” ти халыҡ мәҡәле. Ҡыҫҡа ғына әй тел 0

гән был юлдарҙа башҡорт халҡының рухи донъяһы ла, тәбиғәтенә хас булғанмилли һыҙаттары ла, хатта тарихы ла сағылған. Тәғәйен тарихи йөкмәткелефоль клор әҫәрҙәренән күренеүенсә, бүтән сығанаҡтар буйынса ла, баш ҡорт 0тарҙың баҫып алыу ниәте менән башҡа илдәргә яу сабыуҙары билдәле түгел. Илһаҡ лау тәңгәлендә иһә, уларға күп яуҙарҙа ҡатнашырға тура килгәнлеге (һундарменән бәрелеш, Алтын Урҙа дәүерендәге монгол яуҙары, нуғай мырҙалары ҡы 0ҫымы, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ барымталары, 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватанһуғышы…) ғилми әҙәбиәттә лә, халыҡ ижадында ла киң яҡтыртылған.

Хәрби0патриотик тема ауыҙ0тел ижады әҫәрҙәрендә күренекле һәм үҙен сә 0лекле урын биләй. Тәбиғи, был йәһәттән фольклорҙың тарихи “ойотҡо”ло төпжанр ҙары – риүәйәттәр, риүәйәт0легендалар, ҡобайыр (эпос), йырҙар һәм бә 0йеттәр алға сығарылған. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: ошо ижад төрҙәре бер0береһе менән тығыҙ бәйләнешкә инеп, йыш ҡына ҡатнаш формалар рәүешендәсығыш яһай. Ғилми әҙәбиәттән мәғлүм булыуынса, ысынбарлыҡты героикпланда һүрәтләү вазифаһын әүәл, нигеҙҙә, эпос жанры үҙ өҫтөнә йөкмәгән1.Эпик традициялар һүлпәнләнә, йомшара төшкәс, был вазифаны лиро0эпикйырҙар, күпмелер кимәлдә бәйеттәр үтәй башлай. 1812 йылғы Ватан һуғышыосорон са ғыл дырған фольклор әҫәрҙәренең поэтик тәбиғәтенә жанрҙаряҙмышындағы ошо күренештәр йоғонто яһаған булһа кәрәк. Был “Байыҡ Айҙар”эпосы, “Икен се Әрме”, “Ҡаһым түрә” риүәйәттәренең төҙөлөш үҙенсәлегендәярайһы уҡ асыҡ кү ренә. Берләшкән башҡорт ырыуҙарының ике быуаттан ашыуваҡыт Рәсәй дәү ләте ҡарамағында йәшәүе, милли hәм ижтимағи аң үҫешенеңикенсерәк баҫ ҡыс ҡа күтәрелеүе кеүек мөhим күренештәр фольклорижадсыларының иғ тибарынан ситтә ҡала алмай, әлбиттә. Хәҙер индеәҫәрҙәрҙең төп геройы булып айырым бер ырыу йәки төбәк батыры түгел, әилен, Ватанын hаҡларға дәррәү күтәрелгән халыҡ массалары сығыш яhай. 1812йылғы Ватан hуғышында башҡорт халҡының уйнаған роле, уның патриотиктойғоhо бигерәк тә “Икенсе Әрме”2 әҫәрендә тәрән асыла. Урыҫ батшаhыныңсаҡырыуына ҡушылып, баш ҡорт тарҙың француз яуына дәррәү күтәрелеүериүәйәттә ҙур тасуири оҫталыҡ ме нән бирелгән. Һуғыш хәбәрен ишеткәс тә

100

1Жирмунский В.М. Народный героический эпос. М.; Л., 1962. – С.195.2Риүәйәт, йыр, ҡобайыр жанрҙарын берләштергән үҙенсәлекле текст. Риүәйәте

француз яуы тураһындағы йырҙарҙың килеп сығышына бәйле сығарылған. Әрме йырҙарынМөхәмәтша Буранғолов үҙенсә төркөмләп, «Әрмеләрҙә йөрөп сәс еткерҙем, сәскенәйеметте үрмәгә» тип башланған киң билдәле йырҙы – «Беренсе Әрме», 1812 йылғы Ватанһуғышы хаҡындағы эскадрон йырҙарын – «Икенсе Әрме», башҡорт ғәскәрҙәренеңПеровский етәкселегендәге Урта Азия походы тураһындағыларын («Һыр», «Аҡ мәсет»)«Өсөнсө Әрме» тип атай.

Page 101: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

“йәшен hуҡҡандай hиҫкәнеп китеп, ая ғөҫтө баҫҡан бөтә Урал халҡы”, ир0егет 0тәрҙе оҙатырға йыйылған бисә0сәсә, ҡарт0ҡоро, бала0сағаның яҡындары менәнхушлашыу мәле бөйөк рәссам ҡулы тей гән картина булып күҙ алдына баҫа.

Оҙатыусыларҙың яугирҙарға биргән наказдары ифрат тәрән мәғәнәле, оло хис0тойғолар менән hуғарылған. Хикәйәләүҙең йолаға бәйле этнографик мәғ лү мәт 0тәр менән биҙәлеүе (яуға китеүселәргә бирелгән бүләк0символдар: еп, тәң 0кәләр…) уның әһәмиәтен тағын да күтәрә төшә. Сәсәндәрҙең һамаҡлап ҡо ба йырәйткәне иһә бөтә ил теләген белдергән изге нәсихәт булып яңғырай. Ә инде яу ғакиткән ир0егеттәрҙең “әй, илкәйем – нәҙекәй билкәйем” тип ғәзиз ил кәй ҙәренғәзиз йәрҙәре менән айырылмаҫ образ итеп күҙаллауы халҡыбыҙ аңын дағыватансылыҡ тойғоһоноң тәрәндән килгән тамырҙарын яҡтыртыуы менән әһә 0 миәтле. Улар, ирекһеҙҙән, боронғо ҡараштар ерлегендә яралған “Заятүләк ме нәнҺыуһылыу” эпосындағы: “Уң яғымдан терәргә Балҡантауым бар минең, /Һуляғымдан терәргә Һыуһылыуым бар минең” тигән фәлсәфәүи юлдарҙы хә тер ләтә.

Башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте эсендә тотҡан урыны, халыҡтар бер ҙәм ле ге неңкиҫкен мәлдәрҙә айырыуса әһәмиәтлелеге, илһөйәрлек тойғоһо кеүек юғарыуйланыуҙар урыҫ кешеһе, ябай балыҡсы ауыҙынан да әйттерелгән. Фоль к лорәҫәре өсөн был хәл тәбиғи: балыҡсы образы эпос һәм әкиәттәр геройына юлсатында осрап, уға ҡайһы юл менән китергә кәңәш биргән ҡарт образы юҫы 0ғында ижад ителгән. Балыҡсы риүәйәттә халыҡ вәкиле булараҡ күҙ алдынабаҫа. Уның кәңәшен тотоп, олуғ батшаның башҡорттарға мөрәжәғәт итеүе, шу 0ның һөҙөмтәһендә килеп тыуған артабанғы ваҡиғалар шәхес һәм халыҡ бер 0ҙәмлеге, дәүләтселек төшөнсәләренең аңда күптән нығынған булыуына лаишара яһай; “бер тупраҡты еҫкәгән, бер һыуҙы эскән халыҡ” үҙенең ер0һыуын,Ва танын бергәләшеп яҡларға тейеш, тигән. “Байыҡ Айҙар” ҡобайырының ни 0геҙенә лә асылда ошо уҡ фекер һалынған.

Әгәр “Икенсе Әрме” башҡорт ғәскәрҙәренең “тау шишмәhендәй гөжөлдәп,диң геҙҙәй урыҫ ғәскәренә барып ҡушылыуы” картинаhын hүрәтләhә, “Ҡаhымтү рә” әҫәре халҡыбыҙҙың француз hуғышында күрhәткән батырлыҡтары ту ра 0һын да бәйән ҡыла. Айырым шәхестең ҡаhарманлығын данлау маҡсатында бар 0лыҡҡа килгән был әҫәр объектив рәүештә заманының тарихи шарттарын са ғыл 0дыра: ваҡиғалар ағышына халыҡ массаларының хәл иткес йоғонто яhа ған лы 0ғын hүрәтләй. Аҡhаҡалдарҙың йыйылышып кәңәш0төңәш итеүҙәре, тирә0яҡҡайә шен тиҙлегендә таралған оранды ишетеү менән күҙ асып йомғансы ғәскәрйыйылыуы h.б. күренештәр шуға миҫал. Яугирҙарҙы яуға оҙатҡанда телгә кил 0гән Уралтау образы айырыуса тәрән мәғәнәле: уның “hүҙ”е ил, халыҡ hү ҙе бу лыпҡабул ителә. Яуға китеүсе егеттәрҙең Урал hүҙенән рухланыуы, улар ҙың тыуғанер ҙән көс алыуы hыҙыҡ өҫтөнә алына. Австрия еренә инеү, Па рижды алыу эпи 0зодтарын hүрәтләгәндә лә халыҡтың батырлығы менән ғорур ла ныу үҙәк урынғаҡу йыла. Ә Ҡаhым түрә иhә шәхси батырлыҡ күрhәтеүе менән генә түгел, ҡа hар 0ман полководец, ил теләген бойомға ашырыусы ил батыры, юл башсы си фа тын 0да күҙ алдына баҫа.

“Һарылай сәс” (“Гөлбаҙыян”) исемле бер риүәйәттә Ҡаhым түрә ил аҡ hа ҡал 0да рының ораны, губернаторҙың фарманы буйынса Наполеон ғәскәренә ҡаршысы ғыр өсөн майҙанға халыҡты йыйҙырған яугир командир итеп һүрәтләнә.Текстан аң лашылыуынса, Ҡаhым – элек тә яуҙарҙа ҡатнашып, ҡаhарманкомандир исе ме алған шәхес. Ҡаhарманлыҡ hынауын үткәреү аша йөҙ башта0рын (сотниктар) hай лау эпизоды ла Ҡаhым түрә хаҡындағы сюжеттарға яңыбер йәм өҫтәй: “... Ҡа hым түрә (...) уң ҡулына ҡылысын, hул ҡулына өс ҡырлы

Фәнүзә Нәҙершина 101

Page 102: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

hөңгөhөн алып, өс сажин аралыҡ менән кеше бейеклеге бағаналар башынаhары тал сәнсеп ҡуйылған, уң яҡтан иң остағы бағанаға – ҡарасҡы, hул яҡта,тоҡ эсенә бесән тултырып элеп ҡуйылған кеше башы hымаҡ сәптәргә, атынҡыҙҙырып сабып бар ған хәлдә, бер уңға, бер hулға әйләнеп, бер сыбыҡты лаҡалдырмай өҙә сабып, hөңгө менән ҡарасҡыны, ҡылысы менән йомро “баш”тысәнсеп алыуы булған, ҡарап тороусылар хайран ҡалып, Ҡаhымды хөрмәт ҡыл 0ған дар...”3

Әгәр ҙә “Ҡаhым түрә” исемендәге сюжеттарҙа халыҡ hәм уны етәкләгән ҡа 0hар ман башлыҡтың батырлығы данланhа, “Абдрахман Аҡьегет”, “Йәнhары ба 0тыр” риүәйәттәрендә шәхси батырлыҡты данлау, ыңғай геройҙы идеал лаш ты 0рыу мотивы өҫтөнлөк итә. Шуға ла hөйләүсе шәхестең эшмәкәрлегенә дөйөмбаhа биреү менән генә сикләнмәй, ә уның характер hыҙаттарына баҫым яhап,об разды күркәмләтеү ниәтендә гиперболик алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, фран 0цуз hуғышы батыры Абдрахман Аҡьегетов – пуля алмаҫ, ҡылыс үтмәҫ геройрәүешендә, Йәнhары батыр ҡеүәтле бәhлеүән, мәргән уҡсы булараҡ hүрәтләнә.Уның “атҡан уғы ике кеше аша үтеп сыға, (...) буйы ике аршын ярымға етеп,яурынға ла ибәтәйhеҙ киң була. Көс яғынан ат ни, ул ни!” Ошолай легендар фор 0ма ла, әкиәт геройҙары стилендә тасуирланhалар ҙа, риүәйәттәрҙә телгә алын 0ған күпселек персонаждар – реаль шәхестәр. Уларҙың йәшәгән төбәге, дә рә жә 0ләре, нәҫел0ептәре билдәле, улар хаҡында йырҙар йырлана. Әйтәйек, АбдрахманАҡьегетовтың элекке Стәрлетамаҡ өйәҙе Yтәгән ауылы (хәҙерге Ҡыр мыҫҡалырайоны) кешеhе икәнлеге, француз hуғышында есаул дә рә жә hен дә булып, күпҡаhарманлыҡтар күрhәтеүе хаҡында Мөхәммәтсәлим Өмөт баев яҙмалары бу 0йын са билдәле. М. Өмөтбаевтың “Батырҙың улы Мырҙаҡай 1814 йылдың ап рельайында атаhының француз телендә яҙылған өс запискаhын ми ңә тап шырҙы.Был ҡағыҙҙарҙы Абдрахманға крепость коменданттары бир гән дәр” ти гәнмәғлүмәте иғтибарға лайыҡ. Риүәйәттең үҙендә килтерелгән “Беҙҙең ауылдыңхәҙерге Мырҙаҡаевтары ана шул Абдрахман нәҫеленән булалар” тигән юлдар ҙариүәйәт поэтикаhы талабынан сығып ҡына әйтелгән hүҙҙәр тү гел. Ә инде даныбөтә Башҡортостанға таралып, исеме йырҙарҙа мәң ге ләш те релгән Ҡаhымтүрәнең тарихи шәхес булыуында ла шик юҡ, тик уның йәшәгән тө бә генә,ырыуына, туған0тыумасаларына ҡараған мәғлүмәттәр4 артабан өйрәнеүҙе та лапитә.

1812 йылғы Ватан hуғышында башҡорт халҡы ифрат көслө патриотик тойғокисерә. Унда хатта башҡорт ҡатын0ҡыҙҙары ла ҡатнашҡан. “Ирәмәле” йыр0ри 0үә йәте йәш ҡатындың яугир иренән ҡалышмай атҡа менеп, ҡоралланып, фран 0цуз яуына китеүен, “Йәнтүрә хикәйәhе” (хәтирә) шул һуғышта ҡатнашып, ба 0тыр лыҡтары өсөн миҙал алған ҡыйыу, сая, тапҡыр, аҡыллы башҡорт ҡа ты 0нының героик образы һынландырыла. Тарихи ерлеге тәғәйен асыҡ булыуы ме 0нән был хәтирә айырыуса ҡиммәтле. Рус сәйәхәтсеһе В. Зефиров 1847 йылдауны 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан яугир ауыҙынан яҙып алып, матбуғаттасы ғарған (“Оренбургские губернские ведомости” № 47. С. 669 – 671). Йәнтүрәҡа тынының исеме ҡағыҙға теркәлмәй ҡалыуы ғына үкенесле.

Француз яуы ерлегендә тыуған халыҡ ижады әҫәрҙәре араһында йырҙар ҙурурын биләй. Уларҙың бер төркөмө ҡатнаш формалы жанр төрҙәре эсендә лирикмо тивтарҙы хасил итеүсе йүнәлеш булараҡ сығыш яһаһа, икенселәре тик шиғри

102 Ҡаһарманлыҡ йылъяҙмаһы

3Башҡортостан ҡыҙы, 1962. № 2, 15 – 17�се б. 4Әсфәндиәров Ә. “Совет Башҡортостаны”, 1986. 4 февраль; Бәҙретдинов С. Ҡаһым

түрә, вай кем… //Башҡортостан, 2012. 12 ғинуар.

Page 103: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

юллы йыр текстары рәүешендә һаҡланып, хәҙерге көндәргәсә килеп еткәнҡиммәтле ҡомартҡылар. Мәҫәлән, “Ҡаһым түрә”, “Һары ла сәс”, “Ерән ҡашҡа”ке үек йырҙарҙың риүәйәттәр менән берлектә теркәлгәндәре лә, уларҙан тыштик йыр сифатында йөрөгәндәре лә бар. Бындай үрнәктәрҙең һәр ҡайһыһы үҙен 0сә ҡиммәтле, әммә уларҙы йыйып, бер система эсендә ҡарағанда, халыҡтың та 0ри хи ваҡиғаларға, был осраҡта һуғышҡа, мөнәсәбәтенең, ғөмүмән, донъяға(йәшәйешкә) ҡарашының үҙенсәлектәре тәрәндәнерәк асыла.

Француз яуы тураһындағы тарихи йырҙарҙа Ҡаһым түрә образы айырыусасағыу һүрәтләнеш ала. Ватан hуғышының атаҡлы ҡаhарманына бағышланғанйыр ҙарҙың, йыр0риүәйәттәрҙең бөтәhе өсөн уртаҡ мотивтар булып, геройҙыңабруйлы командир булыуы, уның ҡаhарманлығы, фажиғәле үлеме тора. Ҡаhымтүрәнең үлем фажиғәhе күпселек варианттарҙа ағыу эсереү мотивына бәйле.Ғил ми әҙәбиәттән билдәле булыуынса, башҡорт полктарында командирҙарбулып, ғәҙәттә, урыҫ хәрбиҙәре торған, башҡа милләт вәкилдәре, шул иҫәптәнбаш ҡорттар, командир ярҙамсылары булып хеҙмәт иткән. Улар ҙа ҡайһы ваҡыттарихи документтарҙа командирҙар булараҡ теркәлгән. Ҡаһым түрә йыр0риүәйәттәрҙең, йырҙарҙың һәр ҡайһыһында ғәскәр башлығы, командир дәрә жә 0һен дә һүрәтләнә. Был осраҡлы хәл түгел, булhа кәрәк. Геройҙы күмгәндә бишйөҙ кешенең өнһөҙ ҡалып, ҡайғырыштарынан ҡәбер ҡаҙалмай тороуы; баш 0ҡорт батыры үлгәндән һуң хәрби уйындарҙы урыҫ майоры уйнатыуы кеүек мәғ 0лү мәттәр ҙә Ҡаһым түрәнең күберәк һанлы ғәскәр менән етәкселек иткән баш 0лыҡ булыуына ишара яһай.

Йырҙар ифрат тәрән көсөргәнешле хистәр менән һуғарылған. “Ағыу эсерепха рап, ай, иттеләр, /Күмһеп0күмһеп яна шул йөрәк”, “Ҡаһым түрә үлгән, типишеткәс, /Зар илаша ауыл ҡарттары”. Сәсәндәрҙән һүҙ ҡала, батырҙарҙан данҡа ла, тиҙәр бит. Ватанын һаҡлауға дәррәү күтәрелгән халҡының хәтеренә Ҡа 0һым түрәнең героик образы хаҡ һүҙле һайлам ир булып уйылып ҡалған:

Ыласын, бөркөт үҫкән, ай, Уралда, вай кем,Сал бөркөттәй һайлам ир ине.Яуға ҡаршы сапҡан мәлдәрендә, вай кем,Тау/таш ярыр йылдам ир ине.………………………………….Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай кем,Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине.

Дөйөм алғанда, 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы йырҙарҙың кү бе 0һендә күтәренке тойғолар, еңеү шатлығын кисергән ир0егеттәрҙең күңелендәярал ған ғорурлыҡ хистәре ярылып ята (“Любизар”, “Байыҡ”). Әммә, шуның ме 0нән бер рәттән, уларҙа һуғыш килтергән юғалтыуҙар, ғөмүмән, кешеләрҙең ты 0ныс, ҡәҙимге тормошоноң тәбиғи ағышы үҙгәреүе арҡаһында килеп тыуғанауыр лыҡтар, лирик геройҙың шәхсән кисерештәре хаҡында тәрән уйланыуҙарбар. Был – лирик геройҙың эске тойғоларын һүрәтләү аша сағылдырылған һа 0ғыш мотивы. Миҫалдарға мөрәжәғәт итәйек:

Беҙ киткән саҡта, һай, юҡ үлән,Ат күҙкәйҙәренә етте инде.Хаттар ҙа яҙып етмәҫ ергәҒәзиз башҡайҙарым китте инде5.

Фәнүзә Нәҙершина 103

5НА. ф. 3. Оп. 21, Д. 8, Л. 360.

Page 104: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ҡулда ла мылтыҡ, билдә сәске6 ,Өҙөлөп бара нескә билкәйем.Уйнағанҡайым, көлгәнкәйем,Иҫемә төшә тыуған илкәйем7.

Фажиғә мотивтары башлыса бәйеттәрҙә сағыла. Жанр тәбиғәтенә ярашлы,уларҙа трагик ваҡиғаларҙың асылы аяныслы һүрәтләүҙәр аша күҙ алдына баҫ ты 0рыла:

Көн буйынса көрәш барҙы ҙур аҡланда,Иген/сиген күр(ә)алмаҫһың, ныҡ баҡһаң да.Кеше белән хайуан ҡаны аралашты,Ер һеңдереп өлгөр(ә)алмай, өҫтән ташты.

Ярһыу ирҙәр ҡурҡыу күҙен күрмәнеләр,Аяҡ/ҡулдың өҙөлгәнен белмәнеләр.

Ошо ҡан ҡойошта йөрөгән яугирҙың үҙе хаҡында уйламай, ә милләтенеңгенофондына һуғыш килтергән зыян тураһында әйтелгән әрнеүле һүҙҙәреифрат тәрән мәғәнәле:

Йә, илаһи, ҡарап тороп ни эшләйһең,Затлы халҡың ҡырыла бит, ник белмәйһең?

Бер үк ваҡытта бәйет ижадсыһы ил һаҡлау бурысының мөҡәддәслеген дәяҡшы аңлай:

“Ыласын ирҙәр хас дошмандарҙы онотмаҫтар, Һепереп түкмәй изге ерҙән вә ҡайтмаҫтар”,–

ти ул (“Француз бәйете”). Бәйеттәрҙә иғтибарҙы тағы бер нәмә йәлеп итә: ул – яуға күтәрелгән ха лыҡ 0

тар ҙың, атап әйткәндә, рус һәм башҡорт халҡының берҙәмлеген данлау идеяһы.Был йәһәттән үҙенсәлекле кинәйәләү алымына ҡоролған “Кутуз бәйете” ҡы ҙыҡ 0лы. Кинәйәләү халыҡ ижадында йыш осрай торған төш мотивы аша еткерелә.Имеш, башҡорттарҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтарына ҡәнәғәтлек белдергәнКутузов Ҡаһым түрә менән осрашҡанда уға үҙенең төшөн һөйләй. Төш төңмәғәнәһе – бөркөт ояһына ташланған имәнес йыланды юҡ итеүҙә ҡар сы ғаныңярҙамға килеүенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу:

Икеһе бергә – ҡарсыға бөркөт иләҺөжүм ҡылғандар яуызға ғәйрәт илә.Теткәндәр бергә йыландың тетмәһен, Ырғытҡандар үҙ өңөнә, бүтән кермәһен.

Күренеүенсә, бәйеттәрҙең тамамланыу өлөшө оптимистик рухта яҡтыртыла.Был тәңгәлдә улар йырҙар менән ауаздаш.

Ҡыҫҡаһы, француз hуғышы хаҡындағы фольклор әҫәрҙәренең бөтәhендә ләхалыҡ hәм Тыуған ил хаҡына эшләнгән бөйөк ҡаhарманлыҡты данлау идеяhы,илде ҡотҡарыуҙа үҙенең актив ҡатнашлығын тойған халыҡтың уй0кисерештәреята. Шуға ла был әҫәрҙәрҙә һағыш, төшөнкөлөк мотивтарына, илау0hыҡтауауаздарына артыҡ ҙур урын бирелмәй, тиергә мөмкин, киреhенсә, уларҙапатриотик пафос, рух күтәренкелеге өҫтөнлөк итә. Yҙенең күңелен тетрәткәноло тарихи ваҡиғаны халыҡ үҙе аңлағанса, үҙ ҡараштары яҡтылығында бирә.Тарихи фактты эҙмә0эҙлекле hүрәтләү, уны туп0тура, нәҡ ысынбарлыҡта

104 Ҡаһарманлыҡ йылъяҙмаһы

6Сәске – руссанан: шашка.7НА. ф. 3. Оп. 21, Д. 8, Л. 359.

Page 105: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

булғанса күсереү халыҡ ижады әҫәрҙәренең бурысына инмәй. Һәр осраҡта лаhөйләүсенең теләге, художестволы фантазияhы билдәле кимәлдә әҫәрҙеңйөкмәткеhенә йоғонто яhамай ҡалмай. Быны беҙ башҡорттарҙың Наполеоняуында ҡатнашыуы тураhындағы риүәйәттәрҙә асыҡ күрәбеҙ. Улар Ватанhуғышы ваҡиғаларын сағылдырғанда тарихи хәҡиҡәткә тоғро ҡалhалар ҙа, де 0талдәрҙе, айырым эпизодтарҙы тасуирлағанда ҡабартыбыраҡ күрһәтеү яғында,хатта ижади уйҙырманы ла “эшкә егә”ләр. (Башҡорттарҙы күргәс, На по ле ондыңМәскәүгә ут төртөп ҡасыуы; күрhәткән ҡаhарманлыҡтары өсөн башҡорттарғаурыҫ батшаhының бүләк, мал0мөлкәт, ер тәҡдим итеү эпизодтары шундайҙариҫәбенә инә.) Күтәрелештең масштабын, ошо ҙур яуҙа башҡорт хал ҡыныңиндергән өлөшөн иҫкә алғанда, риүәйәттәге уйҙырманың поэтик алым бу лыуыяҡшы аңлашыла. Уның реаль нигеҙен раҫлаусы ҡайhы бер тарихи ма те риал 0дарҙы килтереп китеү ҙә был ерҙә урынhыҙ булмаҫ, моғайын.

Билдәле булыуынса, 1812 йылғы Ватан hуғышына һәм 1813 – 1814 йылғы ситил походтарына ебәреү өсөн башҡорт атлыларынан – 20, мишәрҙәрҙән – 2, тип 0тәр ҙәрҙән 2 полк төҙөлгән. Быларҙан тыш, 2 башҡорт полкы хөкүмәткә бүләкител гән 4139 атты оҙатып барған. Полктарҙың күбеhе Кутузов етәкселек иткәнурыҫ армияhы составында Данциг, Лейпциг, Париж hәм башҡа ҡалалар янын 0дағы hуғыштарҙа ҡатнашҡан. Француздар башҡорт hуғышсыларын мәр гән лек 0тәре өсөн “төньяҡ амурҙары” тип атаған8 .

Һуғыштың тәүге этабындағы Бородино янындағы алышта ла, Мәскәүҙе азатитеүҙәге бәрелештәрҙә лә башҡорт ғәскәрҙәре ҡаһармандарса көрәшә. Тылдаҡалған башҡорт халҡының ярҙамы – шулай уҡ заманы өсөн тойолорлоҡ hәм оломаҡтауға лайыҡлы ярҙам.

Башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан hуғышында әүҙем ҡатнашып даняулауы,– әлбиттә, иҫтәлекле hәм ғорурланыу тойғоhо уятырлыҡ ваҡиға. Шуға лаул быуындар хәтерендә уйылып, беҙҙең көндәргәсә йыр, риүәйәт hәм ле ген 0далар рәүешендә килеп еткән. Башҡорт музыка сәнғәтенең аҫыл ынйыһы бу 0лараҡ, “Ҡаһым түрә” йыры иһә күптән инде классик йырҙарыбыҙ рәтендә урыналған. Һуңғы йылдарҙа Ҡаһым түрә образының яңы балҡышы хал ҡы быҙҙыңбейеү мәҙәниәте донъяһында ла сағылды. “Байыҡ” бейеүе баш ҡа рыу сыларыныңРеспублика телевизион конкурсында “Ҡаһым түрә” бе йеүҙәренең күрһәтелеүешуға дәлил. 1812 йылға Ватан һуғышы темаһына ижад ител гән фольклор әҫәр 0ҙәренә башҡа халыҡтарҙың күренекле вәкилдәре, атап әйткәндә, Рәсәй мә ҙә 0ниәте донъяһында танылыу алған С.Г. Рыбаковтың иғтибар итеүе (ул үҙенең“Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта” (СПБ, 1897) тигән ки 0табында башҡорттарҙың йөҙҙән ашыу йырын баҫ тырып сығарған), атаҡлы телға лимы Н.К. Дмитриевтың француз яуы ту ра һындағы башҡорт халыҡ йыр ҙа 0рының үрнәктәрен итальян телендә Римдә нәшер итеүе (1933) – быларҙыңбереһе лә осраҡлы хәл түгел.

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА,филология фәндәре докторы, профессор.

Фәнүзә Нәҙершина 105

8Рахимов Р.Н. Военная служба башкир русскому государству в XVI–XIX вв.//Гуманитарные науки в Башкортостане: История и современность. МатериалыМежд.научн.�практ.конф., посвященной 75�летию ИИЯЛ УНЦ РАН 16 ноября 2007 г. Уфа:Гилем, 2007. С. – 173–174. Он же. 1�й башкирский полк в Отечественной войне 1812 года //Ватандаш, 2010. № 10. С. 63; Асфандияров А.З. Участие башкир в войнах и походах Россиив период кантонного управления (1798–1865 гг.) // Из истории феодализма в Башкирии.Уфа, 1971. – С. 75–95.

Page 106: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА ҠАТЫН�ҠЫҘ МАТУРЛЫҒЫ

Мәңгелек философик категорияларҙың береһе булған матурлыҡ төшөнсәһекешелек тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә урын ала. Кешенең төҫ0ҡиәфәтенәнбашлап тотонған һауыт0һабаһына, эш ҡоралдарына, һөйләгән һүҙенә, эшләгәнэшенә тиклем барыһы ла матур булырға тейеш. Матурлыҡ төшөнсәһе кешегәбала сағынан уҡ таныш һәм яҡын. Һәр ата0әсә үҙ балаһын матурлыҡты тойорға,матур булырға өйрәтергә тырыша.

Халҡыбыҙҙың матурлыҡҡа ынтылыуы, матурлыҡты күҙаллауы халыҡ ижадыәҫәрҙәрендә яҡшы сағылыш тапҡан. Халыҡ ижадының һәр жанрында матурлыҡүрнәктәрен табырға мөмкин. Был осраҡта беҙ иң тәүҙә ҡатын0ҡыҙ матурлығынкүҙ уңында тотабыҙ әлбиттә, сөнки “матурлыҡ” һәм “ҡатын0ҡыҙ” төшөнсәләребер0береһенән айырылғыһыҙ.

Ҡатын0ҡыҙ матурлығының сағыу үрнәктәрен ҡобайырҙарҙа табырға мөмкин.Мәҫәлән, “Мәргән менән Маянһылыу” ҡобайырында1 Урал ҡыҙҙарының ма тур 0лығы түбәндәгесә һүрәтләнә:

Уралдың һылыу ҡыҙҙарын –Ҡарағусҡыл сейәләйЯнып торған йөҙҙәрен,Шәлкемләнгән ебәктәйШоморт ҡара сәстәрен,Сал бөркөттәй кәпәйепҠалҡып торған түштәрен,Атта уйнап сыныҡҡанБал ҡортондай билдәрен,Ҡырсын ташҡа һибелгәнКөмөштәй сыҡҡан моңдарын,Айҙай ҡыйғас ҡаш аҫтыҠуғалы2 һылыу күлдәрҙәй,Керпеге үтә һөҙөлөп,Йылмайыусан күҙҙәренҺылыуҙарҙы белгән һуң,Айҙай Урал һылыуыМаянды күргән һуң,Нуғай ханы уй туплаған,Маянды алам, тиеп.Атаһынан һораған.

106

1Башҡорт халыҡ батырҙары тураһында ҡобайырҙар/Төҙ.: М. Буранғолов. Өфө, 1943.82–102�се биттәр.

2Ҡуға – диал.(дим) – ҡырҡбыуын үләне.

Page 107: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Миҫалдан күренеүенсә, һүҙ Урал һылыуҙары тураһында бара. Урал һылыуытигәндең артында башҡорт һылыуы тора. Башҡорт халҡында кеше тураһындайәшәгән төбәк атамаһына баҫым яһап әйтеү киң таралған: “Төҫкә матур, эшкәбатыр/Беҙҙең Маҡар ҡыҙҙары./Беҙҙең Маҡар ҡыҙҙарының/Янып тора күҙҙәре”йәки “Быуа ҡыҙҙары һөйкөмлө/Ут кеүек егеттәре”3. Халыҡ ижадында егеттәргәҡарата “Ирәндек бөркөтө”, “Урал батыры” һ.б. кеүек һүҙбәйләнештәр осраһа,ҡыҙҙарға ҡарата “Ағиҙел һылыуы”, “Дим һылыуы”, “Ирәмәл ҡыҙы”, “Яйыҡҡыҙы” кеүек, йә булмаһа тау, дала , урман ҡыҙы йәки егете тигәнде лә ишетергәтура килә. Бер яҡтан ул кешенең ҡайһы төбәктән булыуын белдерһә, икенсеяҡтан эпитет һымаҡ ҡабул ителә һәм егет булһа – батыр, ҡыҙ булһа – матуртигәнгә бәрәбәр.

Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, ғәҙәттә, ҡыҙ матурлығын баһалау уның йөҙөнәнбашлана. Үрҙә ҡобайырҙан килтерелгән миҫалда ла иң тәүҙә иғтибар ҡыҙҙыңянып торған йөҙөнә, ҡыйғас ҡашына, йылмайыусан күҙҙәренә йүнәлтелә.Артабан сәсенең матурлығы, ҡалҡыу түше, нәҙек биле тураһында әйтелә. Шундауҡ беҙ Урал ҡыҙҙарының атта йөрөп сыныҡҡанлығы, моңло тауышлы булыуытураһында ла мәғлүмәт алабыҙ.

Башҡорт халҡының бөйөк эпосы “Урал батыр”ҙа Һомайҙың, “Аҡбуҙат”таМәсем хандың ҡыҙы Айһылыуҙың матурлығын һүрәтләгән юлдар булыуы,уларҙа ла күберәк иғтибарҙың тышҡы ҡиәфәтенән йөҙөнөң матурлығын: нәҙекҡара ҡаш, оҙон керпектәр, нур сәсеп торған ҡара күҙҙәр, һирәгерәк битендәгемиңе, тештәре, йылмайыуы телгә алыныуы тураһында беҙ яҙғайныҡ инде4.

Халыҡ ижадында ҡатын0ҡыҙ матурлығын һүрәтләү айырыуса йыр жанрындакүп осрай. Билдәле булыуынса, мөхәббәт йырҙарының күбеһендә ғашиҡ егеттеңһөйгән ҡыҙының һылыулығына дан йырлау аша хис0тойғоларының көсөн һү 0рәтләү ҙур урын ала: “Ҡыйылған ҡара ҡаштарың/Ҡарлығандай күҙҙәрең”, “Те 0шең – ынйы, йөҙөң – көҙгө/Күҙең – йондоҙ, ҡашың – ай”, “Бер битеңдә бал ҡыйҡо яш,/Бер битеңдә балҡый нур”5. Ғашиҡ егет тарафынан әйтелгән ошо һүҙ ҙәрха лыҡ йырҙарының юлдарына һалынған да инде. Ҡыйғас ҡара ҡаш, му йылдай,әлеге осраҡта ҡарлығандай, ҡара күҙҙәр, ынйы менән са ғыш тырыл ған тигеҙ, аҡтеш тәр, йондоҙға тиңләнгән матур күҙҙәр, ҡояшҡа, айға тиңләнгән йөҙ –барыһы ла башҡорт фольклорында ҡатын0ҡыҙ матурлығын тасуирлағанда даи 0ми ҡулланылып, традицияға әүерелгәндәр. Быны совет осоро халыҡ йырҙарымиҫал дарында ла күреп була: “Ҡыҙҙары, ҡыҙҙары,/Ҡояш икән йөҙҙәре./Шомортикән күҙҙәре,/Матур икән үҙҙәре”; “Биттәреңдә ҡояш уйнай./Ай ғына ҡуяһыбар”; “Алһыу йөҙөңдә нур балҡый,/Ал күлдәк кейгән һайын./Ынйы тешең йым0йым итә,/Йылмайып көлгән һайын”; “Ҡыйылған ҡара ҡаштары,/ Ҡарағаттайкүҙ ҙәре”6 һ.б.

Гөлнур Хөсәйенова 107

3Башҡорт халыҡ ижады. Совет осоро. Беренсе китап.; Бәйеттәр. Йырҙар. Таҡ маҡ �тар/Төҙ., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авторҙары Мөхтәр Сәғитов менән Миҙ хәт Мәм �бәтов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. 164,165�се бб.

4Хусаинова Г.Р. Описание женской красоты в башкирском фольклоре//Философская и об �щественно�политическая мысль Башкортостана в ХХ столетии: Материалы региональ �ной научной конференции (май 2001 г.). Уфа, 2001. С. 147�148.

5Ҡара: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивы (артабан: РФА ӨҒҮҒА). Ф.3. Яҙма 47. Һаҡлау берәмеге 2. 164�се, 243�сө, 245�се бб.

6Башҡорт халыҡ ижады. Совет осоро. Беренсе китап. ; Бәйеттәр. Йырҙар. Таҡ маҡ �тар/Төҙ., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авторҙары Мөхтәр Сәғитов менән Миҙхәт Мәм �бәтов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. 168, 297,299,323�сө бб.

Page 108: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ҡатын0ҡыҙ һәм матурлыҡ төшөнсәләре бер бөтөн булған кеүек, ҡатын0ҡыҙянын да һәр ваҡыт ир0егет төшөнсәһе лә ныҡлы урын ала: “Ир малай – ил был 0бы лы,/Ҡыҙҙар – былбылдың гөлө./Гөл былбылын, былбыл гөлөн/Һағыналырбил геле”7, – тиелә халыҡ йырында, ә мәҡәлдәрҙә “Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәкбулып ише лә”, “Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, егет йыйнаҡ була”,“Егет булһа, батырбулһын,/Ҡыҙ бул һа, матур булһын”, “Ҡыҙ баланың дәрте күкрәктә,/Ир баланыңдәрте йө рәктә”8 һ.б.

Донъяла матурҙар күп булыуы, ә һөйгән йәрҙең берәү генә булыуы тураһындала йырлана халыҡ йырҙарында: “Ал бер генә була ул/ Гөл бер генә була ул./Йәнтарт ҡан, күңел яратҡан/Йәр бер генә була ул”. Йәки “Һыуҙа балыҡ күпбулыр,/Суртан балыҡ бер булыр./Илдә матур күп булыр,/Йән һөйгәнең бербулыр”9, ә мәҡәлдәрҙә “Бер күктә ике ай булмай,/Бер күңелдә ике мөхәббәтбулмай”, “Һөйгән – һигеҙ, йән теләгән – бер”10 һ.б.

Матурлыҡ – мөхәббәт тыуҙыра, ә мөхәббәт үҙен һаҡлауҙы һәм тоғролоҡ талапитә. Йәмғиәт әхлаҡлы кешене матур итеп күрә һәм баһалай. Әхлаҡ булһа, мө 0хәб бәт менән бәхет тә ғүмерле була. Әхлаҡлы кеше – тәү сиратта – хеҙмәт һө йөү 0сән ке ше. Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә улар ҙа урын ала. Мәҫәлән, “Һары һандуғасба ла һын/Ҡулдарымда һайратам/Матурлығы бер ни түгел – /Уң ған лы ғын яра 0там” йәки “Һеҙ һөйөгөҙ шундай ҡыҙҙы – эшсәнен һәм уңғанын”11. Был осраҡтаха лыҡта тышҡы матурлыҡтан уңғанлыҡ өҫтөнөрәк ҡуйыла, йәғни киң мә ғә нә 0ләге матурлыҡҡа баҫым яһала.

Дөйөмләштереп әйткәндә, башҡорт халыҡ ижадында ҡатын0ҡыҙҙың тышҡыма турлығын һүрәтләү ҙур урын алһа ла, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда күр 0кәм холҡона, уңғанлығына өҫтөнлөк бирелә. Шуға ла халыҡта “Матур матур кү 0рен мәҫ, һөйгән матур күренер”, “Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын”, “Кү 0ңел һөймәһә, күҙ һөймәҫ”, “Матурҙы күрге килә, яҡшыны алғы килә”, “Ма тур 0лыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк”, “Яҡшы ҡатындың ире кейеменән бил 0дәле”, “Яҡшы ҡатын арыш онон кәбәк итер, яман ҡатын бойҙай онон харапитер”12 кеүек мәҡәлдәр бөгөнгө көндә лә йыш осрай һәм йәшәүен дауам итә.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА,Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының

фольклор ғилеме бүлеге мөдире.

108 Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын�ҡыҙ матурлығы

7РФА ӨҒҮ ҒА. Ф.3. Яҙма 47. Һаҡлау берәмеге 2. 101�се б.8Башҡорт халыҡ ижады.10�сы том. 1�се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Төҙ., инеш мә �

ҡә лә һәм аңлатмалар авторы – Фәнүзә Нәҙершина. Өфө: Китап, 2006. 143, 149, 150�се бб.9РФА ӨҒҮ ҒА. Ф.3. Яҙма 47. Һаҡлау берәмеге 2.123�сө б.10Башҡорт халыҡ ижады.10�сы том. 1�се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Төҙ., инеш мә �

ҡә лә һәм аңлатмалар авторы – Фәнүзә Нәҙершина. Өфө: Китап, 2006. 141, 146�сы бб.11Башҡорт халыҡ ижады. Совет осоро. Беренсе китап.; Бәйеттәр. Йырҙар. Таҡ маҡ �

тар/Төҙ., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авторҙары – Мөхтәр Сәғитов менән МиҙхәтМәм бәтов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. 149, 159�сы б.б.

12Башҡорт халыҡ ижады.10�сы том. 1�се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Төҙ., инеш мә �ҡә лә һәм аңлатмалар авторы – Фәнүзә Нәҙершина. Өфө: Китап, 2006. 141–151, 213�сө бб.

Page 109: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ – ХЫЗЫР�ИЛЬЯС

Атеистик совет заманы осоронда фольклорсыларға дини тематикаға ҡа ғы 0лыш лы материалдар йыйыу тыйылғанлыҡтан, Рәсәй Фәндәр ака де мия 0

һының Өфө ғилми үҙәге архивында был темаға бәйле сығанаҡтар юҡ ки мә 0лендә. Һуңғы ун йылда дингә ҡараш үҙгәреүе һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт ин 0ституты тарафынан фольклор экспедициялары тергеҙелеү сәбәпле, халыҡ ижа 0дын, шул рәттән Исламға бәйле төрлө жанрҙар: легенда0риүәйәттәр, мө 0нәжәттәр күпләп туплана башланды. Уларҙа дин, пәйғәмбәрҙәр тарихы,фәрештәләр, әүлиәләр, мөғ жи зә ләр, изге шишмәләр һ.б. хаҡында бәйән ителә.Был мәҡәләбеҙ башҡорттар араһында йыш иҫкә алынған Хызыр0Ильясҡа ба 0ғышлана. 1998 – 2011 йылдар ара лығында Башҡортостандың күп ра йон да рын 0да һәм күрше өлкәләрҙә Хызыр0Ильяс тураһында бер0береһенә сюжеттарыменән оҡшаш байтаҡ риүәйәттәр яҙып алырға тура килде.

Хызыр0Ильяс образы – Ислам донъяһында киң билдәле. Уның хаҡында төркиға лимдар байтаҡ ғилми хеҙмәттәр яҙған, Интернет селтәрендә лә материалдарбихисап. Беҙҙең башҡорт фольклористикаһында иһә был тема ғалимдарыбыҙиғтибарынан ситтә ҡала килә.

Башҡорттарҙа Хызыр0Ильяс бер фәрештә исеме тип ҡабул ителә, ә дин та ри 0хын да иһә ул фәрештә түгел, ә айырым ике кеше. Ильястың пәйғәмбәр булыуыбил дәле, ә Хызыр – пәйғәмбәр йәки әүлиә булған, тигән төшөнсә йәшәй. Иль яс 0ты мосолмандарҙа – “Ильяс пәйғәмбәр”, христиандарҙа – “Пророк Илья” тип йө 0рө тәләр. Халыҡ аңында Хызыр0Ильяс – юлсыларға ярҙамсы, иген үҫтереүсе,ризыҡ биреүсе фәрештә булараҡ танылған. Шуға ла, йыш ҡына: “Хызыр0Ильясюл даш булһын!” – тип оҙатып ҡалалар. Хызыр0Ильясты осратҡан кеше – бәхетлебула, тигән ышаныу ҙа бар халыҡта. Уны йәшел сапанлы, аҡ сәлләле, аҡ һа ҡал 0лы, йәшел таяҡлы ҡарт итеп һүрәтләйҙәр. Ҡайһы бер осраҡта, ул яратмағанкешең, насар ғына кейемле кеше сүрәтендә лә булыуы ихтимал. Хызыр0Ильясҡабәйле риүәйәттәрҙә: ул өҫтәл артына ултырһа ла ашамай, кешеләрҙең уйынбелә, йорттарға доға уҡып сыға һәм уның теләктәре ҡабул була. Шулай уҡ ул ке 0ше ләргә ҡыйын ваҡытта юлдарында тап булып ярҙам итә йә һынау өсөн өй 0ҙәренә килеп инә, харамдан тыя, бәлә0ҡаза булыр алдынан иҫкәртә лә. Был ри 0үәйәт тәр барыһы ла ниндәйҙер ырым0ышаныу, тыйыуҙар менән оҙатыла бара.

Хызыр0Ильяс кешеләрҙе һынау өсөн өйҙәренә килеп кергән ваҡытта унымотлаҡ ихлас ҡабул итергә, ризыҡ тәҡдим итергә йә хәйер бирергә кәрәк. Сөнкихалҡыбыҙҙа “Көтөлмәгән ҡунаҡ – Аллаһы Тәғәләнең ҡунағы”, “Юлсы, мо сафиркешенең доғаһы ҡабул була” тигән ышаныуҙар бар. Шулай уҡ динебеҙ буйынсала күрше0тирә, халыҡ менән татыу булып, ярҙамлашып йәшәргә те йеш беҙ,

109

Page 110: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

харамдан йыраҡ булырға, тыйылған эштәрҙән тыйылырға кәрәк. Мә ҫә лән,ауылдарҙа “Йома көн кер йыуырға ярамай, бысраҡ һыу түгергә ярамай” ти гәнтыйыу киң таралған. Сөнки йома – мосолмандарҙың байрамы, иң мөбәрәк, изгекөнө иҫәпләнә. Шуға ла, мосолмандарҙы ярамаған эштәрҙән иҫ кәр теп Хызыр0Ильяс йөрөй, имеш, тиҙәр.

Беҙ журнал уҡыусыларына төрлө райондарҙа беҙҙең тарафтан яҙылып алын 0ған Хызыр0Ильяс тураһында риүәйәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

1. ӨЙГӘ ХЫЗЫРCИЛЬЯС КЕРЕҮЕ

2005 йылда Һарытау өлкәһе Перелюб районы Күсәбай ауылы ИскәндәроваМиңлевафа Яҡуп ҡыҙынан (1933 йылғы).

Инәйем һөйләй, зыярат яғынан бер алама ғына кейенгән кеше килепкерҙе, ти. Икмәк һораны, бирҙем, ти. Сыҡһам, икмәкте күтәрмәләҡалдырып киткән. Шунан белдем Хызыр0Ильяс булғанын, ти. Хызыр0Ильяс ҡай саҡ иң яратмаған кешең ҡиәфәтендә лә килә икән.

Тағы ла бер хәл булған. Магазинға берәү йүгереп килеп кергән:– Тиҙ бул, икмәк бир! Ана, ҡаза килеп ултыра, хәҙер һәләк булаһың, –

тип әйткән. Был һаман тора, ти. Шунан, биргән икән, теге икмәкте өҫкәалып бәргән. Икмәк ҡазаны күтәрә, ти. Икмәк – иң ҙур хәйер икән.

2. ХЫЗЫРCИЛЬЯСҠА ИКМӘК БИРЕҮ

2005 йылда Һарытау өлкәһе Пугачев районы Мәҡсүт ауылы ЯҡуповаӨмөтбикә Хәйрулла ҡыҙынан (1926 й.).

Фазих тигән кешенең ҡатыны кер йыуып ятҡан. Бер кеше килепкергән, икмәк һораған, ти. Йылы, бешкән икмәген биреп сығарғанхужабикә. Бер аҙ торғас, ҡатын: “Керемде урлап китмәһен!” – типартынан сыҡһа, теге юҡ, ти. Ул кире керһә, икмәге өйҙә ята икән. Шунанаңлаған кем кергәнен. Аҙаҡ улар ғүмер буйы аш0һыуға бай булдылар, әшул “керемде урлап китмәһен!” тип насар уйлағаны өсөн әйбергә берваҡытта ла ялсыманылар (йәлсемәнеләр).

3. ХЫЗЫРCИЛЬЯС МЕНӘН ОСРАШЫУ

2004 йылда Тәтешле районы Шулған ауылы Хисмәтова Лутфиә Әбүталибҡыҙынан (1915 й.).

Хызыр0Ильясты мин үҙем күрҙем. Оло тауға бара инем, ныҡ арыным.Артҡа боролоп ҡараһам, ике ҡатын килә. Уларҙы көтөп ятып торҙом.Шунда оҙон, аҡ башлы йәшел таяҡҡа таянған, йәшел сапан кейгән бабайкүренде:

– Балам, тор! Быйыл һиңә ҡаза килер. Икмәккә май яғып, юғары ергәҡуй! Эт ашамаһын, ҡарға0ҡоҙғон ашаһын, улар ризығына яҙһын, – тине.

Үҙем менән булған майлы икмәкте тау башына мендереп, ҡалдырыпкиттем.

Икенсеһендә Тәтешленән ҡайтып киләм. Ҡояш байығанда оло ур ман 0дан сығып килә инем. Үҙен күрмәнем, янда кемдер бар икәне тойола.Япраҡтар ҡыштырлап, еле менән эргәнән килә.

– Ҡурҡма, балам, ҡурҡма, йөрәгеңә таян, Аллаңа ышан, бер нәмә ләбулмаҫ! – тине.

110 Халыҡ хәтерендә – Хызыр�Ильяс

Page 111: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

4. ХЫЗЫРCИЛЬЯСТЫҢ КИҪӘТЕҮЕ

2004 йылда Свердловск өлкәһе Түбәнге Серге районы Үрмәкәй ауылы ХәмбәловМәндияр Хәмбәл улынан (1924 й.).

Ҡәйнәм Хызыр0Ильясты күргән. Элек аслыҡ саҡта бер урында күп кенәбойҙай тапҡан. Мөшәгенә (тоҡ) тултырып алған. Шунда бер ҡарт килепсыҡҡан. Ҡәйнәм уға:

– Бына бынан һин дә тултырып ал, етә бит, – тигән. Ҡарт: – Мин арыраҡтан тултырып алырмын, – тигән. Шунан, ҡарт:– Һин тултыраһың да ул, тик ризығыңа яҙмаясаҡ бит, – тигән.Ҡарсыҡ йылға аша сығып барғанда бата яҙған. Ағып киткәндә

ҡулындағы игенен ысҡындырған. Үҙе ярға саҡ килеп сыҡҡан.

5. ХЫЗЫРCИЛЬЯСТЫҢ КҮРЕНЕҮЕ

2004 йылда Свердловск өлкәһе Түбәнге Серге районы Өфө/Шигере ауылыМөзипова Кәшифә Мансур ҡыҙынан (1938 й.).

Шөкүр ауылынан Ғашиға әбей бар ине. Шарамбыға килен булыптөшөп, шунда йәшәне. Ул уҡына, өшкөрә ине, доғалары кешеләргә биккилешә ине. Кем кил һә лә, үҙенең ашарына булмаһа ла, сәй эсерепсығарыр ине. Шул миңә һөй ләне.

Был бер ваҡыт йоҡа (йәймә) бешереп торған. Быға Хызыр0Ильяс килепкер гән. Бергә ултырып өйгә доға уҡығандар. Уға хәйер итеп ошо йоҡаһынбиргән. Ға шиға әбей артынан сыҡһа, ҡайҙан сыҡты икәнен ҡарайым тип,йоҡаһы ята, ҡарт юҡ, ти.

Икенсе тапҡыр шулай булған. Ҡарсыҡ һуғыш ваҡытында урамдасикүшкә (ара ҡы) тапҡан. Шуны аҙыҡҡа алмаштырып алырмын тип, урыҫауылы Ми хай ловкаға китеп барған. Урыҫ ҡәберлегенән йәшел сапан,сәллә кейгән бабай килеп сыҡҡан да:

– Һинең ҡулыңда харам, ул һиңә килешмәй. Бар ҡайт! – тигән. Шунанул кире ҡайт ҡан.

6. СҮЛДӘ ХЫЗЫРCИЛЬЯСТЫҢ ОСРАУЫ

2008 йылда Балтас районы Түбәнге Ханһөйәр ауылы Заирова Саимә Ғатинҡыҙынан (1931 й.).

Минең малай Ҡаҙағстанда йәшәне бит. Ул унда Хызыр0Ильясты күргән.Сүллектә машина менән китеп барһа, юлда бер ап0аҡ бабай тора икән.Шуны ултыртып алдым, һөйләшеп барҙыҡ, ти. Бер ерҙә төшөрөргәҡушты, мине шунда төшөр, тип әйтте. Төшөрҙөм, һаубуллашты, ти. Унанҡарайым, юҡ булды, ти. Аптырағас, машинанан төшөп ҡараным. Тирә0яҡта сүллек, юл да юҡ, бер нәмә лә, бер кем дә юҡ, ти.

7. ХЫЗЫРCИЛЬЯСТЫҢ КИЛЕҮЕ

2005 йылда Һамар өлкәһе Глушицкий районы Ташбулат ауылы МусинаЗәйтүнә Әбхәлим ҡыҙынан (1924 й.).

Бер ҡарсыҡ Һамарҙа йәшәй. (Минең инәйемдең инәһе менән уныңинәһе бер туғандар.) Шул ҡарсыҡҡа Хызыр0Ильяс килгән. Йәшел таяҡҡа

Фәнирә Ғайсина 111

Page 112: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

таянған, йәшел сапан кейгән, ти. “Һин кешеләрҙе дауалаусы, ҡараусыбулырһың”, – тигән, бер китап биреп киткән. Шул ҡарсыҡ аҙаҡ кешеләрҙедауалап ултырған. “Яман уй менән килгән кешегә китап асылмай”, – тиине.

8. ХЫЗЫРCИЛЬЯС

2005 йылда Һарытау өлкәһе Перелюб районы Ҡатай (Күсембәт) ауылыИбраһимов Ғәбдрәүеф Ғәбдрәҡиб улынан (1934 й.).

Инәйем һөйләй ине. Ҡыпсаҡта йәшәгәндә, ишек асылып, берәү килепкер гәй не. Атайым:

– Кем ул? – тип ҡысҡырғас, теге сығып киткән. Хызыр0Ильяс бул ған 0дыр, тип уйланыҡ. Хызыр0Ильяс кергәндә усаҡ алдында мотлаҡ ҡомғанме нән һыу булырға тейеш. Ул тәһәрәт алып сығып китә икән.

9. ХЫЗЫРCИЛЬЯС ТЫЙЫУЫ

2005 йылда Яңауыл районы Әхтиял ауылы Ғарифуллина Зинира Ниғмәтйәнҡыҙынан (1931 й.).

Күп йылдар элек Нурислам тигән кеше булған. Ул Иннек буйында,зыярат эр гәһендә ат менән ер һөргән. Бер ваҡыт шулай зыяратты уратып,эсенә керә би реп һөргәндә, йәшел таяҡ тотҡан, башына сәллә урағанбабай килеп сыҡҡан да:

– Был ерҙе һөрөргә ярамай бит, улым, бында мәрхүмдәр ята, – тигән.Ну рис лам уның ҡайҙа кереп киткәнен дә күрмәгән. Шунан Нурисламсирләп йығылған да оҙаҡ та ятмаған, үлгән.

10. ХЫЗЫРCИЛЬЯС ЮЛЫ

2005 йылда Яңауыл районы Йөҙсуҡа ауылы Баһауетдинов ҒабдулхайБахауетдин улынан (1927 й.).

Кәримов Сәғит абый баҫыуҙа, бураҙнала йоҡлап киткән. Бер аҡ бабайуятты ла әйтте, ти:

– Улым, юлға ултырғанһың, күсеп ултыр! Шул Хызыр0Ильяс булғандыр, уның юлы шул бураҙнанан, ти бит.Ҡәйнәм һөйләй ине, юл буйында аҡтан кейенгән бабай осрай ине, тип.

11. ШАКИРЙӘН КӨРӘШСЕ

2003 йылда Ҡыйғы районы Сутыш ауылы Камалова Сайма Абдулйәнҡыҙынан (1935 й.).

Шакирйән исемле көрәшсе бар ине. Бик данлыҡлы, гел еңеп йөрөгән.Бер көрәштә еңгәндә уға теген машинаһы бүләк итәләр. Златоустҡалаһында ла көрәшеп еңә. Шунда бер ҡарт килеп, арҡаһынан һөйөп:

– Хәҙер генә ғүмереңде 10 йылға ҡыҫҡарттың (40 йылға тигәнме),–тигән. Хызыр0Ильяс булғандыр, күрәһең. Шакирйән боролоп ҡараһа –ҡарт күҙҙән юғалған. Халыҡ араһынан эҙләһә лә, ул ҡартты тапмай.Шунан күп тә үтмәй, һуғышҡа китә, оҙаҡ та тормай, Шакирйән үлә.

112 Халыҡ хәтерендә – Хызыр�Ильяс

Page 113: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

12. ЙОМА КӨН

2003 йылда Ҡыйғы районы Сутыш ауылы Камалова Сайма Абдулйәнҡыҙынан (1935 й.).

Ҡәҙерауыл ауылында Әсмә әбей йәшәй ине. Йома көндө кер йыуыпйөрөгән. Шул ваҡыт бер ҡарт килеп кергән:

– Ҡыҙым, һыу эсер әле, тамағым кипте, – тигән. Тегенең самауырыҡайнап ултырған булған.

– Минең ваҡытым юҡ, бушамайым, кер йыуам, – тип сәй эсермәгән.Бабай:

– Киләһе аҙнала был ваҡытта булмаҫһың, – тип сығып киткән. Был иҫенә килеп, бабайҙың Хызыр0Ильяс икәненә төшөнөп, артынан

йүгереп сыҡһа, бабай юҡ, ти. Икенсе аҙнала был, ысынлап та, мәрхүмбулған.

13. ЙОМА КӨНӨ ХЫЗЫРCИЛЬЯСТЫҢ КИЛЕҮЕ

2006 йылда Борай районы Иҫке Бикмәт ауылы Ҡасимова Орҡоя Шәрәфейҡыҙынан (1932 й.).

Берәүҙәргә бер ҡарт килеп кергән, ти. Был кешенең ҡыҙы иҙән йыуыпйөрөгән. Был ҡарт әйткән:

– Бөгөн йома көн бит, – тип. Ҡыҙ:– Эй, бабай, йома көндө ҡара һыйыр ашаған бит, – тип әйткән.Шунан был ҡарт сығып киткәс, теге ҡыҙ ҡара һыйырға әйләнгән, ти.

14. ХЫЗЫРCИЛЬЯС УЯТҠАН

2007 йылда Асҡын районы Әмир ауылы Сәйетова Фәнзифә Имай ҡыҙынан(1931 й.).

Минең ҡартым Яруллин Ниғмәтулла Ҡыҙылбайҙа аттар көткәндәйоҡлап киткән. Шунда берәү: «Улым, тор! Ауыҙыңа йылан керә», – тигән.Тороп ҡараһа, бер кем дә юҡ икән, ә ун метр йыраҡлыҡта йылан килә, ти.

15. ХЫЗЫРCИЛЬЯС КЕРГӘН

2007 йылда Асҡын районы Иҫке Ҡушкилде ауылы Фазинурова ҒәйникамалФазинур ҡыҙынан (1935 й., Әмир ауылынан килен булып төшкән).

Беҙҙең килен, Шәһримандың ҡатыны, Хызыр0Ильясты күргән. Бер аҡһаҡаллы, аҡ еләнле бабай килеп кергән.

– Ултыр, бабай, хәҙер самауыр ҡуям, – тип әйткән. Теге бабай ултырыпдоға ҡылған. Был самауыр ҡуям тип боролғансы, бабай юҡҡа сыҡты лаҡуйҙы, ти.

16. ЯРҘАМ

2007 йылда Асҡын районы Үршиҙе ауылы Сәләмова Фатима Зәйнетдинҡыҙынан (1928 й., Кубияҙ ауылынан килен булып төшкән).

Низаметдин бабайҙың Хәтимәһе бар бит. Ул яңғыҙ ҡатын. Шулһөйләне: “Бесән һалырға хәл юҡ, илайым. Эй, Аллаһ, бесән һалырға хәлемдә юҡ, ямғыр ҙа килә, кипкән бесән һыулана бит. Нишләйем инде, тип.Шунан бер ир килеп сыҡты ла бесәнемде һалышты ла юҡ та булды”.Ярҙамға Аллаһы Тәғәлә Хызыр0Ильясты ебәргән булғандыр, ти халыҡ.

Фәнирә Ғайсина 113

Page 114: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

17. ЙОСОП ОЛАТАЙҘЫҢ ХЫЗЫРCИЛЬЯСТЫ КҮРЕҮЕ

1997 йылда Салауат районы Мөсәт ауылы Ғайсин Фәсхетдин Шәмсетдинулынан (1935 й.).

Йосоп олатай төбәктә бозор аулаған. Ауға эләккән ҡошто, “тиҙерәкбулһын” тип, муйынын бора ла ҡултыҡ аҫтына тыға икән. Бер көндө ләшулай итеп торғанда, кемдер килеп ҡулбашына ҡулын һалған, боролһа –аҡ сәлләле, йәшел сапан кейгән бабай тора, ти.

– Йосоп, ниңә улай итәһең? Һиңә бит харам. Улай ҡошто интектерепбашын борма! Һәр береһен сал! – тигән дә юҡ булған. Шул көндө Йосополатайға йөҙләп ҡош эләккән. Шул хәлдән һуң ул улай эшләмәгән, һәрбереһен һуйып алған.

18. ХЫЗЫРCИЛЬЯС ТЫЙҘЫ

2004 йылда Әлшәй районы Ғәйниямаҡ ауылы Шакирова Рәмзиә Хәйҙәрғәлеҡыҙынан (1938 й.).

Мин йәш саҡта бик йырлай инем, “артист булам” тип хыялландым. Көндә, радионан йыр отһам, йырлап йөрөнөм. Мине “Һандуғасыбыҙ” тиҙәрине. Мин йырлағанда бөтә кеше илай ине. Хәҙер йырламайым.

1976 йылды инәкәйҙәргә барған инек, Светлана исемле әхирәтемменән төнөн йырлап ҡайттыҡ. Әхирәтемде туғандарына керетеп ебәрҙемдә яңғыҙ ҡайтып киттем. Шунан бер ерҙә ҡаршыма таяҡ тотҡан, оҙон аҡһаҡаллы, аҡ бабай килеп сыҡты ла:

– Балам, төнөн йырлама! Йырлап ҡына ғүмерең үтте бит (ә Аллаһтыиҫеңә лә төшөрмәйһең мәғәнәһендә – Ф.Ғ.), – тине.

Икенсе көн Бибинур әбейгә барып һөйләгән инем, ул: “Һиңә Хызыр0Ильяс осраған. Ул дөрөҫ әйткән. Бүтән йырлама!” – тине.

Шунан алып хәҙер һис йырлағым килмәй, йырламайым да. Ҡай саҡмөнәжәттәр генә әйтәм. Көйлө кеше – ҡайғылы була, ти бит. Ысынлап та,минең ғүмерем бик ҡайғылы үтте.

19. ФАЗИЛАНЫҢ ХЫЗЫРCИЛЬЯСТЫ КҮРЕҮЕ

2009 йылда Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Баязит ауылы Закирова СәлимәСәйғәфәр ҡыҙынан (1927 й.).

Алабағата ауылынан килгән Фазила менән Рабиға ҡарсыҡтар беҙҙеңБаязит зыяратына барған. Ул ҡарсыҡтар эшкә китеп ултырған, тәпкетотоп. Рабиға ҡарсыҡ зыяратҡа кереп, ғаиләһенә аят уҡый башлаған.Фазила ҡарсыҡ: “Тәпкегә таянып юл ситендә тороп ҡалдым”, – тип әйтә.Шунда Фазила ҡарсыҡ менән Хызыр0Ильяс килеп күрешкән, ҡулыйомшаҡ ҡына, ти. Сәллә кейгән, ҡулына таяҡ тотҡан, аҡтан кейенгән, ти.

– Үәт рәхмәт, зыяратҡа кермәнең. Иптәшеңә әйт, бүтән зыяратҡа керепаят уҡымаһын! Ҡатын0ҡыҙға зыяратҡа кереп аят уҡырға ярамай!Зыяраттың тыш яғынан уҡыһын, юлдың теге яғында тороп, – тигән.

Фәнирә ҒАЙСИНА,ғилми хеҙмәткәр.

114 Халыҡ хәтерендә – Хызыр�Ильяс

Page 115: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ЫРЫМБУР БАШҠОРТТАРЫНЫҢРУХИ ХАЗИНАЛАРЫ*

Ырымбур башҡорттарының ауыҙ(тел ижадын, тарихын, мәҙәниәтенөй рәнеү маҡсатында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары

та ра фы нан әленән(әле ғилми экспедициялар, шәхси эш сәфәрҙәре үткәрелептора.

Был төбәктең фольклорын өйрәнеү тарихына күҙ һалғанда, тәүге ҙурғилми экспедиция 1960 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостанфи лиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (хәҙерге Рәсәй Фәндәр ака де (мияһы Өфө ғилми үҙәге Та рих тел һәм әҙәбиәт институты) фольк лор сы ларыта рафынан Ә.Н. Кирәев (Кирәй Мәргән) етәкселегендә уҙғарыла.Экспедиция ағзалары С.Ә. Галин, Ф.А. Нәҙершина, Н.Д. ШоңҡаровЫрымбур өлкәһенең Ново(Сергеевка, Люк сем бург (хәҙерге Крас но гвар (дейск), Переволоцк, Александр, Тоцк райондарының 33 башҡорт ауылындаэш алып бара, ифрат бай йөкмәткеле рухи хазиналар йыйыла. Туҡ(Соранбуйы башҡорттарынан яҙып алынған “Алпамыша”, “Заятүләк менән Һыу (һылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс ме нән Маянһылыу”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”,“Ҡуңыр буға” эпостары ва риант тары менән, күп һанлы әкиәттәр, йыр ҙар(оҙон көйгә йырлана торған, ҡыҫ ҡа, исемһеҙ), легендалар, ҡобайырҙар, бә (йеттәр, афористик ижад төр ҙәре (мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар), төрлөуйын дар был төбәктең халыҡ ижадына байлығын күрһәтә.

Кирәй Мәргән, С.Ә. Галин, М.М. Сәғитовтарҙан торған экспедиция 1961йыл да Һарыҡташ, Медногорск, Гай райондарында, утыҙҙан ашыу ауылда,ауыҙ(тел ижадын йыйыу эшен дауам итә. Был экспедиция ла мәғлүмәттәргәбай була.

1975 йылда Төйөлгән, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондарында З.Ғ. Ураҡсинетәк се легендә Институттың диалектология бүлеге хеҙмәткәрҙәре эш алыпбара. С.Ф. Мир жанова, А.А. Камалов, М.Н. Дилмөхәмәтов, У.Ф. Нәҙерғолов,Р.Ғ. Аҙ на ғо лов, И.Ғ. Ғәләүетдиновтарҙан торған экспедиция диалектология,ономастика, ауыҙ(тел ижады буйынса бай материал туплай.

Шәхси эш сәфәрҙәре менән дә фольклорсылар был өлкәгә юлды һы уыт (май, 1974 йылда М.М. Сәғитов, 1975 йылда Л.П. Атанова, Р.В. Нафиҡова (му (зы каль фоль клор), 1994 йылда Р.Ә. Солтангәрәева (йола фольклоры өлгөләре)тара фы нан халыҡ ижады өлгөләре йыйыла.

Йыйылған материалдарҙың күпселеге хәҙерге көндә ғилми әйләнешкәиндерелеп, “БХИ” томдарында, ғилми йыйынтыҡтарҙа, ғалимдарҙың фәннихеҙмәттәрендә, гәзит(журналдарҙа донъя күргән.

115

*Мәҡәлә РГФФ проекты (№12–14 –02600) сиктәрендә яҙылды.

Page 116: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Хәҙерге көндәргә килгәндә иһә, 2005 йылда, Рәсәй дәүләт ғилми фондыфи нанс лау ярҙамы менән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынанР.М. Йосопов етәкселегендә Красногвардейск, Гай, Ново(Сергеевка, Пе ре во (лоцк, Александр, Тоцк райондарына комплекслы экспедиция уҙғарылып,Туҡ(Со ран башҡорттарының этнографияһы, фольклоры, тарихы, антро по (логик сығыштары буйынса материал тупланды. Әлеге көндә йыйылғанматериалдар эшкәртелеү өҫтөндә.

Ырымбур башҡорттары халыҡ ижадының хәҙерге торошон күҙаллау маҡ (са тында, 2011 йылда беҙ ҙә ошо яҡтарға юлландыҡ. Коллегам, фольклорсыГөлнур Хө сәйенова менән Гай районының Иҫке Хәлил, Өлкән Хәлил,Әптерәш, Ишкенә, Ишберҙе, Нурбулат ауылдарында бер аҙна һуҙымында эшалып барылды. Был мәҡәләлә иғтибарҙы йәлеп иткән материалдарға бер аҙкүҙәтеү яһала.

Ырымбурлылар беҙҙе ихлас, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Сәфәребеҙҙеңмаҡ сатын белгәс, “…йөрөгән юлдарығыҙҙа Хызыр(Ильяс юлдаш булһын,хәүеф(хәтерҙәрҙән һаҡлаһын. Хоҙайым, елегеҙ арттан булһын, ҡояшыбыҙалдан булһын, яман күҙҙәрҙән, яман телдәрҙән, яман сирҙәрҙән һаҡлаһын!Хоҙайым, ни теләһәгеҙ, шуны бирһен, Раббым. Бар теләгәндәрегеҙ алдығыҙғакилһен! Амин!”(6) тип доға ҡылып, яҡшы ниәт менән йөрөйһөгөҙ икән, типхуплап, фа тиха бирҙеләр. “Ә кем һуң ул Хызыр(Ильяс?” – тип һорағас: “Юлфәрештәһе ул –Хы зыр(Ильяс. Элек ул урам буйлап, фәҡир булып кейенеп,кешене йомартмы, һа ранмы, ихласмы, тар күңеллеме икәнлеген һынапйөрөгән. Шулай бер көндө бер ҡатынға килеп кергән дә кер йыуырға кәритәһораған икән. Тегеһе асыу ланып: “Кәритә һорайың да йөрөйһөң”, – тип уныҡыуып сығарған. Был асыу ланып: “Кәритәңә ҡаплан!”– тигән дә сығыпкиткән. Ул сығып китеүе булған, теге ҡатындың кәритәһе үҙенә ҡапланған даҡуйған, ти. Бына гөбөргәйел шунан ки леп сыҡҡан ул. Элек инәйемдәршулайтып һөйләй торғайнылар. Гөбөргәйел кеше затынан, кәритәһенбирмәгән ҡатын ул. Хызыр(Ильяс уны шундай хәлгә төшөргән” (7),– типяуап бирҙе информант.

Юл хужаһы – Хызыр(Ильяс образы – һәр яҡтың фольклорында ла үҙен (сә лекле са ғылыш тапҡан. Халыҡ һөйләүенә ҡарағанда, ул элек бураҙналарбуй лап, йә шел сапанын кейеп, башына аҡ сәлләһен урап йөрөгән. Изге кү (ңелле ке ше ләр гә ярҙам, насар уйҙағыларға зыян да иткеләп ҡуйған. Са (ғыштырыу өсөн миҫалға Свердловск өлкәһендә яҙып алынған мәғлүмәттекил терәм. “Кем ул Хы зыр(Ильяс?”– тигән һорауға информант: “Элек Хы (зыр(Ильяс йөрөгән. Бер ва ҡыт ул бер өйгә хәйерсе булып барып кергән. Ху (жабикә уға асыуланып:

– Бушамайым әле, йөрөмәһәң дә ярар, – тип ҡысҡырған. Хызыр уға:– Бер ваҡытта ла буш торма, эшлә лә эшлә, эшең бер ҙә күренмәһен, –

тигән, ти.Ә йорт хужаһы Хызырҙы алып кергән, яйлап һөйләшеп ултырған, сәй

эсергән. Хызыр уға:– Тыныс йәшә, бер ҡаҙаҡ ҡаҡһаң да, эшең күренеп барһын, – тигән. Бына шуға хәҙер ҡатын(ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ә

ир ҙәр ҙең һәр эше күренеп бара”, (5) – тип яуап биргәйне. Юл фәрештәһе ту (ра һын да бына шундай үҙенсәлекле мәғлүмәттәр йәшәй халыҡ телендә.

116 Ырымбур башҡорттарының рухи хазиналары

Page 117: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Әлбиттә, бер мә ҡәләлә генә бар материалды биреп булмай, был образхаҡында тик ше ре неү ҙәр киләсәккә ҡала.

Ай, ҡояш, йондоҙҙар тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишетергә туракил де был яҡтарҙа. Һәр өйҙә ағинәйҙәр: “Илдәр имен, батшаларыбыҙаҡыллы бул һын дар инде, балам”, – тип, һәр яңы тыуған айға ҡарап:

“Бисмиллаһи рахмани рахим!Яңы айҙа ярлыҡа,Иҫке айҙа иҫкелеккә.Яррабби, Хоҙайым,Мөьмин мосолман балаларына,Бәхет бир, һаулыҡ бир!” (4) –

тип теләк теләп ҡаршы алалар. Борон(борондан башҡорт халҡында айҙы ололағандар, яңы тыуған айға

ҡа рап теләк теләгәндәр, уның ауырыуҙан дауалаусы тылсымлы көсөнәышан ған дар. Мәҫәлән, тәнде сөйәл баҫһа, айға күрһәтеп: “Ай, бына минеңтәтәйем, бар мы һинең тәтәйең?”– тип һорайҙар. Шунан һуң тәндәге сөйәл (дәр ҡойолоп тө шөр, ти (7).

Айҙағы таптар иһә элек(электән халыҡ аңында мифтар, әкиәттәр,легендалар тыу ҙырған. Һәр бер кеше уны үҙенсә аңлатырға тырышҡан. Айтураһындағы ле гендалар төрлө версиялар, варианттарҙа йөрөһәләр ҙә,нигеҙҙәрендә уртаҡ мо тив һаҡлана, айҙағы таптар – ул көйәнтәле етем ҡыҙһүрәте. Был турала һәр төбәк фольклорында ла яҙып алырға була. Бер яҡтауны көйәнтәле ҡыҙ тип кенә йөрөтһәләр, икенсе яҡта Зөһрә ҡыҙ типатайҙар. Ырымбур өлкәһе Нурбулат ауы лында ла информант: “Айҙа ҡыҙ тораул, балам. Борон бер етем ҡыҙ булған. Үгәй әсәһе ныҡ йонсотҡан уны. Һыуғабарған ваҡытында айға ҡарап зарланған ул ҡыҙ. Шунан Алланың әмеременән Ай уны йәлләп, көйәнтәһе(ние менән үҙенә алған”(6),– тип һөйләгәнине. Ишкенә ауылында иһә: “Иң әүәле Ай ғына булған бит донъяла. Шунан уликегә, Ҡояшҡа бүленгән”(4),– тигәнде лә ишетергә тура килде. “Ә ул нисекикегә бүленгән һуң?”– тигән һорауға: “Хоҙай әмере ме нән инде”,– тип яуапбирҙе. Айҙың барлыҡҡа килеүе тураһында легендалар бар халыҡтарҙа лаһаҡланған. Башҡорт халыҡ ижадында ла “Ай һәм Урал тауҙарыныңбарлыҡҡа килеүе” тигән легенда барлығы билдәле.1 Бында ике ҡоя ш тыңкөнө(төнө яҡтыртыуы һөҙөмтәһендә йонсоған кешеләргә Урал исемле батырярҙамға килә. Ул күктәге ике ҡояштың береһенә уҡ менән атып, уртаға яра.Бер ярсыҡ ергә төшөп Урал тауҙарына әйләнә, икенсе яртыһы ай булыпкүктә ҡала. Күренеүенсә, бында батыр тарафынан яраланған ҡояштың айғаәүерелеүе һүрәтләнә. Ә экспедиция материалын алғанда, ай бүленеүарҡаһында ҡояштың барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ бара. Бәлки, элек ултулы йөкмәткеле үҙ аллы әҫәр булғандыр, ә, бәлки, үрҙә иҫкә алынып киткәнлегенданың ярсыҡтары беҙҙең көндәргә шундай хәлдә килеп еткәндер.Информанттың легенданы тулыһынса иҫенә төшөрә алмауы ҡыҙғаныс,әлбиттә, һәм беҙгә был турала хәҙер ниндәйҙер һығымталар эшләүе,тикшереүҙәр алып барыуы ауыр.

Гөлнар Юлдыбаева 117

1Башкирское народное творчество. Т.2: Предания и легенды. Уфа, 1987. С. 31; Башҡортхалыҡ ижады. 2�се том: Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997. 37�се б.(Легенданы 1984 йылдаЕйәнсура районы Ғәббәс ауылында Ш.С.Сәфәрғәлинанан Г.Сәфәрғәлина яҙып алған.)

Page 118: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Экспедицияла ҡояшҡа ҡағылышлы тыйыуҙар ҙа ҡағыҙға теркәлде. Мә ҫә (лән, ҡояш байығас: “ауырлы ҡатынға яланбаш йөрөргә ярмай, ел иҫә лә, шай (тан ҡа ғы лып, балаһы ғәрип булып тыуа”(6); “һыу алырға ярамай, һыу йоҡлайикән. Алырға кәрәк булһа: “Бисмиллаһи рахмани рахим, әһүрәһем аппағым,Шә һү рәм, һыуҙың эйәһе мин”, – тип әйтергә кәрәк”(5); йә иһә “һыу алырғаярамай, үл гән әҙәмдең ҡанын алып эсерһең”(2),– тип әйтәләр. Былтыйыуҙар нигеҙендә халыҡ аҡылының тәрбиәүи ҡараштары сағылыш таба.

Ерҙең, донъяның барлыҡҡа килеүе лә шулай уҡ халыҡ ижадындаүҙенсәлекле урын алған. Оло быуын кешеләре “ерҙе фил тотоп тора” йәки“ер үгеҙ мөгөҙөндә эле неп тора” тип һөйләйҙәр. Ырымбур өлкәһендәинформант: “Ер шарын бит өс мө гөҙлө үгеҙ тотоп тора. Элек инәйемдәршулай һөйләй торғайны”, – тип бәйән ит те һәм: “Әле ул үгеҙҙең бер мөгөҙөһынған, ике мөгөҙө генә ҡалған икән, шуға бит ана ер тетрәүҙәр күбәйҙехәҙер”, – тип өҫтәп тә ҡуйҙы (4).

Туҡ(Соран башҡорттары хәтерендә йолалар, ғөрөф(ғәҙәттәр ҙә тотороҡлоһаҡ ланған. Бигерәк тә ҡаҙ өмәләренең күңелле үтеүе тураһында ихласлапһөй лә неләр: “Ҡаҙ өмәһенә бар туған(тыумаса, күрше(күлән йыйыла ине.Ирҙәр са лып биреп тора, ҡатындар ҡаҙ йолҡа. Йолҡоп бөткәс, ҡаҙҙарҙыкөйәнтәгә элеп, һыу буйына барып йыуабыҙ. Кисен ҡаҙ өмәһе үткән өйгәашҡа йыйылабыҙ. Ҡаҙ ҙы өлөшләп бүлә белергә лә кәрәк. Нисә кеше була,шул тиклем өлөш булырға те йеш. Минең инәйем бер өйрәкте ҡырҡ өлөшкәбүлә белгән. Иң өлкән кешегә бот тоң төбөндәге електе тоттораһың, шунанетәгеһенә балаяҡ яғы. Түш ите ба ры һына ла етергә тейеш. Ҡанатты кейәүгәсыға торған ҡыҙҙарға бирәләр. Ба шын, тәпәйҙәрен, эске өлөштәрен һәркемгә бүләләр. Ҡаҙҙың йөнөнән мендәр, тү шәк эшләйҙәр. Ҡаҙ ҡанатынһыҙырғас, икенсе йылға ла уңып сыҡһын, тип ырымлап, юл буйлап һибепсығабыҙ”(2).

Ҡош(ҡорттоң айыры һөйәгенән “йәтәс айырышыу” ғәҙәте лә бар икән.Йәтәс айы рышҡанда, ике кеше береһен(береһе отошорҙан айырыша. Кемиҫлерәк, шул тиҙерәк отоусан була. Айырышҡанда бер йәки өс тапҡыротошорҙан һөй ләшәләр (3).

Һуғым һуйыу–элек(электән оло бер байрам ул. Ерҙе туңдырып, ҡар ҡап (лау менән, ауыл халҡы һуғым һуйырға йыйына башлай. “Һуғымды ағай(энейы йы лышып һуябыҙ. Ирҙәр һуя, ҡатын(ҡыҙ эсәк йыуа. Кискә һуғымсыларҙыаш ҡа са ҡыраһың. Һәр кемгә өлөш һалына, эске өлөштәре күстәнәскә бирепҡай тарыла.

Элек беҙҙең яҡта баш итен шул хәтлем ныҡ ҡәҙерләй инеләр. Март тыуһа,яҡын туғандарҙы, күрше(күләнде йыйып, баш ашына саҡырып, аят уҡытыуғә ҙәте бар. Баш итенә берәй киҫәк кенә ит ҡушып, һалма һалып аш бе ше рә (һең. Һәр кемгә өлөш сыҡһын, һәр кем тәмләп ҡараһын өсөн, баштыңсикәләрен өлөшләп кенә теләләр. Был бик борондан килгән ғәҙәт ул” (2),–тип һөйләне информант, һәм хәҙер был ғәҙәттең юғалып барыуын да әйтепҡуйҙы.

Ырымбур яҡтарында ҡорбан салыу ҙа матур ғәҙәткә әйләнеп киткән.“Ҡор бан лыҡҡа тояғы асалы мал кәрәк, күберәген тәкә малы салалар. Ҡош(ҡорт, инәү һалынған мал, ат салырға ярамай. Аттың тояғы айыры түгел, шуғаярамай.

118 Ырымбур башҡорттарының рухи хазиналары

Page 119: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ҡорбанлыҡтың итен өс өлөшкә бүләләр: беренсеһен – етем(фәҡиргә,икен се һен – туғандарға, өсөнсөһөн шул көндө бешереп, күрше(күләнгә,халыҡҡа аша тыр ға кәрәк. Ҡорбанлыҡты бүлгәндә балталамайҙар (балтаменән сабырға яра май – Г.Ю.), быуынынан ғына бүләләр. Ашағанда хаттаһөйәгенә лә теш тей ҙе рер гә ярамай, ҡул менән йәки итен бысаҡ менәнһыҙырып алып ҡына ашарға кәрәк.

Салыу ҡанын, тиреһен, һөйәген кеше аяғы баҫмаған ергә күмәләр. Ҡор (бан дың иң изге нәмәһе тиреһе бит ул. Ахыры заман булғанда бөтә донъя түң (кә релер, үлгән кешеләр ҙә терелер, ти. Бер ат баҫып торорлоҡ урында меңғәләм бер аяғында ғына баҫып тора алыр, ти. Ер өҫтөнә кеше һыймаҫ. Ҡояшергә яҡы найып, ҡыҙҙыра башлар. Эҫелектән әҙәмдең мейеһе сүл өҫтөндәҡайнаған һыу кеүек ҡайнап торор. Бына шул ваҡытта һинең биргәнсаҙаҡаларың, хәйерҙәрең, ҡорбанлыҡ тиреһе ана шул ҡояш эҫеһенәнһаҡлап, күләгә булып торор, ти” (2).

Ырымбур башҡорттары йыр(моңға әүәҫ булып сыҡты. “Элек, балам, беҙгәйыр лашып ултырырға ваҡыт булманы бит. Һуғыш, унан һуңғы аслыҡ(ялан (ғаслыҡ йылдары үҙәккә үтте”, – тиһәләр ҙә, ата(әсәләренең, үҙҙәренеңяратҡан йыр ҙарын бик теләп хәтерҙәренә төшөрҙөләр. Тик шуныһыүкенесле: бер йырҙы ла тулыһынса иҫләй алманылар, халыҡ йырҙарынан“Ашҡаҙар”, “Урал” йыр ҙа рының икешәр куплеты, күбеһенсә исемһеҙ ҡыҫҡайырҙар ҡағыҙға теркәлде.

Йәшлек ваҡыттарында кистәрен йыйылышып күңел асҡан саҡтарын даиҫләй ололар. Был яҡта киске уйынды “Күләгәгә сығыу” тип атайҙар икән (7).Күләгәгә сыҡ ҡанда, һәр яҡта ла билдәле булған “Йөҙөк һалыш”, “Татыу”уйындары уй нал ған, таҡмаҡ әйтеп бейегәндәр. Матур таҡмаҡ өлгөләрен дәйырлап ишеттерҙе әбей ҙәр:

Халыҡ медицинаһына ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә яҙып алырға тура килдеэкс педиция мәлендә. Ололар әйтеүенсә, “кеше үҙенең хәленән килһә генәим ләү гә тотонорға тейеш. Үҙенең көсө етмәҫен һиҙһә, дауаларға ярамай.Ауырыу үҙе нә ҡағылыуы бар” (2). Мәҫәлән, был өлкәлә “Ҡот ҡойоу”, “Өсйән имләү”, “Осоҡ лау”, ҡыҙылса, һары ауырыуҙарынан дауалау серҙәреяҙып алынды. Кеше ныҡ ҡурҡып, ҡото осһа, шул кешегә ҡот ҡоялар.

Гөлнар Юлдыбаева 119

Бейе, ҡыҙым, бейе, ҡыҙым,Бейеһәң, көй әйтермен.Кәзә тубыҡсаһынанҠата тегеп бирермен (4).

Уфа бит ул, Уфа бит ул,Уфа бит ул, ҙур ҡала.Йәш ваҡыттар бик ҡыйбатлы,Уҙып китһә, юғала.

Комбайнер булһаң ине, Ураҡты урһаң ине.Күңелле ине бергә йәшәү,Гел бергә булһаң ине.

Самауырҙы тиҙ ҡайнатаҠаты ҡайын күмере.Ҡунаҡ итеп, хөрмәт итһәң,Оҙаҡ булыр ғүмерең.

Ап/аҡ ҡайындың ботағынБотаған булам тағын.Үҙ күңелемде үҙем күреп,Йырлаған булам тағын.

Ҡашыңдың ҡаралары,Тар икән аралары.Ҡайһы илдәрҙән килдең,Һандуғас балалары (1).

Page 120: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

“Кешене ултырғысҡа ул тыр та һың. Ҡурғаш, һары май, сеүәтә менән һыуалаһың. Ҡурғашты әҙерәк май һалып эре теп, шуны кешенең баш осонаҡуйып, һыуға ҡояһың. Шунан йөрәк тап ҡы рында, баш тапҡырындаөйөрөлтөп:

Ҡорайт, ҡорайт,Һыуҙан килһәң, һыуға кит,Тауҙан килһәң, тауға кит,Елдән килһәң, елгә кит.Минең ҡулым түгел, Ғәйшә ананың ҡулы,Минең ҡулым түгел, Фатима ананың ҡулы, –

тип һамаҡлап әйтәһең. Кеше нимәнән ҡурҡҡан, ҡурғаш шул фигура булыптөшә. Фигураны ҡағыҙға төрөп, йөрәк тапҡырына тағып йөрөйҙәр. Үҙеөҙөлөп төшкәнсе муйында йөрөй” (7).

Ҡыҙылса менән сирләгәндә ауырыуҙы ҡыҙылға урап һалаһың. Шунанкешенең иңенә(буйына үлсәп ҡыҙыл тауар алып, шуны киҫкеләп, кешегәхәйер итеп таратырға кәрәк икән (7), йә иһә кеше буйын ҡыҙыл еп менәнүлсәп алып, аҙаҡ ул епте хәйергә бирергә кәрәк, шунан ауырыуға еңеллеккилер, йәнәһе (1).

Һары ауырыуынан иһә һары балыҡ тотоп, шуны еҙ тасҡа ебәреп, шуғатекләп ултыраһың, һуңынан ул һыуҙы эсергә икән (2).

Кеше яман ергә, мәҫәлән, мәйет еренә, йә иһә мәйет һыуы түгелгән урынғабаҫ һа, кеше осона, ауырыуға әйләнә, ти. Шул ваҡытта кешене осоҡлайҙар.Ке ше не тышҡа ултыртып, өҫтөн ябындыралар. “Аятел Көрси”ҙе уҡыйҙар.Шунан ҡо рос тимерҙе утта ҡыҙҙырып алып:

Һыуҙан килһәң, һыуға кит,Елдән килһәң, елгә кит,Ерҙән килһәң, ергә кит, Тауҙан килһәң, тауға кит,Кит, мәлғүн, кит,Кит, мәлғүн, кит, –

тип һамаҡлап, ауыҙға һыу уртлап алып, ҡыҙған тимергә һибәләр. Ауырыуныҡ аҙып киткән булһа, имләгәндә, ауыртҡан ер сәнсеп(сәнсеп ҡуйыр.Имләүҙе өс көн рәттән ҡабатларға кәрәк.

Ауырыу ныҡ көслө булһа, үҙ хәленә ҡарап, хәйергә йәнле мал, аҙмағанбулһа, ҡул хәйере генә бирәләр (2).

Оҙаҡ атлай алмай ултырған балаға ярҙам итеү серен дә беләләр был яҡта.Бының өсөн баланың аяғын ун йәки ун ике тапҡыр еп менән уратаһың да,шуны берәй йүгерек кешенән ҡырҡтырырға кәрәк. Һуңынан ул ептеҡырҡҡан кешегә, сумаҡлап, хәйергә бирәһең икән (2).

Эш мәлендә ололарҙан иртән торғас, ятыр алдынан, юлға сыҡҡанда әйтеләторған ҡыҙыҡлы һамаҡ өлгөләре лә яҙып алынды. Мәҫәлән, йоҡларғаятҡанда:

“Яттым, йә, Алла,Торһам, иншалла.

120 Ырымбур башҡорттарының рухи хазиналары

Page 121: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ошо ятыуымдан тора алмаһам,Иманымды юлдаш ит, Аллам.Яттым уңыма, Ойоном собханыма, Сәләм бирҙем Ҡобра атлы йыланыма”(7)

(информант әйтеүенсә, ҡобра йылан – зыярат йыланы, ул һине теге донъялаҡаршы алып тора икән – Г.Ю.),– тип әйтһәләр, иртән тәҙрәләрҙе асҡас та,ҡо яшҡа ҡарап сәләм биреп, күршеләренең мөрйәһен ҡарайҙар: төтөнөсығамы, юҡ мы? Сыҡһа, “Әлхәмдулиллаһи, күршем иҫән(һау” тип шат ла на (лар, төтөнө сыҡ маһа, хәлен белергә йүгерәләр икән (7). Бына шулай “Күршехаҡы –Тәңре ха ҡы” тигәнде лә онотмай, үҙ(ара татыу донъя көтә ололар.

Ырымбур төбәгендә беҙгә бына шундай ҡыҙыҡлы халыҡ ижады өлгөләреяҙып алырға тура килде. Улар беҙҙе ихлас күңелдән:

“Хызыр�Ильяс булһын юлдашығыҙ,Баһауитдин булһын һаҡсығыҙ.Алдан килгән, арттан килгән,Ерҙән килгән, күктән килгән,Һыуҙан килгән бәлә�ҡазаларҙан һаҡлаһын,

Хоҙайым, һеҙҙе” (7), –тип оҙатып ҡалды.

Беҙҙең бурыс Ырымбур өлкәһендә уҙған быуат фольклорсылары үткәнюлды яңынан үтеп, яңынан(яңы экспедициялар уҙғарып, халыҡ ижадыныңүткәне менән бөгөнгө торошон сағыштырыу, тикшереү, үҙебеҙ тарафынанйыйылған материалдарҙы эшкәртеп, ғилми әйләнешкә индереү, уларҙыяңынан халыҡҡа ҡайтарыуға ҡайтып ҡала.

ИНФОРМАНТТАР:

1. Байшөкөрова Миңлекамал Әхмәт ҡыҙы, 1926 йылғы, 4 класс белемле, 8 бала әсәһе,колхозда эшләгән, Иҫке Хәлил ауылынан.

2. Ишалбаева Гөлсинә Хөснулла ҡыҙы, 1941 йылғы, 5 класс белемле, 4 бала әсәһе, колхоздаэшләгән, Ишкенә ауылынан.

3. Ишалбаева Менәүәрә Мөхәмәҙиәр ҡыҙы, 1926 йылғы, 4 класс белемле, 6 бала әсәһе,колхозда эшләгән, Ишкенә ауылынан.

4. Ишҡарина Гөлнур Арыҫланғәле ҡыҙы, 1928 йылғы, 6 класс белемле, 1 бала әсәһе,колхозда эшләгән, Ишбирҙе ауылынан.

5. Мубинова Мәнзүмә Мирсәйет ҡыҙы, 1932 йылғы, 4 класс белемле, 5 бала әсәһе,совхозда эшләгән, Свердловск өлкәһе Әртә районы Әртә�Шигере ауылынан.

6. Хөсәйенова Ғәфиә Әбделғәлим ҡыҙы, 1931 йылғы, 2 бала әсәһе, колхозда эшләгән,Нурбулат ауылынан.

7. Яҡупова Венера, 1939 йылғы, 7 класс белемле, 4 бала әсәһе, һауынсы булып эшләгән,Өлкән Хәлил ауылынан.

Гөлнар ЮЛДЫБАЕВА,

өлкән ғилми хеҙмәткәр.

Гөлнар Юлдыбаева 121

Page 122: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Гөлнара ХƏЛФЕТДИНОВА

ТЕРЕҺЫУРəми Ғариповҡа

Һүҙ батшаһы! Һинең йөрəгеңдеңТөпһөҙ булған, белəм, сөңгөлө.Аҡылыңа тик бер заман түгел,Һыйған шуға теүəл мəңгелек.

Һин үҙең дə мəңгелеккə шағир,Һəр əйткəнең – тылсым ҡоралдай,Моңһоҙҙарҙы хатта һиҫкəндереп,Алдарына ҡалҡа Уралдай.

Уралтауға һеңгəн тереһыуҙай –Тос һүҙҙəрең тере йəндəргə.Көнлəшəмен китабыңды уҡып Үлеп ҡабат терелгəндəргə.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рəми Ғариповтың тыуыуына – 80 йыл

122

Page 123: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Шағир әсәһе менән.1947 йыл.

Татар шағиры Хәсән Туфанменән осрашыу. Өфө.

Рәми Ғарипов яҡташтары менәнЙүрүҙән паромында. 1960�сы йылдар.

Йүрүҙән буйында. 1967 йыл.

Ленинград, С.�Щедрин исемендәге китапханала.Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев, Хәким Ғиләжев.

1969 йыл.

Page 124: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Сәлмән ЯҠУПОВ

Һыҙланыу«Бөтə башҡорт, бөтə! Һис шикһеҙбөтөр был башҡорт!»

Г. Успенский. 1889 йыл.«Уяндың һин, халҡым, берүк кенəБитарафлыҡ баҫып, ойой күрмə!»

З. Йəнбирҙина. 1995 йыл.Тарих битен асһам – йəн тетрəй,Сыңлап тора ҡанлы быуаттар.Ах, телең юҡ, Урал, һөйлəр инең,Һорауҙар күп, юҡ тик яуаптар.Ожмахстан – илем Башҡортостан,Урман – икмəк – нефть – газстан.Химпромдың – əрһеҙ ашҡаҙаны,Танып була һине алыҫтан!..Ҡайҙа баҡма – байлыҡ!Тик халҡыма

Шишмәләр

Сәлмән Яҡупов (1951) Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәтинститутын тамамлай. Мәләүез мәҙәниәт йорто директоры, халыҡ театры режиссерыбулып эшләй. Мәктәптә уҡыта. Әле хаҡлы ялда.

Page 125: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ҡала һаман кимерек һөйəктəр.Диоксины, фенол, ҡара һөрөм...Йəн ҡоҫалар тыуған төйəктəр.Ни хаҡына ҡандар түгелгəн һуң?Ни хаҡына башҡорт ҡырылған?Батырҙарым ғəзиз башын һалған,Ə быуаттар ҡанға ҡойонған?..Кемдəр хужа – мəғрур Уралыма,Урманыма, нефть, газыма?Иҙелемə, булыр ҡəберемə,Тыуған ерем, улым, ҡыҙыма?..Ни хаҡына Себер киткəн күптəр,Ни хаҡына ҡылыс ҡайралған?Ҡара ҡанға батҡан башҡорт ере,Башҡорт йəне уттан ҡарайған?.....Тарих битен асһам, зар илайым,Сыңлап тора ҡанлы быуаттар.Һорауҙар күп. Ҡасан ғына булырҺорауҙарға айыҡ яуаптар!

АҙаштымҠара төндə ҡайсаҡ аҙаштым мин,Аҙаштым мин хəтəр буранда.Урманда ла булды аҙашҡаным,Аҙаштым бер сит‑ят урамда...

Ҡайсағында, ҡыҙҙар ятағында,«Ишектəрҙе бутап...» аҙаштым...Ҡайһы юлдар ҡайҙа йөрөтһə лə,Һинең күҙҙəр менəн һаташтым.

Аҙаштым мин. Һис ни аңламайым...Ҡайһы юлдың ҡайҙа илтерен.Ҡайҙа нисек кенə аҙашһам да –Юлым һəр саҡ һиңə килтерһен!

Сәлмән Яҡупов 125

Page 126: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Аптырама!Һуңғы мəлдə ниҙер булды миңə...Үҙ‑үҙемə үҙем шаҡ ҡатам.Ҡылығыма ҡарап мин үҙемдеДиуанаға хатта оҡшатам.

Һəүетемсə түгел барыһы ла,Аҫты‑өҫкə килде күңелдең.Шаҡ ҡатырлыҡ, эйе, шаҡ ҡатырлыҡ...Мин түгелдер был, тим, түгелмен!..

Аптырама, шулай көтмəгəндəЙүлəрлектəр ҡылып ташлаһам.Яндарыңда таман онотолоп,Диуанаға ҡайсаҡ оҡшаһам!

***Өҙөлөп тə һайрай һандуғасҡай,Ниҙəр булды икəн үҙенə?Һəр һулышы шундай таныш миңə,Моңланышы шундай үҙ генə.

Үҙəктəрҙе өҙөп нисəнсе ҡат,Осоп‑ҡунып, тəҙрə төбөмдə,Һағыштарын сəсə гөл‑баҡсама,Бына инде килеп бөгөн дə...

Бөтөрөлə меҫкен, бөтөрөлə,Шундай моңло тағы ҡош ҡайҙа?Кескəй йөрəгенең сыңлауынанЙəшкəҙəйҙер хатта таштар ҙа.

Ниҙəр булды һиңə, һандуғасым,Ҡылайым һуң икəн ни сара?..Юҡ!..Үҙ йөрəгем, шул һандуғас булып,Өҙгөлəнə көн дə, бисара!

126 Шишмәләр

Page 127: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Кəрим БУЛАТ

Аҫыл минуттарЛəйсəн ямғыр тамсылауғаГөлдəр нурға ҡойона.Яҙ йəмдəре йөрəгемəЙəйғор булып уйыла.

Байрам итə күңелкəйемШатлыҡ хисе кисереп.Их, асһаңсы ошо мəлдəҺөйгəнеңə эс серең!

Һөйгəнеңдəн һөйөлөүҙəнЮҡ бит аҫыл минуттар!Үтə ҡыҙыл тиҙ уңмаһын,Яҡтыраҡ янһын уттар.

127

Кәрим Булат (1949) – Ғафури районынан. Стәрлетамаҡта йәшәй. Әҫәрҙәре республикагәзит�журналдарында даими баҫыла килә.

Page 128: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Тыуған яғымҠайтыуыма шатһың, тыуған яғым, –Улың күңеле, күрсе, – яҡтылыҡ!Бер үпкə лə һиңə һаҡламағанЙөрəк сығыр төҫлө атылып.

Эй, тыуған яҡ, һирəк ҡайтылды шул,Йəшəргə лə кире ҡайталмам.Күңелемə яҡын яҡташтарҙыңАраһына таштай баталмам.

Бурыстарым буйтым торған ергəАяҡтарҙы ныҡлап бəйлəгəн.Ҡыуаныстар бөтмəй ҡайтыуыма,Эштəр төшөп кире əйлəнəм.

Һис ҡəнəғəт булмай эштəремдəнЙөрəк алғас тағы яралар,Яраларҙы ялап, мин ҡайтҡансыҺис һыуынмаҫ беҙҙең аралар.

Тыуған яғым, күңел күгем аяҙҺине күреп, уҙып китһəм дə,Һиңə ҡайтам яҙмышымды юллап,Хыял тауҙарына етһəм дə.

Тыуған ерҙə тыуған тупһам да юҡ,Тирмəңə лə кире ҡайталмам.Үкенмəҫмен үткəн ғүмеремə,Тупрағыңа ҡайтып яталһам.

128 Шишмәләр

Page 129: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Фәнир МАЛБАЕВ

Тальян моңоАтайымдың яҡты иҫтəлегенə

Ҡулдарына алып тальянкаһын,Һуңғы тапҡыр уйнап – моңайып,Атай киткəн һуғыш яланына,Ҡояш сыҡҡан мəлдə ҡыҙарып.

Илен баҫҡан яуыз хаин менəн Алышҡан ул, йəнен аямай.Йөрəгендə тальян моңо булған,Туптар шартлауына ҡарамай.

Ҡыҫҡа Һуғыш ялдарында атайҠулына алған тальян тотҡаһын:«Һул ҡулымды алһаң ал һин, əжəл,Уң ҡулымды, Аллам, һаҡла һин».

Yҙ бурысын үтəп ил алдында,Ун туғыҙы тулған көнөндə,Михнəттəрен төйнəп хəтеренə,«Сулаҡ» булып ҡайтҡан өйөнə.

129

5 «Ағиҙел», №5.

Фәнир Малбаев Үзбәкстанда тыуған, Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында үҫкән.Мәҙәниәт өлкәһендә эшләй, аҙаҡ милицияға күсә, хаҡлы ялға сығып, киренән Көйөргәҙерайоны хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең етәксеһе була. Әлеге көндә райондың баш �ҡорт тар ҡоролтайын етәкләй.

Page 130: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Бала саҡта моңло атайымаҠарап тора инем ҡыҙғанып:Тальян гармун алып, һул ҡул менəнИлай‑илай көйҙəр һыҙғанын.

Шул ваҡытта, бəлки, уянғандыр Оло хистəр тальян моңона.Атайҙан һуң мин дə, тулҡынланып, Ала инем тальян ҡулыма.

Тальян гармундары түрҙə хəҙер,Беҙ уйнайбыҙ гармун, баянда.Тик нишлəптер серле тальян моңоҠолағымда сыңлай һаман да.

Мотал ҡыҙынаМатур ҡыҙҙар ҡайҙа тиһəң, Yрге Моталда үҫкəн,Ҡыҙҙар тауында бейегəн, Сорағол һыуын эскəн.

Халыҡ əйтһə – хаҡ əйтə, тип юҡҡа əйтмəйҙəр икəн: Ысынлап та, матур ҡыҙҙар Yрге Моталда үҫкəн.

Атай ҙа, яусы ебəреп, алдырған Мотал ҡыҙын,Əсəйем дə һəр саҡ булды уңған һəм матур килен.

Яҙмыш юлым, аҙаштырмай, боролдо шул яҡтарға,Моталдың бер сибəр ҡыҙын һөйҙөрмəнем яттарҙан.

Һөйгəнемə вəғəҙə бирҙем, ҡушҡайынына барып,Мөхəббəтем, шишмə башым һыу булып китте ағып.

Бергə бəйлəп яҙмыштарҙы, иңгə терəп иңдəрҙе,Һоҡландырғыс тормош көттөк, берлəштереп уйҙарҙы.

Yткəн ғүмерҙе баһалап, ваҡыт əйтер үҙ һүҙен.Тик мин һаман ғашиҡ һиңə, Yрге Моталдың ҡыҙы.

130 Шишмәләр

Page 131: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Мәүлит Яма лет дин дың исе ме әҙә 0биәт һөйөү се ләр гә уҙ ған бы уат тың ет 0ме шенсе йыл да ры нан бирле та ныш.Шул мәлдән баш лап бөгөнгө көн гәтик лем төрлө жанр ға ҡараған һәм бер0бер артлы ташҡа баҫылып тор ғанкитаптары менән ул хал ҡы быҙ ҙың һүҙсән ғәтенә тоғро хеҙмәт итә. Һы йы накү рә – хөрмәте, ти гән дәй, һик һә нен се0туҡ һанынсы йыл дар ҙа уға тән ҡит се 0ләр ҙә битараф булманы. Хатта улар 0ҙың иғ тибар үҙәгендә торҙо, ти ер гәмөм кин. Ике тиҫтә йылға яҡын ва ҡытара у ы ғында шағир һәм про за ик т ы ңәҫәр ҙәрен ба һалауға арналған ун биш 0ләп мә ҡәлә яҙы лыуы һәм матбу ғат бит 0 тә рен дә донъя күреүе – шуға асыҡ дә 0лил.

Бәхеткә күрә, был популярлыҡ та 0лант эйәһенең башын әйләндереп,«йон доҙ сире»нә һабыштырманы: ул,эш урындарын йыш ҡына алыш тыр ға 0 лап торһа ла, бер нигә ҡара май, әүәл 0гесә ижад менән шө ғөл лә неүен бел 0 де. Тик бына, нишләптер, һуңғы йыл 0 дарҙа ундан артыҡ китап ав то рына иғ 0тибар бер аҙ кәмей төштө һы маҡ. Ул,бәлки, әҙип хаҡында те ге быуатта ба 0ҫылып сыҡҡан бәғзе мә ҡә лә ләр ҙ е ңавторҙары үтә кү ре нек ле һәм үтә мәр 0 тәбәле шәхестәр бу лыу ҙан да ки лә лер.Назар Нәжмиҙең «Ша ғир ти гән исемкүтәреп…» («Ҡы ҙыл т а ң» гә зи те, 1997йыл, 6 март) ти гән мәҡәләһенән һуң,

мә ҫә лән, Мәү лит тең шиғриәте ха ҡын 0да яңы һүҙ әй тергә баҙнат итеп ҡараәле!

Ләкин баҙнат итмәй ҙә булмай. Сөн 0ки әҙип – юлда. Йыл артынан йыл үт 0кән һайын, үләне ҡырып са был ғанбе сән бакуйы шикелле, уның ижадемеш тәре лә ишәйгәндән0ишә йә, һут 0лан ғандан 0 һутлана бара. Ошо урын 0да йәнә Назар Нәжмигә – был юлыуның «Яҙ! Яҙ! – тиҙәр» (1958) исем лешиғырына һылтанырға тура ки лә: ни 0сек инде Мәүлит Яма лет дин дың бы уатбашындағы шиғриәтенә би тараф ҡа 0лаһың? Шағирҙың күп се лек әҫәр ҙәреүҙ ҙәре үк «Беҙҙең хаҡта ла яҙ, яҙ!»тип торғандай бит. «Бер ша ғир ға»(«Ағиҙел», 2009, 50се һан) ти гә ненуҡып сыҡҡас, уның авторы ту ра һын 0да бер кәлимә генә булһа ла һүҙ әйтеүтеләге уғата ла арта төштө.

Дүртәр юллы дүрт кенә строфананторған был шиғыр Мәүлит Яма лет дин 0дың, ҡәләмдәш ағаһы Назар Нәж мишикелле, шиғриәткә ни тик лем ҙуряуап лылыҡ тойғоһо менән ҡара ған лы 0ғын иҫбатлап тора: табаҡ0табаҡһәм том0том шиғри китаптарын сы ға 0рыусы берәүгә мөрәжәғәт итеп, «Һүҙын йыһын һиңә рух0даръянан сүп ләр 0гә лә әле сүпләргә» тигән кәңәш би 0рә ул һәм кәңәшен түбәндәге юлдарме нән нығытып ҡуя:

5*

Әҙәби тәнҡит

ДОНЪЯ – НАҒЫШ, Ә КҮҢЕЛДӘ – ҺАҒЫШ...(М. Ямалетдиндың һуңғы йылдарҙағы шиғриәтенә бер ҡараш)

Page 132: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Сүпләп бөткәс, «иң/иң»дәрен һайлап,Фекер ептәренә теҙергә;Кешеләрҙең күңеленә уныМоң епсәһе менән тегергә.

Ышанмаһаң, тыңла: БуранбайҙыңМоң/зар тулы кескәй хатынанҠарттар илағанға тетрәнгән илАрына алмай һаман аһынан.

Әлбиттә, һүҙ ынйыһын сүпләү –еңел кәсеп түгел. Уны кәсеп типатап булһа әле. Һүҙ ынйыһы тиҙ ге 0нә табылмаҫҡа ла мөмкин. Таптым,ти гәс тә, алдатҡыс ҡына булып сы 0ғыуы ихтимал. Иң мөһиме, ынйы бу 0лып күренгән һүҙеңдең тәрән мә ғә нә 0гә эйә булыуындалыр. Тыштан ял ты 0рап торған, ләкин һай фекерле һүҙ ҙәртеҙмәһенән кемгә һәм ни фай ҙа? Мәү 0литтең «Бер ша ғир ға» һына был ҡур 0ҡы ныс янамай һымаҡ. Һуңғы ике юл 0да кинәйәләп әйтелгән фекер уҡыу сы 0ла икеләнеү0микеләнеү той ғоһо уя 0тыр ға урын ҡал дыр май ҙыр.

Әйткәндәй, ошо ике юлға тө рөл гәнфекер М. Ямалетдиндың «Бу ран байсәсәндең хаты» («Ағиҙел», 2010, 100cыһан) тигән шиғырында ар та бан үҫ 0 терелгән һәм бер ни тиклем асыҡ ла 0быраҡ бирелгән. Минең уйым са, ошобер шиғыр сиктәрендә ав тор йөк 0мәткеһе буйынса поэма ге ройына то 0рорлоҡ образ тыуҙырыуға иреш кән.Буранбайҙың «Илем, халҡым иҫәнҡалһын өсөн мин кисерер инем меңүлем», «Мин ҡайтырмын ҡурай моңобулып, мин ҡайтырмын һеҙгә йыр бу 0лып» тигән һүҙҙәре генә лә Себер та 0рафтарына олаҡтырылған сәсәндеңоно толмаҫ поэтик һынын күҙ алдынабаҫтыра.

Һүҙҙең, һүҙҙән үрелгән шиғ риәт теңтылсымлы ҡөҙрәтенә тәрән ыша ныуһәм уға ысын күңелдән та бы ныу хисеМ. Яма летдиндың бынан эле ге рәк и ж а дител гән «Бер күңелле ши ғыр яҙ һаңине…» («Ағиҙел», 2001, 60сы һан) тигән

әҫәрендә айырыуса көс лө яң ғы рай.Шиғырҙың тәүге өс стро фа һын да ав 0тор, был донъяның бар л ы ҡ кө йөк тә рен,һағыштарын юҡҡа сы ға рыр ҙай, ғаләмхалҡын, йығылып ки теп, күҙ ҙәренәнйәш тәр сыҡҡансы көл дө р ө п , ғү м е р буйыкү ңеленә йый ған юш ҡын дар ҙы иретепағы ҙыр ҙай ши ғыр яҙһаң ине, типхыяллана һәм:

Көлгән тауыш яңғыраһын инеҠош йырында, шишмә сыңында.Тормош үҙе бер йылмайһын инеЕгерменсе быуат һуңында,.. –

тигән теләген белдерә. Әҫәрҙе ошоизге теләк менән ослап ҡуйырға лабу лыр ине, бәлки. Ләкин ул саҡта би 0гүк Мәүлитсә килеп сыҡмаҫ ине. Сөн 0 ки әлеге осраҡта уға шиғ риәт тең тәь 0ҫир итеү көсөн күрһәтеп ке нә сик лән 0мә йенсә, уҡыусы менән донъя хәл дә 0ре тураһында гәпләшеп алыу мө һи 0мерәк. Шуға күрә лә ши ғырҙың ҡал 0ған өс строфаһында ул, үҙенең эскедонъ яһы һәм күңел торошо менән ур 0таҡлашҡан булып, әйтергә те лә гә нентуранан0тура ярып һала:

Донъя буп/буш.Күңел үкһеҙ етем,Һағышынан ятып үлмәле.Ә беҙ һаман ниҙер даулашабыҙ,Тәгәрәп йөрөп шуға көлмәле.

«Шағирҙар ҙа шул уҡ кеше…»,«Хуш лашыу», «Һаҡмар ағыр», «Аҡ мул 0ла», «Әхмәҙин Әфтәхкә», «Әйләнә ләбер ҡош…» тигән әҫәрҙәр ҙә ав тор 0ҙың шиғриәт хаҡында, уның асылыһәм тәғәйенләше хаҡында уй ла ныу 0ҙар ҙан үҫеп сыҡҡандар, тиергә була.Тәү геһендә, әйтәйек, шағирҙарҙың кү 0ңе ле нескәрәк булыуы, шуға күрә «ил 0дең ғәмен, халыҡ зарын» тә рә не рәкаңлауҙары һыҙыҡ өҫтөнә алын һа,икенсеһендә иһә ижад ке ше лә ре неңкү ңел кисерештәре бик оҫта то топалынған һәм матур итеп һүрәт лән гән:әҫәр яҙылып бөткәс, шат лыҡ лы хис тәр

132 Әҙәби тәнҡит

Page 133: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

кисереп, үҙеңде өҫтөңдән оло бертау төшкән шикелле итеп той һаң да,барыбер яманһыу, сөнки хәҙер улһине ташлап китә. (Тәнҡит мә ҡә лә 0һен яҙып бөткәс тә шундай хис тәрки серәһең.) Шиғырҙың һуңғы юл 0дарында был тойғо айырыуса һа 0ғыш лы яңғырай:

Һин, беләмен, көн итерһең минһеҙ,Ә мин бына ҡалайтырмын һинһеҙ?

Был донъяла йәнә яңғыҙ ҡалам,Хәс ашлығын урып алған ялан…

«Һаҡмар ағыр» – арабыҙҙан ир тәкиткән билдәле шағир Рә йес Түләкиҫтәлегенә арналған ыҡ с ы м , әм мә иф 0рат тәрән йөкмәткеле әҫәр:

Рәйес Түләк!Ниндәй хаҡтар түләпҠайтарайыҡ яҡты донъяға?..Хәйер, ҡайтмаҫ инең – ыласындарИке ҡунмай бер үк ҡаяға.. . . . . . . . . . . . . . . . .Донъя фани. Ғүмер сикле. ӘммәУнда түгел эштең асылы –Мәңге һүнмәҫ дан ҡалдырып китәАта балаһының аҫылы.

«Аҡ күңелле Аҡмулланың һыныбалҡый йыраҡтан» тигән юлдар ме 0нән тамамланған «Аҡмулла» исемлеши ғыр ҙа, ҡәләмдәше һәм за ман да 0шы, сәсән телле шағир Буранбай Ис 0 ҡу жин иҫтәлегенә арналған «Әй ләнәлә бер ҡош…» тигән шиғыр ҙа Мәү 0лит Ямалетдиндың шиғриәт Ғали йә 0нәп тәре алдында ысын мәғә нә һен дәбаш эйеүен дәлилләп тороусы асыҡми ҫалдарҙыр ул.

Тәбиғәте, холҡо0фиғеле менән Мәү 0 лит юморға бай шәхескә оҡшап тора:уның тәү ҡарамаҡҡа етди генә кү 0ренгән шиғырҙарында ла аҫтыртынйыл майыуҙы шәйләргә мөмкин. Баш 0көллө шаян тулҡындарға көй лән гәнәҫәр ҙәр ҙә осрап ҡуйғылай ша ғир ҙыңижад арсеналында. Шундайҙар иҫә 0

бенә һис бер шикләнеүһеҙ «Яҙ ма ған 0дыр» менән «Әхмәҙин Әфтәхкә» ти 0гән дәрен индерер инем. Улар икеһелә шул уҡ шиғриәт темаһына, шиғ 0риәт тең эстетик мөм кинлектәренасыҡ лауға һәм уның йәмғиәт тор мо 0шон да тотҡан урынын билдәләүгә ар 0нал ған.

«Яҙмағандыр»ҙа, мәҫәлән, автор,тор мошҡа ашмаҫ хәбәр һөйләп, уҡыу 0сыны еңелсә йылмайып алырға мәж 0 бүр итә. Йәнәһе, көтмәгән0нит мә гәнерҙән, Нобель премияһы алырға са ҡы 0рып, уға Стокгольмдан те лег рам м а ки 0леп төшә. Аптырашта ҡалған ав тор,кәңәш һорап, башта йөрәгенә мө рә 0жәғәт итә. Унан һуң – аҡылына. Йө 0 рәге шағирҙы премия алырға ба рыр 0ға өндәһә, аҡылы иһә киреһенсә хәлитә: «Ҡуй, йөрөмә, ҡустым, ми не тың 0ла. Һәм ҡайт асылыңа»,– ти ҙә ар та 0бан һүҙен былай дауам итә:

«Йә, был хәбәр дөрөҫлөккә сығып,Тапшырылһа Нобель миллиондары,Илһам утын байлыҡ томалаһа,Нигә ынтылырһың унан ары?..»

Шиғыр ирониялы көлөү менән та 0мам лана: йәнәһе, шағирҙың ике са мо 0леты ла ремонтта, шул сәбәпле пре мияалырға бара алмауын бел де реп, Ко 0рол гә хат яҙып һала.

Шаяртыу формаһында яҙылған «Әх 0мә ҙин Әфтәхкә» тигән шиғыр ҙа уҡыу 0 сыла йылмайыу тойғоһо уят май ҡал 0маҫ, моғайын. Башҡорт ша ғиры Әх мә 0ҙиндең исеме Иран пре зи ден ты ны ҡы 0на яҡын тороуҙан оҫта фай ҙа ла нып,автор был шиғырында шаҡтай уҫалһәм зәһәр үткер фекер әйтеүгә иреш 0кән.

Шулай ҙа М. Ямалетдиндың сатираһәм юмор өлкәһендәге маһир лы 0ғы «Шаңдауҙар» («Ағиҙел», 2007, 70сеһан) тигән әҫәрендә көслөрәк са ғыл ған 0 дыр. Был әҫәрен автор үҙе «па ро дикпоэма» тип атаған. Ләкин бында, ми нең

Әнғәм Хәбиров 133

Page 134: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҡарашымса, пародия ғына тү гел, гро 0теск та барҙыр, сөнки сатира0юмор ғахас йылмайып көлөү сюжет ағы шындаәкренләп әсе көлөүгә әй лә нә.

Әҫәр күләмле генә: ете йөҙ ил ле 0 ләп юлдан тора. Структураһы ла үҙен 0 сәлекле: рим цифрҙары ме нән бил 0дәләнгән ун өс бүлеккә бү лен гән. Тик,тышҡы яҡтан ҡара ған да, улар б е р нин дәй ҙә ҡанунға буй һон до рол ма ған 0дар: иң ҡыҫҡаһы – туғыҙ, иң оҙо но –йөҙ ҙә һикһәндән артыҡ юл дан то ра.Өҫтәп, тағы бер үҙенсәлек ха ҡын 0да әйтергә кәрәк: Мәүлит Яма лет д и нпоэмаһының һәр бүлеге ша ғир ИнсурАртурҙан (Йәһүҙиндан) эпи граф итепалынған юлдар менән асыла. Һәрэпиграф Мәүлит ҡәләме аҫтында па 0ро дияға әйләнә һәм, бүлектән0бү лек 0кә күскән һайын, ул көсәй гән дән0кө 0сәйә, үткерләнгәндән0үткерләнә бара.

Ләкин Мәүлиттең төп маҡсаты –Ин сурҙы битәрләү түгелдер (хәйер, уғаҡа рата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәре уры 0ны0урыны менән ярайһы уҡ ҡаты яң 0ғы раһа ла). Ҡәләмдәшен битәр ләү ҙәндә бигерәк, поэма авторы был эпиг 0рафтарҙы ширма өсөн ҡул лан ған дыр,тип уйлайым. Сөнки ул үҙе нең быләҫә рен башлыса йә шер тен генә, кө 0 лөп0йылмайып, ләкин тоҙлап0бо рос 0лап ҡына (ошо яғы менән «Шаң дау 0ҙар» ҙың стиле уҙған быуаттың ил лен 0се0алтмышынсы йылдарында шағир 0ҙары быҙ бер0береһенә төрттөрөп яҙ 0ған һәм «Һәнәк» журналы бит тә рен 0дә баҫылғылап торған эпиг рам ма 0лар ҙы иҫкә төшөрөп ҡуйҙы) йәм ғи әте 0беҙ тормошондағы тиҫкәре кү ре неш 0тәр ҙе фашлауға арнаған бит.

Бындайын да ҡатмарлы бурыстыүтәп сығыр өсөн автор ху до жес тво лыәҙә биәткә, бигерәк тә уның сатирикжанр ҙарына хас һүрәтләү сараларынмул ғына файҙаланған. Шул сара лар 0ҙың бында йыш ҡына күҙгә са лын 0

ғаны – символлаштырыуҙыр, үҙе беҙ сәәйт кәндә – ишаралыр. Поэма баш тан0аяҡ ишараға ҡоролған, тиһәк тә, ха табулмаҫ. Беренсе бүлектәге «за ман»тигән уртаҡлыҡ исеменең икен се бү 0лектә «Заман» тигән яң ғыҙ лыҡ исе ме 0нә әйләнеп китеүе – үҙе генә лә сер лейомаҡҡа оҡшап тора. Поэ ма ла та суир 0ланған хәл0ваҡиғаларҙың (дө рөҫө рәге –Заман менән шағир, лей те на н т ҡа 0тын менән шәфҡәт туташы ара һын да ғыдиалогтарҙың) ай ныт ҡыс т а ба ры у ы ла– ишара. Хатта, бик ҡур ҡыныс иша 0ра, тиер инем: яңғыҙлыҡ исемен йө 0рөт кән Заман ҡарт, хәмер эсеп, ай 0нытҡысҡа килеп эләккән икән, ти мәк,ур таҡлыҡ исемен йөрөтөүсе за ман да(йәғни беҙ йәшәгән заман!) шул хәлгәта рыған түгелме һуң? Ав тор ҙың былиша раһын шулай аң лар ға кәрәк т е р.Һәм уның менән килешмәй сара юҡ.Ниндәй аяныс!

Заман ҡарттың «Шағир булған ер 0ҙә – мөтәшағир, бесәйем бар ерҙә барэтем», «Бер келәмгә ике тубыҡ һый 0 май, ҙурын алам тиһәң – аҡса юҡ»,«Төр лө мәғәнәһеҙ талап менән сы ғар 0мағыҙ мине сығырҙан: элек ке сә ара 0лармын һаман был донъяны йүн һеҙшағирҙан», «Яҡты донъя – цирк. Тикмин унда тамашасы ғына ни ба ры»һәм башҡа шуның кеүек кинәйәлефекерҙәре; Иблистең Заман ҡола ғы 0на «Талант булған ерҙә көнсөллөкбар» тип бышылдауы; телгә килгәнаҡ бесәйҙең Заман ҡартҡа йән аҙ 0ҙыр ғыс кәңәштәр биреүе; эскеселектеғә йепләгән шәфҡәт туташының «Нин 0дәй көнгә төшөрҙөләр илде» тип әсе 0не үе; айнытҡыс хеҙмәткәре лей те 0нант ҡатындың «Беҙҙең илдә баш ҡасаһис мөмкин түгелдер. Бында йә шәүаҡылынан яҙған диуанаға ғы н а еңел 0дер» тигән ишаралары поэ ма ны уҡы 0ған саҡта бер0бер артлы ты уып тор 0 ған бошоноу0борсолоу хис тә рен уға тала көсәйтә.

134 Әҙәби тәнҡит

Page 135: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Әҫәрҙең башынан алып ахырына тик 0лем тулып ятҡан кинәйәле фе кер ҙәр ҙе,ишараларҙы артабан да кил те рер гә бу 0лыр ине. Ләкин уҡыу с ы иғ ти ба ры на За 0ман ҡарт менән ша ғ и р ара һын да 0ғы бәхәс0диалогты (етен се бүлек) тәҡ 0дим итеү менән генә сикләнергә ту 0ра килер. Ай ныт ҡыс ҡа килеп эләк кәншағирҙың «Ни ңә аҙҙың улай, әйт, за 0ман?» ти гән һорауына Заман ҡартбылай тип яуап ҡайтара: «Был һо ра 0уың миңә түгел, улым, – үҙеңә. Һораунин дәй – яуап шундай, кисер, турабәреп әйтһәм йөҙөңә. Ниңә аҙҙың, ти 0нең. Мин – тик шәүлә. Һеҙ, кеше ләр,үҙегеҙ аҙҙығыҙ. Дошманығыҙ Иб лисың ғайына хаҡ һәм тура юлдан яҙ ҙы 0ғыҙ. Кеше ниндәй – заман шундай.Мин бит – донъялағы һеҙҙең са ғы лыш.Ниңә миңә өйөлөргә тейеш тор мош 0та ғы һәр бер яңылыш?»

Йыйып ҡына әйткәндә, МәүлитЯма летдиндың «Шаңдауҙар» исемлепа ро дик поэмаһы – был жанрҙың шаҡ 0тай киң эстетик мөмкинлектәргә эйәбулыуын раҫлап тороусы әҫәр, тиеринем. Әгәр дәртең0дарманың, көсөң0ҡе үәтең етһә, тәүәккәллегең һәм ҡы 0йыу лығың ташып торһа, ә иң мө һи ме– талантың булһа, пародияны кем дәнбулһа ла берәй кешенән, уның айырым0асыҡ етеш һеҙ лек тә ре нән, т о р мош типаталған ҙур сәхнә буй лап ҡыйыш0мыйыш атлауынан әсе көлөү өс өн ге нәтүгел, бәлки, сәйәси һә м фәл сә фә ү и юҫ ыҡтағы мәсьә лә ләр ҙе кү тә р е ү өс ө ндә ярайһы ғына уңыш лы фай ҙа ла 0нырға мөмкин икә н. Киләсәктә б а ш 0ҡорт поэ зия һын да сатира һәм ю м ортемаһын фәнни нигеҙҙә өй рә неү сейәш быуын әҙәбиәт белгестәре был п о 0э маға иғтибар итмәй ҡалмаҫтар, мо 0 ғайын, һәм уны иркенләберәк, тә рә 0нерәк тикшерерҙәр, тип өмөт лә нә йек.

Яңы быуатты Мәүлит Ямалетдин«Хуш, бәхил бул, егерменсе быуат…»

тигән шиғыры менән ҡаршыланы.Му са Ғәлиҙең «Ҡапҡаңды ас, Бы уат!»тигән поэмаһын һәм Ихсан Әх тә м йә 0новтың «Рәхмәт һиңә, Егерме!» ти гәнши ғырын иҫкә төшөрөп ҡуя ҡу йы 0уын, ләкин Мәүлит уларҙы ҡа бат ла 0май: үткән быуатҡа уның үҙ ҡара шы,үҙе нең әйтер һүҙе. Әгәр Ихсан Әх 0тәмйәнов Егерменсе быуатты шат 0лыҡ хистәре кисерә0кисерә оҙатһа,Мәү лит Ямалетдин иһә уның менәнмоң һоуыраҡ тойғоларын белдерепхуш лаша. Шуныһы мөһим: был ши 0ғыр ҙың артында ялтырауыҡ һүҙҙәрме нән эш итеүсе түгел, ә ғүмер ағы 0шына философтарса күҙ ташлаусыһәм фекер йөрөтөүсе зат тора. УлЕгер менсе быуатты дифирамб йырлапоҙат май, ә хушлаша, бәхилләшә, рән 0йеп ҡалмауын үтенә, ташлап кит те 0ләр, тип үпкәләмәүен һорай, сөнкибыл беҙҙең теләктән һәм ихтыярҙантор май, ул гел шулай булған һәм ки 0ләсәктә лә шулай дауам итәсәк. Ши 0ғыр ҙың авторы үҙен Егерменсе бы 0уат балаһы тип һанай һәм унан, фа 0ти хаһын биреп, киләсәккә аҡ юл те 0лә үен һәм бәхет юрап ҡалыуын үтенә.Шиғыр яҙылышы менән дә бик ма туряңғырай. Һигеҙ строфалы ошо ма туршиғырҙан бында икеһен генә кү сереүменән сикләнергә мәж бүр мен:

Бик яманһыу һинән айырылыу,Ташлап китеү ҡыйын.Ғәзизерәк була бара инең,Йылдар үткән һайын.

Тороп ҡала һиндә ғүмерҙәрҙеңИң ҡәҙерле мәле.Уны һағынып иҫләр көндәребеҙАлда булыр әле.

Үҙенсә бер фәлсәфәүилекте (яб ай 0лаштырыбыраҡ, мин уны, тәрән фе кертөрөлгән серлелек, тип атар ине м)М.Яма летдиндың «Ҡыш би ге рәк ки 0нәт килде быйыл…», «Көҙгө йыр»,

Әнғәм Хәбиров 135

Page 136: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

«Кө рәш», «Бушлыҡ», «Төн», «Азат лыҡ»,«Мә ҙәниәт», «Сәнғәт», «Ба ҫал ҡы лыҡ»,«Донъя», «Телһеҙ ҡыңғырау», «Өҙ гө лә 0неү», «Культура», «Символдар», «Яң 0ғыҙлыҡ», «Тормош йыры», «Кө нәй0кө 0нәй замандарҙы…», «Хыял» тигән ши 0 ғырҙарында ла һиҙемләргә була.

«Ҡыш бигерәк кинәт килде бы й ы л …»менән «Көҙгө йыр» ти гән дә рен баш та,исемдәренә ҡа рап, бы лар – пей з а ж ли 0 ри каһылыр, тип уй лай һың. Асыл да иһә,уларҙы иғ тибар ме н ә н уҡый башлағас,ши ғыр ҙарҙың ике һендә лә ҡоро пей 0заж ғына тү гел икән легенә төшө нә 0һең. Тәү ге һен дә тәҙ рә аша тәбиғәтдонъ яһын кү ҙәтеп торған лирик ге 0рой ҡыҙыҡ ҡына һө ҙөм тә яһап ҡуя:

Өйөрөлөп яуған был ҡарҙың даНи эше бар беҙҙә – тереклектә?Үҙ ҡануны, күк ҡөҙрәте менәнЯралған бит улар бейеклектә.

Беҙ – ерҙеке.Хәстәребеҙ бында –Ҡоштарҙыҡы тышта, минеке өйҙә.Үҙебеҙгә күрә эшебеҙ бар.Ҡар беҙһеҙ ҙә яуыр.Яуһын әйҙә!

Икенсеһендә, «Көҙгө йыр»ҙа, һал 0ҡын ел аҫтында сайҡал ған ағастартел гә килә. Ҡоштарҙай теҙелеп йы 0лы яҡтарға осоп китеү ниәтенән улар 0ҙы бер уй туҡтата:

«Беҙ, ярай, китербеҙ,Елдәр күп ҡаҡһалар.

Кешеләр нишләр һуңБеҙһеҙ ҙә ҡалһалар?!»

«Көрәш» – фәлсәфәүи шиғыр, ти ер 0 гә мөмкин. Философиялағы за кон 0дар һәм категориялар туранан0тураатал маһа ла (әгәр шулай була ҡал һа,ул, бәлки, шиғырлығын да юғал та тө 0шөр ине), был закондарҙың һәм ка те 0го рияларҙың образлы сағылышы күҙ 0гә бәрелеп тора:

Ваҡыт көслө – ташып тора ҡе үә те,Мәңгелектең бирешмәҫкә – ниәте.

Уртала беҙ – тарихты бар итеүсе,Мәңгелекте мәңгелеккә илтеүсе.

(Ошо урында Назар Нәжмиҙе, уның:

Ер өҫтөнә һибелгәндәрМәңгелек уттар.Бара ғүмер… Яна уттар –Яна минуттар,Яна минуттар.

Яна уттар, уттар яна –Мәңгелек уттар.Мәңгелеккә ҡалыр өсөнҺүнә минуттар,Һүнә минуттар,.. –

тигән юлдарын хәтергә төшөрмәй са 0р а юҡ.)

Фәлсәфә булған ерҙә хәйләгә ләу р ын барҙыр ул. Мәүлит Яма лет дин дың«Бушлыҡ», «Төн», «Азатлыҡ» ти гән ши 0ғыр ҙары шундайҙарға оҡшап то р а . Улар 0ҙың береһендә лә сәйәси лек си ка тап 0 маҫһың: әйтер фекерен ав то р ту ра нан0тура ярып һалмай, бәл ки, са ғыш ты рыу 0ҙар, йә нә шә лек тәр аша бел де р ә. «Буш 0лыҡ»тағы «Донъя – на ғыш, ә кү ңел 0 дә – һағыш» тигән фра з а , мә ҫә лән, бергенә уҡыусыны ла би та раф ҡалдыр ма 0ған дыр. «Төн»дә ав тор ҙың уй0фе кер ҙә 0рен асыҡларға Иб лис образы ярҙамғакилгән: уның, «Әҙәм де еңдем» ти п маҡ 0таныуынан һуң, ав тор ғ а, «Дө рөҫ һүҙгәяуап юҡ шул ин де – төн ҡуйыра күңелкү ген дә» тип ки ле шеү ҙ ә н баш ҡ а са 0ра ҡал май. Яң ғы раш тары ме нән дә, мә 0ғә нә лә ре буйынса ла ши ғыр ҙың тәү геһәм һуң ғ ы стро фа лары (ә ул алтыстро фанан то ра) бер0бере һе нә бикяҡын дар:

Тарихта төн.Ҡараңғылыҡ арта.Шом пәрҙәһе ҡаплай офоҡто.Беҙ күрмәбеҙ, нәҫелебеҙ күрерКиләсәктә таңғы ысыҡты.

136 Әҙәби тәнҡит

Page 137: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Төрлө осорҙа, төрлө телдә азатлыҡхаҡында баш ватып шиғыр яҙыу сы ларәҙ булмағандыр. Ә бына Мәү лит азат 0лыҡтың ҡатлы0ҡатлы булыуына, уныңтик уйҙа ғына еңел, хыялда ғынататлы икәнлегенә баҫым яһап әйткән.Шиғырҙың дүрт строфаһы ла «Азат 0лыҡ тың юлы фажиғәле» тигән реф 0рен менән көсәйтелгән.

«Көнәй0көнәй замандарҙы…» ме нән«Хыял» тигән шиғырҙар ҙа («Ағи ҙел»,2009, 50се һан) – ошо типтағы әҫәр 0ҙәр. Тәүгеһе быуындан быуынға күс 0кән ғүмерҙең мәғәнәһеҙерәк үте үе ха 0ҡын да фәлсәфәүи пландағы уй ла ныу 0ҙарға ҡоролған. Ул бындай юл дар ме 0нән тамамлана:

Баҡыйға китеп барабыҙӘкиәт һөйләй/һөйләй.Ни ҡалдырҙығыҙ беҙгә, типСалғыйҙан тарта тәнәй.

Икенсеһе («Хыял» тигәне) ал ле го 0рияға тартым. Кинәйә тәүге стро фа 0 нан уҡ башлана:

Ваҡыт машинаһы булһа ине,Үҙе менән мине алһа ине.Тәҙрә артындағы ысынбарлыҡОфоҡ аръяғында ҡалһа ине.

Артабанғы строфаларҙа лирик ге 0рой бала сағына сәфәр ҡылырға, ата 0һы менән әсәһен күрергә, тыуған тө 0йә гендәге дуҫтары менән осрашырғахыяллана. Ләкин был хыялдар уныңтөп теләген йәшерер өсөн генә һа напсығылған. Сөнки һуңғы стро фала ул,бала саҡтағы болоттар уны ү ҙе менәналып китһә ине һәм «Тәҙрә ар тын дағыысынбарлыҡ ҡулғынаһын болғап ҡал 0һа ине» тигән теләген бел де рә. Шу 0нан сығып, тәүге һәм һуң ғы стро фа 0лар шиғырҙың идеяһын тә рә нерәкаңларға булышлыҡ итеүсе ком по нент 0тар булып тора.

Был мәҡәләлә телгә алынған ши 0ғыр ҙарҙың байтағында Мәүлит Яма 0

лет дин, «Яҙмағандыр» тигән ши ғы 0рын дағыса, күберәк аҡылға таяна. Лә 0кин аҡылдың ара0тирә хис0той ғо лар 0ҙан өҫтөнлөк итеүе һис кенә лә шиғ 0риәт тең төп ҡанундарын һанға һуҡ 0мау тигән һүҙ түгел. Әгәр ҡайһы берос раҡта аҡыл ысынлап та үҙен ны 0 ғыраҡ һиҙҙерә башлай икән, ул һа маншул Мәүлит шиғриәтенә хас фәл сә фә 0үи лелек менән аңлатыла торғандыр,тип уйлайым. Мәүлиттең шиғриәттәһәм музыка сәнғәтендә генә түгел,бәл ки, кеше эшмәкәрлегенең башҡаөлкәләрендә лә киң мәғлүмәтле, донъ 0яға айыҡ ҡарашлы шәхес икән ле гебер кемдә лә шик0шөбһә уят май ҙыр.

Фәлсәфәүилелек, эрудиция хаҡын 0да һүҙ сыҡҡас, «Мәҙәниәт» («Ағи ҙел», 2003, 10се һан) тигән шиғырға туҡ та 0лып китеү урынлы булыр. Бынан эле 0герәк яҙылған «Бушлыҡ» тигән ши ғы 0 рына бирелгән төшөрмәлә ав тор, «мә 0ҙә ниәт» һүҙе ғәрәпсәнән алынған «ци 0вилизация» мәғәнәһен бирә, тип аң 0латҡайны. Әле һүҙ бар ғ а н ши ғыр ҙы«Ц и ви ли за ция» тип ата һа ла бе р нин 0дәй ҙә хилафлыҡ бул маҫ ине. Бе рен 0сенән, был һүҙ баш ҡорт те лендә ләйәшәй. Икенсенән (бы ны һ ы – мө һи 0ме рәк тә) шиғырҙа һүҙ ысын лап таЕр йөҙөндә беҙгә тик лем йә шәп, юҡ 0ҡа сыҡҡан ци ви ли за ция лар хаҡындабара.

Шиғырҙы (күләме менән ул әлләни ҙур түгел) «Һәр бер мәҙәниәт, ахырсиктә, тамамлана ерҙә үлем менән»тигән юлдар асып ебәрә. («Һәр берци ви лизация…» тиелгән булһа, көс лө 0рәк тә, урынлыраҡ та яңғырамаҫ инемикән?). Артабан уларҙың исем дә реһанала. Һуңынан «Хужалары кит кән.Ятып ҡалған серҙәр тул ты рыл ған һан 0дыҡ тары» тигән ғәйәт йөк мәткелеһәм ғибрәтле һөҙөмтә яһап ҡуйыла.

Шулай ҙа авторҙың әйтергә те лә 0гән төп фекере (шиғыр ци ви ли за ция 0ларҙы тиктомалға һанап сығыу өсөн

Әнғәм Хәбиров 137

Page 138: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

түгел, ә шул фекерҙе әйтер өсөн яҙыл 0ғандыр ҙа инде!) беренсе стро фалағы«Улар һәләкәте беҙҙекенән айы рылабары күләм менән» тигән юл дар ҙа 0лыр, минеңсә. Ошо урында ирек һеҙ 0ҙән Урта быуаттарҙа киң таралған«Мәс кәү – Өсөнсө Рим» тигән сәйә ситеория иҫкә килеп төшә. Ул тео рия1453 йылда төрөктәр Ви зан тия ны 0(Икен се Римде) ҡолатҡас донъ яға ты 0уа. Шул замандағы ҡайһы бер аҡыл эйә 0ләренең «Дүртенсе Рим бул мая са ҡ! »тигән киҫәтеүҙәре лә бил дә ле. Былкиҫәтеү ике яҡлыраҡ фе кер уята, әл 0бит тә: Мәскәү – йә ғү мер гә Өсөн сөРим булып ҡаласаҡ, йә ваҡыты ет 0кәс, тағы бер цивилизация юҡҡа сы 0ға саҡ. Төплө әйтелгән бер поэтик юлбына ниндәй фекерләүҙәргә алыпкилергә мөмкин!

Беҙ йәшәгән цивилизация сик тә 0рен дәге тормоштоң ҡайһы бер яҡ 0тарын сағылдырған «Сәнғәт» һәм «Ба 0ҫал ҡылыҡ» тигән шиғырҙар (улар ике 0һе лә «Мәҙәниәт» менән бер ти рә 0лә ижад ителгәндәр булһа кәрәк), ҡыҙ 0 ға нысҡа ҡаршы, бәхәслерәк уй0фе кертыу ҙыра. Тәүгеһендә һүҙ сәнғәттеңбө йөклөгө, донъяның да, сәнғәттеңдә камиллығы һәм теүәллеге ха ҡын 0да бара. Тик бына камиллыҡтың да,те үәл лектең дә ниндәйҙер ҡөҙрәт ме 0нән аңлатылыуы ғына нисектер мә ҙә 0герәк тойола. Икенсе ши ғы рында ав 0тор үҙ0үҙен инҡар ит кән дәй: баштаул баҫалҡылыҡ, тый наҡ лы лы ҡ, әҙәп 0ле лек урынына мин0мин лектең, һөм 0һөҙ лөктөң арта барыуы тураһында бә 0йән итә лә һуңынан бындайыраҡ һы 0ғым та яһап ҡуя:

Донъя алмаш.Бер ҡараһаң, алдын,Бер ҡараһаң, артын күрһәтә.Мәңгелектәй күргән ҡиммәттәреңКәкре ҡайындарға терәтә.

Камил, теүәл донъя, шулай итеп,йә алдын, йә артын күрһәтергә ләһә ләтле икән дә баһа.

Ҡөҙрәт хаҡында һүҙ сығып ҡуй ғас,бынан алда донъя күргән ҡай һыбер мәҡәләләремдәге шикелле, бы ны 0һында ла уға бер ни тиклем туҡ 0талып китергә кәрәктер. Билдәле бу 0лыуынса, халыҡ аңында, башлыса –сәйәсәтселәр араһында, выждан ирек 0леге тип аталған иҫ киткес нес кә тө 0шөнсә йәшәп килә. Йөкмәткеһе бу 0йын са ул ифрат сетерекле. Уны һаҡ 0һыҙ ҡулланһаң, мөкиббән китеп дин 0гә бирелгән кешенең хәтерен ҡал 0дырып ҡуйырға ла күп кәрәкмәй. Әм 0мә Мәжит Ғафуриҙың 1915 йылда,бө тә диндәрҙең дә ҡотороп сәскә ат 0ҡан мәлендә, «Юҡтырһың да, Алла»тип икеләнеүен дә онотоп булмай.Ошо исемдәге шиғырының тәүге стро 0фа һында уҡ ул «Бөтә ҡөҙрәтеңде бағ 0лап ҡуймаҫ инең ерҙә алтын, кө мөш 0кә…» тип нарыҡлаған бит. Йөҙ йыл 0дан һуң уҡыусы зиһененә Ға фури әйт 0 кәндең киреһе тылҡыла тү гелме? Бы 0нан йөҙ йыл элек ижад ител гән «Юҡ 0тыр һың да, Алла» бөгөн иф рат за 0манса яңғырамаймы? Уны ҡат0ҡатуҡый һың да совет заманында еңелгенә махсус юғары белем алып, әҙер 0гә мәҙер генә әҙәбиәт донъяһына ки 0леп ингән бәғзе берәүҙәрҙең халыҡша ғиры мираҫына еңелсәрәк ҡарашташлауына ғәжәпләнәһең.Мәүлит шиғырҙарына кире әй лә непҡайтып (хәйер, ҡөҙрәт көсөн иҫ кә алыубер уға ғына хас күренеш тү гел), шу 0ны әйткем килә: ҡөҙрәт ме нән һа тыуитеү гә ҡарағанда, уҡыу сыны ер ҙә йә 0шәп киткән һәм йә шәп ят ҡ а н а ҡ ы лэйә ләре, әү ли әләр үр нә ген дә тәр би әләр 0гә ты ры шыу отош ло раҡ түгел микән?«Зәй нулла ишан нәсихәттәре» – ананин дәй матур, кү ңелгә йәтешле һәмуҡыу сы аңын да ышаныс уятырҙай ши 0ғыр! Ни өсөн ышаныс уятырҙай? Сөн 0ки шиғырҙың ге ройы – абстракт тө 0 шөн сә түгел, ә ер кешеһе. Һә м Мәү литЯмалетдин ха лыҡ т ы яҡшы лыҡ ҡ а өн 0 дәү ҙең бик урын л ы , ори ги нал ь ысу лын

138 Әҙәби тәнҡит

Page 139: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

уйлап тап ҡан: йә нәһе, иша н, выж 0данығыҙ та ҙа бул һы н, ти гә н ; ҡом һоҙ 0 лоҡтан ҡа сырға ҡуш ҡан; ғәй бәт һа 0тыуҙан, яла яғыуҙан һаҡ бу лыр 0ға өндәгән; бо ҙоҡ лоҡтан бу ша ныр ғаса ҡырған, һ.б.

Аҡылдың ара0тирә хис0тойғоларҙанөҫтөнлөк алып ҡуйыуын «Символдар»ти гән шиғырҙа ла төҫмөрләргә мөм 0кин. Был шиғыр уҙған быуатта үҙе 0нең «Кеше», «Кардиограмма», «Авиа 0этюд тар», «Карусель» тигән ки тап 0тары менән шаулаған Литва ша ғирыЭдуардас Межелайтисты хә тер гә тө 0шө рөп ҡуйҙы. Иғтибарҙы йә леп итер 0лек фәлсәфәүи уйланыуҙар юҡ тү гелбында. Шағир фекеренсә, беҙ ҙең бө 0тә тормошобоҙ сим вол дар ға оҡ шаш .Ер ҙә йәшәүҙе ул бөйөк сим вол типатай. Тыуыу менән үлем дә, уның са,– символ: кеше «үтә ике бил ге – ты 0уым менән үлем араһын».

Ниһайәт, фәлсәфәгә ҡоролған та 0ғы бер шиғыр – «Тормош йыры». Тикбыл юлы «фәлсәфә» төшөнсәһе бераҙ икенсерәк мәғәнәлә ҡул ла ны ла.Ҡай һы бер ғалимдарҙың фе ке ренсә,үҙе нең закондарына, ка те го рия ла ры 0на таянып йәшәүсе фи ло со фия нантыш, ябай тормошто са ғыл дыр ғ а н 0ғәҙәти философия ла та ны лы у алыр 0ға хаҡлы икән. Шунан сы ғып, МәүлитЯмалетдиндың әле һүҙ бар ған ши ғы 0рын мин «Тормош фәл сәфәһе» типатар инем. Сөнки унда, йәйәләр эсен 0дә «Бер ҡатын ауы ҙы нан» тигән бу 0лып, кешенең ер йө ҙөндә йәшәү асы 0лы, билдәле бер ҡа лыпҡа һа л ы п,күҙ алдына кил те реп баҫ ты рыл ған.Шиғыр дүрт стро фанан то р а. Улар ҙыңдүртеһе лә «Тор мо ш кө төү ҙәре еңе л тү 0гел» ти гән юл дан баш ла на. («Тор мошкөтөүҙәре» урынына «Донъ я көтөү ҙә 0ре» тиелһә, дөрөҫөрәк булмаҫ инемикән?) Һәр строфаның үҙ мә ғә нә 0һе, үҙ тәғәйенләнеше бар. Бе рен се һе 0не ке – «Еңел түгел йәшәп ки теүҙәре»;икенсеһенеке – «Еңел тү гел ба л а кө 0

төү ҙәре»: өсөнсөһөнөкө – «Еңе л тү 0гел иргә түҙеүҙәре»; дүртен се һе не 0ке – «Еңел түгел ҡартлыҡ етеү ҙәре».Яң ғырашы менән дә шиғыр ҡолаҡҡайәтешле.

Аҡылға таянып, фәлсәфәүи юҫыҡтауй0фекер йөрөтөүсән М.Ямалетдинөсөн заман ғәме лә ят тема түгел. Өҫ 0 тәрәк һүҙ барған «Шаңдауҙар» поэ 0маһынан башҡа, был тема уның айы 0рым шиғырҙарында ла сағылыш та ба.Әгәр «Ауырыйым. Сирем бик яман…»да ул наркомандың хәлен ышан ды 0рыр лыҡ деталдәр ярҙамында асыпһалһа, «Алыпһатар, талпан бу лып…» 0та иһә сирҙең икенсе төрөн – бизнестыуҙырған ауҙы фашлай:

Алыпһатар, мәскәй булып,Һура елегебеҙҙе.Ул, исмаһам, тауар һата,Ә беҙ – бер/беребеҙҙе.

Мәүлиткә хас булғанса, шиғырғаки нәйәле фекер төрөлгән, әлбиттә:ун ың асылы бизнесты фашлауға ғы 0на ҡайтып ҡалмағанлығы күҙгә бә ре 0леп тора.

«Рекламалы донъя» менән «Ер һа 0тыуға ҡарата» тигән шиғырҙар берниндәй ҙә кинәйәгә мохтажлыҡ ки 0сер мәйҙәр, сөнки унда бөтәһе лә ап0асыҡ һәм яп0яланғас. Телеканалдараша бер үк нәмә тураһында сә ғә те 0нә бишәр тапҡыр ҡабатланған рек ла 0маларҙы автор яфа һәм яза типатай. Һуңғы строфа айырыуса уҫаляңғырай:

Аҡса.Нәфсе.Рекламалы донъя –Һыҙаттары яңы быуаттың.Тормош, тормош!Дөрөҫ юҫығыңдыҠайһы бөгөлдәрҙә юғалттың?!

«Ер һатыуға ҡарата» – пуб ли цис 0тик пафос менән һуғарылған әҫәр. Бы лҡ ы рын эште автор ҡасандыр «ирек

Әнғәм Хәбиров 139

Page 140: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

өсөн башын һалған ба тыр ҙар ҙыңрухын кәмһетеү», тип на рыҡ лай һәмуны енәйәт ҡылыуға тиңләп, бы лайти:

Ерен һатҡан бәндә – көнэлгәреҮҙ ҡәберен һатҡан әҙәм ул.Ундай мөртәттәргә был донъяла«Кеше» тигән исем әрәм ул.

Һирәк0мирәк булһа ла, Мәүлит Яма 0летдин мөхәббәт темаһына ла мө 0 рәжәғәт иткеләй. Был мәңге иҫ кер 0 мәҫ, һүнмәҫ0һүрелмәҫ темаға то тон 0ғанда ла ул үҙе булып – әҙ һүҙ ле, бераҙ ҡырыҫыраҡ, йыш ҡына кө төл мә 0гәнерәк боролош яһап ҡу йыу сан ша 0ғир булып ҡала. «Табындым мө хәб 0бәт кә»нең лирик геройы, мә ҫә лән,Ҡиәмәт көнөндә үҙенә башҡа төр лөяза табыуҙарын үтенә, сөнки ул, мө 0хәббәт ялҡынында ғазап ла нып, ала 0 һы язаһын ерҙә саҡта уҡ алып кит кән.

«Мин көнләшеү ялҡынында яна м… » менән «Яндыр, әйҙә, йө рә гем де» ти 0гәндәре лә шул уҡ сериянан. Тәү ге 0һе нең йәлеп итеү көсө – көслө той 0ғоно сөсөләнеп, борғанлап түгел, ә тә 0рән фекер төрөлгән тәғәйен һүҙ ҙәрярҙамында асып һалыуҙа булһа, икен 0 сеһенеке – әлеге шул кө төл мә гә не рәкборолошта: ике арала килеп тыуғанһалҡынлыҡты лирик герой янған йө 0рә ге менән йылытмаҡсы.

«Алты егет, ете ҡыҙ», «Шаңдауҙар»ши келле, көләмәсерәк әҫәр. Унда ша 0ян лыҡ та етерлек, сатираһы ла бар,юморы ла күҙгә бәрелеп тора. Былса раларҙың бөтәһе лә за ма ны быҙ 0 ға хас һәм шаҡтай киң тарал ған берсир ҙең симптомын асыҡ лау ға буйһон 0дорол ған:

Ауыл һайын кәлеп һалаБер өйөр буйҙаҡ егет,Донъя көтәһе урынға –Эт менеп, бесәй егеп.

Берҙән/бер уй/хәсрәттәре –Яртылыҡ аҡса табыу.Ҡайҙа инде кәләш күҙләп,Ҡыҙҙар артынан сабыу?!.

Башҡорт халыҡ йырынан алын ғанэпиграф та авторға ярҙам ит кән. Уныңәй тергә теләгәне, элек ете ҡыҙға алтыегет тура килһә, «ә бө гөн һуң нисәегет тап килә ете ҡыҙға?» тигән һо 0рауға ҡайтып ҡала. Бы ға яуапты тор 0мош тоң үҙенән эҙләргә кәрәк.

Мәүлит Ямалетдин – үҙен төрлөжанр ҙарҙа һынап, арымай0талмай эш 0ләгән тынғыһыҙ ижадсы. Баш та раҡәйт кәнемсә, байтаҡ китап ав торы. Улкитаптарҙа ижадсының ши ғыр ҙа рында, поэмаларын да, әкиәттәрен дә,повесть менән хикәйәләрен дә, ри 0үәйәттәрен дә, дастандарын да, ро 0бағиҙарын да, тәржемәләрен дә, хат 0та йыр ноталарын да табырға мөм 0кин. Был мәҡәләлә һүҙ Мәү лит тең бы 0уат башына ҡараған ҡайһы бер по 0этик әҫәрҙәре хаҡында ғына бар ҙы. Кү 0реүебеҙсә, улар бай йөк мәт келе, то с 0фе керле, заманса яң ғы раш лы, уй лан 0 ғанды – уйландырырлыҡ. Ша ғир әү ҙемижад тормошонда ҡай на п йә шәй. Беҙ 0ҙе артабан да үҙенең яңы әҫәр ҙә р е ме 0нән ҡыуандырып то рор әл е, тигән ыша 0ныс белдерәһе ге нә ҡа ла.

Әнғәм ХӘБИРОВ.Бөрө ҡалаһы.

140 Әҙәби тәнҡит

Page 141: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ш ә һ ә рШ Ә Р И Ф

ҒАСЫР СӘҒӘҘӘТ ЙӘКИ БӘХЕТЛЕ БЫУАТ

Шәһәр Шәрифтең был әҫәре Пәйғәмбәрҙең әхүәле үәИсламдың башланыуы хаҡында. Ул Ҡазан ҡалаһының

«Үрнәк» матбағаһында 1910 йылда донъя күрә. Филологияфән дәре докторы Салауат Галин ғәрәп яҙмаһындағы татарте ленән тәржемә иткән был хеҙмәт бер нисә йыл элек«Ағиҙел» ар хивына килеп ингәйне. Уның йөкмәткеһе менәнБаш ҡор тос тан Мосолмандары диниә назараты мөфтөйөНурмөхәмәт Ниғ мәтуллин да танышты.

Мөхәммәт Ғәләйһис сәләм менән һөйөнөс биреүҒәләйһис0сәләм, Хаҡ (Алла) йәнәбтәре хәҙрәттәренә доға ҡылып, улы Ис мә 0

ғил Ғәләйһис0сәләмдең нәҫеленә бәрәкәт (бер кешенең башҡаларҙан берәй си 0фат та өҫтөн булыуы) биреүҙе теләне. Хаҡ йәнәбтәре Ибраһим Ғәләйһис0сә ләм 0дең доғаһын ҡабул итеп, уның балаларын бөйөк бер милләт итәсәген вәғәҙәитте. Былар Тауратта мәҙкүрҙер (әйтелеп үтелгәндер). Таураттан һуң ингән За 0бур вә Инжилдә лә олуғ бер пәйғәмбәр киләсәге, уның бәғзе сифаттары вә ғә 0ләмәттәре зекер ителде (телгә алынды, әйтеп үтелде).

Исмәғил Ғәләйһис0сәләмдең икенсе улы Исхаҡ Ғәләйһис0сәләм нәҫеленәнЯҡуп, Муса, Дауыт, Сөләймән, Ғайса (ғәләйһимүс0сәләм) кеүек пәйғәмбәрҙәркил һә лә, Мөхәммәт Ғәләйһис0сәләмдең ваҡытына ҡәҙәр Исмәғил Ғәләйһис0сә 0ләм нәҫеленән ундайҙар күренгәне юҡ ине. Шунлыҡтан Исмәғил Ғәләйһис0сә 0ләм балаларынан олуғ бер пәйғәмбәр килеүҙе көттөләр. Хәҙрәт Ғайсанан һуң(600 йыл ҡәҙәр) пәйғәмбәр килмәй тороу сәбәпле, халыҡты наҙанлыҡ баҫып,әүәл ге пәйғәмбәрҙәрҙең диндәренә дә төрлө бидғәттәр (диндә булмаған йола)ҡат нашҡайны. Шул ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Ғәләйһис0сәләм донъяғатәшриф итте (донъяға килде).

Нәсәб Шәриф (пәйғәмбәрҙең нәҫеле)Мөхәммәт Ғәләйһис0сәләм ғәрәптәр араһында иң мөғтәбәр (хөрмәтле) үә ҡә 0

ҙер ле булған Ҡурайыш ҡәбиләһенән булып, нәсәб шәриф (нәҫеле) Исмәғил

Иман нуры

Page 142: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ғәләйһис0сәләмгә тоташалыр. Асыҡ мәғлүм булған бабалары шуларҙыр:Мөхәммәт бине Ғәбделмоталлиб, бине Һашим, бине Ғәбдеманаф, бине Ҡусай,бине Киләб, бине Мурра, бине Ҡәғб, бине Лүәй, бине Ғәлиб, бине Фиһр, бинеМәлик, бине Нәҙр, бине Кинәнә, бине Хүҙәймә, бине Мудрикә, бине Ильяс, бинеМүҙар, бине Низар, бине Мәғдд, бине Ғәднән. Әсәһе: Әминә бине Ваһап, бинеҒәб де, бине Манаф, бине Зөһрә, бине Киләбтер. Киләбтә нәсәбтәре пәй ғәм бә 0ребеҙ нәсәбе менән бергә ҡушыла.

Рәсүлулла (салалаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) тарих миләди 517 йыл 20 апрелдәрәбиғел әүүәлдең 120һендә дүшәмбе көн таң ваҡытында донъяға килде. Тыуғанваҡытында әсәһе һис бер зәхмәт үә бала ауырыуы күрмәне. Сөннәтле вә ки ҫел 0гән хәлдә тыуҙы. Арҡаһында күгәрсен йомортҡаһынан бәләкәйерәк бер ғәләмәтбар ине. Уға «Хатам нүбүүәт», «Мөһөр нүбүүәт» тиерҙәр (пәйғәмбәрлек мө һөрө).Донъяға килеүе бөтөн әҡрәбәләренә (туғандарына) һөйкөмлө кү ренде.Һәммәһенә ҙур шатлыҡ булды. Бабаһы (ҡартатаһы) Ғәбделмоталлиб, ҙур туй үт 0кәреп, бик күп халыҡты һыйланы, Мөхәммәт тип исем ҡуйҙы. Әбү жәһл, Әбү лә 0һә бтәргә лә һөймәле (һөйкөмлө) күренеп, Әбүләһәб һөйөнөстән Ҫүәйбә исемлекәнизәген (ҡол ҡатынды) азат итте.

Хәҙерге ваҡытта (12 рәбиғел әүүәл) донъя үә әхирәттә бәхетле булыуыбыҙғасәбәп булған пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө булғанлыҡтан, бөтә мосолмандарғаиң ҙур байрам көнөлөр. Рәсүлулланың атаһы Ғабдулла балаһы донъяға килгәнсеәйләнеп ҡайтыу ниәте менән, Шам (Дамаск) тарафына сауҙа менән сәфәргәкиткәйне. Шул сәфәрендә вафат булып, Мәҙинәлә дәфен ителде (ерләнде).Рәсүлулла етем булып донъяға килде.

Пәйғәмбәр тыуған Үиләдәт ваҡытындағы бәғзе ваҡиғаларРәсүлулланың тыуыуынан 50 көн элек Йәмән батшаһы, Ҡәғбәтулланы харап

итергә тип, ҙур филдәре үә ғәскәр менән Мәккәгә килгәйне. Аллаһы Тәғәләтарафынан Абабил ҡоштары уның бөтә ғәскәрен ваҡ таштар менән һәләк итте.Ғәрәптәр был йылды «Ғәм әл0фил» (фил йылы) тиерҙәр. Ҡөрьәндә былар ха 0ҡында «Сүрәтүл0фил» назил булған (күктән индерелгән). Шул йылдарҙа ғәрәпара һында, бигерәк тә Ҡурайышта көслө аслыҡ, ә Рәсүлулла тыуған йылдан ям 0ғыр күп яуып, игендәр үә емештәр башҡа йылдарға ҡарағанда нисә өлөш ар тыҡүә күп етешкән. Ғәрәптәр был йылды «иркенлек, шатлыҡ йылы» тип ата ған.Рәсүлулла тыуған көндө күп әҙәмдәр ахыр заман пәйғәмбәренең донъ яғакилеүен төштәрендә күргән. Бабаһы (ҡартатаһы) Ғәбделмоталлиб яңы тыуғанбаланың олуғ бер зат буласағын төшөндә күргән вә шул кистә Ҡәғбәтулла янын 0да: «Ғәләмдә рәхмәт итеп ебәрелгән бала тыуҙы», – тигән тауыш ишеткән. Шат 0лығынан оло зыяфәт (ҡунаҡ итеү, хөрмәтләү) үә туй итеп, Рәсүлулланы гү зәлҡасидә (маҡтау шиғыры) менән маҡтанылар.

Саф һауалы ерҙә, ауылда үҫкән бала сәләмәт, үткер зиһенле була тип, Мәккәхал ҡы йәш балаларын ҡәрйәләрҙә (ауылдарҙа) һөт әсәләренә имеҙергә бирептәр биә итерҙәр ине. Ауыл ҡатындары ла Мәккәгә килеп, имеҙергә үә тәрбиәитергә балалар алып китә торған булды. Рәсүлулланы ла Мәккә сәхрәһендә мә 0ғишәт иткән (йәшәгән) Бәнү Сәғт ҡәбиләһенән Хәлимә исемле ҡатынға име 0ҙергә бирмәксе булғандар. Ҡатын башта: «Үҙебеҙ ҙә фәҡир, был етем баланытәр биә итеүҙән файҙа булырмы икән?» – тип икеләнеп торған. Ләкин Рә сү лул 0лаға күҙе төшкәс, ул бала күңеленә бик һөйкөмлө күренеп, Хәлимә уны ауы 0лына алып киткән. Рәсүлулланы тәрбиәгә алыу менән өйҙәренә бәрәкәт ингән,мал дарының һөтө лә арта башлаған. Шунан: «Был баланың аяғы еңел, бәрәкәтлебул һа кәрәк», – тиешеп, ихлас тәрбиә итә башлағандар. Малай бик тиҙ үҫеп,

142 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 143: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

алтынсы айҙа аяғына баҫа, туғыҙ ай тулғас асыҡ һөйләшә башлап, бишенсейәшенә ҡәҙәр шунда тәрбиәләнә.

Рәсүлулла ошонда саҡта әҙәм сүрәтендәге ике фәрештә килеп, баланыңкүкрәген яра ла, йөрәгендәге боҙоҡ ҡанды алып, нур тултыра. Быны «Шаҡ сандрваҡиғаһы» тип атағандар. Хәлимә бик һөйөп тәрбиә иткәнлектән, айырылғыһыкилмәһә лә, был ваҡиғанан ҡурҡып, баланы әсәһенә тапшыра.

Әсәһе үә олатаһының вафатыРәсүлулла алты йәшенә еткәндә, әсәһе вафат булды. Унан һуң малайҙы

олатаһы Ғәбделмоталлиб тәрбиә итә башланы. Ғәбделмоталлиб, Рәсүлулла ха 0ҡын да төрлө төштәр күргәнлектән үә төрлө ваҡиғалар ишеткәнлектән, уны үҙба лаһынан артыҡ күреп, ихлас вә риғәйә (ололау) менән тәрбиә итте.

Рәсүлулла һигеҙ йәшенә еткәндә, Ғәбделмоталлиб та йөҙ йәшенән үтеп ва 0фат булды. Ул Ҡурайыш ҡәбиләһенең рәйесе үә иң йомарт, иң аҡыллы ир ҙә ре 0нән һанала ине. «Аллаһының миңә биргән ниғмәттәренән (муллыҡ, байлыҡ)әҙәм дәр генә түгел, ҡоштар ҙа файҙаланһын», – тип тау баштарына аҙыҡ ҡуй 0ҙыра ине. Вафатында бөтә Мәккә халҡы илап, бер нисә көн сауҙа итмәй матәм(траур, ҡайғы) тотто. Рәсүлулла ла йыназа артынан илап эйәрҙе.

Ғәбделмоталлиб вафат булғас, малай Абуталиб тәрбиәһенә күсте. Ул ваҡыттаРә сүлулланың атаһы менән бер туған ҡәрҙәше Абуталибтың хәле уртаса ғынаине. Уны тәрбиәләй башлағас, быларҙа ла бәрәкәт артты, Абуталибтың бәхетеасыл ды. Рәсүлулла ағаһының күҙенә бик һөйкөмлө күренде. Уны үҙ ба 0лаларынан да яҡыныраҡ күреп, шәфҡәт һәм мәрхәмәт менән тәрбиә итте.

Рәсүлулла мөләйем, йомшаҡ күңелле, әҙәпле ине. Башҡа балалар кеүек, ауы 0ҙы на килгәнде һөйләп йөрөмәй, ашарға0эсергә һорап борсомай ине. Бирһәләр,ҡә нәғәт итә, бирмәһәләр – өндәшмәй. Бәғзе көндәрҙә Харам Шәрифкә барыпзәм0зәм һыуы эсә лә шуның менән ҡәнәғәтләнә ине. Шул ваҡыттан уҡ Рә сүлул 0ланың әҙәпле исеме сығып, күрше0тирәһе балаларына: «Мөхәммәт кеүек әҙәпле,ин сафлы булырға кәрәк», – тип әйтә ине.

Шамға сәфәреРәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) 12 йәшенә еткәндә, Абуталиб сауҙа

менән Шамға сәфәр итмәк булды. Рәсүлулла ла уның менән сәфәргә сығырғателәне. Абуталибтың шәфҡәте килеп, уны үҙе менән бергә алды. Шам ви ләй ә 0тен дәге Бусра ҡалаһына килгәс, уларға нәсараларҙың (христиандарҙың) ҙур ға 0лимы Бәхирә исеме менән мәшһүр булған раһиб (монах) тап булды. Бәхирә:«Әүәлге китаптарҙың яҙыуына ҡарағанда, ғәрәптәрҙән бер пәйғәмбәр киләсәк,шу ның хәбәре юҡмы?» – тип белеште. «Әүәлгәсә ишетелгәне юҡ», – тип яуапбир ҙеләр.

Бәхирә Рәсүлулланы аҡ болот күләгәләп торғанын күреп, үҙенең ғилеме ме 0нән уның ахыр заман пәйғәмбәре булыуын самаланы. Янына саҡырып, нәҫел0нә сәбен, уй0фекерен, ниндәй төштәр күргәнен һорашты ла киләсәк пәйғәмбәрха ҡында әүәлге китаптарҙа хәбәр бирелгән сифаттарҙы үә ғәләмәттәрҙе Рә 0сүлуллала тапты. Яйын табып, Рәсүлулланың арҡаһында булған нүбүүәтлек(пәй ғәмбәрлек) мөһөрөн үбеп: «Был бала ахыр заман пәйғәмбәре булһа кәрәк»,– тип шәһәдәт (гуаһлыҡ) бирҙе. Әүәлге китаптарҙа, яурынында бер ғәләмәт бу 0лыр, тип яҙылғайны. Һуңынан Абуталибҡа: «Малдарығыҙҙы ошо ерҙә һатыпҡай тыуығыҙҙы мәслихәт күрер инем», – тине. Абуталиб малдарын Бусра ҡа ла 0һын да һатып, Мәккәгә ҡайтып китте.

Рәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) 25 йәшенә еткәндә, Хәҙисә бине

Шәһәр Шәриф 143

Page 144: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Хүләдтең малы менән сауҙа итергә Шамға китте. Хәҙисә үҙе бик бай үә һәр йылШамға каруан ебәреп, сауҙа иттерә ине. Рәсүлулланың ғәйәт тоғро үә аҡыллыбулыуын ишетеп, уның был сәнәлә (йылда) мал менән Шамға барыуын үтенде.Рәсүлулла, ҡабул ҡылып, Хәҙисәнең ҡоло Мәйсәрә менән сәфәр итте. Башҡайылдарға ҡарағанда бик күп файҙа итеп ҡайттылар. Хәҙисә бик шатланды,Рәсүлуллаға рәхмәт әйтеп, килешкәндән күберәк хаҡ бирҙе.

Сәфәрҙән ҡайтҡас, Мәйсәрә Рәсүлулланы Хәҙисәгә бик маҡтаны, Бусрала берра һибтың риғәйә иткәнен, ахыр заман пәйғәмбәре шул булыр, тип хәбәр бир гә 0нен һөйләне. Хәҙисә Рәсүлулланың тоғролоғона, әхлағына ҡыҙыҡты, теләһә, уғакейәүгә бармаҡ булды. Рәсүлулла, кәңәш иткәндән һуң, ҡабул итте. Ул ваҡыт Хә 0ҙи сә 40 йәшендәге тол ҡатын ине.

Ҡәғбәтулланы төҙөүРәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) 35 йәшенә еткәндә, көслө ямғыр бу 0

лып, Ҡәғбәнең ҡайһы бер урындары ярылды. Ҡурайыш халҡы, хәләл малдарҙанғы на иғәнә йыйып, Ҡәғбәне яңынан бина итте. Бина тамам булғас та, Хәжәр әл0әсүәд (ҡара таш) ҡуйғанда ихтилал (дау, ыҙғыш) сыҡты. Бәғзеләр, беҙҙә шә рә 0фәт күберәк, бәғзеләре, беҙ күберәк иғәнә иттек, бәғзеләре, беҙҙең ҡаныбыҙ күп,беҙ урынлаштырабыҙ, тинеләр. Йәнә бәғзеләре, беҙ һуғышабыҙ, ҡайһы ҡәбиләеңә, шул урынлаштырыр, тип өс0дүрт көн ҡысҡырыштылар. Аҙаҡ килеп, Мәсетәл0Харам ҡапҡаһынан иң элек кергән кешенең хөкөмөнә һәммәһе риза бу лырға,тип һүҙ ҡуйыштылар. Шул ваҡыт ҡапҡанан Рәсүлулла килеп инде, һәм мәһе:«Мөхәммәт керҙе, ул тоғро, хөкөмөнә ризабыҙ», – тине. Араларында тоғ ро лоғоменән исеме сыҡҡанлыҡтан, уның осрауына шатландылар.

Рәсүлуллаға эштең нимәлә икәнлеген һөйләгәс, ул бер кейем өҫтөнә «Хәжәрәл0әсүәд»те алып ҡуйып: «Һәр мөйөшөнән бер ҡәбилә рәйесе тотоп барһын», –ти не. Барып еткәс, үҙе мөбәрәк (ҡәҙерле, бәхетле, хөрмәтле) ҡулына алып, уры 0ны на ҡуйҙы. Был тәдбире (эштең ахырын уйлап эшләү, алдан күреү) өсөн һәм 0мәһе шатланып, Рәсүлуллаға рәхмәт уҡыны.

Пәйғәмбәребеҙҙең элекке хәлдәреРәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) йәш ваҡытынан күркәм холоҡло,

инсафлы ине. Фәҡир вә ғажиздарға (көсһөҙ, зәғиф, бер эш тә эшләй алмағанкеше) шәфҡәтле булыуҙы, туған0ҡәрҙәштәргә ололап ҡарауҙы, ҡунаҡ һыйлауҙыяратты. Халыҡ араһында тоғролоҡ, яҡшылыҡ менән исеме сығып, «Мөхәммәтәл0Әмин» тип аталыр ине. Был һүҙ, ышаныслы үә тоғро Мөхәммәт, тимәктер.Һүҙ ҙе уйлап, аҙ ғына һөйләй, һәр эшендә үә һүҙендә бик тоғро булғанлыҡтан, ха 0лыҡ араһында низағ0ыҙғыш, талаш, ғауға сыҡҡанда, күп ваҡыттарҙа унан хө 0көм иттерәләр ине. Әүәле китаптарҙа ебәреләсәге вәғәҙә ителгән пәйғәмбәрошо Мөхәммәт булһа кәрәк, тип уйлаусылар ҙа бар ине.

Ул ваҡытта ғәрәптәрҙең һәммәһе тиерлек мөшриктәр (поттарға ғибәҙәтитеүселәр) ине. Рәсүлулла йәш ваҡытынан уҡ поттарҙы һөймәй үә яҡын да бар 0май ине. «Был халыҡ утын, таш киҫәктәренән яһалған нәмәләргә ғибәҙәт итә,уларҙан ни файҙа көтәләр икән », – тип ғәжәпләнеп йөрөй ине. Үҙе ваҡыт0ваҡытХи ра тауына барып ғибәҙәт ҡыла, ҡайһы ваҡыттарҙа аҙыҡ алып килеп, шундаунар, ун бишәр көн халыҡҡа ҡатнашмайынса ғибәҙәт (табыныу) менән мәшғүлбу лып ваҡыт үткәрә торғайны.

Ул ваҡыт ғәрәптәрҙә шиғыр үә хөтбәнән нотоҡ, вәғәз башҡа ғилем, мәғрифәтюҡ, уҡый0яҙа белеүселәр бик аҙ ине. Рәсүлулла 40 йәшенә ҡәҙәр шундай яһил

144 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 145: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

(на ҙан, белемһеҙ) халыҡ араһында һис кемдән ғилем, мәғрифәт өйрәнмәй,уҡыу, яҙыу менән мәшғүл булмай, остаз (уҡытыусы) алдына барып дәрескүрмәй тереклек итте.

Пәйғәмбәрлек килеүеРәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм) 40 йәшенә еткәндә, Аллаһы Тәғәлә

бө төн ғәләмгә рәхмәт еткерҙе. Халыҡтың донъя үә әхирәттә бәхетле булыуына,дин үә мәғрифәт юлына кереүҙәренә сәбәп булған ул мөбәрәк затты пәйғәмбәритеп күндерҙе (ебәрҙе). Уға вәхи (Аллаһы Тәғәлә бойороғон йәшерен рәүештәирештереү) килә башланы. Вәхи әүүәл мөрәттәбтә (тәртипкә килтерелгән, рәт 0кә һалынған, төҙөлгән) руъйә садика, йәғни дөрөҫ төш күреү, менән башланды.Төшөндә нимә күрһә, һәммәһе күргәненсә заһир (асыҡ билдәле) була ине.

Хира тауында булған 170се рамаҙанда Ябраил Ғәләйһис0сәләм вәхи килтереп:«Йә, Мөхәммәт, ысын хаҡ пәйғәмбәр һин, мин һиңә Алла тарафынан ебә рел 0дем»,– тине. «Иҡра» сүрәһен индерҙе. Беренсе мәртәбә фәрештәне күреү үә уныңарҡылы вәхи килеү Рәсүлуллаға ауыр булды. Тетрәп, хәҙрәт Хәҙисәһе яны наҡайтып, ваҡиғаны һөйләне. «Үҙемә зарар булыуҙан ҡурҡтым», – тигәc, Хә ҙисә:«Һин мосафирҙарҙы хөрмәт, етемдәрҙе, ғәриптәрҙе, ҡәрҙәштәрҙе риғәйә итә 0һең, тоғро һөйләйһең, халыҡты үҙеңдән риза итергә тырышаһың, һис хәүеф ит 0мәй, Аллаһы Тәғәлә һиңә зарар килтермәҫ, Аллаһы менән йәмин (ант) итәм,һин был өммәттең пәйғәмбәре булһаң кәрәк», – тине.

Һуңынан Хәҙисә үҙенең туғаны Вәрәкә бин Нәүфәлгә барып, ошо ваҡиғаныһөй ләне. Вәрәкә яуабында: «Әй, Хәҙисә! Әгәр һөйләгәнең дөрөҫ булһа, вәхи кил 0тергән зат хәҙрәт Мусаға килгән Ябраил булып, Мөхәммәт тә был өммәттең пәй 0ғәмбәрелер», – тине. Вәрәкә әүәлге китаптарҙы уҡыған ҙур ғалим ине. ВәрәкәРә сү луллаға осрағанда: «Йә, Мөхәммәт! Халыҡ һиңә ыҙа үә яфа итер, ялғансытиер, Мәккәнән сығарырҙар, әүәлге пәйғәмбәрҙәргә лә шулай булды. Әгәр сә 0ләмәт булһам, ҡулымдан килгән ҡәҙәр ярҙамсың булырмын», – тине. Ләкин оҙаҡтормай вафат булды.

Дингә йәшерен дәғүәт (өндәү, саҡырыу)Шунан һуң «Йә әййүһәл мүддәҫәр» сүрәһе индерелде, халыҡты дингә өндәргә

әмер килде. Үҙ диндәренә ихласлы, тәғәссублы (ныҡ йәбешкән), наҙан халыҡтыюлға һалыу ҡыйын буласағын уйлап, Рәсүлулла бик ауырһынды, «Кем иманғакилер, был ҡәҙәр олуғ эште нисек еренә еткерермен?» – тип ҡайғырҙы. Шунанһуң Аллаға тәүәккәл итеп (тапшырып) дәғүәт итергә кереште. Иң элек үҙе яҡынкүргән үә ышанған дуҫтарын дәғүәт итте. Ирҙәрҙән – Әбүбәкер, сабыйҙарҙан –Ғәли, ҡатындарҙан – Хәҙисә, азат ҡолдарҙан Зәит бин Хәрҫә иманға килде. Әбү 0бәкер хәҙрәт Ҡурайыштың иғтибарлы, аҡыллы кешеләренән ине. Йәш ва 0ҡытынан бирле Рәсүлуллаға ихласлы булды. Поттарға ғибәҙәт итеүҙе һөймәй,«Башҡа бер хаҡ дин булырға кәрәк» тип йөрөй ине. Пәйғәмбәрлек килеү хә бә 0рен ишеткәс тә, иман килтерҙе. Рәсүлуллаға ихлас ышанды, дуҫтарын да иманғакилергә ҡыҙыҡтыра башланы, бөтөн зиһенен егеп, мосолмандарҙы арттырырғаты рышты. Уның өндәүе менән хәҙрәт Ғосман бин Ғаффан, Ғабдррахман бинҒәүф, Зөбәйер бин әл0Ғәүүам, Сәғд бин әби Уаҡҡас, Талха бин Ғәбиҙулла иманғакилде. Был заттар ҙа дуҫтарын иманға ҡыҙыҡтыра башланы.

Был ваҡыттарҙа Рәсүлулла, халыҡ яңы дингә ҡаршы ҡуҙғалып китмәһен тип,аҡ рын ғына дәғүәт итә, Мәккә тирәһендә тынысыраҡ урындарҙа ғына йәшеренғи бәҙәт ҡылып, Ҡөрьәнде лә хафи (йәшерен) ғына уҡыйҙар ине. Ни ҡәҙәр йә 0шерһәләр ҙә, был хәбәр телдән телгә таралды. Халыҡ араһында: «Мөхәммәт яңы

Шәһәр Шәриф 145

Page 146: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

дин сығарған, бәғзе әҙәмдәр иман килтергән, йәшерен ғибәҙәт ҡылалар, имеш»,– тип һөйләйҙәр ине.

Иманға килгән кешене белгәс, кафырҙар (мосолман булмаған): «Ата0баба ди 0ненән айырылған, һаташҡан», – тип шелтәләй үә мәсхәрә итә ине. Рәсүлулла өсйыл ға ҡәҙәр йәшерен дәғүәт итте. Шул арала утыҙлап кеше иманға килде.

Дингә асыҡтан дәғүәтНәбүүәттең (пәйғәмбәрлектең) дүртенсе йылында «Фәсдәх бимә түъмәр»

(дин де асыҡ һөйләү) ашкәрә («асыҡтан0асыҡ дәғүәт ит» мәғәнәһендә) аят ин де 0релде. Рәсүлулла дингә ашкәрә дәғүәт итә, халыҡты йыйып үә йыйылыштарынаба рып һөйләй башланы. Ҡурайыш халҡы башта ул ҡәҙәр ҡаты мөғәмәлә ҡыл 0маны. «Мөхәммәт аҡыллы, тоғро ғына егет ине, бындайын эшкә тотондо, күк 0тән вәхи килә, фәрештә килә, тип һөйләй икән», – тип яратмайынса ғына йө 0рөнөләр. Һуңынан: «Аллаға ғына ғибәҙәт итергә кәрәк, поттарға ғибәҙәт итеү се 0ләр зәләлаттә» (аҙашыуҙа, яңылыш юлда) тигән һүҙҙәр килә башлап, Ҡурайышхал ҡы ҡуҙғалды.

«Кем булған ул Мөхәммәт? Ата0бабаларығыҙ зәләлаттә ине, файҙаһыҙ таш,утын киҫәктәренә ғибәҙәт итәһегеҙ, тип динебеҙҙе мәсхәрә итә, – тип асыу лан 0ды лар. – Ата0баба диненән сыҡмайбыҙ, нисә йөҙ йылдарҙан бирле килгән пот 0тарыбыҙҙы ташламайбыҙ», – тинеләр.

Рәсүлулла (салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм), кафырҙар ҡаты мөғәмәләлә торһала, һаман да уларға йомшаҡлыҡ менән мөғәмәлә итте, Ислам диненең аҡылға,хикмәткә муафиҡ (яраҡлы, урынлы) булыуын аңлатырға тырыша ине. Ка 0фырҙарға ҡаршы: «Әгәр ҙә минең пәйғәмбәр булыуыма, Ҡөрьәндең Аллаһы Тә 0ғә лә тарафынан бирелеүенә инанмаһағыҙ, һүҙгә маһир, аҡыллы ул ан дарығыҙшул Ҡөрьән кеүек хикмәтле фәсәхәтле (юғары шиғриәтле, риторикалы) берсүрә генә һөйләп күрһәтһен», – ти ине.

Кафырҙарҙың аҡыллылары, ғалимдары, шағирҙары ни хәтле Ҡөрьән кеүекһөй ләргә тырышып ҡараһа ла, бер аят та һөйләргә булдыра алманылар. Һәм мә 0һе яуаптан ғажиз булып, аптырап ҡалды. Рәсүлуллаға ҡаршы бар һүҙҙәре: «Ата0бабаларыбыҙ тотҡан юлды боҙма, уларға яраған беҙгә лә ярай, яңы дин кә 0рәкмәй», – булды. Рәсүлулла, үҙенә шул ҡәҙәрле ауырлыҡ килһә лә, эшенән һисбер туҡталманы, һаман Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыуға, дәғүәт итергә өн дә 0не, поттарҙан файҙа килмәгәнен һөйләне. Тоғро фекерле, инсафлы кешеләр аҡ 0 рынлап булһа ла иманға килә ине.

Был эштәрҙе күреп, бер көн Ҡурайыш халҡы Рәсүлулла янына килде: «Йә,Мөхәммәт! Һинең нәҫел0нәсәбең яҡшы, үҙең ҡәҙерле инең, ләкин һис кем ҡыл 0ма ғанды эшләнең, мәғбудләребеҙҙе (ғибәҙәт ҡыла, табына торған зат та ры быҙ 0ҙы) хәкарәт (кәмһетеү, хур итеү) иттең. Ата0бабаларыбыҙҙы зә лә латтә бул ғанти нең, арабыҙға һалҡынлыҡ һалдың. Был яңы динде сы ғарыуҙан маҡ сатыңниҙә? Әгәр мал кәрәк булһа, теләгән ҡәҙәр йыйып бирәбеҙ. Арабыҙҙа иң ба 0йыбыҙ булырһың. Әгәр маҡсатың дәрәжә йәки шөһрәт булһа, һине рәйес итә 0беҙ. Әгәр һиндә хәстәлек (ауырыу, сир) йәки ен зәхмәте (нервы ауырыуы) бул 0һа, дауа итербеҙ», – тинеләр.

Рәсүлулла уларға яуабында: «Мин быларҙың һис береһен теләмәйем, АллаһыТә ғәлә мине һеҙгә пәйғәмбәр итеп ебәрҙе, Ҡөрьән индерҙе, итәғәт иткәндәргә –йәннәт, итәғәтһеҙҙәргә йәһәннәм буласағын белдерергә әмер итте. МинАллаһының әмерен еткерҙем. Бар маҡсатым – Аллаһыға ғына ғибәҙәт итеүегеҙ.Ҡа бул итһәгеҙ, донъя үә әхирәттә бәхетле булырһығыҙ. Ҡабул итмәһәгеҙ, сабыритәм, эште Аллаһыға тапшырам. Аллаһы үҙе хөкөм итер», – тине.

146 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 147: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Абуталибтың химаяһы (яҡлауы)Рәсүлулланың бик тырышып дингә өндәүе, иманға килгәндәрҙең артыуы Ҡу 0

ра йыш халҡын тәшүишкә (буталышҡа, шикләнеүгә) төшөрҙө. Улар иман кил те 0реүселәргә ыҙа үә яфа итә башланы. Һашимиҙарҙың рәйесе Абуталиб, иман кил 0термәгән булһа ла, хәҙрәт Рәсүлде үҙ балаларынан артыҡ һөйҙө үә кафырҙарҙанһаҡларға тырышты. Кафырҙар ҙа Абуталибтың хәтерен риғәйә (ололау,хөрмәтләү) итеп, хәҙрәт Рәсүлгә артыҡ ыҙа итмәне.

Бер көн Ҡурайыштың ололары Абуталибҡа килеп: «Мөхәммәтте динебеҙ ха 0ҡында һөйләүҙән туҡтат, уны риғәйә итмә», – тине. Абуталиб уларҙы татлы һүҙүә яҡты йөҙ менән ҡайтарып ебәрҙе.

Кафырҙар Рәсүлулланың һаман дәғүәт иткәнлегенә асыуланып, икенсе мәр 0тәбә Абу талибҡа килгәндә: «Мөхәммәт динебеҙгә, ата0бабаларыбыҙға тел тей 0ҙерә. Һин уны риғәйә итмә, юҡһа беҙ һине ташлайбыҙ йә ысынлап айы ры ла 0быҙ», – тинеләр.

Абуталибҡа нәҫел0нәсәбенән, ҡәбиләһенән айырылыу ауыр күренде, һәм улҠурайыш халҡынан ишеткәндәрен Рәсүлуллаға еткерҙе. Рәсүлулла: «Бынан һуңАбуталиб та риғәйә итмәҫкә уйлай икән. Үҙемә үә сәхәбәләргә (эйәреүселәр, яҡ 0лау сылар) тағы ауырыраҡ булыр», – тигән фекергә килде. Мөбәрәк күҙҙәренәнйәш ағып: «Ай, атай урынында булған ҡәрҙәшем, мин Аллаһы Тәғәлә бо йор ған 0ды һөйләргә бурыслымын, Ҡурайыш халҡы уң яғыма ай ҡуйып үтенһә лә, миңәтуҡтамаҡ мөмкин түгел», – тине. Бер яҡҡа китте. Абуталиб Рәсүлулланыңҡайғырыуын, күҙҙәренән йәш килеүен күреп, үҙе лә әҫәрләнде. Шәфҡәте килеп:«Ай, ҡәрҙәшем улы! Нимә ишетһәң дә, һөйлә: мин сәләмәт ваҡытта һис зараритмәҫтәр, уаллаһи, мин һине Ҡурайыш халҡына тапшырмам», – тине.

Кафырҙарҙың ғәҙәүәте (асыу итеүе, дошман күреүе)Рәсүлулланың һаман дәғүәт итеүен, Абуталибтың уны яҡлауын күреп, ка фыр 0

ҙар дошманлыҡты көсәйтте. Халыҡты Мөхәммәт янына барыуҙан, уның ме нәнаралашыуҙан тыя башланылар. Урамда артынан: «Сихырсы мәжнүн, ял ғансы!»– тип ҡысҡырҙылар. Иртә тороп сыҡҡас, эләгеп йығылһын тип һәм мәс хәрәитеп, ишеге төбөнә дегәнәктәр, таштар, һарыҡ эсәктәре ташланылар. Бе рәйерҙә һүҙ башлаһа, көлөп туҡтатырға, һөйләгәнен халыҡҡа ишеттермәҫ өсөн төр 0лөсә тауышланырға тотондолар. Ҡәғбәтулла янына барып ғибәҙәт ҡыла баш 0лаһа, өҫтөнә балсыҡ ташларға, тауышланып ғибәҙәт иттермәҫкә маташтылар.Хат та сәждәлә ваҡытында өҫтөнә мал эсәктәре ташланылар.

Бер ваҡыт Ҡәғбәтулла янында намаҙ уҡый башлағанда, Ғүкбә исемле кафыр:«Мө хәммәттән ҡотолмайынса тыныслыҡ тапмабыҙ», – тип Рәсүлде муйынынанбыуа башланы. Шул ваҡытта Әбүбәкер хәҙрәт осрап: «Хаҡ (Аллаһы) пәй ғәм бәр 0легенә асыҡ дәлилдәр килтергән, мөғжизәләр күрһәткән, Аллаға дәғүәт ит кәнзатты үлтермәк булдығыҙмы?» – тине лә Ғүкбәне иңбашынан тартып ебәрҙе.

Рәсүлулланың ҡыҙы Әбүләһәб улына никах ителгәйне. Әбүләһәб, дош ман 0лыҡ күрһәтеп, уны талаҡ иттерҙе (айыртты). Улы Рәсүлуллаға килеп: «Мин һи 0не лә, динеңде лә яратмайым, шунлыҡтан ҡыҙыңды айырам», – тине лә, уныңмө бәрәк яғаһынан алып, кейемен йыртты. Рәсүлулла ла ғәйрәткә килеп: «Йә,Раб би! Быға ла бер йыртҡыс һөжүм итһен», – тине. Хаҡ йәнәптәре пәйғәмбәрҙеңдо ға һын ҡабул ҡылды, Шам тарафына сауҙа менән барғанда, арыҫлан килеп сы 0ғып, уны һәләк итте.

Рәсүлулла төрлө яҡтан килгән халыҡтарҙы: «Эй, йәмәғәт! Аллаға ғына ғи бә 0ҙәт итегеҙ!» – тип дәғүәт итһә, Әбүләһәб уның артынан: «Эй, йәмәғәт!

Шәһәр Шәриф 147

Page 148: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Инанмағыҙ, был әҙәм ялғансылыр»,– тип ҡысҡырып йөрөр булды. Рә сү лул ла ныңхалыҡҡа вәғәз үә ғибрәтле ваҡиғалар һөйләгәнен күрһә, Назар бин Харис: «Эй,йәмәғәт! Бында килегеҙ, мин матур ҡиссаларҙы Мөхәммәттән күберәк бе ләм», –тип фарсы батшаларының хикәйәттәрен һөйләй башлай ине. Кафырҙар ни ҡә 0ҙәр яман мөғәмәлә итһә лә, Рәсүлулла һаман тоғро юлға дәғүәт итте, ни ҡә ҙәрмә шәҡәт күрһә лә, һис ялыҡмай, бар көсө менән тырышты. Халыҡтың ҡа ры 0шыу ына ҡарап, хаҡты һөйләүҙән, хаҡты эшләүҙән туҡтамай, бәлки, бер көн ин 0саф ҡа килерҙәр, тип һаман йомшаҡлыҡ менән дәғүәт итә, пәйғәмбәрлегенә төр 0лө мөғжизәләр күрһәтә ине.

Сәхбәләрҙең яфа күреүҙәреҒәрәптәрҙә туғанлыҡ хисе бик көслө булғанлыҡтан, Мәккәлә нәҫел0ырыуы

булған сәхәбәләр аҙ ғына тынысыраҡ йәшәй, кафырҙарҙың насар мөғәмәлә үәмәс хәрәләренән башҡа ауырлыҡ күрмәй ине. Әммә ҡәрҙәштәре булмаған фәҡирмо солмандарҙың хәле бик ауыр булды. Кафырҙар золом итә, диндән айырырғаты рыша, кеше алдында ғибәҙәт ҡылыуҙан, Рәсүлуллаға ҡатнашыуҙан тыя,бәғзеләрен иҫтәре киткәнсе туҡмай, бығаулап, ас тота. Был кафырҙарҙыңбашлығы Әбүжәһл үҙе лә төрлөсә золом итергә тырыша, башҡаларҙы ла шуғаөндәп йөрөй. Иман килтереүсе әҙәм дәрәжәле, атаҡлы булһа, уны кәмһетергәты рыша, бай булһа, сауҙаһына зарар ҡыла, фәҡир, зәғиф булһа, золом итә ине.

Мәккә кафырҙары ҡәрйәләргә: «Мөхәммәткә иман килтереүсе булһа, ул ке 0шене диненә ҡайтарығыҙ. Ҡайтмаһа, үлтергәнсе яфалағыҙ», – тип әмер таратты.Төр лө ифтиралар (яла, ғәйбәт) һөйләп йөрөнөләр. Әбүбәкер хәҙрәт Ҡөрьәнуҡый башлаһа, вәғәздәрҙән, хикмәттәрҙән әҫәрләнеп, тыйыла алмайынса, илай0илай уҡый торғайны. Ҡөрьән һүҙен ишетеп, ҡатындар, балалар боҙола, тип ка 0фырҙар Әбүбәкер хәҙрәтте Ҡөрьән уҡыуҙан тыйҙы. Йәсир исемле сәхәбәне утме нән ғазаплап үлтерҙеләр. Рәсүл хәҙрәт, быларҙың ғазап сиккәнен күреп: «Эй,Йә сир йәмәғәттәре! Сабыр итегеҙ, урынығыҙ – йәннәт. Йә, Рабби! Йәсир йә мә 0ғәттәрен үҙең ғәфү ит», – тине.

Сүмәййә исемле ҡатынға Әбүжәһл осрап: «Мөхәммәт динен ташла!» – тип ны 0ҡышты. Ул ҡабул итмәгәс, ҡулындағы һөңгөһө менән сәнсте, ҡатын шунан ва 0фат булды. Дин юлында беренсе шәһиттәрҙән (дин өсөн үлгән йәки үлтерелгән)ошо ҡатын булмыштыр. Билал исемле сәхәбә иң элек мосолман булған ҡол 0дарҙан ине. Хужаһы Өмәййә бин Хәләф уға ашарға, эсергә бирмәй, муйынына ептағып, балаларға биреп, Мәккә урамдарында йөрөтә, йомортҡа, ит бешерлекэҫе көндәрҙә ҡояшҡа сығарып, өҫтөнә ҙур таш баҫтырып ҡуйып: «Мөхәммәт ди 0не нән ҡайтмаһаң, шулай үлтерәм», – ти ине. Исламға мөхәббәте Билал хәҙрәт 0тең йө рәгенә, ҡанына урынлашып, Ислам өсөн бер түгел, мең йәнен бирергәәҙер тор ғанлыҡтан, диндә сабат (үҙ уйында ныҡ тороусы) булды. Һуңынан уныӘбү бәкер хәҙрәт һатып алып, азат итте. Хәҙрәт Рәсүлдең мөәзине (аҙан әйтеүсе)бу лып ғүмер итте.

Сәғд бин Уаҡҡастың әсәһе улының мосолман булыуын ишеткәс: «Әй, Сәғд!`Мин һине һаташҡан тип ишеттем, Мөхәммәт динен ташламаһаң, быға бер ҡа 0бым тәғам, бер йотом һыу, валлаһи, харам булһын», – тип ант итте. Өс көншулай үтте. Һуңынан Сәғд Рәсүлуллаға килеп, шикәйәт (зарланыу, һуҡраныу)әйтте: Шул саҡ «Ата0әсәгеҙҙе хөрмәт үә риғәйә итегеҙ, ләкин гонаһ ҡылыуға,Аллаһыға шә рик килтереүгә бойорһалар, итәғәт итмәгеҙ» йөкмәткеле аятиндерелде. Сәғ дтең әсәһе, аслыҡтан үлә башлағас, аптырап, антын боҙҙо.

Хәббәп исемле сәхәбә бер ҡатындың ҡоло, тимерсе ине. Шул ҡатын Хәб бәп 0тең арҡаһына ҡыҙған тимер, утлы күмер ҡуйып: «Мөхәммәт динен ташла!» –

148 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 149: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

тип ғазаплай ине. Бер ваҡыт Хәббәп хәҙрәт Рәсүлгә килеп: «Йә, Рәсүлулла!`Беҙгә доға ҡылһаң ине»,– тигәс, Рәсүлулла: «Әүәлге өммәттәрҙә тимер тараҡменән иттәре таралған, баштары бысаҡ менән ярылған әҙәмдәр булды, шулай ҙадин дәренә сабат булдылар. Сабыр итегеҙ, бер көн һеҙгә лә иркенлек килер, һискемдән хәүеф, золом күрмәҫһегеҙ», – тип яуап бирҙе.

Рәсүл хәҙрәткә Ғәрәбстанға үә төрлө тарафтарға мосолмандарҙың хужа бу 0ласағы, донъяның һәр ҡитғаһында Ислам диненең тараласағы вәхи илә бел 0дерелгән ине. Ул ваҡытта Мәккә кафырҙары: «Урамға ла сығып йөрөй алмайтор ған мосолмандар, бер көн Ғәрәбстанға хужа булабыҙ, тип һөйләйҙәр, имеш»,– тип мәсхәрә итә ине.

Хәлид бин Сәғит төшөндә ҡурҡыныс бер соҡорға ауа башлағас, Рәсүл хәҙрәтхалас иткәнен (ҡотҡарғанын) күргән. Иртән тороп килеп: «Әй, Мөхәммәт!Нимәгә дәғүәт итәһең?» – ти, имеш. Рәсүл хәҙрәт яуабында: «Аллаға ғына ғи бә 0ҙәт итергә! Күрмәй, ишетмәй, файҙа килтермәй торған ағас, таштарға ғи бә 0ҙәттән туҡталырға! Ата0әсәгә яҡшылыҡҡа, һүҙеңдә, фиғелеңдә тоғролоҡҡа һискемгә хыянат, золом итмәҫкә дәғүәт итәм», – тине. Хәлид: «Былар беҙҙең өсөнфайҙалы эштәр икән», – тип иман килтерҙе. Атаһы Мәккәнең олуғ бай ҙа рынанбулған, Сәғиттең улы мосолман булыуын ишеткәс, уға ауыр яза биргән. Ашарға,эсергә биреүҙән, уға һүҙ ҡушыуҙан бөтөн туған, таныш0бе лештәрен тыйған.Шул ваҡытта Сәғит ауырыу булып: «Сәләмәтләнһәм, Мө хәм мәтте үлтереринем», – тип нәҙер (аҙарынып үҙ0үҙенә биргән ант, вәғәҙә) әйтте. Хә лид Рә сүл ул 0лаға бик ихлас итеп: «Атағыҙ нәҙере хаҡ булһа, ауырыуынан сә лә мәт ләнмәһәине», – тип доға ҡылған. Сәғит шул ауырыуҙан вафат булған.

Исламды ҡабул итеү үә уның сәбәптәреҠурайыш халҡының ыҙа сигеүҙәре мосолмандарҙы һәм мосолман булырға

те ләгәндәрҙе кәметмәне. Көндән0көн бәғзеләре асыҡтан0асыҡ, бәғзеләре йә ше 0рен булһа ла иманға килә ине. Иман килтереүселәр ғәйәт ихлас, Рәсүл хәҙрәт үәИслам өсөн мең0мең йәндәрен фиҙа итергә әҙер торор ине. Быларҙың иманғакилеүҙәре төрлө сәбәптәрҙән ине.

Беренсе үә хәл иткес сәбәп – Ҡөрьәндең мөғжизәлеге. Рәсүл хәҙрәт килгәндәғә рәптәр араһында гүзәл шиғыр үә хөтбәләр (нотоҡ, вәғәз) һөйләү бик шөһрәтһаналғандан, етештереп һөйләнгән һүҙ менән етештерелмәгәнде бик яҡшыаңлайҙар ине. Быларға бик маһир заттар күп ине. Рәсүл хәҙрәт йәш ваҡыттанбирле шиғыр, хөтбә менән һис тә, бер ҡасан да мәшғүл түгел ине. ҒәрәптәрҠөрьәнде ишеткәндә уның бик хикмәтле, бик камил булыуын күреп хайранҡалды. Рәсүлулланың үҙ һүҙенә үә һис бер бәндә һүҙенә лә оҡшамағанлығын аң 0ланылар. Ни ҡәҙәр тырышып ҡараһалар ҙа, Ҡөрьән кеүек бер аят та һөйләргәәҙер булманылар. Шунлыҡтан бәғзеләре: «Мөхәммәттең үҙ һүҙе булһа, беҙгә аң 0латып ҡына һөйләй алыр ине. Әлбиттә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан килгән бу 0лыр ға кәрәк», – тип иман килтерҙеләр. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: «Әгәр әҙәмдәр,ендәр бергә йыйылып, бер0беренә ярҙамсы булһалар ҙа, Ҡөрьән оҡшашлы итепһис һөйләй алмаҫтар», – тип әүәлдән хәбәр биреп ҡуйған ине.

Икенсе сәбәп. Бәғзе ғәрәптәр Рәсүл хәҙрәттең йәштән бирле күркәм холоҡло,аҡыллы булғанын үә һәр эштә тоғролоҡҡа тырышҡанын күреп, уға мөхәббәт ит 0кәндәр ҙә үҙ араларында: «Балаң булһа, шуның кеүек булһын ине», – ти ине.Шун лыҡтан «Мөхәммәт хәҙергесә тоғро, һис тә ялған һөйләмәй ине. Әлбиттә,был һүҙҙәре лә тоғро булыр», – тип иманға киләләр ине.

Рәсүл хәҙрәттең булған йә буласаҡ хәлдәрҙән хәбәр бирергә, хикмәтле һүҙҙәрһөй ләргә оҫталығы өсөнсө сәбәп булды. Рәсүл 40 йәшенә ҡәҙәр уҡый0яҙа

Шәһәр Шәриф 149

Page 150: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

белмәй, һис кемдән ғилем өйрәнмәй үҫте һәм ҡапыл бик ҙур ғилем күрһәтте.Әх лаҡ үә мөғәмәлә бик хикмәтле һүҙҙәр һөйләй башланы. Әүәлге пәй ғәм бәр ҙәр 0ҙе үә әхирәт хәлдәрен уҡымаған көйөнсә лә асыҡ бәйән итте, күп эштәргә алданхә бәр бирҙе. Шунлыҡтан бәғзеләре:«Уға Аллаһы Тәғәлә тарафынан пәй 0ғәмбәрлек килмәһә, был ҡәҙәр ваҡиғалар үә хикмәтле һүҙҙәр һөйләй алмаҫ, һөй 0ләгәне, хәбәр иткән ваҡиғалары һәммәһе дөрөҫ булып сыҡмаҫ ине. Әлбиттә, хаҡпәйғәмбәр булырға кәрәк», – тип иман килтерәләр ине.

Дүртенсе сәбәп. Бәғзеләре, Ҡөрьәндә яҙылған һәм Рәсүл хәҙрәт һөйләгән һүҙ 0ҙәрҙе аҡылдары менән үлсәп ҡарағас, күрҙе: «Рәсүл, Аллаһы ғына ғибәҙәт итеп,ағас, таш киҫәктәренә ғибәҙәттән тыйылырға, тоғролоҡҡа ғәҙәтләнергә, күркәмхо лоҡло булырға, золом үә хыянаттан һаҡланырға, ата0бабаларҙан ҡалған ғә 0ҙәт тәргә генә эйәрмәйенсә, һәр нәмәне үҙ аҡылың менән үлсәп ҡарарға, һәр ва 0ҡыт үҙең һәм туғандарыңдың донъя, әхирәттә бәхетле, сәғәҙәтле булыуҙарынҡай ғыртырға бойоралыр. Был эштәр беҙҙең өсөн файҙалы үә лазым (тейеш, за 0рур) нәмә икән», – тип иманға киләләр ине.

Бишенсе сәбәп. Бәғзеләр, Таурат, Инжил, Забурҙа: «Бер олуғ пәйғәмбәр ки 0ләсәк», – тип хәбәр бирелгәнлектән, уны күптән көтә ине. Шул пәйғәмбәр ха 0ҡын да яҙылған сифаттар үә ғәләмәттәр һәммәһе Рәсүл хәҙрәткә тура килә. Шун 0лыҡтан: «Әүәлге китаптарҙа хәбәр бирелгән пәйғәмбәр, әлбиттә, ошо хәҙ рәтсалаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм булырға кәрәк», – тип иман килтерҙе.

Бәғзеләренең иманға килеүҙәренә алтынсы сәбәп Рәсүлдең сәхәбәләре ине.Хәҙ рәттең мәжлестәре ғәйәт тәьҫирле, һүҙе күңелдәрҙе иретә, мөһабәтле һөй лә 0шеү селәрҙе яуаптан ғажиз итә ине. Хатта дошмандары ла уның янына килгәндәриғәйә менән һөйләй. Рәсүл хәҙрәт һүҙҙе уйлап, көслө дәлил менән һөйләгәненәап тырап ҡалалар ине. Саф күңелле заттар бер мәртәбә ултырышыу менән уның(пәй ғәмбәрҙең) мәжлестәренә йән күңелдән ғашиҡ булды. Шунлыҡтан Ҡу ра 0йыш халҡы: «Мөхәммәт, янына барған кешеләрҙе сихырлап, үҙенә мөхәббәт ит 0терә», – тип уның менән һөйләшеүҙән тыйыла, өйөнә килеүселәргә золом ҡылаки лә ине.

Етенсе сәбәп. Хәҙрәт Рәсүлулланың төрлө мөғжизәләр күрһәтеүе, сә хә бә ләр 0ҙең, ни ҡәҙәр ыҙа0яфа күрһәләр ҙә, иманлыҡтарында сабат булыуҙары ине.«Пәй ғәмбәр булмаһа, Мөхәммәт бындай мөғжизәләр күрһәтә алмаҫ ине. ӘгәрИс лам дине хаҡ булмаһа, сәхәбәләре был ҡәҙәр ихлас тырышмаҫтар ине», – типиман менән мөшриф булалар ине. Хәҙрәт Рәсүл үә сәхәбәләрҙең ыҙа0яфа кү 0реүҙәре, ни ҡәҙәр мәшәҡәттәр күрһәләр ҙә, барыһына сыҙап, ижтиһад итеүҙәре(ты рышлыҡтары) үҙе бер мөғжизә ине.

Хәбәш (Эфиопия) еренә һижрәт (күсенеү)Кафырҙар мөьминдәрҙе Исламдан кире ҡайтарырға бик тырышһа ла, ул дин 0

дең фәлән ере аҡылға муафиҡ (яраҡлы) түгел, тип әйтергә һүҙ таба алмай ине.Шун лыҡтан Исламға һүҙ үә дәлил менән түгел, бәлки, ҡул үә көс менән ҡаршытора, ҡулдарынан килгән ҡәҙәр золом итәләр ине. Кафырҙар сиктән сыға баш 0лағас, Рәсүл хәҙрәт сәхәбәләргә: «Хәбәш еренә һижрәт итегеҙ. Аллаһы Тәғәлә яр 0ҙам бирергә вәғәҙә итте, иншалла, бер ваҡыт йыйылырбыҙ», – тине. Тыуған0үҫ 0кән ерҙәрен ташлап, сәхәбәләр бала0сағалары менән Хәбәш иленә күсенде. Уларара һында Ғосман хәҙрәт үә ҡатыны Рүкәййә (Рәсүлулланың ҡыҙы), Зөбәйер бинәл0Ғәүүәм, Ғабдрахман бин Ғәүф, Ғабдулла бин Мәсғүд, Йәғфәр бин Әби Та либ 0тар бар ине. Хәбәш батшаһы мосолмандарға риғәйә үә хөрмәт итеп, уларҙыурын лаштырҙы, мөьминдәр һис мәшәҡәт күрмәйенсә, рәхәт мәғишәт (тормош)итә башланы. Был мөһәжирҙәрҙең (күсенеүселәрҙең) ҡабул ителеүен күргәс,

150 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 151: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

һижрәт итеүселәр күбәйҙе. Иман килтереүселәрҙең күбеһе шунда йыйыла баш 0ланы. Был хәбәр Мәккәлә лә билдәле булғас, Мәккә кафырҙары Ислам диненеңХә бәш ерендә лә таралыуынан ҡурҡты. Нәжәшигә (Хәбәш батшаларының ҡу 0шаматы) һәҙиәләр (бүләк) менән илсе ебәреп, мосолмандарҙы ҡайтарыуынүтен деләр. «Мосолмандарҙың ҡайһыһы бурыслы, ҡайһыһы ҡасҡан ҡол», – типиф тира (ялған) һөйләнеләр. Был һүҙҙәрҙең ифтира икәнен һорашып белгәс, Нә 0жәши уларҙың теләген ҡабул итмәне, бүләктәрен лә кире ҡайтарҙы. ИлселәрНә жәши тарафынан мәрдүд (ҡыуылған) булып ҡайтты.

Хәмзә үә Ғүмәр хәҙрәттең (раҙийәлCләһү ғәнһүмә)иманға килеүе

Пәйғәмбәр Ғәләйһис0сәләмдең атаһы менән бер туған ҡәрендәше бул ған 0лыҡтан, Хәмзә ҡәрҙәшлеге менән уға Абуталиб кеүек риғәйә итә ине. Бер көнӘбү жәһл Рәсүл хәҙрәткә тап килеп, яман һүҙҙәр һөйләне, тәхфиф итте (кәм 0һетте). Хәҙрәт, яуап биреүҙең файҙаһыҙлығын уйлап, сәкүт итте (өндәшмәне,һөй ләшмәне). Хәмзә быны ишеткәс, унда ҡәрҙәшлек хисе ҡуҙғалды. Әбүжәһлгәба рып: «Ни өсөн минең ҡәрендәшемде хәкарат иттең (хурланың), мин дә Мө 0хәммәт динендә», – тине лә уҡ0йәйәһе менән Әбүжәһлдең башына һуҡты. Те ге 0нең башынан ҡан китте. Әбүжәһл яҡлылар Хәмзәнән үс алырға һүҙ ҡуйышты.Лә кин Әбүжәһл: «Хәмзәгә ҡул һуҙмағыҙ, асыуланып ысынлап та мосолман бу 0лып китмәһен», – тип туҡтатты. Шунан Хәмзәнең Әбүжәһлдәргә дошманлығыкө сәйеп, Исламға мөхәббәте төшөп, Рәсүл хәҙрәткә иман килтерҙе. Хәҙрәт өсөнижтиһад итәсәген белдерҙе үә был хаҡта шиғырҙар һөйләне. Хәмзә хәҙрәт һүҙгәмаһирлығы менән халыҡ араһында иғтибарлы зат ине. Шунлыҡтан уның мосол 0ман булыуынан сәхәбәләр ғәйәт шатланды. Был ваҡиға кафырҙарға ла биктәьҫир итеп, улар ҡайғырҙы. «Мөхәммәткә иман килтереүселәр күбәйһә, тиҙҙәнбер сараһын табырға кәрәк», – тип үҙ0ара кәңәшләштеләр. Әбүжәһл: «Мө хәм 0мәт те үлтереүҙән башҡа сара юҡ, үлтереүсегә үҙем йөҙ дөйә бирәм», – тине.Баш ҡалар ҙа был фекерҙе йөпләне. Донъянан Ислам исемен бөтөрмәгә ҡарарбир ҙеләр. «Мөхәммәттең вариҫ булырлыҡ, эш атҡарырлыҡ улдары юҡ, үл 0терһәк, ҡотолорбоҙ, – тинеләр үә, – эште Ғүмәрҙән башҡа кеше булдыра алмаҫ»,– тип уны ғәйрәткә килтерҙеләр. Ғүмәр, ғәйрәтләнеп, ҡылысын алды ла, Рә сүл 0ул ланың ҡайҙалығын белешеп, юлға сыҡты. Юлда ҡәрендәше Фатима менәнкейәүе Сәғит бин Зәйедтең иман килтереүен ишетте. «Әүәл уларға яза бирергәкә рәк», – тип уларҙың өйөнә китте. Ул ваҡытта ҡәрендәштәре Ҡөрьәндең «ТаҺа» сүрәһен өйрәнә ине. Ғүмәр ингәс тә: «Һеҙ ҙә Мөхәммәткә алданған икән 0һегеҙ. Нимә уҡый инегеҙ?» – тип ныҡышты, ҡаты һүҙҙәр әйтте. Фатиманың йө 0ҙөнә һуғып ҡанатты. Фатима ла, ғәйрәткә килеп: «Эй, Ғүмәр! Нисек Аллаһынаноял майһың, был ҡәҙәр мөғжизәләр күрһәткән пәйғәмбәргә нисек ышан май 0һың? Бына беҙ иман менән мүшшәрәф булдыҡ, башыбыҙҙы ҡырҡһаң да, Исламди ненән ҡайтмайбыҙ», – тине.

Ғүмәр ҡәрендәшенең бите ҡанға буялғанын күреп, шәфҡәте килде. Уныңысын ихласлыҡ менән һөйләгәнен ишетеп, әҙерәк ғәйрәте баҫылды. Ҡөрьәнһүҙ ҙәре яҙылған ҡағыҙҙарҙы алып уҡыны, бик тәьҫирләнеп уйға ҡалды.Ҡөрьәндә булған бәләғәт үә хикмәттәргә иҫе китте. «Былар бәндә һүҙе булырғаоҡ шамай, әлбиттә, Аллаһы тарафынан килгән, Мөхәммәт ысын пәйғәмбәрикән», – тип иман килтерҙе, шунда уҡ Рәсүл хәҙрәт янына китте.

Сәхәбәләр, Ғүмәрҙең ҡылыс тотоп килеүен күреп, ҡурҡышты. Рәсүл хәҙрәт:«Ҡурҡ мағыҙ, Ғүмәр яҡшылыҡ менән килә», – тине. Ғүмәр Рәсүлулла (салаллаһу

Шәһәр Шәриф 151

Page 152: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ғәләйһи үә сәлләм) янына килгәс, уның алдында теҙ сүгеп, иман килтерҙе, Кә 0лимәи шәһәҙәт (иман һүҙе, гуаһлыҡ, шаһитлыҡ) уҡыны. Мосолмандар бик шат 0ланды, һәммәһе берләшеп, тәҡбир (Аллаһыны ололау) әйтте. Тәҡбирҙәре Мәк 0кә урамдарына ишетелде. Мәккә кафырҙары: «Ғүмәр Мөхәммәтте үлтереп ҡай 0тыр», – тип көтә ине.

Ғүмәр ҡайтыу менән, кафырҙар йыйылышына килеп: «Мине белгән белә, бел 0мә гән белһен, мин – Ғүмәр бин әл0Хаттапмын, Әшһәдү 0 әәл лә иләһә илләл0лаһуүә әшһәдү әннә Мүхәммәдән рәсүлул0лаһ», – тине. Кафырҙар, был ваҡиғаны кү 0реп, аптырап ҡалды, хәсрәткә төштө. Ғүмәр – Ҡурайыштың иң данлыҡлы ир ҙә 0ренән ине. Әбүжәһл менән икеһе иң эшлекле кешеләрҙән һаналалар ине. Ғүмәрхәҙ рәттең мосолман булыуы менән ҡурайыштарҙың ҡанаттары һынды, Исламди ненә ыңғай ҡараусылар, иман килтереүселәр күбәйҙе. «Ғүмәр кеүек аҡыллыке шегә яраған дин беҙгә лә ярар», – тинеләр. Кафырҙарҙың яфаһынан ҡурҡыпйө рөгән кешеләр иманға килде. Мосолмандар Ҡәғбәтулла янында әшкәрә на 0маҙ (асыҡтан0асыҡ, йәшермәй) уҡый башланы.

Ҡурайыштарҙың иттифағыСәхәбәләрҙең бәғзеләре Хәбәш еренә килеп, рәхәтләнеп тора башланы. Ҡу 0

райыштарҙың илселәре мәрдүд (ҡыуылыу) булып ҡайтты. Уның өҫтәүенә, Хәмзәхәҙ рәт, унан һуң Ғүмәр хәҙрәт мосолман булды. Уларға эйәреп, байтаҡ кешеиманға килгәс, кафырҙарҙың дошманлығы көсәйҙе. «Мөхәммәт Ғәләйһис0сә 0ләмде үлтермәйенсә рәхәт күрмәбеҙ» тип, төрлө хәйләләр ҡора башланылар. Лә 0кин Абуталибтар тырышып һаҡлағанлыҡтан, Рәсүлгә һис хыян итә алманылар.Шунан һуң Әбүжәһл үә башҡа кафырҙар иттифаҡ итеп (берләшеп), ғәһед (йөк 0ләмә, килешеү) хаты яҙҙы. Унда: «Һашим ҡәбиләһе үә мосолмандар менән алышүә биреш итмәҫкә, ҡыҙ алып, ҡыҙ бирмәҫкә, баҙарға индермәҫкә, мөғәмәләитеш мәҫкә, Мөхәммәт Ғәләйһис0сәләмде тапшырғансы (үлтермәйенсә) һис ҡа 0сан солох итешмәҫкә», – тип яҙылғайны. Һуңынан хатты яҙыусы Мансур бинҒик римдең ҡулы ҡороп, сулаҡ булып ҡалды. Ғәһед хатын Ҡәғбәтулла эсенә ҡуй 0ҙылар. Был эш Һашим ҡәбиләһенә үә мосолмандарға бик ауыр булды. Баҙарға,урам ға сыҡһалар, кафырҙар хәкарат (мәсхәрә) итте, тейешле аҡсаһын бирһәңдә, һис нәмә һатмайҙар, ситтән килгән сауҙагәрҙән дә мосолмандарға малһаттырмайҙар ине. Ошо рәүештә ике йылдан ашыу хибестә (төрмәлә) кеүек йә 0шә неләр. Ғәһед хатынан кафырҙар үҙҙәре лә күп зыян күреп, бәғзе аҡыллы ке 0ше ләрҙең кәңәше буйынса ғәһед хатын боҙҙолар. Әбүжәһл ҡаршы төшһә лә,уның һүҙе ҡабул ителмәне.

Рәсүлулла салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләм Абуталибҡа: «Ғәһед хатындағы яҙыу 0ҙар ҙың Аллаһы исеменән башҡаларын көйә ашаны», – тип хәбәр биргәйне.Уның дөрөҫләнеше бәғзе әҙәмдәрҙең инсафҡа килеүенә сәбәп булды.

Ғәм әл хузн (Ҡайғы йылы)Ҡурайыштарҙың ғәһед хаты боҙолғас, мосолмандарға бер нисә ай иркенлек

ки леп, оҙаҡҡа барманы. Нүбүүәттең (пәйғәмбәрлектең) унынсы йылында Һа 0шим ҡәбиләһенең башлығы Абуталиб 87 йәшендә донъя ҡуйҙы. Шул арала 65йә шендә Хәҙисә лә вафат булды. Уларҙың икеһенең дә бер ваҡытта вафат бу лы 0уынан Рәсүлуллаға бик ауыр булды, ул бик ҡайғырып, ул йылды «Ғәм әл0хузн»(Ҡайғы йылы) тип атаны.

Абуталиб иман килтермәһә лә, Рәсүлулланы үә мосолмандарҙы кафырҙарҙанһаҡ ларға тырыша, иманға килеүселәрҙе ярата, уның пәйғәмбәр булыуына лаина на ине. Ләкин үҙе Һашим ҡәбиләһенең башлығы булып, Рәсүлулла ла уның

152 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 153: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҡулында үҫкәнлектән, тел менән иҡрар итеүҙе үә уға эйәреүҙе ауырһына ине.Бер ваҡыт Абуталиб: «Мөхәммәттең һүҙҙәре дөрөҫ, ул батил (ялған) һүҙ һөй лә 0мәй, әгәр Ҡурайыш ҡатындары, Абуталиб үҙ ҡулында үҫкән Мөхәммәткә эйәрҙе,тип ғәйеп итмәһә, уға эйәрер инем», – тине.

Хәҙисә хәҙрәт раҙи йәл0лаһү ғәнһә аҡыллы, тәдбирле (эштең аҙағын, ахырынуйлап эшләү, алдан күреү) ҡатын ине. Рәсүлулла кафырҙарҙан яман һүҙҙәришетеп, кәйефһеҙләнеп ҡайтһа, уны йыуатырға, күңелен табырға тырышты.

Рәсүлулланың унан Ҡасим, Ғабдулла исемле улдары, Зәйнәп, Рүкәййә, Өм мө 0гөлсөм, Фатима исемле ҡыҙҙары донъяға килмештер. Быларға өҫтәп, МарияҠиб тийәнән Ибраһим исемле улы тыуҙы. Малайҙарҙың барыһы ла сабый саҡтава фат булған. Ҡасим баш балаһы булғанлыҡтан, Рәсүлулланы Әбулҡасим (Ҡа 0симдың атаһы) тип йөрөттөләр. Ҡыҙы Зәйнәп Әбүлғас бин Рәбиғ никахындаине. Рүкәййә Ғосман никахында булып, уның вафатынан һуң Ғосман Өм мө гөл 0сөм гә никахланды. Шунлыҡтан Ғосман хәҙрәткә «ҙүн0нурайни» (пәйғәмбәрҙеңике ҡыҙына никахланған, ике нур эйәһе) тинеләр. Уларҙан нәҫел ҡалманы. Фа 0тима Ғәлени хәҙрәт никахында булды. Ир үә ҡыҙ балалары, уларҙың да үҙ ба ла 0лары күп булып, нәҫелдәре киң таралған. Был нәҫелгә сәййет (Мөхәммәт пәй 0ғәм бәр нәҫеленән булған кеше) тиҙәр.

Таиф сәфәреРәсүлуллаға дошманлыҡ, хөсөт кафырҙарҙың йөрәгенә урынлашып, улар Абу 0

талиб хәтерен генә хөрмәтләп тора ине. Абуталибтың вафат булыуына ка фыр 0ҙар бик шатланды. Рәсүлуллаға үә мосолмандарға яфаларын, дошманлыҡтарынарт тырҙы. Дошманлыҡтары шул дәрәжәгә етте: «Йә Рабби!` Мөхәммәттең динехаҡ булһа ла, күктән таш яуып йәки ҡаты ғазап менән һәләк булһаҡ та, иманғакилмәһәк ине», – тиҙәр ине. Ҡурайыш халҡының ғинады (тиҫкәрлеге, үҙ һүҙ 0леге) был дәрәжәгә еткәс, Рәсүлулла ла уларҙан өмөтөн өҙҙө, хаҡлыҡ өсөн ты 0рыш ҡан инсафлы заттар табылыр, тип Зәйед бин Хәрҫә менән Таифҡа китте.Таифтың ололарын күреп, иманға дәғүәт итте. Таиф халҡы ҡабул итмәне генәтүгел, бәлки, бәғзе ахмаҡ, аҡылһыҙҙарҙы үә ҡолдарҙы: «Хәҙер Мөхәммәт һеҙҙелә аҙҙырырға, ата0бабаларығыҙ диненән сығарырға килгән», – тип ҡотортто. Улахмаҡтар ҙа Рәсүл хәҙрәткә яман һүҙҙәр һөйләне, мәсхәрә итте, хатта: «Индебеҙ ҙе лә аҙҙырырға килдеңме?» – тип өҫтөнә балсыҡ үә таштар ырғытты, мө бә 0рәк аяғын ҡанатты.

Шул ваҡыт Зәйед бин Хәрҫә: «Миңә ауырлыҡ килһә килһен, фәҡәт Рәсүл генәсә ләмәт булһын», – тип үҙен таштарға ҡалҡан итеп, бер нисә ерҙән йә рә хәт лән 0де. Рәсүлулла Таифтан киткәс: «Йә, Рабби, көс ҡеүәтем зәғиф, тәдбирем аҙ бу 0 лыуын, әҙәмдәрҙең ғинадын беләһең. Йә, Рабби! Һин зәғифтәрҙең хужаһы! Йә,Рабби! Үҙең ярҙам бир! Йә, Рабби! Асыуыңа дусар булмаһам, башҡа һис бер нә 0 мә гә иҫем китмәй, бер нәмәгә илтифат итмәйем», – тип доға ҡылды. Дингә дә ғү 0әт итеүҙә ни ҡәҙәр мәшәҡәттәр күрһә лә, ғәйрәтенә, ижтиһадына һис зарар кил 0 тер мәгәнен аңлатты.

Мөхәммәт Таифтан ҡайтҡас та, Ябраил хәҙрәт килеп: «Эй, Мөхәммәт! Был мө 0ғә мәләләр өсөн Таиф ҡәүеменә ни бойорһаң, шуны эшләргә йәнәби Хаҡ(Аллаһы Тәғәлә) йәнәбтәре миңә әмер итте», – тине. Рәсүл хәҙрәт яуабында:«Эй, Ябраил! Таиф халҡы үҙҙәре яман мөғәмәлә ҡылһа ла, мин уларҙан Ал ла 0һыға ғына ғибәҙәт ҡыла торған яҡшы балалар тыуыуына өмөт итәм», – тине. Һу 0ңын да: «Йә, Алла! Был ҡәүем наҙанлыҡтары менән шундайын мөғәмәлә ҡыла,йә, Рабби, үҙең уларҙы тоғро юлға күндерсе!», – тип халыҡҡа хәйер0доға ҡылды.

Шәһәр Шәриф 153

Page 154: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Мәҙинә халҡының Исламға килеүеХаж ваҡыттарында Мәккәгә Ғәрәбстандың һәр яғынан йыйылып хаж ҡы ла 0

лар, һәр ҡәбилә, үҙенең поттарын зыярат итеп, ҡорбан сала ине. Шул ваҡыттаМәк кә яғынан да ҙур баҙарҙар ҡороп, алыш0биреш иттеләр. Һуңынан йы йы 0лышып гүзәл шиғырҙар, төрлө хөтбәләр һөйләйҙәр, бик матур, мәҡбүл (ҡабулителгән, күңелгә оҡшаған) шиғырҙарҙы алтын менән Ҡәғбә диуарына яҙыпҡуялар ине. Мәккә халҡынан өмөтөн өҙгәс, Рәсүлулла хаж ваҡытында йыйылғанғәрәптәрҙе дингә өгөтләргә кереште. Төрлө ҡәбиләләрҙән иманға ки леү селәрартып торһа ла, таяныс булырлыҡ, дингә ярҙам бирерлек ҡәбиләләрҙең иманғакилеүен көттө.

Пәйғәмбәрлектең ун беренсе йылында Мөхәммәт, Мәҙинә халҡынан алты ке 0шегә осрап, уларҙы Ислам диненә дәғүәт итте, Ҡөрьән уҡыны. Мәҙинә халҡыкүр шеләре йәһүдтәрҙән: «Бер ҙур пәйғәмбәр киләсәк, тирә0яҡта ғалиб (еңеүсе,өҫ төн сығыусы) буласаҡ. Тауратта шулай хәбәр бирелгән», – тигән һүҙҙәрҙеишет кәйне. Шунлыҡтан Рәсүлулла дәғүәт иткәндә, улар, бер0береһенә ҡа ра 0шып: «Йәһүдтәр һөйләгән пәйғәмбәр ошо зат булһа кәрәк, дошманыбыҙ бул ғанйәһүдтәргә ҡәҙәр был динде ҡабул итәйек», – тип һөйләштеләр ҙә иманға кил 0деләр, Рәсүлуллаға, Ислам диненә мөхәббәт тыуҙырып киттеләр.

Мәҙинәгә ҡайтып быны һөйләгәс тә, иманға килеүселәр күбәйҙе. Икенсе йыл 0да Мәҙинәнән 12 кеше Рәсүлулла хозурына Ҡөрьән үә Ислам хөкөмдәрен өй рә 0нер гә үҙҙәре менән Мүсғәп бин Ғүмәйр исемле сәхәбәне алып килделәр. Ошо 0нан һуң Мәҙинәлә Ислам бик ныҡ таралды, мәжлестәрҙә бер0береһе менән ос 0 рашҡанда, бар һүҙҙәре Рәсүлулла һәм Ислам дине тураһында булды. МәҙинәләИс лам инмәгән өй бик аҙ ҡалды.

Пәйғәмбәрлектең ун өсөнсө йылында Мәҙинә халҡынан етмештән артыҡ ирүә бер нисә ҡатын Рәсүлулла хозурына килде, итәғәт үә мөхәббәт күрһәтте. Ис 0лам өсөн малдары, йәндәре менән тырышасаҡтарына, ярҙам итәсәктәренә ғә 0һед бирҙеләр. Рәсүлулла һәм сәхәбәләр Мәҙинәгә һижрәт итһә, һәммәһе йән үәкү ңелдән шат буласаҡтарын һөйләнеләр, Мәҙинәгә күсеүҙәрен теләнеләр.Ҡурайыш халҡы, Мәҙинәнән килгән кешеләр менән Рәсүлулла араһында булғанғә һедтәрҙе ишеткәс тә, артығыраҡ дошманлыҡ күрһәтергә тырышты.

Бынан һуң Рәсүлулланың кәңәше менән сәхәбәләр берәм0берәм Мәҙинәгәһижрәт итә башланы.

Кафырҙарҙың хафаларынан ҡурҡып, һәммәһе кистәрҙә йәшерен генә һижрәтитә ине. Ғүмәр хәҙрәт кенә, ҡораллы килеш Ҡәғбәтулланы тәүаф итеп (әйләнепсы ғып), шундағы кафырҙарға: «Мин һижрәт итәм, кем дә кем балаларын етем,ҡа тынын тол итергә, ата0әсәһен илатырға теләмәһә, артымдан сыҡһын, минБат ханан (ер исеме) китәм», – тине. Һис кем уның артынан сығырға ба тыр 0сылыҡ итмәне. Һуңынан сәхәбәләр бер0бер артлы һижрәт итеп, Мәккәлә Рә 0сүлул ла менән Әбүбәкер, Ғәли үә кафырҙар тарафынан хибес ителгән сәхәбәләрге нә ҡалды. Дин өсөн тыуған0үҫкән ерҙәрен ташлап киткән сәхәбәләргә«мөһәжирин» (күсеүсе), ә Ислам диненә ярҙам иткән Мәҙинә халҡына «әнсар»(яр ҙамсы) тиҙәр.

Рәсүлулла салаллаһу Ғәләйһи үә сәлләмдең һижрәтеИслам диненең Мәҙинәлә ҡеүәт табыуы, сәхәбәләрҙең унда күсенеүе ка фыр 0

ҙарҙы тәшүишкә (буталышҡа, шикләнеүгә) төшөрҙө, сөнки Мәккә хал ҡы ныңШамға тижарәт (сауҙа) каруандары Мәҙинә арҡылы йөрөй ине. Мә ҙинә ҡа лаһымосолмандар ҡулында булһа, бөтөн сауҙалары, каруандары туҡталасаҡ, Ислам

154 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 155: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

дине тараласаҡ, мосолмандар ҡеүәтләнеп, кафырҙарҙан үс аласаҡ ине. Шуғакүрә лә Ҡурайыш халҡы ҡаушап китте, кәңәш мәжлестәре ойоштороп, төрлөсәфе кер йөрөттөләр. Һуңынан, Әбүжәһл тәҡдиме буйынса, һәр ҡәбиләнән берәркеше берҙәм һөжүм итеп, Рәсүлулланы үлтерергә ҡарар ителде. «Мөхәммәттеңурынына пәйғәмбәр булырлыҡ балаһы юҡ, үлтерһәк, ҡотолорбоҙ, Ислам динеһүнеп ҡалыр», – тинеләр. Кис ишектән сыҡҡанда һәммәһе бергә һөжүм итеп, үл 0термәк булдылар.

Шул ваҡыт хәҙрәт Ябраил фәрештә килеп, Рәсүлуллаға кафырҙарҙың кәңәш0хәй ләләре хаҡында хәбәр бирҙе үә йәнаб (ололап әйтелгән һүҙ) Хаҡ (Алла) та ра 0фынан һижрәткә иҙн (рөхсәт) килтерҙе. Рәсүлулла үҙ урынына Ғәлиҙе ят ҡырыпсығып китте. Кафырҙарҙың күҙҙәре томаланып ғәфләттә ҡалды, уның сы ғыпкиткәнен белмәнеләр. Шунан Мөхәммәт, Әбүбәкер хәҙрәткә осрап, Аллаһы Тә 0ғәлә тарафынан һижрәткә барыуын, үҙе менән бергә һижрәт итә сәк тә рен һөй 0ләне. Әбүбәкер хәҙрәт Рәсүлулла менән бергә һижрәттән ғәйәт дәрәжәлә шат 0лан ғанлыҡтан мөбәрәк күҙҙәренән йәш килде.

Икеһе бергә Мәккәнән сығып, Ҫәүр тауында бер ғарға (мәмерйә) керепйәшенделәр. Кафырҙар Рәсүлулланың һиҙҙермәҫтән сығып киткәнен, үҙҙәренеңҒә лиҙе һаҡлап төн үткәргәндәрен белгәс, хайран ҡалдылар. «Кем дә кем Мө хәм 0мәтте тотоп килтерә, йөҙ дөйә бирәбеҙ», – тип иғлан иттеләр, йыйылышып Мәк 0кәнең тирә0яғынан эҙләнеләр, ғарға килделәр. Ләкин шул ваҡытта Аллаһыныңәме ре менән мәмерйә ауыҙына үрмәксе ау ҡороп, күгәрсен йомортҡа һалғайны.«Был үрмәксе ауҙары Мөхәммәт тыуғанса ҡоролған, бында ул нисек булһын» –тип, инеп ҡарамай, ҡайтып киттеләр. Әбүбәкер хәҙрәт кафырҙарҙы күреп, бикҡай ғырҙы. «Йә, Рәсүлулла, мин бер кешемен, үлтерһәләр, һис нәмә булмаҫ. Хо 0ҙай һаҡлаһын, һиңә берәй зарар килтерһәләр, бөтөн өммәт һәләк буласаҡ», –ти не. Рәсүлулла: «Ҡайғырма! Аллаһы беҙҙең менән», – тине. Шунда мөбәрәк ба 0шын Әбүбәкер хәҙрәттең тубығына һалып, йоҡоға китте. Алллаһы Тәғәлә: «Эй,Мө хәммәт!` Һине кафырҙар зарарынан һаҡлармын», – тип вәғәҙә иткәненәнһуң, ул ҡурҡманы ла, ҡайғырманы ла. Ғарҙа өс көн тороп, Мәҙинәгә һижрәт ит 0теләр.

Мәҙинә халҡының истиҡбалы (хөрмәтләп ҡаршылауы)Мәҙинә халҡы, Рәсүлулланың Мәккәнән сығыуын ишеткәс, ғәйәт дәрәжәлә

шатланды, донъяһын онотто, бөтөн һөйләгәндәре Рәсүл Әкрәм булды, һәр көнюлға сығып көттө. Мәҙинәгә еткәндәрен күргәс тә, һәммәһе ҡоралланып, зин 0нәтләнеп сыҡты, ғәйәт дәрәжәлә ҡыуанышып ҡаршыланы. Мөхәммәт Мә ҙи нәгәбиш саҡрым етмәйерәк Ҡуба ауылында бер нисә көн торҙо. Шунда бер мәсетбина итте. Исламда беренсе мәртәбә бина ителгән мәсет ошо Ҡуба мәсетелер.

Һуңынан Мәҙинә ҡалаһына килделәр. Ирҙәр, ҡатындар, балалар – барыһыҡар шы алды. Был көн ҡала халҡына бик ҙур байрам булып, шатлыҡтары эс тә 0ренә һыймай ине. Балалар, шатланышып, урамдарҙа: «Рәсүлулла килде», – типшат лыҡ изһар итәләр (шатлыҡтарын күрһәтә, майҙанға сығара), ҡатындар, кә 0ни зәктәр: «Йә, Рәсүлулла, хуш килдегеҙ», – тип матур0матур шиғырҙар уҡыйине. Һәр йорт алдынан үткәндә: «Рәхим итегеҙ, йә, Рәсүлулла», – тип ҡунаҡҡаса ҡыр ҙылар, ихласлыҡ күрһәтеп, дөйәһенең теҙгененә йәбешеп, йорттарындаҡу наҡ булыуын үтенделәр. Рәсүл хәҙрәт: «Дөйәнең ихтыярына ҡуйығыҙ, ҡайһыер гә сүкһә, шул ерҙә туҡталыш буласаҡ», – тине. Дөйә Әбү Әйүб әл0Әнсари йортоал дына теҙ сүкте. Рәсүл хәҙрәт уның йортона ҡунаҡ булды. Әнсарҙарҙан Әсғәтбин Зүрәрә: «Хәҙрәттең дөйәһе миндә булһын, дөйәһен ҡунаҡ итәйем», – типуны алып китте.

Шәһәр Шәриф 155

Page 156: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Һижрәттән һуң, Ислам дине ҡеүәт табып, бик тиҙлек менән таралғанлыҡтан,хәҙрәт Ғүмәр хәлифә ваҡытында һижрәт әһел Ислам өсөн тарих тәғьйин (Исламдонъ яһы өсөн йыл башы) ителде. Рәсүл хәҙрәт рәбиғүл әүүәлдә һижрәт итһә лә,сәхибәләр Ислам донъяһы өсөн йыл башы мөхәррәмдә һижрәт итә баш ла ған 0лыҡ тан, жәһаләт (наҙанлыҡ) заманында ла мөхәррәмде йыл башы ит кән лек тә 0ренән шул йылдың мөхәррәменән йыл башы үә Һижри тарихы хисапланалыр.

Мәҙинә халҡы Рәсүл хәҙрәтте ғәйәт ололап, йәндәренән ғәзиз күреп хөрмәтитте. Үҙе ярҙамсыһы Әбү Әйүб йортонда торһа ла, унда ғына ҡунаҡ булыуынариза булманылар. Бәлки, хөрмәтле сәхәбәләр һәр көн Рәсүл хәҙрәткә сират ме 0нән тәғам (ашамлыҡ) килтерҙе. Һәр ваҡыт ярҙамға әҙер тороп, нисек тә уныңкү ңелен табырға тырыштылар. Хатта Әнәс бин Мәликтең әсәһе килеп: «Йә, Рә 0сү лулла! Ҡабул итһәгеҙ, ошо балам Әнәс хеҙмәтегеҙҙә булһын ине», – тип улынкил терҙе. Рәсүл хәҙрәт ҡарсыҡтың әйткәненә риғәйә итеп ҡабул итте. Ул ва ҡыт 0та Әнәс ун йәшендә ине.

Хөрмәтле әнсарҙар үә мөһажирҙәрҙе ололап ҡаршы алды, күңелдәрен табырғатырышты. Һәр береһе хөрмәт итеүгә ҡыҙығып: «Минең өйөмдә лә мөһажирҙәрҡу наҡ булһа ине», – тип тауышланды. Һуңынан мөһажирҙәрҙе үҙ өйҙәрендә ҡу 0наҡ итергә ҡорға (шыбаға) һалып, бүлешеп алдылар. Үҙ малдарын бүлешеп бир 0ҙеләр, һәр йыл ни ҡәҙәр хөрмәләре булһа, шуның яртыһын мөһажирҙәргә бирәбарҙылар. Хатта бәғзе ике ҡатынлы кешеләр бер ҡатынын талаҡ итеп (айырып),ҡатынһыҙ мөһажирҙәргә бирмәк булды. Рәсүл хәҙрәт былар ара һын дағы дуҫ 0лыҡ ты арттырмаҡҡа, мөһажирҙәр менән әнсарҙарҙы бер0береһенә ҡәрҙәш итте.Һәр әнсар бер мөһәжир менән ҡәрендәш үә дуҫ булды. Бер0береһенән ми раҫалдылар, ярҙам итештеләр. Был эш ике фирҡә (төркөм) араһында иттифаҡ ар 0тыуына ҙур сәбәп булды.

Һуңынан Рәсүл хәҙрәт дөйәһе сүккән урынға мәсет бина итергә кереште.Уның диуарҙарын кирбестән, бағана, түбәләрен хөрмә ағасынан эшләнеләр. Мә 0сет бина иткәндә, Рәсүл хәҙрәт үҙе кирбес, таш ташыны. Мәсеттең бер яғына то 0таштырып үҙенә махсус хөжәрәләр (бүлмә) бина итте.

Һижрәттән һуңғы ваҡиғаларРәсүлулла сәхәбәләр менән Мәҙинәгә урынлашҡандан һуң үҙҙәренә әҙерәк ир 0

кен лек тапты. Эштәре уң булып, иттифаҡтары ҡеүәтләнде, Хәбәш еренә һижрәтиткән сәхәбәләрҙең дә күбеһе ҡайтты. Ислам, иман ләфзаларын (һүҙҙәрен) асыҡһөй ләй, теләгәнсә, белгәнсә ғибәҙәт ҡыла башланылар. Рәсүлулла Мәҙинә яҡ та 0рындағы ҡәбиләләрҙе дәғүәт итеп ойоштороуҙы башлап, иман килтереүселәркөн дән0көн артты. Рәсүл хәҙрәттең: «Бер көн иркенлек киләсәк, Ислам ғалиб(еңеүсе) буласаҡ», – тигән һүҙҙәренә ышаныстары артып, дин өсөн ижтиһадитергә тотондолар. Мәҙинәгә яҡын ҡәбиләләргә Ислам динен аңлатып, иманғакил терергә тырыштылар. Унда булған йәһүдиҙәр иһә бер0береһенә зарар ҡыл 0маҫҡа солох итте. Ләкин Мәккә кафырҙары, был хәлдәрҙе ишеткәс, бик әҫәр 0ләнде, ҡайғы0хәсрәттәре көсәйҙе. Мосолмандарҙың ҡеүәтләнеүенән, Исламдиненең бөтә Ғәрәбстанға таралыуынан ҡурҡа башланылар. Нисек тә мо сол 0ман дарға зарар ҡылып, бөтөнләй һәләк итергә уйлап, күрше ҡәбиләләрҙе ҡо 0торта башланылар. Рәсүлулланы үлтерергә тип нисә мәртәбә кеше ялланылар.

«Мосолмандар ҡеүәтләнһә, Шам менән сауҙабыҙҙы туҡтатырҙар, пот та ры быҙ 0ҙың ҡәҙере бөтөп, халыҡ Мәккәгә йөрөмәҫ. Мосолмандар беҙҙән үс ала баш лар,шуға күрә эшебеҙҙе тиҙерәк бөтөрәйек, ҡеүәтләнеп еткәнсе мо сол ман дар ҙы,Исламды юҡ итергә кәрәк», – тип ҡарар иттеләр. Кафырҙарҙың за рар ҙа ры нан

156 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 157: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҡотолоу сараларына тотонорға тейеш булып, Аллаһы Тәғәлә тарафынанкафырҙар менән һуғышырға әмер бирелде. Рәсүлулла, сәхәбәләр дошмандыңкөсөн кәметергә, мосолмандарҙы кафырҙар зарарынан һаҡланырлыҡ дәрәжәгәкүтәрергә кереште. Кафырҙар менән һуғыш нисә мәртәбә булды. Уларҙың Рә 0сүлулла ла ҡатнашҡандарын «ғазауат» тиҙәр. Үҙе ҡатнашмағандарына «сәр 0иййәт» тиҙәр. Был китапта мәшһүр булған ғазауаттарҙы ғына бәйән итәбеҙ.

Әһле Ислам алып барған һуғыштарҺижрәттән һуң икенсе йылда Бәҙер һуғышы булып, унда мосолмандарҙан –

313, кафырҙарҙан 950 кеше ҡатнашты. Был Ҡурайыш халҡы менән ике аралаберенсе иң мәшһүр һуғыштыр. Әүәл дә мосолмандар ҡурайыштарҙың күп 0легенән ҡурҡа ине. Рәсүлулла доға ҡылды, ярҙам теләне. «Аллаһы Тәғәлә мо 0солмандарға ярҙам бирәсәген үә ғалиб (еңеүсе) буласағыбыҙҙы вәғәҙә итте», –тип хәбәр бирҙе. Сәхәбәләрҙең йөрәктәренә ҡеүәт0ғәйрәт керҙе, кафыр ғәс кәр 0ҙәре аҙыраҡ булып күренде. Үҙҙәренән өс тапҡыр күберәк булған кафырҙарменән һуғышҡа инеп ғалиб булдылар, бик күп ғәнимәт малы алдылар. Ка фыр 0ҙарҙың етмеше һәләк булды, етмеше әсир алынып, ҡалғандары ҡасты. Мо сол 0ман дарҙан 14 кеше шәһит (дин өсөн һуғышта үлеүсе) булды. КафырҙарҙанӘбүжәһл, Өмәййә бин Хәләф, Ғүҡбә Назар бин Харис кеүек Исламдың ҡатыдошмандары юҡ ителде. Әбүләһәб – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡан дошманы,Ҡөрь әндең 1110се сүрәһе уға арналған: «Әбүләһәбтең ике ҡулы ла һәләк бул 0һын, һәм ул үҙе һәләк булды». Был ваҡиғаны ишеткәс тә хәсрәтенән вафат бу 0лып, йәһәннәмгә китте. Әсирҙәрҙе, 1000 дирһәмдән (дирһәм – боронғо көмөштәң кә) 4000 дирһәмгә ҡәҙәр түләтеп, азат иттеләр. Аҡса бирергә көсө ет мә гән 0дәрҙе унар балаға уҡырға, яҙырға өйрәттереп, шуның хаҡына азат ит те ләр.Әсир ҙәр араһында Ғаббас бин Ғәбит әл0Моталлиб хәҙрәт, Ғуҡәил бин Әбү талибта булып, һуңынан улар Исламға килде. Рәсүлулла ғәнимәт алған мал дарҙы һу 0ғыш та ҡатнашыусыларға тигеҙ бүлеп бирҙе, үҙенә һис нәмә алманы.

Мосолмандарҙың аҙ ғәскәр менән ғалиб булып, кафырҙарҙың башлыҡтарыһәләк булғанлыҡтан, Исламдың шөһрәте артты. Бик күп кешеләр был диндеңхаҡ булғанлығына, Аллаһының мосолмандарға ярҙам итеүенә иғтиҡад(ышаныу, инаныу) булып, Рәсүлуллаға килеп, мосолман була башланылар.

Һижриҙең өсөнсө йылында Бәҙерҙән мәғлүб булып (еңелеп) ҡайтҡан ка фыр 0ҙар 3000 кеше йыйылып, мосолмандарҙан үс алырға Мәҙинәгә сәфәр итте. Рә 0сүл улла үә бәғзе сәхәбәләр ҡала эсендә тороп һуғышыуҙы муафиҡ (яраҡлы,урын лы) күрһә лә, күберәк сәхәбәләр, бигерәк тә йәштәр «Ҡаршы сыҡмаһаҡ,ҡур ҡаҡ тиерҙәр» тигәс, Рәсүлулла 1000 кешеһе менән кафырҙарға ҡаршы сыҡ 0ты. Йәшерәктәрҙе ҡайтарып ебәргәндә, Сәмрә исемле малай: «Көрәшкәндә минРафиҡты еңә инем, уны һуғышҡа алып, мине ҡалдырҙылар», – тип иланы. Рәсүл 0улла быны ишеткәс тә: «Рафиҡ менән көрәшеп ҡара, еңһәң, һин дә барырһың»,– тине. Сәмрә көрәшеп еңгәс, уға ла һуғышҡа барырға рөхсәт ителде.

Монафиҡтарҙың (ике йөҙлө, эскерле) башлығы Ғабдулла бин Үбәй: «Рәсүл 0улла, йәштәр һүҙенә ҡарап, Мәҙинәнән сыҡты», – тип үпкәләп, 300 монафиҡ ме 0нән ҡайтып китте. Ислам ғәскәре 700 кеше генә ҡалды. Рәсүлулла: «Мин бо 0йорғанса хәрәкәт итһәгеҙ, сабыр итһәгеҙ, әлбиттә, ғалиб булырһығыҙ», – тип сә 0хә бәләрҙе өгөтләне. Тау артынан дошман килеп сыҡмаһын тип, 50 кешенән һаҡ 0сы ҡуйып: «Беҙҙең ғалиб булыуыбыҙҙы күрһәгеҙ ҙә, мин әмер бирмәйенсә ҡуҙ 0ғалмағыҙ», – тине.

Шәһәр Шәриф 157

Page 158: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ике ғәскәр Ухуд тауында осрашып, һуғыш башланды. Аллаһы Тәғәлә мо сол 0мандарға ярҙам биреп, улар үҙҙәре ҡәҙәр дүрт өлөш булған кафырҙарҙы ҡый 0ратты. Кафырҙар ҡаса башланы. Быны күргәс, сәхәбәләр: «Инде ҡурҡыуҡалманы, мосолмандар ғалиб булды», – тип ғәнимәт малы алырға йүгерҙе, Рә 0сүл улланың әмеренә хилаф эш ҡылды. Шул ваҡыт уларҙың артынан дошманғәскәре килеп сығып, мосолмандар ике дошман араһында аптырап ҡалды. ӘһлеИслам (мосолман) ғәскәре тарала, ҡаса башланы. Фәҡәт Рәсүлулла бер нисәсәхәбә менән урынынан ҡуҙғалманы. Кафырҙар һөжүм итеп, етмешкә яҡын мо 0солманды шәһит итте. Шәһиттәр араһында Хәмзә хәҙрәт тә бар ине. Кафырғәскәренең башлығы Әбү Суфияндың ҡатыны Һинд асыуынан Хәмзә хәҙрәттеңэсен ярып, йөрәген алып сәйнәне, танауын, ҡолаҡтарын киҫеп алды. Рә сүл ул 0лаға таш ташлап, мөбәрәк тешен һындырҙылар, яңағын ҡанаттылар. Һуңынанәһле ислам ғәскәре йыйылып, яңынан һуғышҡа әҙерләнһә лә, кафырҙар: «Беҙғалиб булдыҡ!» тип, Мәҙинәгә инмәй, мосолмандарға ла башҡаса зарар ҡыл 0май, ашығып Мәккәгә ҡайтып китте.

Һижриҙең бишенсе йылында Мәккә кафырҙары, Мәҙинәне үә мосолмандарҙыһәләк итергә тип, бөтә тирә0яҡтағыларҙы һуғышҡа 10000 кешелек ғәскәр йы 0йып, Мәҙинәгә сәфәр итте. Рәсүлулла, кафырҙарҙың был ниәттәрен ишеткәс тә,сә хәбәләр менән кәңәшләште. Сәлмән әл0Фарсиҙың тәҡдиме менән, Мәҙинәяғы на хәндәк (тәрән канау) ҡаҙыуҙы мәслихәт күрҙеләр. Рәсүлулла сәхәбәләреме нән бик тырышып, бер нисә көндә эш тамам булды. Хәндәк ҡаҙығанда Рә сү 0лул ла үә сәхәбәләр төрлө шиғырҙар уҡыйҙар ине.

Мәҙинәгә туп0тура барып керәбеҙ, тип килгән кафырҙар был хәндәкте күрепғә жәпкә ҡалды, сөнки ғәрәптәрҙә хәндәк ҡаҙыу ғәҙәте юҡ ине. Кафырҙарҙыңбәғ зе баһадирҙары хәндәкте ат менгән килеш һикереп сығырға батырсылыҡитеп ҡараһа ла, аттары менән һәндәккә төшөп һәләк булды. Ике аҙнанан ар 0тығыраҡ кафырҙар Мәҙинәне ҡамап торҙо. Ҡала янында булған йәһүдтәр, мо 0солмандар менән ғәһедтәрен боҙоп, кафырҙарға ҡушылһа ла, һуңынан ка фыр 0ҙар менән йәһүдтәр араһында ихтилаф (дау, ыҙғыш) сыҡты. Шул ваҡыт бикҡеүәт ле ел сығып, кафырҙарҙың бөтөн сатырҙары емерелде.

Хаҡ (Алла) кафырҙарҙың күңеленә ҡурҡыу һалды. Улар, мосолмандар илә йә 0һүд тәр иттифаҡ итеп, һөжүм ҡылыр, тип ҡурҡты. Шул ҡараңғы кистә кафырҙарбик ашығып, бәғзе нәмәләрен ҡалдырып ҡайтып китте, һәм был хәндәк һу 0ғышынан зарарланып ҡайтҡандары ла бик шомланды. Бәғзеләре: «Әгәр Мө хәм 0мәттең дине хаҡ булмаһа, Аллаһы Тәғәлә уға ярҙам бирмәҫ, дошмандары яфакү реп ҡайтмаҫтар ине», – тип Исламға мөхәббәт итеп, мосолман булдылар.

Худәйбийә мөғәһәдәһе (килешеүе)Һижрәттең алтынсы йылында Рәсүлулла Мәккәгә барып, Ғөмрә үә Ҡәғбәне

зыя рат итмәк ниәтләп, 1400 ҡәҙәр сәхәбә менән юлға сыҡты, сәхәбәләргә ҡы 0лыстан башҡа ҡорал алмаҫҡа бойорҙо. Худәйбийә исемле урынға еткәс, ни өсөнкилгәндәрен белдереү өсөн Ғосман хәҙрәтте Мәккәгә ебәрҙе. Мәккә халҡыҒосманды хибес итте. Мосолмандар араһында, уны үлтергәндәр, тигән хәбәр та 0рал ды. Шул ваҡыт Рәсүлулла: «Инде беҙгә һуғышмаҡ лазым (зарур) булды», –тип бер ағас төбөнә ултырып, сәхәбәләрҙән һуғышырға үә үлгәнсә дин өсөн ты 0рышырға бәйғәт (берәүҙең хакимиәтен таныу, уға буйһоноу өсөн һүҙ биреү) үәғәһед алды. Был бәйғәткә «Бәйғәт риҙуан» үә мәҙкүр (юғарыла әйтелгән) ағасҡа«Шә жәрә риҙһан» тиҙәр.

Был бәйғәтте ишеткәс тә, Ҡурайыш халҡы ҡурҡыуға төшөп, Ғосманды азатитте лә мосолмандар менән ике арала мөғәһадә төҙөнө. Был ғәһеднамә:

158 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 159: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

«Ҡу ра йыш тар менән ун йылға ҡәҙәр һуғышмаҫҡа үә золом итешмәҫкә, тәүафты(Ҡәғ бә нең тирә0яғын әйләнеү) алдағы йылға кисектерергә, башҡа кешеләрменән ғә һед итергә мәнғ (тыйыу, тотҡарлыҡ) итешмәҫкә, Мәккәнән һижрәтиткән кешеләрҙе Мәҙинәгә ҡабул итмәҫкә» һүҙ бирҙеләр. Һуңынан Рәсүлулла Ху 0дай бий әлә ҡорбандарын салып, ҡайтып китте.

Был килешеүгә ҡәҙәр кафырҙар менән мосолмандар бер0береһенә дошман бу 0лып, һис бер ҡатнашмағанлыҡтан, кафырҙарҙың күбеһе Ислам диненең ниикән леген дә белмәй ине. Был килешеүҙән һуң кафырҙар, мосолмандар менәнҡатнашып, Ҡөрьәнде һәм ундағы бәләғәт (һүҙ, телмәр матурлығы) үә хик мәт 0тәрҙе ишетә башланы. Ҡөрьән һүҙенең матурлығын, Ислам диненең хаҡлығынаң лаусы, иман килтереүселәр артты. Был хәл Ҡурайыш халҡының иманға кил 0мәүе тәкәбберлектәренән генә булыуын аңлатты. Был килешеү Ислам диненеңта ралыуы өсөн бик ҙур файҙа булды.

Хәйбәр һуғышыҺижрәттең етенсе йылында Рәсүлулла 1600 кешеһе менән Мәҙинәнән өс көн 0

лөк юлдағы Хәйбәр ҡалаһына китте. Хәйбәр халҡы һәммәһе йәһүд булып, ғи лемүә мәғрифәттәре, ҡоралдары, байлыҡтары башҡаларҙан күберәк ине. Бар лыҡһуғыштарҙа йәһүдтәр мосолмандарға зыян килтерергә ты рыш ҡан лыҡтан,уларҙың зыяндарынан ҡотолоу лазым ине. Мосолмандар Хәйбәр хал ҡын икеаҙна ҡәҙәр мөхасара итеп (ҡамап алып), ҡалаға инде, бик күп ғәнимәт ма лы ал 0ды. Йәһүдтәр мосолмандар теләгән ваҡытта ҡаланы ташлап сығырға риза бу 0лып, ерҙәрен дә ҡалдырып, һәр йыл мосолмандарға жизйә (һалым) түләп торҙо.Бик күп ҡораллы, мәғрифәтле, ҙур ҡәлғәле Хәйбәр йәһүдиҙәре лә мәғлүб (еңе 0леү) булғанлыҡтан, мосолмандарҙың шөһрәте тағы артты. Рәсүлулланың тоғ ро 0лоҡ ҡа тырышыуы сит мәмләкәттәргә лә мәшһүр булды.

Мәҙинә тирәһендәге ҡәбиләләрҙең бәғзеләре мосолман булып, бәғзеләре мо 0солман булмайынса Ислам хөкүмәтенең химаяһына (яҡлауына) һыйына баш ла 0ны. Ҡурайыштарҙың мәшһүр баһадирҙарынан Хәлид бин Әл0Үәлид, Ғөмрү бинәл0Ғас кеүектәр ҙә мосолман булды.

Батшаларҙы дәғүәт итеүИслам динен барлыҡ халыҡҡа еткерергә хөрмәтле Хаҡ (Аллаһы) тарафынан

әмер булғанлыҡтан, Рәсүлулла, бөтә тарафтарҙағы батшаларҙы үә әмирҙәрҙеИс лам диненә дәғүәт итеп, мәктүбтәр (хаттар) үә илселәр ебәрҙе. Былмәктүбтәрҙә баҫ тырыу өсөн көмөштән «Мөхәммәт Рәсүлулла» тигән яҙыулымисәт эшләтте.

Батшаларҙың бәғзеһе, әүәлге китаптарҙың хәбәр биреүенә күрә, ғәрәп еренәнбер пәйғәмбәр киләсәгенә, бәғзеһе, Рәсүлулланың ғәҙәләтенән (тоғ ро лоҡ, из ге 0ле генән) үә дәғүәт иткән нәмәләренән хәбәрҙар булып, илселәрен хөр мәт үәриғәйә иттеләр. Хәбәш батшаһы Нәжәши, Бәхрәйән әмире Мүнзир бин Сәүи,Ғүмән омман әмирҙәре Жәйфәр менән Ғәбд Исламды ҡабул итте. Мы сыр бат 0шаһы Мү Ҡауҡис, илсене хөрмәт итеп, Рәсүлуллаға ике әриә (йәш тол ҡа тын),дадал тип мәғрүф (данлыҡлы) бер ҡасыр (мул), ҡиммәтле кейемдәр үә кә сә ләрһәҙиә итте. Рум (Греция, Византия) батшаһы Һиракл Рәсүлулланың пәй ғәм бәрбулыуына ышанһа ла, халҡы хилаф булғанлыҡтан, мәмләкәте ҡу лынан ки 0теүенән ҡурҡып, иманға килмәне. Фәҡәт мәжүси Кисра пәйғәмбәр мәк түбенәил тифат итмәй тәкәбберләнеп, уны йыртып ташланы. Был хәбәр Рә сүлуллағаише телгәс: «Аллаһы Тәғәлә үҙ мәмләкәтендә йыртһын», – тип доға итте. ХәҙрәтҒү мәр ваҡытында мәмләкәт мосолмандар ҡулына керҙе.

Шәһәр Шәриф 159

Page 160: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Мәккәне фәтех итеү (яулап алыу)Һижрәттең һигеҙенсе йылында Мәккә кафырҙары Худайбийәлә биргән вә ғә 0

ҙә һен боҙғанлыҡтан, Рәсүлулла ун мең кешеһе менән Мәккә тарафына сәфәритте. Ҡала янында Мәррүл0заһран исемле урынға еткәс тә, Рәсүлулла ун меңергә ут яҡтырҙы. Быны күргәс тә, һис бер хәбәрһеҙ торған Мәккә халҡы ҡурҡыпҡалды, сөнки мосолмандарға ҡаршы торорлоҡ көстәре юҡ ине. Рәсүлулла ғәс 0кәр ҙе бер нисә төркөмгә бүлеп: «Мәккәгә кергәндә, ҡаршы тормаһалар, ҡан түк 0мә геҙ», – тип әмер бирҙе. Ислам ғәскәре, ҡаланы һәр яҡтан ҡамап, ҡалаға ки 0леп керҙе. Рәсүлулла Мәккәгә Хаҡ (Аллаһы) йәнәбтәренә шөкөр әйтеп, ҡай ғы лыәҙәм кеүек башын эйәренә ҡәҙәр эйеп, тәүәҙиғ (түбәнселек) күрһәтеп керҙе.Тура Ҡәғбәтуллаға барып, тауат итеп ике рәҡәғәт намаҙ уҡыны. Ҡәғбә янында360 самаһы пот бар ине, уларҙы ваттырҙы. Был поттарҙың һәр береһе берәр ҡә 0би ләгә махсус төҙөлгәйне. Поттар ватылғас, был ҡәбиләләр мәғбүдһеҙ (ғибәҙәтҡылына торған әйбер) ҡалды.

Һуңынан Ислам динен асыҡ бәйән итеп, бик фәсих (матур, килешле, оҫта),тәьҫирле бер хөтбә һөйләне. Мәккә халҡы бик әҫәрләнеп, Рәсүлуллаға үә Ис 0ламға ихласлығы артты. Был ваҡытта улар: «Беҙ Мөхәммәткә үә уның сә хә бә 0ләренә бик күп ыҙа, яфа иттек, инде беҙгә ниндәй эш ҡылыр икән?» – тип һәм 0мәһе Рәсүлуллаға ҡарап, ҡурҡып торҙо. Рәсүлулла ла: «Хәҙер минән нимә кө тә 0һегеҙ, нимә уйлайһығыҙ?» – тип һораны. Улар: «Эй, Мөхәммәт, мәр хә мә тең декө тә беҙ», – тигәнгә Рәсүлулла: «Һәммәгеҙ азат», – тине.

Рәсүлулланың иң яман дошмандарына был ҡәҙәр күркәм мөғәмәлә итеүенәғә фү үә мәрхәмәт күргәнлектән, ҡурайыштарҙың күбеһе Хаҡ пәйғәмбәре бу 0лыуына инанып, иманға килде. Әбүбәкер хәҙрәттең атаһы Әбү Кухафә, ҡу ра 0йыш тарҙың башлығы Әбү Суфиян, улы Мүғәүийә Әбүжәһәл, Әбүләһәбтеңулдары мосолман булды. Шул көн Билал хәҙрәт Ҡәғбәгә сығып, аҙан әйтте. Ис 0ла миәт иғлан ителде. Мәккә халҡының ирҙәре үә ҡатындары Рәсүлуллаға бәй 0ғәт итте.

Был ваҡытта әнсар (пәйғәмбәргә ярҙам итеүсе) Кирам: «Пәйғәмбәребеҙ хәҙ 0рәт тәре тыуған0үҫкән еренә хужа булды, инде Мәҙинәгә ҡайтмаҫ», – тип ҡай 0ғыра башланы. Рәсүл хәҙрәт әнсарҙарҙың борсолоуын белгәс тә: «Әй, әнсар, һеҙ 0ҙең шәһәрегеҙгә һижрәт иттем (күстем), мәғишәтем дә (тормошом), вафатымда ошонда буласаҡ», – тине. Әнсарҙар быны ишеткәс тә ғәйәт дәрәжәлә шат ла 0нып, хатта иланылар.

Хүнәйн һуғышыМәккә фәтех ителгәс, кафырҙар бик хәсрәтләнде. 20 меңлек ғәскәр йыйып,

тағы һуғышҡа әҙерләнделәр. Быны Рәсүл Әкрәм хәҙрәттәре ишеткәс, 12 меңлекғәс кәре менән ҡаршы сығып, Хүнәйн исемле урында кафырҙарға юлыҡты. Бәғземо солмандар: «Беҙ аҙ ғәскәр менән дә ғалиб була инек инде. Әлбиттә, ғалиб бу 0лырбыҙ», – тип ғорурланды. Һуғыш башланғас, кафырҙарҙың йәшеренеп торғанкө тәре мосолмандарҙың артынан сыҡты. Мосолмандар ҡурҡыуға төшөп, ҡай 0тырға таралыша башланы. Рәсүл хәҙрәт урынынан һис ҡуҙғалманы. Үҙе үә янын 0дағы Ғаббас хәҙрәт: «Эй, йәмәғәт, йыйылығыҙ!» – тип ғәйрәт менән ҡысҡырҙы.

Сәхәбәләр йыйылып, кафырҙарға яңынан һөжүм итеп, еңеүсе булды. Ка 0фырҙар бөтөн малдарын, ҡатын үә балаларын ташлап ҡасты. Бәғзеләре киреҡай тып, иманға килде. Бәғзеләре ҡасып, Таиф ҡалаһына йыйылды. Мо сол ман 0дар уларҙың артынан ҡалаға саҡлы барып, мөнжәник ярҙамында таш ата баш 0ла һа ла, ҡасып сығыусыларҙың һүҙенән Таиф халҡының аҡрынлап иманға

160 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 161: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ки лә сәге аңлашылып, ҡайтып киттеләр. Был хәбәр дөрөҫләнде: һуңынан үҙҙәреки леп мосолман булдылар. Рәсүлулла 6 меңләп әсирҙе ҡайтарып бирҙе, баш лыҡ 0тары Мәлик бин Ғәүефте шул тарафҡа рәйес итте.

Ислам таралыуы (интишар ислам)Мәккә фәтех ителеп, Хүнәйндә лә мәғлүб булғас, кафырҙарҙың шәүҡәте (көс0

ҡеүәте) бөттө, Ҡурайыш халҡы һәммәһе иманға килде. Улар артынан Мәккәтарафындағы башҡа ҡәбиләләр ҙә, берәм0берәм Рәсүлулла хозурына килеп,иман килтерә башланы. Ислам дине бик тиҙ арала бөтә тарафҡа йәйелде, сөнкиғәрәптәрҙең күбеһе Ҡөрьәндең бәләғәтен, Ислам диненең аҡылға, хикмәткәмуафиҡ булыуын, Рәсүл хәҙрәттең тоғролоғон ишетеп, был дингә мөхәббәттәреарт ҡайны. Фәҡәт үҙҙәре: «Аллаһы Тәғәлә Мәккәне ямандарҙан һаҡлай, ҡәҙерлеәҙәмдәр ҡулында ғына тота», – тип иғтиҡад иткәнлектән һәм Ҡурайыш ғәрәп тә 0ренең башлығы булғанынан ғына иманға килмәй торалар ине. Шунлыҡтан:«Әгәр Мөхәммәт хаҡ пәйғәмбәр булмаһа, Мәккәгә хужа була алмаҫ ине», – типиман килтерҙеләр.

Мәккә яулап алынып, Рәсүлулла бер нисә көндән Мәҙинәгә ҡайтҡанда, төрлөтарафтан килеп мосолман булыусылар бик күбәйҙе. Һәр көн тиерлек төрлөяҡтан килгән ҡәбиләләр, илселәр Мәҙинәлә тулып торҙо. Мәккәлә 13 йылдайөҙләп кенә һаналған мосолмандар Мәҙинәгә урынлашып, туғыҙ0ун йыл торғас,йөҙләп, меңләп кенә түгел, бәлки, йөҙ меңләп, миллионлап һанала башланы.Ислам дине сит мәмләкәттәргә лә мәшһүр булып, һәммәһе мосолмандарҙанҡурҡа башланы. Нисә мең йылдан бирле йоҡлап ятҡан ғәрәптәрҙең тиҙҡуҙғалып, һәр ерҙә ғалиб булыуҙарын, һәр ваҡыт ғәҙәләт үә тоғролоҡто алда то 0тоу ҙарын күреп, иҫтәре китте. Өҫтәүенә, дошмандар зарарынан ҡурҡыу ҡал 0мағанлыҡтан, Рәсүлулла бик тырышып шәриғәт ҡанундарын өйрәтергә ке 0реште. Ҡөрьәндә булған хөкөмдәрҙе, ғибәҙәт, әхлаҡ, мөғәмәлә мәсьәләләренасыҡ аңлатты, донъяла бәхетле мәғишәт итеүгә, әхирәттә сәғәҙәткә (бәхеткә) сә 0бәп булған юлды күрһәтте. Бөтә эштәрҙе низамға (тәртипкә) ҡуйҙы, һәр та 0рафҡа вәлиҙәр (губернаторҙар), һәр ҡәбиләгә рәйестәр тәғәйен итте. Байҙарҙанзә ҡәт йыйып, фәҡирҙәргә, башҡа тейешле урындарға таратмаҡ өсөн, һәр та 0рафҡа ғамилдар (зәҡәт йыйыусылар) билдәләне.

Хәжжәтүл үидәр (хушлашыу хаты)Һижрәттән унынсы сәнәлә Рәсүлулла хәҙрәт хаж сәфәренә ниәт итте. Мә ҙи 0

нә нән үә уның тирәһенән йөҙ меңдән күберәк кеше әһле Ислам хажға әҙер бул 0ды. Рәсүл хәҙрәт был сәфәрҙә ғәйәт әҫәрле фәсих (матур һөйләү, ораторлыҡ),оҙон вәғәз һөйләп, Ислам диненең һәммә хөкөмдәрен бәйән итте: «Бәлки, бы 0нан һуң ошо ерҙә минең менән күрешмәҫһегеҙ», – тип ғүмеренең аҙ ҡал ған лы 0ғын аңлатты, васыяттарын еткерҙе. Мәккәлә ун көн торғас, тәүаф итеп, тирә0яҡтан килгән хажиҙар менән хушлашып, Мәҙинәгә ҡайтты. Рәсүл хәҙрәттеңһуң ғы хажы булғанлыҡтан, быға «Хәжжәтүл үидәғ» тиҙәр.

Рәсүлулла тарафынан шәриғәт ҡанундары тамам бәйән ителде. Хаҡ (Алла)йә нәбтәре тарафынан 23 йылда Ҡөрьән тамам назил булды (күктән төшөрөлдө),Ис лам бөтөн яҡҡа таралып, һәр йәһәттән дә хәүеф ҡалманы. Тимәк, Рәсүл хәҙ 0рәт йәнәбтәре донъяла булған пәйғәмбәрлек вазифаһына камил ада (үтәне) ит 0те. Шул ваҡыт һижрәттең ун беренсе йылында сәфәр айында хәстә (ауырыу) бу 0лып, мөбәрәк башы ауырта башланы, әҙерәк биҙгәк тотто. Рәбиғүл әүүәл кер 0гәндә ауырыуы көсәйҙе. Ауырыу булһа ла, хәҙрәт һаман мәсеткә сыҡты. Ва фа ты 0на өс көн ҡалғанда, хәле ауыр булғанлыҡтан, Әбүбәкер хәҙрәткә имам торорға

Шәһәр Шәриф 161

6 «Ағиҙел», №5.

Page 162: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҡушты. Рәсүл хәҙрәтте мәсеттә күрмәгәс, сәхәбәләр йәғәт дәрәжәлә ҡайғығатөш тө, һауығыуын теләнеләр. Сәхәбәләр Рәсүл хәҙрәт өммәте өсөн йәнен фиҙаитергә торғанлыҡтан, Рәсүлулла кешеләр ҡултыҡлаған килеш мәсеткә сығып,на маҙ уҡыны, сәхәбәләргә һуңғы нәсихәттәрен еткерҙе. Сәхәбәләрҙең күбеһе улкөн дәрҙе мәсет буйында илап үткәрә ине. Рәбиғүл әүүәл ун икенселә дүшәмбекөн ҡояш күтәрелгәндә, 63 йәшендә Рәсүл хәҙрәт тәшриф итте (китте). Бөтөндонъ яға ҡараңғылыҡ килде, ҡайғы баҫты. Сәхәбәләр пәйғәмбәрҙең вафатынанғә йәт ҡайғырҙы, ашау0эсеүҙәрен онотто. Бөгөн мәсеттә илашҡан тауыш ише 0телде. Бәғзеләре һушы китеп йығылды, бәғзеләре телһеҙ булып, ҡатып ҡалды.Бәғзеләре: «Пәйғәмбәр булғас, нисек вафат булһын», – тип ышанманы. Хаттахәҙ рәт Ғүмәр, хайранға ҡалып: «Пәйғәмбәребеҙ вафат булғаны юҡ, кем дә, ва 0фат булды, тиһә, башын ҡылыс менән сабам», – тип ҡылысын күтәреп торҙо.

Шул ваҡытта Әбүбәкер хәҙрәт килде, ғәйәт сабыр, аҡыллы кеше ине. Шул хәт 0ле ауырлыҡ килгәндә лә һис аптыраманы, Рәсүл хәҙрәт янына керҙе. Мөбәрәкйөҙөн асып, маңлайынан үбеп: «Тере ваҡытыңда ла хуш еҫле инең, үлгәс тә хушеҫлеһең, йә, Рәсүлулла», – тине лә, күҙҙәренән йылға булып йәш аҡты. Һуңынанйы йылған халыҡҡа сығып: «Әй, йәмәғәт! Кем дә кем Мөхәммәткә ғибәҙәт итһәлә, Мөхәммәт вафат инде. Әгәр Аллаһыға ғибәҙәт итһә, Аллаһы хәй (тере, йән 0ле) үә баҡыйҙар һис бер ваҡыт вафат булмаҫ», – тине. Рәсүл хәҙрәткә лә үлемки ләсәген аңлатҡан аятты уҡыны.

Әбүбәкер хәҙрәт рази йәл0лаһә Ғәнһүнең нәсихәтенән һуң сәхәбәләр аҡыл да 0рына килеп, эшкә тотондо. Шишәмбе көн йыйылып, иттифаҡ менән Әбүбәкерхәҙ рәтте хәлифә итеп һайланылар. Бер көн булһа ла хәлифәһеҙ тороуҙы монасиб(яраҡ лы, кәрәкле) күрмәнеләр. Шаршамбы көн Рәсүл хәҙрәтте йыуып, вафатбул ған ерендә ҡәбер ҡаҙып, дәфен иттеләр.

Жәһилиәт (наҙанлыҡ) заманыҒәрәптәрҙең Исламдан элек булған замандарына «жәһилиәт заманы» тиҙәр.

Ул ваҡытта ғәрәптәр ғилем, мәғрифәттән хәбәрһеҙ, һәр йәһәттән низамһыҙ тар 0ҡау, хайуан тәбиғәтле булып йәшәй ине. Ғәрәптәр ҡәбилә0ҡәбиләгә бүленеп,бер0береһенән айырылып мәғишәт итә, араларынан ҡартыраҡ, тәдбирерәк (эш 0тең аҙағын алдан белеп, күреп эшләүсе) рәйес булып хөкөм итеп, бөтөн Ғәрә бс 0тан да ҙур батшалыҡ булғаны юҡ ине. Ғәрәбстан ташлы үә ҡомло сүл бул ған 0лыҡтан, башҡа батшалар ул ергә ҡыҙыҡмай, ғәрәптәр үҙҙәре лә ғәйрәтле, үҙенбөйөк күргән халыҡ булғанлыҡтан, башҡалар ҡулында тороуҙы ғәрлек һанайине. Ҡәбиләләр араһында дошманлыҡ көслө булып, һәр ваҡыт низағлашып ғү 0мер итәләр, юҡ ҡына сәбәп өсөн дә үлтерешәләр, малдарын урлайҙар ине. Ара 0ларында иттифаҡ тигән нәмә юҡ, фәҡәт бәғзе ваҡыттарҙа яҡлашып һуғышыуөсөн генә бәғзе ҡәбиләләр берҙәмлеккә килә ине. Хаж айҙарында ғына бер0бе ре 0һенә золом итмәй, һуғышмайҙар ине. Һуғышып ғүмер иткәнгә, һөңгө, ҡылыстоторға, атҡа менергә маһир инеләр.

Ғәрәптәрҙә ғилем, мәғрифәт юҡ, уҡый0яҙа белеүсе лә бик аҙ. Бар ғилемдәрефә сих шиғырҙар үә вәғәз һөйләү ине. Күбеһе хайуан тәрбиә итеп, көтөү көтөпмәғишәт итәләр, ҡайһылары Шам, Йемен тарафтарына каруан йөрөтөп, сауҙа,хаж ваҡыттарында ҙур баҙарҙар, йәрминкәләр була ине. Бик күп насар ғәҙәттәршәиғ (халыҡ араһына таралыу, һәр кемгә билдәле булыу) булып, жәһаләткә (на 0ҙанлыҡҡа, белемһеҙлеккә) сумғандар ине. Кеше үлтереү, талау, зина ҡылыу, юҡ0бар нәмәләрҙән шомланыу, хәмер эсеү бик таралғайны. Бәғзеләре, фәҡирлектәнҡур ҡып, балаларын тереләй дәфен итә, ҡыҙ бала тыуыуҙан шомлана, үҫтерепке йәүгә биреүҙән ғәрләнеп, уларҙы үлтерә, ҡатын0ҡыҙҙы үә сабыйҙарҙымираҫтан мәхрүм итә ине.

162 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 163: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Кешенең ғилеменә һәм аҡылына түгел, бәлки, нәҫел0нәсәбенә ҡарап фекерйөрөтәләр, нәҫел менән бик маҡтаналар ине. Ғәрәптәрҙең мосолмандарҙы хөр 0мәт, туғандарҙы ололау, йомартлыҡ, һүҙгә тоғролоҡ, ашау0эсеүҙә, кейемдә тә 0кәл лефһеҙлек (яһалма, ҡыланыуҙың булмауы), аҙ менән ҡәнәғәтләнеү, аслыҡ үәһәр төрлө ауырлыҡтарға сабыр итеү кеүек күркәм ғәҙәттәре лә бар ине. Ғә рәп 0тәр һүҙгә маһир, йөрәкле, баһадир, зиһенле булып, күбеһе хөтбәләрҙе, ши 0ғырҙарҙы бер ишетеү менән күңеленә һала, кәрәк ваҡытта бер хәрефен яңы 0лышмай уҡый ине. Нәҫелдәрен әллә нисә бабаларына хәтле яңылышмай һөй 0ләй ҙәр ине.

Ғәрәптәр элек тә Ибраһим Ғәләйһис0сәләм шәриғәте менән ғүмер итһә лә,уның вафатынан өс мең йылдан күберәк ваҡыт үткәс, дингә иғтиҡадтары бо ҙо 0лоп, Ибраһим Ғәләйһис0сәләмдән ҡалған динде бөтөнләй үҙгәрткәйне. РәсүлӘк рәмебеҙ килгәс тә, күбеһе – поттарға, бәғзеләре – айға, ҡояшҡа, йондоҙҙарға,бәғ зеләре утҡа ғибәҙәт ҡылып, араларында Таурат, Инжил менән ғәмәл итеү 0селәр бик аҙ ине. Иғтиҡад боҙоҡлоғо шул дәрәжәгә еткәйне: хатта бәғзе ҡә би 0ләләр поттарҙы ҡамырҙан, хәлүәнән яһап, шуға ғибәҙәт итәләр, аслыҡ булһа,шу нан ярҙам һорайҙар, әгәр маҡсаттары хасил булмаһа, ул потты йыйылыпашай ҙар ине.

Ғәрәптәрҙә Ибраһим Ғәләйһис0сәләмдән ҡалған нәзәфатҡа риғәйә итеү, мо са 0фирҙарҙы хөрмәтләү, үлектәрҙе йыуып кәфенләү, ғөсөл, сөннәт ҡылыу кеүеккүркәм ғәҙәттәр ҙә бар ине. Ғәрәптәр Ҡәғбәне бик ғәзиз белеп, һәр йыл хажғаки леп тәүаф итә, поттарына ҡорбан сала ине. Ләкин хаж иткәндә гонаһлы донъякейемдәре менән ғибәҙәт ҡылмайбыҙ тип, кейемдәрен һалып, ирҙәр ҙә, ҡа тын 0дар ҙа инәнән тыума яланғас тәүаф итә, фәҡәт бәғзе ҡатындар ғәүрәттәренә(оят ергә) бер пәрҙә генә ҡуя ине. Иғтиҡадтары буйынса ул кейемдәрҙе һис беркемгә кейергә ярамағанлыҡтан, улар сереп, исраф булды. Кейем менән тәүафитеү Ҡурайыш ҡәбиләһенә хас ине. Ғәрәптәрҙең бынан башҡа ла боҙоҡ ғәҙәт тә 0ре күп булып, балалары ла шуларҙы күреп тәрбиәләнгәндән, уларҙың төҙәлеүих тималы булманы. Әгәр берәйһе: «Ғәрәптәр 15 – 20 йылда һәммәһе уянырҙар,иғ тиҡадтары, әхлаҡтары төҙәлер, берҙәмлеккә килеп, ғәҙәләтле, ҡеүәтле хө 0күмәттәре булыр, бөтөн тирә0яҡты ҡурҡытып торорҙар, был эштәрҙең һәм 0мәһен бер зат эшләр», – тиһәләр, һис кем ышанмаҫ, һәр кеше көлөр, һөйләүсегә«йү ләр» тип әйтерҙәр ине. Сөнки нисә мең йылдарҙан бирле ғилемһеҙ, мәғ 0рифәтһеҙ, бәҙәүи (күсмә тормошло) булып килгән халыҡтың 15 – 20 йыл эсендәуя нып, төҙәлеп китеүе донъяла һис күренгәне юҡ ине.

Ғасыр сәғәҙәт (Бәхетле быуат)Рәсүл Әкрәм Мөхәммәт Ғәләйһис0сәләтү үәс0сәләм иғтиҡадтары, әхлаҡтары

бо ҙолған, нисә мең йылдан бирле мәғрифәтһеҙ, ғафил булып ғүмер иткән, һисбер хөкүмәт, батшалыҡ күрмәгән, низам белмәгән ғәрәптәргә пәйғәмбәр итепебә релде. Рәсүл бәндәләрҙең донъяла, әхирәттә бәхеткә сәбәп иткән юлды күр 0һәтеп, башта ғәрәптәрҙе, һуңынан барлыҡ инсандарҙы (кешеләрҙе) шул юлғадәғүәт итте.

Ҡурайыш халҡы яңы дингә ғәйәт ҡаршылашты, Рәсүл Әкрәмгә бик күп ыҙа,яфа күрһәтте, нисә мәртәбә үлтерергә ҡасид итте. Ләкин ул мөбәрәк зат, нихәтле ауырлыҡ күрһә лә, ғәйрәтенә, ижтиһадына кәмселек килтермәне, өмөтөнөҙ мәне. Һаман аҡрынлап йомшаҡлыҡ менән Ислам динен аңлатырға тырышты.Фә ҡәт Ҡурайыш халҡының ҡарышыуы бик көслө булғанлыҡтан, 13 йылда икейөҙ ләп кенә кеше иманға килде. Мәккә халҡынан өмөт өҙгәс, Мәҙинәгә күсеп,

Шәһәр Шәриф 163

6*

Page 164: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Мө хәммәт унда ун йыл торҙо. Ислам диненең таралыуы һуңғы ун йыл эсендәбулды.

Рәсүл Әкрәмебеҙ был мөҙҙәт эсендә Ҡиәмәткә (әхирәт, донъя бөткән көн)ҡә ҙәр аҡыл үә хакимиәткә муафиҡ, донъя үә әхирәттә бәхетле булыуҙарына сә 0бәп бул ған дин килтерҙе, ике меңдәрсә ҡәбиләгә бүленеп мәғишәт иткән ғә рәп 0тәрҙе бер иттифаҡҡа йыйып, ҡеүәтле милләт, ҙур бер хөкүмәт яһаны. Жәһилиәт(на ҙан лыҡ, ҡараңғылыҡ) заманында булған золом, хыянат, талашыу, яҡлашыу,үл тереүҙәрҙе бөтөрөп, һәммәһен ғәҙәләтле, тигеҙ хоҡуҡлы, билгеле низамғаҡуйҙы. Нисә йылдар буйына ҡандарына һеңеп килгән боҙоҡ иғтиҡадтарҙы,шомланыуҙарҙы бөтөрөп, «файҙа үә зарар итеүсе Аллаһы ғына, һәр эштә фәҡәтАл лаһының ризалығын, тоғролоғон ғына уйлап эш ҡылырға кәрәклеген, шом 0ла ныуҙарҙың бөтәһе наҙанлыҡтан килгән Жәһилиәт ғәҙәттәре» икәнен камилтө шөндөрҙө.

Ғәрәптәр араһындағы боҙоҡ ғәҙәттәрҙе, аҡылға хилаф эштәрҙе, маҡ та ныу 0ҙарҙы бөтөрөп, бөтөн Ғәрәбстанға Ислам үә ғәҙәләт таратты. Һәр кемгә ғилемөй рәнеү фарыз икәнлеген белдереп, халыҡ араһында уҡый0яҙа белгән кешеләркүберәк булһын тип, балаларҙы әсир төшкән кафырҙарҙан булһа ла уҡыттырҙы,мәғрифәтле, иғтиҡадлы, тоғро әҙәмдәрҙе арттырырға тырышты.

Хүләсә (нәтижә): Мөхтәрәм Рәсүл иғтиҡад, мөғәмәлә, ғәҙәт йәһәтенән бик тү 0бән дәрәжәлә булған ғәрәптәрҙе иң юғары дәрәжәгә сығарҙы, уларҙың тә би ғәт 0тәрендә булған золом, маҡтаныу урынына – инсаф, тупаҫлыҡ урынына – мө лә 0йем лек, дошманлыҡ урынына – мөхәббәт, низағ үә һуғыш урынына – солох үәты ныслыҡ, наҙанлыҡ урынына – ғилем үә мәғрифәт, тарҡаулыҡ урынына – ит 0ти фаҡ, зина һәм фәхеш урынына – ғиффәт, зәләләт (түбәнлелек, хурлыҡ) уры 0нына – тоғ ро иғтиҡад үә Аллаһынан ҡурҡыу, ялҡаулыҡтары урынына иж ти һадурын лаштырып, ҡеүәтле, мәғрифәтле, тәрбиәле милләт итте.

Ҡөрьән Рәсүлулла шәрифендә сәхәбәләргә икенсе төрлө йән керҙе. Уҡыу0яҙыу белмәгән, хәмер эсеү, поттарға ғибәҙәт ҡылыу, шиғыр һөйләү, мал ҡа 0рауҙан башҡаны белмәгән ғәрәптәр мәғрифәтле, донъя үә әхирәт өсөн ғәйәтиж тиһадлы заттар булып китте, боҙоҡ ғәҙәттәрен ташлап, малдарын, йәндәреная май, бөтөн зиһендәрен ҡуйып Ислам дине үә тоғролоҡ өсөн тырыштылар.Мосолмандар Ҡөрьән, хәҙис менән ғәмәл ҡылыуҙары, Аллаһыға табынып донъяүә әхирәттәрен төҙәтергә ижтиһад итеүҙәре арҡаһында бөтә тарафтарҙа булғанбат шаларҙы ҡурҡытып торҙо. Һәммәһенең ғәрәптәрҙең был ҡәҙәр тиҙ уянып, те 0реклек итеүенә, был ҡәҙәр берҙәмлектә булыуына иҫтәре китте.

Ғәрәптәрҙең жәһилиәт заманында булған иғтиҡад әхлаҡ боҙоҡлоҡтары бө 0төп, һәммәһенең (ир, ҡатын, бай, фәҡир, нәҫелле, нәҫелһеҙ, ҡол, хужа) хо ҡуҡ 0тары риғәйә ителеп, мәғрифәт, ғәҙеллек менән бер0береһенә мөхәббәт үә ярҙамитеп, рәхәт йәшәне, һәр эш мөстәхиҡтарға (лайыҡлы кешеләргә) тапшырылды.Хат та Рәсүл Әкрәм хәҙрәттәренең вафаты ваҡытында Шам сәфәренә әҙерләнгәнғәс кәрҙең башлығы ата0әсәһе ҡол булған 18 – 20 йәшлек Үсәмә бин Зәйл ине. Рә 0сүл Әкрәмебеҙҙән һуң Хүләфә Рәшидүн Ислам динен, тоғролоҡто нәшер итергәты рышты. Бик күп әҙәмдәр Ислам динен ишетеп, уны аҡыл үә хикмәткәмунафиҡ табып, йыраҡ ерҙәрҙән килеп мосолман булды. Ғәрәптәр донъяныңтөр лө тарафтарына сәйәхәт итте, Ислам дине донъяның бер тарафынан икенсета рафына ҡәҙәр таралды. Ул ваҡыттарҙа мосолмандар Ҡөрьән вәғәздәренә,Рәсүл Әкрәмдең һүҙҙәренә камил риғәйә итеп, шуларҙы юлбашсы тотоп иж 0тиһад итә ине. Мосолмандарҙың динде аңлап мәғишәт иткән был нурлы за ман 0да рына «Ғасыр сәғәҙәт» (Бәхетле быуат) тиҙәр.

164 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 165: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Шәмаил шәрифӘүсаф Рәсүл (Рәсүлдең сифаттары): Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу

Ғәләйһис0сәләм ғәйеттә күркәм, нурлы йөҙлө, тулы кәүҙәле, сәләмәт бәдәнле(тәнле, кәүҙәле) ине. Оҙонсараҡ буйлы, ҡулбаштары үә күкрәге киң һәм эсеменән тигеҙ ине. Ҙур башлы, киң маңлайлы, аҙ ғына ҡыҙыллыҡ ҡатышҡан аҡтүшле, түңәрәк йөҙлө, ғәйәт мөһабәт чәһрәле (йөҙ, ҡиәфәт) ине. Нурлы йөҙөнаңһыҙҙан күргән кешене уның мөһабәте баҫып ҡурҡып китер, Рәсүлулла менәнсөхбәт үә өлфәт иткән (бергә ултырған, юлдашлыҡ иткән үә аралашҡан, дуҫ 0лашҡан) әҙәм йән күңеленән уға ғашиҡ булыр ине. Бар ҡайғылы әҙәм уның мө 0бәрәк йөҙөн күргәндә ҡайғыһы бөтөп, шатлыҡ хасил булды. Ҙур ҡара күҙле,нескә оҙон ҡашлы, оҙон керпекле, уртаһы аҙ ғына ҡалҡыу танаулы, ҙурыраҡауыҙ лы, тештәре бик аҡ үә һирәк ине. Күҙе бик үткер булып, көндөҙ ҙә йон доҙ 0ҙарҙы, ҡараңғы төндәрҙә нескә нәмәләрҙе күрә ине.

Ҡара һаҡаллы, ҡара сәсле, сәсе аҙ ғына бөҙрә булып, сәс үә һаҡалында бернисә бөртөк кенә аҡтары бар ине. Ҡулы бик йомшаҡ үә киң, беләктәрендә, аяҡ 0тарында һирәк төктәр бар ине. Йөрөгән ваҡыттарында, уйһыу ергә төшкәнкеүек, аяғын күтәреп, эре атлап йөрөр булды. Төрлө тарафҡа ҡарарға булһа, күҙсите менән генә түгел, кәүҙәһе менән боролоп ҡарай, күп ваҡытта сәхәбәләрҙеалдан ебәреп, үҙе арттарынан төшә ине.

Фәсәхәт (оҫта теллек) үә һөйләшеүе: Күркәм тауышлы, татлы үә мөләйемһүҙле, һүҙе ғәйәт тәьҫирле үә тәҡлифһеҙ (көсләүһеҙ) ине. Кәрәк ваҡытта за ру 0рат (тейешле, кәрәкле) ҡәҙәрле генә һөйләй, һүҙ уйнатмай, насар һүҙҙәр әйт 0мәй, аҙ һөйләп тә күп мәғәнә аңлатты. Уйлап, фекерләп, һәр кемгә аңлайышлы,асыҡ итеп, ҡабаланмай һөйләй, һүҙҙәрен камил аңлап йәки һанап та торорғамөм кин. Яҡшы аңлаһындар өсөн, бәғзе һүҙҙәре өс мәртәбә ҡабатлай, һөйләйбаш лаһа, бөтөн мөхлисен (күңелен) биреп, һәммәһе туҡталып ихлас итеп тың 0лайҙар. Пәйғәмбәр артыҡ һүҙҙәр ҡатнаштырмай, хәбәрен аңлатмайынса ҡал 0дырмай, артыҡ ҡысҡырып та һөйләмәй. Фәҡәт вәғәз, хөтбә һөйләргә баш лаһайәки Ҡиәмәт (ахырзаман) хаҡында һөйләһә, йөҙө ҡыҙара, тауышы кү тә ре лә,ғәйрәт менән тәьҫирле итеп һөйләй ине.

Мөғәмәләһе: Сит кешеләргә, хатта дошмандарына, асыҡ йөҙ, итәғәтле һүҙ ме 0нән мөғәмәлә итә, ҡайғылыларҙы йыуатырға тырыша. Һәр кемгә үҙе яратҡанисеме менән өндәшә, осрағандарға иң элек үҙе сәләм бирә, күрешергә башлапҡул һуҙа. Кеше үҙе ебәрмәйенсә ҡулын алмай, берәүһе һүҙ башлаһа, һүҙен бө 0төрөп, үҙе айырылып киткәнде көтә, бүлдереп, ташлап китмәй ине. Кешегә ал 0дан хәбәр итеп, рөхсәт һорап, сәләм биреп бара. «Кем бар?» – тип һораһалар,«мин» тимәй, «Мөхәммәт», – тип исемен әйтә. Кис булһа, «йоҡлағандыр, уят ма 0йым» тип аҡырыныраҡ сәләм бирә, берәйһе саҡырһа, «ләббәйкә» (ихласлыҡме нән үтенес үтәргә әҙерлек) тип асыҡ йөҙ менән яуап бирә ине.

Мәжлескә барһа, ҡайҙа урын бар, шунда ултыра, артыҡ тәғзим (ололауҙарын)итеү ҙәрен яратмай, һис кемдән алға сығып ултырмай, аяғын кешегә табан һуҙ 0май. Мәжлестә ултырғандарҙың береһенә генә ҡарап һөйләмәйенсә, барыһынаил тифат итеп, аҡрын тауыш менән һөйләй, ә мәжлестәгеләрҙең һәр ҡайһыһы,Рәсүл хәҙрәткә иң яҡыныраҡ ултырырға кәрәк, тип уйлай ине. Еңел мәжлеслебулып, донъя үә әхирәт, мәғишәт мәсьәләләре хаҡында һөйләшә0кәңәшләшә,берәйһенә һөйләһә, уға бөтөнләй боролоп әйтә, кешене бүлеп һүҙ башламай.Кешегә, иҫе киткән төҫлө, бик тура ҡарамай ине.

Ниндәй ғәжәп хәл булһа ла, ҡысҡырып көлмәй, бәлки, йылмайып ҡына ҡуя.Насар һүҙ әйткәндә бәрелмәй, бәлки, сакит (һүҙҙән туҡтаусы) илә илтифат ит 0мә йенсә, йомшаҡлыҡ менән тәнбиһ (иҫкәртеү) яһай ине. Сәхәбәләрҙән берәйһе

Шәһәр Шәриф 165

Page 166: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

күрен мәһә, уны ҡайғыртып, «Фәлән кеше ҡайҙа?» тип һораша, ауырыу булһа,хә лен белергә бара, үлеп ҡалһа, йыназаһына әҙерләнә ине.

Ике кеше йәки ике ҡәбилә араһында низағ, тауыш сыҡһа, ҡотортоп, дош 0манлыҡты арттырырға түгел, бәлки, мөмкин ҡәҙәр бер0береһе менән ки леш 0терергә тырыша. Кешенең хәжәтен үтәргә ярата, һәр кемдең аҡылына ҡарапһүҙ һөйләй, дәрәжәһенә күрә хөрмәт итә. Һис кемде үҙенә нәфрәт иттермәй,кешенең насарлығынан бигерәк яҡшылығын күрергә тырыша, ғәйбәтентикшермәй, ғәйебе булһа ла: «Эй, йәмәғәт, фәлән эштәрҙе эшләмәҫкә кәрәк», –тип дөйөм әйтә, асыуланмай. Һәр кемдең күңелен табырға тырыша, кешехәтерен ҡалдырыуҙы һөймәй, һәр кемде бер төрлө риғәйә итеп, был олуғ йәкибай кеше, тип иҫе китмәй, был дәрәжәһеҙ, фәҡир кеше, тип илтифатһыҙлыҡкүрһәтмәй ине.

Тәүәҙүғ үә шәфҡәтлеге: Һәр кемгә тәүәҙүғ (баҫалҡы, әҙәпле), түбәнселекле,мәр хәмәтле ине. Мәжлескә кергәндә сәхәбәләрҙең урындарынан торғандарынярат май, үҙен һис кемдән артыҡ тоймай: «Мин дә бер ҡолмон, ҡолдар кеүек ул 0тырам, ҡолдар ашағанды ашайым», – тип әйтер ине. Ишәккә, атҡа, дөйәгә ат 0лана, бәғзе ваҡыт янына кеше мендерә, фәҡир, меҫкендәрҙең хәлен белешә,улар менән ултырыша, һәр ҡайһыһына ярҙам итергә ярата, йәғни фәҡир, зәғиф,тол ҡатындарға үә башҡа мохтаждарға ярҙам итергә өйрәтә ине.

Ни ҡәҙәр хәҙимдәре (хеҙмәтселәре) үә ҡолдары булһа ла, өй йәмәғәттәренәяр ҙам итешә, ҡуйҙарын һауыша, малдарға ашарға бирә, иҙән һеперә, баҙарға ба 0ра, тауарын үҙе күтәреп ҡайта. Кейем йыртыҡтарын үҙе тегә, кейемен таҙа тота,эшен һис ауырһынмай башҡара, бәғзе ваҡыт хайуандарға һыу биргәндә эсепбөтөргәнсе мөбәрәк ҡулы менән һауытты күтәреп тора ине. Ҡунаҡтарҙы: «Мәр 0хә бә (хуш килдегеҙ)», – тип асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, ҡу наҡ аҫтына нимәлерһала, бәғзе ваҡыт үҙенең аҫтында булған нәмәне ҡунаҡҡа биреп, үҙе ергәултыра ине.

Бер ваҡыт ҡунаҡтар килеп, үҙе хеҙмәт итә башлағанда бәғзе сәхәбәләр: «Йә,Рә сүлулла, ултырығыҙ, үҙебеҙ хеҙмәт итәбеҙ», – тигәс: «Улар минең сә хә бә лә 0ремде хөрмәт иткәндәр ине, мин дә үҙем хеҙмәт итеүҙе яратам», – тине. Хай уан 0дарға, хеҙмәтселәргә ҡул, тел тейҙереүҙе, кеше эшләгәндә ҡарап тороуҙы ярат 0маны. Әнәс бин Мәлик: «Мин Рәсүлуллаға ун йыл хеҙмәт иттем. «Ниңә былайэш ләнегеҙ?» тип асыуланманы үә һис кемгә һуҡманы үә һис ваҡыт «уф» тип тәәйт мәне», – тине.

Бер ваҡыт сәфәрҙә сәхәбәләр, тәғам бешерә башлап, бәғзеһе – ит, бәғзеһе –һыу, бәғзеһе ҡаҙан әҙерләргә тотонғанда: «Ул эштәрҙе һеҙ эшләй тороғоҙ, минутын йыйырға барам», – тине. «Йә, Рәсүлулла! Беҙ үҙебеҙ һәммә эште эшләрбеҙ»,– тигәс: «Беләм, эшләрһегеҙ, ләкин мин һеҙҙән айырылып, ҡарап тороуҙы ярат 0ма йым. Аллаһы бер әҙәмдең иптәштәренән айырым булыуын һөймәй», – типяуап бирҙе. Яҡын0йыраҡ ир0ҡатын, хужа0ҡолдарҙың һәммәһенә ҡатнаша, һөй 0ләшә, бәғзе ваҡыт мизах мотаябә (кәйеф, сәләмәтлек хаҡында көлкөлө,ҡыҙыҡлы һүҙҙәр) әйтә, бәғзе ваҡыт ҡолдар менән бер табаҡтан ашай, сә хә 0бәләрҙең сабыйҙарын алып һөйә, уйната, итәгенә ултырта. «Мин пәйғәмбәр»тип һис ололанып тормай, маҡтанмай.

Бер әҙәм артыҡ ололап, ҡулын үбә башлағанда: «Үҙегеҙҙең бер кешегеҙмен,бат ша түгелмен. Артыҡ тәғзим итмәгеҙ» – тине. Мәккәне яулап алғас, шатланыпғәйрәт, мөһабәтлек күрһәтеп, ҡалаға башын түбән эйеп, тәүәҙуғ (түбәнселек)күрһәтеп, ҡайғылы рәүештә килеп керҙе. Берәү уның мөһабәтлегенән ҡурҡып,дерелдәп торғанда: «Мин ҡатҡан ит, ҡатҡан икмәк киҫәктәре ашап торған берҡатын балаһымын, батша түгелмен, улай иҫең китмәһен», – тигән.

Ғәфү үә хәлиме (ғәфү итә белеүе, йыуашлығы, сабырлығы): Бик киң холоҡло,

166 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 167: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

йомшаҡ тәбиғәтле, күркәм мөғәмәләле, һис кемдән үс алырға теләмәй, үҙенәяман мөғәмәлә иткәндәрендә лә ғәфү итеп, яманлыҡҡа ҡаршы ихласлыҡ итергәтырышты. Ухуд һуғышында кафырҙар мөбәрәк йөҙөн йәрәхәтләп, тешенһындырғанда, бәғзе сәхәбәләр. «Йә, Рәсүлулла, быларға бәддоға (яуыз доға, ҡар 0ғыш) ҡылһаң ине», – тигәндәренә: «Мин ләғнәт өсөн түгел, бәлки, рәхмәт өсөнебәрелдем», – тине һәм: «Йә, Рабби, был халыҡ наҙанлығы менән шулай итә,улар ҙы үҙең ғәфү ит, тоғро юлға күндер», – тип хәйер доға ҡылды.

Бер йәһүди Рәсүлуллаға килеп: «Йә, Мөхәммәт, бурысымды бир, һеҙ, Ғәб дел 0моталлиб балалары, һәммәгеҙ бурысты оҙаҡ тотаһығыҙ», – тип ғәйрәт күр һәтеп,яғаһынан алды. Быны күргәс, Ғүмәр хәҙрәт йәһүдигә күҙен тултырып ҡарап:«Ах, бәдбәхет, ни һөйләйһең?» – тип ғәйрәт күрһәтте. Рәсүл хәҙрәт һис асыу лан 0май: «Әй, Ғүмәр, ваҡыты етмәгән булһа ла, бурысын бир һәм 20 сағ (дүрт бот)арттырып бир, уныһы һинең ҡурҡытҡаның өсөн булыр», – тине. Йәһүди был мө 0ғәмәләне күреп: «Мин, Тауратта ебәреләсәге хәбәр ителгән пәйғәмбәр үс алыр 0ға тырышмаҫ, тип күргәйнем. Хаҡ пәйғәмбәр икәнһең, һынап ҡарау өсөн генәшундай әҙәпһеҙлек иттем», – тип иманға килде.

Йомартлығы: Бик йомарт булып, һәр кемдең хәжәтен үтәргә тырыша, ҡу 0лында булған нәмәне һис ҡыҙғанмай бирә, һис булмаһа, яҡшы һүҙе менәншатландыра йәки: «Иншалла (Аллаһы теләһә, Аллаһы ҡушһа) хәжәтең фәләнва ҡытта булыр», – тип күңелен таба. Үҙенә ни ҡәҙәр ғәнимәт малдары, һәҙиәләрйыйылһа ла, һис берен үҙендә тотмай, фәҡир, меҫкендәргә үә тейешле урын 0дарға сарыф итә ине. Хатта үлгән ваҡытта бер кейеме рәһендә (аманатта) ине.Бер ваҡыт 90 мең дирһәм килгәс, уны бер балаҫҡа ҡуйҙырып, урынынан ҡуҙ 0ғалғансы тейешле урындарына таратып бөтөрҙө. Бер әҙәмгә бәлә килһә, малыһәләк булһа, ярҙам итә, ҡайғыһын бүлешә ине. Бәғзе ваҡыт мохтаж әҙәм дәр бернәмә һорағанда, бирерлек нәмәһе булмаһа: «Бар, фәлән кешенән би рә сәккәалып тор, аҡсам булғас, үҙем түләрмен», – тиер ине. Саҙаҡҡа алмай, үҙе бирә,килгән һәҙиәне үҙе генә тотмай, башҡаларға ла бүлеп бирә ине.

Мәғишәте (тормошо): Ашау0эсеү, кейем үә әсбабата (кәрәк0яраҡ, йыһазда)бер ҙә тәҡлиф итмәй, күп ваҡыт үҙе үә йәмәғәттәре арпа икмәге үә хөрмә ашапйә ки һөт эсеп мәғишәт итә. Бер дәрәжә күңеле булғас, ашауҙан туҡтала, артыҡйәки таянып, ятып ашамай, һул ҡул менән ашауҙы яратмай. Ашарға ҡулынйыуып ултыра, тәғам алдынан «бисмиллаһ» әйтә, үҙе алдындағын ғына ашай,һуңынан Аллаһыға шөкөр әйтеп туҡтай, ҡулдарын йыуа ине.

Алдына килгән аш0һыуҙы «Был фәләнсәнән булған икән» тип ғәйепләмәй, те 0ләһә ашай, теләмәһә: «Ашағыҙ, минең иштиһам (теләгем) юҡ», – тип сәҡит итә(һүҙ ҙән туҡтай). Ашарға күп ҡайғыртмайынса, алдына ни килтерһәләр, шуныашай, ризыҡты вағыраҡ, бәләкәйерәк ҡабып, яҡшы сәйнәп ашай, эсемлектебүлеп0бүлеп эсә, аштың ҡайнарын яратмай, «ҡайнар тәғам бәрәкәтһеҙ була» тиине. Күберәк ваҡыт ҡиблаға ҡарап ултыра, кис иртәрәк ята, ярты төндән һуңтороп тәһәжжүд намаҙы (төнгө намаҙ) уҡый, һуңынан иртә намаҙына ҡәҙәртағы ятып тора. Хөрмә ҡабығынан яһалған түшәктә, ҡайһы ваҡытта балаҫта,ҡайһы ваҡытта ергә ятып та йоҡлай ине. Кейемдә әрһеҙ булып, мамыҡ, йөн,етендән төрлөһөнән кейә, башына күберәк салма, бәғзе ваҡыттарҙа бүрек кейә,ғәйел, йома көндәрендә үә илселәр килгәндә махсус кейем кейә.

Ваҡытын буш үткәрмәйенсә, Аллаһыға ғибәҙәт үә мөнәжәт әйтә йәки үҙенеңүә мосолмандарҙың мәслихәттәрен ҡарап үткәрә. Бер эш төшһә: «Йә, Рабби, тоғ 0ро лоҡҡа күндер», – тип Аллаһынан ярҙам һорай. Һәр эш тәртипле, низамлыбулып, көнөнөң өстән бер өлөшөн ғибәҙәт, бер өлөшөн үҙ йәки кеше эштәре үәғәм (күмәк кеше, йәмәғәт, ябай халыҡ) мәслихәттәре, бер өлөшөн йәмәғәт эш 0тәре менән үткәрә ине. Эшләнгәнен һөйләп, һанап йөрөүҙе яратмай, улар менән

Шәһәр Шәриф 167

Page 168: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

маҡ танмай ине. Маҡтаһалар, осоноп китмәй, яманлап ҡаты һүҙ әйтһәләр, ар 0тыҡ кәйефһеҙләнмәй, үҙ эшендә була ине.

Малдары ни хәтле артып торһа ла, иман тәкәлифһеҙ мәғишәт итә, ҡулындағыма лын үҙе йә йәмәғәттәре мәғишәт итерлек алып, ҡалғанын фәҡирҙәргә үә те 0йешле урындарға тарата, байлыҡ менән тәбиғәте үә мәғишәте үҙгәрмәй ине.Мәк кәлә ваҡытта кафырҙар тарафынан һәр төрлө ыҙа, яфа күреп, Ислам зәғифбу лып торғанда тәүәҙуғы, шәфҡәте, тәбиғәте нисек булһа, Мәҙинәгә һижрәтитеп һәр тарафҡа Ислам нуры таралғас та һаман шул тәбиғәттә булды.

Наҙафәт үә паклығы (сафлыҡ үә таҙалыҡ): Тән үә кейемдәрен һәр ваҡыт пактота, тәһарәт менән йөрөй, мисүәк (теш таҙартҡыс ағас) истиғмал (ҡулланыу,фай ҙаланыу) итә, хушбуй һөртмәгәндә лә мөбәрәк бәдәндәренән хуш еҫ килептора, юлында хуш еҫ ҡала ине. Мөбәрәк күҙенә сәрмә тарта, тырнаҡтары үҫеүенярат май, сәсен майлап йөрөтә, хуш еҫле майҙар һөртә, сәхәбәләренең дә таҙа үәхуш еҫле булып йөрөүҙәрен ярата үә шуға ҡыҙыҡтыра: «Дин таҙалыҡҡа бинаителгән, таҙалыҡ – диндең асылы», – ти ине.

Тәүәккүл үә шүжәғәте (тәүәккәл үә батырлығы, ҡыйыулығы): Ғәйәт батыр,ҡурҡыу тигән нәмәне белмәй, һуғыш ваҡыттарында дошманға иң яҡын кешебула ине. Һәр эшендә Аллаһыға тәүәккәл итеп, Аллаһынан ярҙам һорап, их лас 0лыҡ үә ижтиһад менән эшкә тотона, үҙҙәренән бер нисә тапҡыр күп булған ка 0фырҙарға бик аҙ ғәскәр менән ҡаршы сыға үә ғалиб була ине. Аллаһының тоғроәҙәм дәргә ярҙамсыл икәненә камил инанған ине. Ухуд, Хүнәйн һуғыштарындасәхәбәләр ҡурҡып, таралып киткәндә, һис урынынан да ҡуҙғалманы.

Бер сәфәрҙә ҡылысын ағас ботағына элеп, йоҡлаған сағында бер дошман ғә 0рәп килде лә, ҡылысын алып: «Йә, Мөхәммәт, хәҙер һине үлтерәм, һине кем ҡот 0ҡара?» – тигәндә, Рәсүл хәҙрәт: «Аллаһы һаҡлар», – тигән. Ғәрәптең күңеленәҡур ҡыу төшөп, ҡылысы төшөп киткәс тә, Рәсүлулла ҡылысты алып: «Инде һинекем ҡотҡара?» – тигән. Ғәрәп: «Йә, Мөхәммәт, мәрхәмәтең ҡотҡарһа ҡот ҡа 0рыр», – тигән, Рәсүлулла уны ғәфү иткән. Пәйғәмбәребеҙҙең ғәҙәләтле, Ал ла 0һынан ҡурҡыуы, ғибәҙәте, ғиффәте, аҡылы үә тәдбире, көнө0төнө иждиһады ке 0үек холоҡтары үә эштәре ғәйәт дәрәжәлә күп булып, был хаҡта ҙур китаптаряҙыл ған. Инсаф менән аҡылға ҡайтып уйлағанда, был холоҡтарының да һәрҡай һыһы берәр мөғжизә, пәйғәмбәрлегенә үә ысын тоғролоҡ үә хаҡлыҡ өсөнты рышҡанлығына асыҡ дәлилдер. Бик күп заттар мөхтәрәм Рәсүл хәҙрәт тә ре 0нең әхлағын, мөғәмәләһен күреп иманға килде.

Рәсүл Әкрәм хәҙрәттәре Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт иткәндә йәһүд ға лим 0дарынан Ғабдулла бин Сәләм, уның мөбәрәк йөҙөнөң ғәйәт нурлы, ғәйәт мө 0һабәт булыуын күреп: «Валлаһи, был әҙәм ялғансы булмаҫ, бының йөҙө ял ған 0сылар йөҙөнә оҡшамай», – тип пәйғәмбәрлегенә иман килтергән. Йәмән бат 0шаһына Рәсүлулланың дингә дәғүәт хәбәре ишетелгәс: «Мин был пәйғәмбәрҙеңхә лен тикшерҙем, ул яҡшылыҡҡа бойорһа, башлап үҙе эшләй, бер яманлыҡтантый һа, башлап үҙе тыйыла. Дошмандарына ғалиб булһа, маҡтанмай, тәк 0кәбберләнмәй, мәғлүб (еңелгән) булһа, аптырамай, ҡайғырмай. Вәғәҙәһендә то 0ра, тоғролоҡҡа тырыша, әлбиттә, хаҡ пәйғәмбәр булһа кәрәк», – тип иман кил 0тер гән.

Әл/хәмдү лил/ләһ Үә сәллал/лаһү ғәлә сәййидинә Мүхәммәдән үә ә лиһи үәсахбиһи үә мүхиббиһ.

168 Ғасыр сәғәҙәт йәки Бәхетле быуат

Page 169: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ТУҠҺАНДА ЛА ҺАЛДАТ!О Ч Е Р К

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Асия Йәндәрҡыҙы Ахунова менән миңә 1984 йылда Илеш ра 0йонының Иҫке Күктау ауылында осрашырғатура килгәйне. Баш пот ребсоюзда эшләп йө рө 0гән саҡ. Бер көндө идара рәйесе Фәүзи Ғарифулы Ға ри пов саҡырып алды ла: «Урал» колхозымагазин төҙөгән, шуны йәһәтерәк асыуҙы ойош 0то рорға кәрәк. Был һиңә йөкмәтелә, Хә бирКәримович. Ул ауылда ал дағы аҙнала «ҙур ҡу 0 наҡтар» көтөлә. Барып, урында хәлдәр менән та 0нышҡас, яр ҙамға район белгестәрен ебәрегеҙ.Бәлки, үҙем дә барып сығырмын. Бөрө пед ин 0ститутын тамамлағас, әрмегә киткәнсе ошо ра 0йондың Иҫәнбай ауылы мәк тә бендә ике йылуҡытып киткәйнем. Бер сыҡҡанда, унда ла етепҡай тырмын», – тине.

Башпотребсоюз инструкторы Хәким Мө лө 0ков ты эйәртеп алдым да киттек Иҫке Күктауға.Ма газин тирәләй оло ғына ағай0апайҙар, ба ла 0лар тө ҙөү се ләр ҙән ҡалған сүп0сарҙы йы йыш ты 0рып йөрөй ине. Беҙ – Өфөнән, Үрге Йәр кәйҙәнкил гәндәр – яңы шкаф, кәш тә ләр ҙе, башҡа йы 0

һаз дарҙы ҡорорға то тондоҡ. Ауыл халҡы көтөү ҡайтыу менән үҙ ху жа лыҡ 0тарына ашыҡты. Ә беҙ, та маҡ ялғап алғас, эшебеҙҙе дауам иттек. Бик һуң ғынабе рәү килеп, беҙҙе төнгө сәй гә саҡырғайны ла, икенсе сменаныҡылар: «Сәйҙәнһуң йоҡлап булмаҫ», – тип рәх мәт әйтеп ҡалдылар. Һатыусылар шунда: «Улҡаршы ғына йортта йә шәй, ир тән тороуығыҙға йүгереп килеп тә етер.Тынғыһыҙ апай, күпте күр гән, күп те ки сергән, һуғышта ҡатнашҡан боевойкомандирыбыҙ бит ул», – тип та ныш тырғайнылар.

...Йәндәр ағай менән Сания апай Муллайәновтар, революцияға тиклем ауылбай ҙарына бил бөккәнлектән, Йәркәй яҡтарында Совет власы урынлашыуынҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды һәм беренселәрҙән булып колхозға инде. Йән 0дәр ул йылдарҙағы иң маҡтаулы эштә – тимерлектә тир түкте. Арба йү нәт һен ме,салғы тапаһынмы, тырма ремонтлаһынмы – көсөн йәлләмәне, сөнки үҙенә, үҙколхозына эшләй ине. Ураҡ осоронда урғыс йә һуҡҡыс ватылһа, төн тип тормай,тимерлегенә йүгерҙе, көн башланыуға машиналар әҙер булһын тип тырыш ты.Олоғая килә, Үрге Маншыр ауылы янында ҡоролған ел тирмәнендә лә эшләне.

Заман үә замандаштар

Рядовой Асия МуллайәноваПольша ерендә 1944 йылдаМехлездоров ауылында ял

ваҡытында төшкән.

Page 170: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Сания апай ул йылдарҙа ауылдың йәш ҡатын0ҡыҙҙары менән йырлап бесәнсабырға йөрөнө, көлтә бәйләне, иген елгәртте. Мәҙрәсәлә ике йыл алған белемеҡойто ине. Етмәһә, алфавиттар үҙгәреп китте.

Йәштәр, буш ваҡыттары булғанда, тырыша0тырыша латинса уҡырға, яҙырғаөй рәнде. Һуңыраҡ тағы урыҫ әлифбаһын үҙләштергәс, көн дә гәзит уҡып, донъяхәл дәрен, ил тормошон белеп торҙолар, китап уҡырға ла иренмәнеләр. Уҡығанһа йын үҙҙәренә күп нәмәләрҙе асыҡлап шатландылар. Шуға күрә ғаилә ҡыҙ ҙа 0рын да уҡытырға тырышты.

– Уҡы, ҡыҙым, уҡыған кеше иленә лә, ата0әсәһенә лә ярҙам итә, бәхетле ләбула, – тип өйрәттеләр Асияны.

Асия Үрге Маншыр урта мәктәбен тамамлап, 1940 йылда Бөрө пед учи ли ще 0һына уҡырға инде. Был йылдарҙа Башҡортостандың бөтә ауылдарында ла мәк 0тәптәр асылғайны, тик, уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, ҡайһы бер бәләкәйауыл балалары күрше0тирә ауыл, ҡасабаларға йөрөп белем алды. Был ауыр хәл 0де аңлап, училище етәкселәре рөхсәте менән Асия, ике айҙа башланғыс мәк тәп 0тәр ҙә уҡытыу методикаһын тиҙ генә үҙләштереп, Рысай ауылына уҡытыусыбулып барҙы.

Ул осорҙа уҡытыусы – йәшме ул, оломо – ауылдың иң абруйлы кешеһе һа 0налды. Асия ла Рысайҙа шундай кеше ине. Һорауҙары, кәңәштәре менән, ҡай ғы0хәсрәте йә шатлығы булһа ла, кешеләр уға килде. Асия белгәненсә, ҡулынанкилгәненсә һәммәһенә лә ярҙам итергә тырышты. Кистәрен ҡайһы берәүҙәргәинеп, балаларҙың дәрескә әҙерлектәрен тикшереп сығырға ла ваҡыт таба ине.

Йыш ҡына йыйылыштарҙа сығыш яһаны, лекциялар һөйләне. Гәзиттәрҙәнуҡып, радио тыңлап, халыҡҡа ил һәм Башҡортостан яңылыҡтарын еткерҙе,колхоз уңыштары менән таныштырҙы. Бигерәк тә халыҡ уның донъя хәлдәре ха 0ҡында һөйләүен яратып тыңланы. Улар немец фашистарының ҡайһы бер Ев 0ропа илдәрен баҫып алыуҙарына бик ныҡ ризаһыҙлыҡ белдерә ине, Ватандышул дошмандарҙан һаҡлап ҡалыу хаҡында борсолдолар.

...Яуыз дошман 1941 йылдың йәйендә СССР0ға ла баҫып инде. Колхоздың те 0рә ге – һөлөк кеүек ирҙәр, йәш егеттәр, оло ағайҙар изге яуға ашҡынды. Асия лаәхи рәт ҡыҙҙары менән тәүҙә ауыл Советына, аҙаҡ хәрби комиссариатҡа килде.Бәғзе әхирәттәрен фронтҡа алдылар, ә уны килгән һайын:

– Һин китеп, балаларҙы кем уҡытыр һуң? Уҡыу йылы тамамланһын, шунанҡа рарбыҙ, – тип бороп ҡайтарҙылар.

Уҡытыусы мәктәптән һуң колхозсыларға төрлө яҡлап ярҙам итте. Фермаламал ҡарашты, төндәрен молотилкаға сыҡты. Көҙөн балалары менән башаҡ йы 0йып, фронтҡа өҫтәмә иген оҙаттылар. Кистәрен Асия, һалдат хаттарын уҡып,әсәй0өләсәйҙәрҙе, еңгәләрҙе шатландырҙы. Әхирәттәре яҙған хаттарҙы уҡыны,тағы ғаризалар яҙҙы.

1942 йылдың 1 апрелендә комсомол ойошмаһы секретарынан ғаризаһына«рөх сәт» һалдырып, Асия яңынан хәрби комиссариатҡа килде. Бын да һаманашыҡ манылар. Асия әйләнде лә хәрби комиссар бүлмәһенә инде. Уны һы ла:«Уҡы тыусы бында ла кәрәк», – тип бороп сығарҙы. Комиссар менән тел ләшепбөт тө ахырҙа. «Фашистар Мәскәүгә килеп еткән, Волга буйын тапай, ә һеҙ бындаултыраһығыҙ...» Өсөнсө көнөнә генә саҡ комиссияға эләкте ныҡыш ком со мол ка.

Гөрләп яҙ килгән мәл. Ҡояшлы иртә. Төндә күләүекләнеп туңған ҡар һыу ҙа 0ры өҫтөндә нурҙар уйнап, күҙҙе сағылдыра. Ҡалҡыу урындар асылған, тик уй һыуерҙәрҙә, тау араларында һәм ҡыш тапалған юлда ғына ҡар бар. Ғәҙәттәгесә, кис 0тән – туңдыра, көндөҙ – иретә.

170 Туҡһанда ла һалдат!

Page 171: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Бына ошондай көндө, санаегеп, Үрге Йәркәйҙән Груз 0дев ка яғына егермеләгәнылау юлға сыҡты. Сана ба 0шын да – малайҙар, ә юлау сы 0ла ры – Илештең кө лө шөпкил гән 65 ҡыҙы. Улар, ҡайҙакит кәндәрен белһәләр ҙә, мә 0рә кәләшеп бара. Ни ңә ҡай ғы 0 рырға – үҙҙәренең илен һаҡ 0 ларға үҙҙәре теләп ба ра ларбит.

Аҡ пароход уларҙы Өфөгәалып килде. Асияларҙы ҡа ла 0ның 30сө һанлы мәк тә бенәу р ын лаштырҙылар. Башҡа р а 0йондар ҡыҙҙарына ла урынмәк тәптәрҙә та был ды. 10 май 0ҙа ғына Баш ҡор тос тан дан 3748ҡыҙ, эшелонға тейәлеп, көн ба йыш ҡа, туптар гөрһөлдәшкән яҡҡа, юл лан ды.

Ағиҙел буйы ҡыҙҙарын Волгоград фронтының 430сө прожекторҙар полкынатәғәйенләнеләр һәм ике ай буйы прожекторсы һөнәренә өйрәттеләр. Шундаҡай һы берәүҙәр: «Кит, шул ябай эшкә ике ай уҡытмайҙарҙыр ҙа инде», – тип ри 0заһыҙлыҡ белдерһә лә, уҡый башлағас, яңылышыуҙарын тиҙ һиҙҙеләр: ҡа раң ғытөндә дошман самолетын прожекторҙың үткер һәм сағыу «күҙ»енә эләк те реп,артиллеристарға дөрөҫ сәп биреүе еңел түгел икән шул.

Дошман теше0тырнағы менән Волгоградты ҡамап, Волга аша сығырға һәм Рә 0сәйҙең үҙәге Уралды алырға шашынған сағы. Был йүнәлешкә гитлерсылар күпкө сөн туплағайны, һәм улар Волга буйҙарын көнө0төнө бомбаға тоттолар. Асия 0ларҙың полкы яуаплы бурыс үтәй: уларға немецтарҙың самолеттарын Волгабуйына һәм тылға үткәрмәҫкә бойороҡ бирелде.

* * *Рота Волгоградтан алыҫтағы Ивановка ауылы янында туҡтатылды. Фа шис 0

тар көндөҙ ике тапҡыр һөжүмгә күтәрелеп ҡараны, тик совет һалдаттары улар 0ға бер ҡарыш та ер бирмәне.

...Йәйге кис. Эңер төшкәс, унда0бында орудие шартлаған тауыштар ишетелепҡала. Бындай саҡта һалдаттар һағая төшә. Ивановка эттәре лә өрмәй. Нимәлербу лыр кеүек... Командирҙар һаҡсыларҙы ишәйтә, разведка ебәрә.

Был юлы ла тынлыҡ алдатҡыс булып сыҡты. Төн урталарында про жек тор сы 0лар ротаһын күтәреп, алдан билдәләнгән урындарға ҡуйып сыҡтылар. Алда –фронт линияһы, пехота – нығытмаларҙа, немецтар күренһә, беҙҙекеләр яуғаташ ланырға әҙер. Арттараҡ күкте зенитсылар һаҡлай, дошман самолеттарынбә реп төшөрөргә улар ҙа уяу. Артта – Волгоград һәм киң Волга.

Башҡортостан ҡыҙҙары ла һағая төштө, һөйләшкән кеше юҡ. Ҡайһы саҡиша ралашып ҡына аңлашалар. Иң мөһиме – дошман самолеттарын ваҡытындашәй ләп, секунд та ваҡытты әрәм итмәй, артиллеристарға, летчиктарға хәбәритергә һәм прожектор нәжәғәйенә «эләктереп» алырға тейештәр.

Бер ваҡыт алыҫтан, бик алыҫтан ел0дауыллап, күк дөһөрләп ямғыр кил гән 0дәй, тирә0яҡты тотош тоноҡ геүләү солғаны. Һәр кем, был тауышты аңларға

Хәбир Дауытов 171

Асия Ахунова былтыр 90 йәшен билдәләне:автор уны юбилейы менән ҡотлай.

Page 172: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ты ры шып, нығыраҡ ҡолаҡ һалды. Был – самолеттар тауышы, фашист са мо лет 0та ры ине.

Төнгө ҡараңғылыҡты телгеләп, тиҫтәләгән, йөҙләгән прожектор әйләнә баш 0ла ны. Фронттың бөтә участкаларында ла элемтә эшләй. «180 – көньяҡ», «220 –көнь яҡ0көнбайыш» ...Был инде самолеттарҙың осоу йүнәлеше. Прожекторҙаряҡ тыһында артиллеристар уларҙы көслө ут менән ҡаршы алды.

Минут үтеүгә, немецтарҙың бронялы «Хенкель0111» самолеттары Ивановкаөҫ төнә ябырылды: тирә0яҡта бомбалар шартлай, артиллерия туптары гөр һөл 0дәй. Янған самолеттар һыҙғыра0һыҙғыра ҡолай... Урман яна, ауыл яна. Ерҙеңаҫ ты өҫкә әйләнгәндәй тойола.

Күп тә үтмәне, самолеттар йәнә әйләнеп килде. Дошман бөгөн Волгоградтыҡул ға эләктерергә тырыша. Разведка әйтеүенсә, бер төндә генә Волгоградҡадүрт тапҡыр 5000гә яҡын дошман самолеты ташланып ҡараған, әммә бер ни сә 0һе генә имен ҡалып, кире боролорға мәжбүр булғандар. Асия өс самолетты«эләк тереп», зенитчиктарға «тотторҙо»: улар, мәргән атып, тегеләрҙе ергә бә 0реп төшөрҙө.

Дошман һауанан өсөнсөгә ябырылғанда, элемтә өҙөлдө. Ҙур булмаған йылғааша сығып, Асия бомба өҙгән сымды тоташтырып бөткәндә, фашист са мо лет 0тары, күҙҙе ныҡ сағылдырған прожекторҙарҙы юҡ итеү ниәте менән, Ивановкати рә һен ныҡлап утҡа тота башлағайны. Ауылды тотош янғын солғаған...Тереләр, өйҙәрен, ауылдарын ҡалдырып, йәшенер урын эҙләп, урманға, тауараларына, йылға буйына йүгерешә.

Алыш таңға тиклем дауам итте. Немецтар төрлө йүнәлештән һөжүм итеп тәмаҡ саттарына ирешә алманы, һәм уларға итектәрен Волгала йыуырға яҙманы.

...Бер саҡ Асияның ҡолағына әсе итеп «Мамочка!» тип ҡысҡырған бала та 0уышы салынып ҡалды. Сабый сырылдауы самолет моторы геүләүенән дә, гөр 0һөл дәгән бомбалар шартлауынан да көслөрәк тойолдо Асияға. Түҙмәне, про 0жекторҙарын ҡалдырып, ярҙам һорап ҡысҡырған тауыш яғына ашыҡты.

Прожекторҙар уйнаған яҡтыла ул баланы оҙаҡ эҙләмәне. Ни күҙе менән күр 0һен: хәрәкәтһеҙ ятҡан әсәһе өҫтөндә 203 йәшлек бала аҡырып илай, әсәһенеңбит тәрен, танауын, ҡолаҡтарын тотоп ҡарай. Бахырҡай, йомоҡ күҙҙе асырғаты рышҡандай, әсәһенең муйынын һыйпай, йөҙөн сәпәкләй, әммә ҡәҙерлеһеуны ҡосағына ала алмай. Ул инде йән биргәйне. Сабый, әсәһе йоҡлай типме,көс лөрәк ҡысҡырҙы. Асия күтәреп алғас та, иланы ла иланы. Рядовой ҡу лынанбаланы тиҙҙән ошо ауылдың бер ҡарты алып китте.

– Был – уның апаһы, ә әсәһе иҫән, ҡыҙын икенсе яҡта эҙләй. Баланы әсәһенәтап шырырмын, рәхмәт, һалдат, – тип теге бабай, баланы күкрәгенә ҡыҫып, арыатланы. Бала ла тынып ҡалғандай булды.

Волгоградтан һуң Асиялар Днепропетровск, Житомир, Украинаның башҡаҡа ла, өлкәләрен азат итеүҙә ҡатнашты. Башҡортостан ҡыҙҙары күрше Польшаер ҙәренән дә немец0фашистарын ҡыуыуҙа ҡыйыу булды. 1944 йылдың көҙөндәулар үҙҙәре азат иткән Мехлездоров ауылында оҙаҡ ҡына торҙолар.

Командование был хәлде башта: «Беҙ күп юғалтыуҙарға дусар ителдек, өҫтәмәкөс көтәбеҙ», – тип аңлатты. «Ял» оҙаҡҡа киткәс: «Үҙәк һәм Белорус фронттарыһал даттары Германия ерендә һуғыша. Ике фронт прожекторсылары етә. Әлегәана шул Мехлездоров ауылында булығыҙ, тигән бойороҡ алдыҡ», – тине ко ман 0дир ҙары.

Икенсе әмер алғансы һалдаттар тик ятманы. Асиялар поляк ҡатындарына һы 0йыр һауышты, мәктәпте төҙөкләндереүҙә, уңыш йыйып алыуҙа ярҙамлашты.Ха лыҡтың төрлөһө бар. Шулай ҙа поляктарҙың күбеһе, совет һалдаттарын

172 Туҡһанда ла һалдат!

Page 173: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

үҙ ҙә рен фашистарҙан азат итеүсе һанап, уларға яҡшы мөнәсәбәттә булып, ту ған 0да ры кеүек күрҙе.

Асия халыҡ араһында булғанда совет кешеләренең нисек йәшәүе һәм үҙ кол 0хоз дары өлгөһөндә СССР0ҙа крәҫтиәндәрҙең хеҙмәте хаҡында һөйләне. Полякба лаларына, хатта оло йәштәгеләргә лә рус теленән дәрестәр бирҙе.

* * *Асия апайҙың альбомында Олешек Рутковскиҙың Еңеү көнөнә русса иҫтәлек

яҙып ебәргән открыткаһы һаҡлана.– Ул саҡта икенсе класта ғына уҡый ине. Руссаға бик тиҙ өйрәнде Олешек, –

тип иҫләне Асия апай беҙҙең менән осрашҡанда.Эйе, Еңеү көнөн Польшаның Скорышев ауылында ҡаршы алдылар. Халыҡ

ауыл уртаһындағы майҙансыҡҡа йыйылды. Асияларҙан тыш, бында башҡа со 0вет һалдаттары ла бар ине. Митингыла поляк халҡы совет һалдаттарына сәс кә 0ләр тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, аҙаҡ ҡулға0ҡул тотошоп бейенеләр,йыр лаштылар. Ниндәйҙер ят тауыш ишетелһә, прожекторсылар, ғәҙәттәгесә,ҡа раштарын күккә төбәне. Польша күге тыныс, йыр һәм бейеү тауыштары ғынаҡай ҙандыр ҡайтауазлап яңғырай ине.

Асиялар взводынан комсорг Мария Руденко бөтә уйындарҙы ойоштороусыбулды. Ауыл халҡы һәм совет һалдаттары, дүрт йыл һуғыш юлында арыттырһала, ялыҡтырһа ла, һылтау эҙләмәй, яңы рухи көс табып, көндө төнгә, төндөтаңға бәйләп, 9 майҙы оло байрамға әйләндерҙе.

* * *1945 йылдың 15 авгусында Дүртөйлө, Илеш ҡыҙҙары – Асия ла улар менән

ине – аҡ пароходта Дүртөйлө пристаненә ҡайтып төштө. Асия ауылға ҡайтыпет мәне: Үрге Йәркәйгә иҫәпкә торорға хәрби комиссариатҡа барҙы, ыңғайҙанРОНО0ға ла инде. Уны бик йылы ҡаршыланылар. Хәрби комиссар ялан сәс кә лә 0ренән оло гөлләмә тотторҙо, башҡалар шампан шартлатып, тулы фужерҙарменән уратып алды.

Асия шул мәлдә рапорт кеүегерәк ҡанатлы һүҙ әйтергә йыйынғайны ла, бул 0дыра алманы, күңеле тулып, күҙҙәренән йәш тамсылары атылып сыҡты, ише 0телер0ишетелмәҫ кенә итеп рәхмәт күндерә алды. Тора0бара аңына килеп, уныңме нән фронтҡа киткән Илеш ҡыҙҙары хаҡында һорашты. Военком уларҙың 410енең генә иҫән ҡайтыуы хаҡында әйтте. Асияның күҙҙәре ҡабат йәшкә тулды.

Фашист илбаҫарҙарының яуызлығы Рысай ауылында ғына түгел, тотош Баш 0ҡор тостанда ла һиҙелә ине. Өй0ҡуралар иҫкергән, һалам башлы йорттар ергәһең гән. Тирә0йүнде сүп0сар баҫҡан. Һуғыштан иҫән0һау ҡайтҡандарға, кем әйт 0мешләй, эш муйындан. Илеш яҡтарында ла һуғыш яраларын «ямауға» һәм яңытор мош ҡороп ебәреүгә дәррәү тотондолар.

Асия, ҡайтыу менән ауыл мәктәбен ремонтларға кереште. Ишек, тәҙрә рам 0да рын рәтләүҙе оҫталарға тапшырһа, үҙе иҙән0түбәләрҙе, парталарҙы буяп сыҡ 0ты. Ул йылды Рысайҙа уҡыу үҙ ваҡытында – 1 сентябрҙә башланды.

Асияның ата0әсәһе лә, уның һәләтен һиҙеп ҡалған Рысай кешеләре лә: «Баш 0лы0күҙле булғанса, белемеңде арттырыу яғын ҡарарға кәрәк, балаҡай. Өфөгә ба 0рып, институтҡа инер инең», – тип өгөтләне. Асияның өмөтө бар ине, әлбиттә.Тик икенсерәк уйлаштырҙы шул ул саҡта. Белем алыу бер ҡасан да һуң түгел, әбына... Тура килгәндә ғаиләле булырға ла теләне һәм Иҫке Күктау егетенә ке 0йәүгә сыҡты.

«Күктау егетенә кейәүгә сыҡты» тиһәк тә, «кейәү» уға ҡарағанда күпкә олоине. Ул – Фин һуғышында ҡатнашҡан һалдат.

Хәбир Дауытов 173

Page 174: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Оло булһа ла, һоратҡас, ҡыҙҙың йәш күңелен төрлө уйҙар солғап алды. Иҫәнҡал ған тиҫтерҙәре күптән бала бәхете менән йәшәй, ә ул? Өмөт итерлек тиҫ тер 0ҙәре бармы һуң?

Һуңғы һуғышта Мирзаян Ахунов Ленинград фронты сафында һуғыша, бло ка 0дала ла ҡала. Кешеләр азатлығы, халыҡ бәхете өсөн һаулығын юғалтҡан һал датүҙ төйәгендә мандый алмай, оҙаҡ ауырыуҙан һуң был яҡты донъя менән иртәхушлаша. Иҫтәлеге, төҫө, мираҫы итеп Асия уның фамилияһын йөрөтә. Туҡ 0һанға еткәнсе уның ауылында йәшәне һәм йәш быуынды уҡытты, тәр биәләне.

Утыҙ йылдан ашыу ул уҡытҡан балалар бөгөн илебеҙҙең төрлө ҡалаларында,өл кәләрендә йәшәй һәм эшләй. Улар – төрлө һөнәр кешеләре, Асия апайҙың аль 0бомдары араһында һаҡланған хаттар, фотоһүрәттәр был турала асыҡ һөйләй.

...Иртән һатыусы беҙҙе уятҡанда, кисә, иртүк килербеҙ, тип вәғәҙә биргәндәрма газинда юҡ ине әле.

– Ауыл халҡы ла, йәркәйҙәр ҙә хәҙер килеп етер... Ҡаршыла йәшәгән Асияинәй тәҙрәһенә ҡағыҙ йәбештерҙе, тимәк, сәй өлгөргән. Егеттәр, һеҙҙе саҡыраул. Башҡалар килеп еткәнсе, ашай һалып сығығыҙ, – тип, беҙҙе етәкләгәндәйитеп, ҡаршы йортҡа алып барҙы һатыусы. Кисәге асыҡ йөҙлө, дәртле апай, ҡу 0наҡ көткәндәй, ҡапҡаһын асып ҡаршы алды өйөнә. Йәһәтләһә лә, урамындакүҙгә эленгән «гидрометеостанцияһы»на туҡталмай үтә алманыҡ. Ә сәскәләре?!Шулай ҙа апай яуап биреп торманы: ваҡыт булғанда бөтәһе тураһында ла һөй 0ләр мен, аш һыуына, тип беҙҙе өйөнә әйҙүкләне.

Аҙаҡ мин йәйге оҙон көндә кис еткерә алмай яфаландым. Алдан әй теү ҙә 0ренсә, башта апайҙың һуғышта булыуы ҡыҙыҡһындырһа, әле иртән күр гән өр0яңы асыштар тынғы бирмәй. Белге килә... Кис, рөхсәт алып, күс тә нәс тә ре беҙме нән уларға сәйгә индек.

Минең менән килгән Хәким, ауыл клубында булып ҡайтҡас, бер аҙ беҙҙе тың 0лап ятты ла әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Беҙҙең икебеҙҙе лә йо ҡоалмай. Төн сыҡҡанса, ауыл көтөүе киткәнсә бер тапҡыр ҙа керпек ҡаҡ ма ныҡ.Асия апайҙың әле һеҙгә бәйән ителгән фәһемле лә, ҡыҙғаныс та, аяныс татормошо хаҡында тыңлап, ҡайһы бер урынын аҡ ҡағыҙға һыҙып барып, төн уҙ 0 ғаны һиҙелмәй ҙә ҡалынды.

Иртәгәһенә урамда күргәндәремде һорарға баҙнат иттем. Апайыбыҙ, аг ро 0ном Шәйәхмәтовтың үтенесе буйынса, көн дә колхоз өсөн һауа торошон яҙыпбара икән (Илдар Шәйәхмәтов һуңыраҡ КПСС0тың Илеш район комитетыныңбе ренсе секретары булып эшләне).

Асия апай:– Бынан 15 йыл элек ҡорамалдарҙы колхоз алып бирҙе. Мин көндәлек тул ты 0

рып барам. Ел тиҙлеген белә торған прибор булмағас, балалар уйынсығын элепҡуй ҙыҡ. Елдең көсөн ағас башына ҡарап билдәләйем. Яҡынсараҡ булһа ла, бай 0таҡ тәжрибә тупланым инде. Ағас үҙен тынысыраҡ тотһа, ел көсө секундына203 метр, башы геүләй башлаһа, 100ға, ҡороған япраҡтар остониһә – 150кә, ҡо 0ро ған ботаҡтар һына башлаһа 200гә етә, – тип аңлатты – Бынан тыш көн сы 0уаҡ мы, болотломо, ямғыр күпме яуғанын һәм башҡа күрһәткестәрҙе көн дә тер 0кәп барам.

Ә түтәлдәге сәскәләр! Башҡа баҡсаларҙа бындағы сәскәләрҙең күбеһе юҡ.Асия апай почта аша әллә ҡайҙарҙан орлоҡтар ҡайтарта, имеш, хатта сит ил 0дәрҙән дә.

– Бөгөн улар – минең ҡыуанысым да, йыуанысым да, – тип берәм0берәм то 0топ уларҙы иркәләй, еҫкәп ала хужабикә.

174 Туҡһанда ла һалдат!

Page 175: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

* * *Юбилейға барғанда хәл0әхүәлдәрҙе һорашам. Асия апай:– Һуғыш ветерандарына күрһәткән хәстәрләүҙәре өсөн хөкүмәткә рәхмәт, –

тип шатланды.– Ә пенсияны күпмерәк бирәләр?Ул, яуап урынына: «Үҙең күпме алаһың?» – тип һораны. Мин әйтәм: «Йә ше 0

рен0батырыны юҡ, ун меңдән саҡ ҡына күберәк». Апай: «Бер башыма һинән икетап ҡырҙан күберәк алам», – тип көлөмһөрәне.

Бер аҙ ултырғас, һуғыш ветераны:– Дәүләткә үпкә һүҙҙәрем дә бар. Әле һөйләшеп ултырабыҙ: һин – башҡорт,

мин татар ҡыҙы булғанымды беләһең. Йылдар үтер, ғүмер уҙыр, киләсәктә беҙҙекем тиерҙәр икән? Мине шул һорау борсой. Бөтәбеҙҙе лә урыҫ тип йө рөт мәк 0селәрме икән? Гүйә, хөкүмәт үҙ кешеһен яңы әүәләнгән алпауыттар ҡара ма ғы 0на ташланы. Был бит көлкө... Һуңғы ваҡыт кәмәләренә һыу инә башлағайны, иҫ 0тә ренә төштө: күп мәсьәләләр быға тиклем бысраҡ ҡулдар менән эшләнгәнлегеөҫ кә ҡалҡып сыҡты. Шундай йүнһеҙлектәр илде ҡайҙа алып барыр икән? – типбор солдо һуғыш ветераны.

103 йәшлек фронтташы Майбәҙәр Камалова инәй менән мәктәптәрҙә бу ла 0лар, колхоз, район йыйылыштарында йыш ҡатнашалар. Үҙҙәрен һәм халыҡтыборсоған мәсьәләләр хаҡында сығыш яһайҙар, тормоштан алған һабаҡтарыменән уртаҡлашалар.

2010 йылда өс әхирәт – өс Илеш яугиры, өс ветеран осрашты. Бөйөк Еңеүҙең65 йыллыҡ тантанаһында. Асия апай: «Мин уҡытҡан уҡыусыларымдың ба ла ла 0рының балалары бөгөн тәмәкене арҡыры ҡабып, һыра эсеп йөрөүҙәренә бикныҡ әсенәм, йоғошло, алама сир, – тип бошона, уҡытыусылар менән дә, ата0әсә ләре менән дә был хаҡта һөйләшмәйенсә булдыра алмай. – Тәрбиә етмәй», –ти ул. Тәрбиәүи эш, уныңса, даими алып барылырға тейеш.

Юбилей кисәһенән һуң мине оҙата сыҡҡас:– Теге баланың тауышы әле булһа ҡолағымда яңғырап тора, – тип әрнене. Һу 0

ғыш ветеранын тағы бер тапҡыр 90 йәше менән ҡотлап, иҫән0һаулыҡ теләп,яңы нан осрашырға яҙһын тип, ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Яулыҡ осо менән кү 0ҙен һөрткөләп, ҡул болғап ҡалды геройыбыҙ.

Мин ҡыйыу һалдат хаҡында 1985 йылда Башҡортостан радиоһы аша һөй лә 0гәй нем инде. Уҙған йыл аҙағында шул саҡта яҙған, инде һарғайып бөткән ҡағыҙки ҫәктәренә юлыҡтым да хәтирәләремде «Ағиҙел» уҡыусыларына тәҡдимитмәксе булдым. Был теләгем апайҙың юбилейында ҡатнашҡас тағы ла артты.

Тотош ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған, илебеҙ азатлығы өсөн немец0фа шистарына ҡаршы батыр көрәшкән һуғыш ветераны Асия апай бер туғанМиң нейыһан апаһының ҡыҙы Лүзә Шәһизада менән үҙе тыуған Үрге Маншырауы лында йәшәй бөгөн. Тотош район халҡы хөрмәт итә үҙен. Күкрәген «Хеҙмәтве тераны» миҙалы менән бергә бик күп фронт билдәләре, Бөйөк Еңеүҙең юби 0лей наградалары биҙәй.

Хәбир ДАУЫТОВ.

Хәбир Дауытов 175

Page 176: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Хәлил Хәйрулла улы Хамматов 1907 йылда Силәбе өлкәһендә тыуа.Педагогия техникумын тамамлай, уҡытыусы булып эшләй.

Башҡорт педагогия институтында уҡып сыҡҡас, БашҡортостанФән дәр академияһының Тел һәм әҙәбиәт ғилми/тикшеренеү инсти ту /тында фәнни хеҙмәткәр, фольклор секторы мөдире, Бөйөк Ватан һу /ғы шына тиклем институттың директоры була. Һуғышта ҡатнаша,ка питан дәрәжәһе ала, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бү /ләкләнә.

Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрыдиректоры булып эшләй һәм сәнғәтте үҫтереү өлкәһендәге уңыштарыөсөн Почет билдәһе орденына лайыҡ була. 1962 – 1979 йылдарҙа ХәлилХамматов Өфө дәүләт циркы директоры вазифаһын башҡара. Ул биккүп фольклор экспедицияларында ҡатнаша, бай материал туп лай.Бай таҡ хикәйәләр авторы ла. Республика ваҡытлы мат бу ғатындакүп мәҡәләләр, очерктар менән сығыш яһай. Ижади ми раҫы байтаҡҡына. Журнал уҡыусыларға шуның береһен тәҡдим итәбеҙ.

САЛАУАТ БАТЫР – ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ1

Йәш саҡта атайым Салауат батыр, уның башҡорт халҡына хеҙмәте тураһындакүп хәтирәләр һөйләй торғайны. Хатта уның был турала яҙған китап һымаҡнәмәһе лә бар ине. Үкенескә ҡаршы, беҙ уны һаҡлай алманыҡ. Атайымдыңхәтирәләрен әле булһа һөйләп йөрөйҙәр.

…1773 йылдарҙа, Рәсәйҙә Әбей батша (Екатерина II – ред.) хөкөм һөргәндәүерҙә, Яйыҡ йылғаһы буйында йәшәгән казактар ихтилалға күтәрелеп, уларғабашҡа халыҡтар ҙа ҡушыла. Уларҙың етәксеһе Бугас тигән казак була. Салауатбатыр, башҡорт ирҙәрен йыйып, Бугасҡа ҡатнашып, батша ғәскәрҙәренә ҡаршыныҡ һуғыша икән, тигән хәбәр беҙҙең ауылда ла таралғайны. Башҡортхалҡының ер0һыуы өсөн көрәшкән Салауатты халыҡ бөтә ерҙә лә яратҡан, уғаныҡ ышанғандар, уның һүҙен тыңлағандар, әмерен үтәгәндәр.

Тирә0яҡ ауылдар халыҡтары ышаныслы кешеләрен ебәреп, Салауат батырменән хәбәрләшеп торған. Беҙҙең Еҙем буйында йәшәүсе башҡорттар ҙа ошотурала уйлана. Ауыл халҡы йыйылышып, Салауат батырҙы күреп, халыҡ һүҙенуға еткерерлек ышаныслы кеше эҙләй башлай. Был ваҡыт Салауат батырЫрымбур аҫтында булған, ти.

Башҡорт еренең тирә0яғы батша һалдаттары менән тулған саҡта, был бу рыс ты

Публицистика

1Материал Ғафури районы Яҡты Күл ауылы В. Ҡоломбәтовтан яҙып алынды.

Page 177: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

үтәү өсөн йөрәкле, ғәйрәтле кеше кәрәк була. Оҙаҡ ҡына уйлашҡандан һуң, 19йәшлек Юлҡай (Юлыҡбай) йәмәғәт алдына сығып:

– Олатайҙар, ағайҙар! Риза булһағыҙ, Салауат батырҙы күреп, хәл0әхүәленбелергә үҙем барыр инем. Ышанығыҙ, юлда осрай ҡалһа, дошманға сер бирмәм.Беҙгә ҡурҡырға ярамай, батырлыҡ кәрәк. Ана, Салауат батыр бөтә донъяныәйҙәп, дошманын ҡуй һарығы кеүек ҡыра. Беҙ ҙә шулай тәүәккәл булырғатейешбеҙ, ти.

Егет һөйләп бөткәндән һуң уның атаһы Бәшәрғол ҡарт һүҙ башлай:– Ағайҙар, ҡустылар! Мин Юлҡай улымдың Салауат батырҙы юллап китеүенә

ризамын. Дөрөҫ, беҙгә ҡурҡыуҙан файҙа юҡ, ә ахыры яман булыуы бар.Булмаһа, тәүәккәлләйек, ул Салауат батырҙы күреп, бөтә эште белеп ҡайтһын.

Халыҡ ризалаша. Күп тә үтмәй, юллыҡ аҙыҡ алып, атын менеп, егет юлғасыға. Уның бығаса йыраҡ йөрөмәүе сәбәпле, Ырымбурға саҡлы барып етеүауыр эш була. Шулай ҙа Юлҡай һыуҙар кисеп, урмандар аша үтеп, ҡалағаяҡынлаша. Уға етәрәк, егет йыраҡта атлы ғәскәр күрә лә атынан төшөп, эйәренрәтләп торған кешегә һалыша. Атлы ғәскәр башҡорттарҙыҡы булып сыға.Береһе Юлҡай янына килеп:

– Һин кем булаһың, ҡайҙан киләһең, нимә эшләп йөрөйһөң? – тип һораша.– Ошо яҡ кешеһе булам. Өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа барғайным, шунан ҡайтып

киләм, – ти Юлҡай иҫе китмәй генә.Ләкин һыбайлыны уның яуабы ҡәнәғәтләндермәй.– Егет, һин юҡты һөйләйһең, – ти ул, юлсыға туп0тура ҡарап. – Һинең

күңелендә бөтөнләй икенсе уй барын мин күҙеңдән күреп торам. Ҡурҡмай,йәшермәй, дөрөҫөн һөйлә!

Юлҡай: «Был китһә, бер нәмә лә белмәй ҡалырмын, үҙебеҙҙең башҡорт егетебит», – тип уйлап, серен асырға була.

– Ағай, мин Богоявленский тирәһендә, Еҙем һыуы буйындағы тау араларындайәшәгән башҡорттар араһынан килдем, – ти ул, ҡыйыуланып. – Был тирәләаҙна0ун көн йөрөп ятам, ләкин йомошомдо үтәй алғаным юҡ. Мине халыҡ:«Һин Салауат батырҙы эҙләп тап, уға хәл0әхүәлде һөйлә, беҙ уның менән икәндеәйт», – тип ебәрҙе.

Был һүҙҙәрҙе ишетеп, әлеге һыбайлы, кескәй генә мыйығын уң ҡулы менәнһыпырып, көлөмһөрәп ҡуйған да:

– Улайһа, Салауат Юлаев мин булам инде, – тигән.Юлҡай, ни әйтергә белмәй, аптырап, һүҙһеҙ ҡалған. Салауат батыр иһә китеп

барған ғәскәрен саҡырып алған да былай тигән:– Туғандар! Еҙем һыуы буйында йәшәүсе башҡорттарҙан килгән был егет

беҙгә ҙур шатлыҡлы һәм һөйөнөслө хәбәр килтергән. Улар беҙгә ҡушылып,дошманға ҡаршы һуғышырға әҙер.

Салауаттың ғәскәре аттарынан төшөп, Юлҡайҙы ҡулдарынан күтәреп алып,бө тәһенән дә яңынан һөйләткән, ти. Маҡсатына ирешкән Юлҡай Салауат ба 0тырға: «Ваҡыт үтә бит, мин ауылға ҡайтайым инде», – тигәс, Салауат бөтә ғәс кә 0ре алдында былай тигән:

– Егет, һин ҡайтыу менән халыҡҡа әйт. Уларҙың беҙҙең менән бергә дош 0манға ҡаршы һуғышырға ҙур теләге булыуға бик шатбыҙ. Илебеҙҙе, ер0һы уы 0быҙҙы дошманға бирмәҫкә, баярҙар, дворяндар талап алған ерҙәрҙе ҡайтарыпалыр ға тейешбеҙ. Көс – берлектә, халыҡ тупланһын!

Хәлил Хамматов 177

Page 178: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ошо һүҙҙәрҙән һуң Юлҡайҙы оҙатып ебәргәндәр. Бер аҙҙан ул ауылына ҡайтаһәм, халыҡты йыйып, Салауат менән осрашҡанын әйтә.

– Ағайҙар! Салауат батыр мине ҙурлап ҡаршы алды. Теләгегеҙҙе ишетеп бикшатланды. «Ҡайтҡас, бөтә ауыл халҡына сәләм әйт!» – тине. Миңә ҡайҙа бу ла 0сағын да аңлатты.

Ошо һөйләшеүҙән һуң ирҙәр Салауат батыр янына барырға уҡ0һаҙағын, ке 0йем0һалымын, ризыҡ0ниғмәт әҙерләй ҙә, йөҙләгән атлы ауылдан сығып китә.Бер аҙнала улар Салауат Юлаев ғәскәренә барып ҡушылып, батша ғәскәрҙәременән һуғышта ҡатнаша. Был һуғышта Юлҡай ҙур батырлыҡ күрһәтә. Салауатбатыр ошоноң өсөн уны тағы ла нығыраҡ ихтирам итә башлай.

Ир0егеттәр илдән сығып киткәндән бирле хәбәр0хәтер булмауы Юлҡайҙыңата0әсәһен һәм башҡаларҙы ныҡ борсоп, ҡайғыға төшөрә. Бынан тыш, илдең та 0ланыуы, халыҡтың күп ҡан0йәш түгеүе лә Бәшәрғол ҡартты ныҡлы хәүефкәһала. Зи рәклеге, тормошто, донъяның барышын башҡаларға ҡарағандакүберәк белеүе һәм һүҙгә оҫталығы менән ул халыҡ алдында абруй менәнфайҙаланған. Бәшәрғолдо ауыл халҡы яратҡан һәм сит ауылдарҙа ла уны яҡшыбелгәндәр, ти.

Улы Салауат батырға ҡатнашып киткәс, Бәшәрғол да халыҡ араһындакүберәк була, башҡаларҙы ла батша ғәскәренә ҡаршы һуғышҡа барырға өндәйбашлаған. Күп ваҡыттар үткәндән һуң ул, үҙ тирәһенә ышаныслы кешеләрҙейыйып, уларға халыҡтың, ер0һыуҙың хәүеф аҫтында торғанын аңлата һәм Бугасбатша менән Салауат батырға ҙур ярҙам кәрәклеге тураһында әйтә. Бәшәрғолғаауылдаштары ғына түгел, тирә0яҡтарҙан да килеп ҡушылғандар. Күпмелер дә рә 0жәлә халыҡ йыйылып, яу өсөн кәрәк0яраҡты барлағас, Бәшәрғол улар ме нәнюлға сыға. Урман, тауҙар артыла, йылғалар кисә торғас, улар Салауат ғәскәренәбарып ҡушылған, ти.

Салауат ғәскәрендә байтаҡ ҡына ваҡыт булып, Бәшәрғол ҡарт батша ғәскәременән булған күп кенә һуғыштарҙа ҡатнаша. Дошман менән яғалашып йө рө 0гәндә, йәне кеүек күргән берҙән0бер улының үлемен ишетә. Улы өсөн бик ҡай 0ғырған. Унһыҙ ҙа йәне көйгән Бәшәрғолдоң йөрәге ярһый, үсе нығыраҡ ҡабара.Лә кин ҡарт оҙаҡ һуғышып йөрөй алмай, һәләкәткә осрап, күп ауырлыҡ0яфаларки сергәндән һуң, бер нисә иптәше менән ауылына ҡайтып китә. Был ваҡыт ха 0лыҡ араһында Бугас батша менән Салауат батырҙың батша ғәскәрҙәре та ра 0фынан ҡулға алыныуы тураһында һүҙ тарала. Ауылға ҡайтыу менән генә Бә шәр 0ғолдар йорттарында йәшәй алмай, сөнки батша хөкүмәте болала ныҡ ҡат 0нашҡан ауылдарға үҙ кешеләрен ебәреп, ғәйеплеләрҙе ҡулға алырға тотона. Бә 0шәр ғол ҡарт иптәштәре менән Мағаш тауына ҡаса ла тау араларында туғыҙ зем 0лянка ҡаҙып йәшәргә мәжбүр була.

Уларҙың ҡайҙа йәшәгәнен ауыл халҡы белә, килгән начальниктарға Бә шәр 0ғол дар тураһында һөйләүсе һатлыҡ йәндәр ҙә табыла. Ләкин ул әҙәмдәр, ғәс кәр 0һеҙ булыу сәбәпле, тау араларына үҙҙәре генә барырға ҡурҡа. Ауылдың бер ке 0шеһен ебәреп: «Ҡайтып, тәүбә итһәләр, батша хәҙрәттәре уларҙы кисерер», –тип әйтергә ҡушалар. Бәшәрғол ҡарт уларға былай яуаплаған:

– Юҡ, беҙ начальниктарға ғына түгел, хатта Әбей батшаның үҙенә лә ыша на 0саҡ түгелбеҙ. Әбей батша үҙе саҡырһа ла ҡайтмайбыҙ, йылы урманым һалҡын,яҫ тығым ҡаты булһа ла, намыҫ менән үлербеҙ, ләкин батшаның на чаль ник 0тарына баш һалмабыҙ, – тигән, ти.

Байтаҡ ваҡыт Бәшәрғол яуҙа бергә йөрөгән иптәштәре менән Мағаштауының Йылан сағыл тигән урынында йәшәй. Туйынған аҙыҡтары еләк0емешһәм сәтләүек була. Бындай тормош Бәшәрғол ҡартты бик йонсотҡан, ин тек 0тергән. Уның башын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән сағы күп булған. Бында йылан бик

178 Салауат батыр – халыҡ хәтерендә

Page 179: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

күп булып, Бәшәрғолдарҙың землянкаларында күп ваҡыт улар мыжлап торған.Дош ман ҡулына төшмәү теләген белдереп, тормошонан екһенгән Бәшәрғолбылай тип йырлар булған:

Көн яҡтылары юҡ, ҡояш төшмәй,Сағылдарҙың юҡ бит яланы.Әжәлдәрем етмәй үлер инем,Саҡмай ҙа бит ҡара йыланы.

Шулай йылдан артыҡ ғүмер үтеп китә. Болала ҡатнашыусыларҙы батшахөкүмәте ныҡ эҙләгәнен ишетеп, Бәшәрғол иптәштәре менән ҡайҙалыр китепюғала.

* * *Салауат Юлаев – 1773 – 1775 йылдарҙа Яйыҡ казагы Емельян Пугачев етәк се 0

ле ген дәге ихтилал осоронда күтәрелгән тарихи шәхес. Рус ғилми тик ше ре неү се 0ләренең алдынғы ҡарашлы кешеләре XVIII быуатта уҡ Салауат Юлаевтың та 0рихи эше һәм ижады менән ҡыҙыҡһына, улар тураһында архивтарҙан, халыҡара һынан күп материал туплап, хеҙмәттәр яҙа. Элекке Өфө губернаһында егер 0ме йыллап йәшәгән Руфь Игнатьев та «Пугачев бригадиры, йырсы һәм им про 0визатор башҡорт Салауат Юлаев» тигән хеҙмәт ҡалдыра. Әллә ни ҙур бул маһала, унда Салауатҡа дөрөҫ баһа бирелгәне, уның башҡорт халҡы араһынан сыҡ 0ҡан ҡурҡыу белмәгән көслө һәм ғәйрәтле батыр итеп са ғыл дырылғаны кү ренә.Автор, «Салауат Юлаев үткән быуаттың (XVIII – Х.Х.) күренекле шә хес тәренеңбереһе булып тора», тип билдәләй.

«...Салауатты башҡорттар әле лә хәтерләй. Уның көсө, ҡыйыулығы, ҡа һар 0ман лығы тураһында күп хикәйәттәр, йырҙар йөрөй», – ти Р. Г. Игнатьев. БыларСалауат Юлаев ихтилалынан һуң йөҙ йыл үткәс, халыҡ ауыҙынан ишетеп яҙыл 0ған. Башҡорт халҡы батыр улын онотмай. Башҡорттоң ере0һыуы, халыҡтыңазат лығы өсөн колонизаторҙарға ҡаршы көрәштә героик шәхестең батырлығытелдән телгә, быуындан быуынға күсеп, һаҡланып килә. Салауат районыныңШа ғанай, Әлкә, Йонос, Силәбе өлкәһенең Муратовка ауылдарында, Красноусолра йонында йыйылған халыҡ хәтерен системаға һалып, тулыраҡ бирергә бул 0дыҡ. Унда беҙ башҡорттар менән бергә Салауат районына күрше рустарҙың хә 0тирәләре лә бирелә.

Шағанайҙан ике генә саҡрымдағы Муратовка ауылы колхозсыһы МихаилЧернышков былай хәтерләй:

– Мин бәләкәй саҡта олатайым Салауат тураһында бик йыш һөйләй тор ғай 0ны. Беҙҙең ауылдан йыраҡ түгел бер урынды әле лә «Салауат клады» тип йө рө 0тәләр. Шунда мине олатайым Салауат йәшергән аҡсаларҙы эҙләргә алып баратор ғайны. Ләкин беҙ бер нәмә лә таба алмай ҡайта инек. Олатайымдың хә 0бәренә ҡарағанда, Салауат ихтилалы ваҡытында ауылыбыҙ тик һигеҙ йорттанғына торған. Салауатҡа эйәреп, ихтилалға беҙҙең ауылдан да дүрт кеше ҡу 0шылған.

80 йәшлек Егоров Иван һөйләй:– Беҙ бәләкәй саҡта Салауат тураһында күп һөйләй торғайнылар. Салауат бик

ҙур батыр, ғәйрәтле кеше булған. Тик уның ғәскәре Ҡатау заводын алыу өсөн һу 0ғышҡанда ҡыйрала. Ошо һәләкәттән һуң Салауат «Сырт» тигән урында ҡасыпйәшәй. Ҡыш етеү менән беҙҙең ауылдан өс саҡрымда (уны «Темный ключ» типйөрөтәләр – Х.Х.) балаган ҡороп торған, тиҙәр. Ул урын әле лә «Салауат ба ла 0ганы», «Салауат клады» тип атала. Бала саҡта шунда барып, эҙләнеп йөрөйтор ғайныҡ. Ҡайһы бер ҡарттар Салауаттың үҫеп ултырған ағасты соҡоп, эсенә

Хәлил Хамматов 179

Page 180: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

аҡса йә ше реүе тураһында ла һөйләй ине,– тип дауам итә Егоров. – Әүәл беҙҙеңауыл ке ше ләре бысылған ағас эсенән аҡса тапҡылағандар.

Салауаттың ҡулға алыныуы иһә былай була. Батыр, имеш, Ҡалмаҡ ауылындайә шәгән бисәһе янына барып йөрөгән. Бер ваҡыт ул ҡатыны янында саҡтакольчугаһын сисеп, ҡоралдарын икенсе бүлмәлә ҡалдырып йоҡлап ятҡанда,өйҙө һалдаттар ҡамап ала ла, баҫып инеп, Салауатты тотоп ала. Ҡулында ҡо 0ралы, өҫтөндә кольчугаһы булһа, бәлки, ул һалдаттарға бирешеп тормаҫ ине,тип һөйләй ине ҡарттар. Салауат һәләк ҙур кәүҙәле батыр ир, өҫтөндәге коль чу 0гаһы ете ботлоҡ булған. Ә кольчуга эсенән, уҡ, һөңгө инмәһен өсөн, баҡырҙанэш ләнгән күлдәк тә кейгән, имеш. Уныһының ауырлығы өс бот булған, тиҙәр, –тип һүҙен бөтөрә Иван Егоров.

Һәр хәлдә батыр ун ботлоҡ тимер кейем менән йөрөмәһә лә, халыҡ уны юға 0ры күтәреп, уның тураһында ошондай һүҙҙәр һөйләгән һәм әле лә хәтеренәнюймай. Әлкә ауылында йәшәүсе колхозсы Хәлил Ғәлиуллин (53 йәштә) легендаряҡташы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләй:

– Батша ғәскәренә ҡаршы һуғышта еңелгәс, Салауат батыр үҙенең ғәскәре ме 0нән бик күп ваҡыттар йәшеренеп йөрөгән, тиҙәр. Уларҙың ҡасып ятҡан ере Ҡал 0маҡ ауылы эргәһендәге кеше инә алмаған һаҙлыҡ булған. Ҡыш етер алдынанҠал маҡ ауылының ҡайһы бер кешеләре Салауатты күргән дә батша һалдаттарыбаш лығына әйткән. Һалдаттар һаҙлыҡты ҡамап алғас, батыр һиҙеп ҡалып,Ҡаратау ауылына ҡаса. Юлда һалдаттар тап булып:

– Һин ниндәй кеше? – тип һорайҙар. – Мин – һунарсы, – тип яуаплай икән Салауат. Һалдаттар, уның ай0вайына ҡуймай, башлыҡтарына алып бара. Офицер был

«һунарсы»ның Салауат икәнлеген белеп, ҡулға алған, ти. Батырҙы тотҡас,Шағанай ауылына алып барып, бағанаға бәйләгәндәр ҙә, «башҡаларға ғибрәтбулһын» тип, ауыл халҡын йыйғандар.

Салауаттың бергә һуғышып йөрөгән бик яҡын иптәше лә шунда булып, халыҡйы йылған ергә ул да килә. Салауатты күргәс, ул ғәскәр башлығына мөрәжәғәтитеп:

– Был яуыз мине лә бик интектерҙе. Унан күп зарар күрҙем. Тотолғанынишетеп, туҡмап ҡалайым, тип килдем, – тигән.

Рөхсәт алғас, был кеше Салауатты туҡмаған булып ҡыланып, бысаҡ менән ба 0тырҙы бәйләгән бауҙы киҫә башлай. Киҫеп бөттөм тигәндә генә, быны күреп ҡа 0 лалар ҙа үҙен дә тотоп бәйләп ҡуялар.

Бына тағы бер риүәйәт. Ғәскәрҙәре таралып бөткәс, Салауат байтаҡ ваҡытҠал маҡ ауылына бисәһе янына йәшерен генә килә торған була. Батырҙы аңдыпйө рөүселәр быны һиҙеп ҡалып, хәйлә ҡорған. Йәнәһе, Салауаттың бисәһе ме 0нән һөйләшеп, ул килер алдынан баҙға туғыҙ кеше ябып ҡуялар, ә өс кеше сәйэс кән булып ултыра. Батыр килеп инеп, сәйгә ултырғас, әлеге кешеләр төрлөсәнскеле һүҙҙәр һөйләргә керешә. Быларҙың яман уй менән килгәнен һиҙеп, Са 0лауат урынынан тора. Әлеге өсәү уны бәйләп ташларға маташҡас, батыр те 0геләрҙе тырым0тырағай күтәреп бәрә, баштарын яра һуға. Ул арала бисәһе баҙҙыасып, унан сығып килгәндәрҙең береһе Салауатҡа атам тип, мылтыҡтан үҙ ҙә ре 0нең кешеһен атып үлтерә. Шунан батыр уларҙың барыһын да туҡмап, бер ергәөйөп, өйҙән сығып китә, имеш.

Дошмандарҙың күҙәтеп тороуы арҡаһында, Салауатҡа ҡатыны өйөнә йөрөүхә үефле була. Шуға күрә уның Үҙәк йылғаһының арғы ярына килеп, бисәһенйыр лап саҡырыу ғәҙәте булған, тиҙәр. Ошо ғәҙәт буйынса, әлеге ваҡиғанан өскөн үткәс, батыр Үҙәк буйына килеп йырлаған, ти. Уның тауышын ишетеп,

180 Салауат батыр – халыҡ хәтерендә

Page 181: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҡа тын дың яр башына баҫыуы була, Салауат тегене уғы менән һыу аша атып таүл тергән, ти.

Ҡаратаулы ауылынан сыҡҡан Мөгөш исемле бик яҡын бер иптәше батырҙыңәме рен ҙур теләк һәм ҡыйыулыҡ менән үтәгән. Шуға күрә Салауат Мөгөшкә ҙурышаныс менән ҡараған, уны ихтирам иткән. Бер мәл Ҡатау заводы өсөн һу ғы 0шыр алдынан Салауат, дошмандың көсөн белеү уйы менән, унда Мөгөштө ебәр 0гән. Был әмерҙе батырҙарса үтәргә һүҙ биреп, теге заводҡа киткән. Ҡатау ҡәл ғә 0һе нә барып, кескәй тәҙрәләрҙең береһенән ҡарауы була, уны пушканан атып тайығалар.

Салауат эштең былай икәнен һиҙеп, Мөгөш йығылған ергә аты менән сабыпбар ған да, атынан төшмәйенсә, 17 бот ауырлыҡтағы иптәшен һыңар ҡулыменән кү тәреп алып, үҙенең яуы торған ергә күмгән.

Бер ваҡыт яуға сыҡҡанда, нимәһендер онотоп, батыр юлдан кире борола.Юл да бүре өйөрөнә тап була һәм ҡылысы менән ун икеләп бүрене сапҡылапүлтерә. Кө рәк (Эҫем заводы) урманында бер өйгә килеп юлыға, ҡартты осрата.Ба тыр менән һөйләшкәндән һуң уның кем икәнен, ниндәй эш менән йөрөгәненбелә лә ҡарт:

– Улым, һин миңә ҡарындаш кеше, – ти. – Мин һине беләм. Бына һиңә тип бү 0ләктәр ҙә әҙерләп ҡуйғайным. Ләкин ҡайтып еткәнсе ҡарама.

Ҡайтыу менән бүләген асып ҡараһа, ул гел алтын булып сыҡҡан, имеш.Малаяҙ (хәҙерге Салауат – Х.Х.) районының Ҡыҙырбаш ауылы кешеһе Ға риф 0

йән менән танышып һөйләшә башлағас, ул былай тине: – Беҙ кескәй саҡтарҙа, ҡарттар ҡымыҙ эскәндә, йыйындарҙа, һа бан туй ҙа 0

рында Салауаттың батырлығын маҡтап0маҡтап һөйләй, йырҙарын йырлай тор 0ғай нылар. Йәштән йырға һәләтлегем булыу, тарих менән ҡыҙыҡһыныуым ар ҡа 0һында, ҡарттарҙы йотолоп тыңлай инем. Бына шул ишеткәндәрҙе, яҙып алғанйыр ҙарымды бирермен.

Совет власына тиклем халыҡ күп йыйылған урындарҙа түрә0ҡара Салауат ту 0раһында һөйләргә рөхсәт итмәй, йырҙарын тыя торғайны, – тип дауам итә Ға 0риф йән. – Бөгөнгөләй хәтеремдә, 1890 йылда беҙҙең ауылда йыйын булды.Скрип касы, йырсы булғаным арҡаһында, бер йыйында ла ҡатнашмай ҡалмайинем. Был юлы ла скрипкам менән төрлө уйын0көлкө көйҙәрҙе уйнап, йырлапул тырҙым да халыҡтың һорауы буйынса Салауат көйөн һыҙҙырып йырлай баш 0ланым. Бер0икеһен йырлағас, Хөснуллин тигән урядник ярҙамсыһы эргәмә ки 0леп тә баҫты.

– Ҡайҙан сыҡҡан был йыр? Ниңә уны йырлайһың, кем һиңә йырларғаҡушты? – тип йәнемә тейә башланы.

Был ҡылыслының екеренеүе мине ҡурҡыта төштө. Аптырағас: «Был йыр, гос0подин урядник, Салауат батыр йырҙары. Ул миңә туған булған. Шуның өсөнйыр ланым», – тинем.

Хөснуллин мине йыйындан алып китте лә биш тәүлеккә ябып та ҡуйҙы. Ярайәле, ағай0энеләрҙең башы етеп, Хөснуллинға ришүәт биреп, мине ҡотҡарҙылар.

* * *

Урыҫ сәнәғәтселәре башҡорт еренә Эҫем заводын ҡороп, домналар һалғас,биләмәләрен тағы ла киңәйтергә булып, йорттар төҙөй башлай. Башҡорт ер 0ҙәрен көслөк менән алырға тотоналар. Быны күреп, башҡорт халҡы ри за һыҙ 0лыҡ белдерә. Эш ҙурға китеп, башҡорттар менән урыҫтар араһында һу ғыш сыға.Был ваҡытта Салауатҡа 16017 йәш самаһы була. Баҫҡынсыларға ҡар шыкүтәрелеп һуғыш менән барған халыҡ араһында ул да ҡатнаша. Йәш булыуына

Хәлил Хамматов 181

Page 182: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ҡарамаҫтан, был ҡораллы бәрелештәрҙә Салауат ҙур батырлыҡ күрһәтә. Бөтәхалыҡ уның ғәйрәтен, һәләтен күреп хайран ҡала.

Ҡораллы бәрелештә ҡатнашҡан бер ҡарт, урыҫ һалдаттарын ҡыуып ебәргәс,ололарҙы йыйып алған да:

– Ҡарттар, мин һеҙгә мәслихәт итәйем әле. Мин һуғышта Салауаттың ба 0тырлығын күреп хайран ҡалдым. Бына ул ир балаһы тиһәң дә ир балаһы. Улбарып һуғыша башлаған ерҙә һис кем сыҙамай бит. Аты йығылып ҡалғас та күп 0ме яуызды ҡырҙы. Уны ил батыры яһарға кәрәк. Һеҙ ҡайтҡас та Юлай кантонға,би сәһенә, улығыҙ һуғышта үлеп ҡалды, тип әйтегеҙ. Ә мин уны изге юлғатөшөрәйем, – тигән, ти.

Шунан был ҡарт Салауатты Емельян Пугачев янына алып киткән.Уның кәңәше буйынса, һуғыштан ҡайтҡан халыҡ Юлайға ла, батырҙың

бисәһенә лә, «Салауат үлеп ҡалды» тип ышандырған. Улар Салауатты ҡайтыртип уйламаған да, ти. Тик бер ямғырлы ҡараңғы төндә берәү Юлай ҡарттыңишеген ҡаға. Салауаттың: «Атай, мин ҡайттым», – тип ҡысҡырыуына өй ху жа 0 һы ышанмаған. Шулай ҙа: «Әгәр һин Салауат булһаң, минең, әсәйеңдең,бисәңдең, туғандарыңдың исемдәрен әйтеп сыҡ!» – тигән. Салауат бөтәһен дәатап әйткән. Шунан һуң ғына атаһы улының тауышын танып, өйгә индергән.Ошо ваҡиғанан һуң оҙаҡ та үтмәй, Салауат ғәскәр йыйыу тураһында уйланабаш лай. Бер кис атаһына:

– Атай, тирә0яҡта болалар бара, һин миңә ғәскәр бир, мин батша ғәскәренәярҙамға барайым, – ти.

Атаһы улының был фекеренә ҡушылып, ғәскәр биргәс, Салауат уларҙыПугачевҡа алып барып ҡуша.

Юлай старшинаның ейәне Килдейәр Сөләймәнов һөйләй торғайны:– Салауат 14 йәштәрендә саҡта Хәмит, Кинйә менән өсәүләп ҡош тоторға ур 0

манға бара. Ул урын хәҙер «Салауат дворы» тип йөрөтөлгән ер булһа кәрәк.Йөрөй торғас, былар бөркөт ояһына юлыға. Ҡош үҙе ояла булмай, балалары

182 Салауат батыр – халыҡ хәтерендә

Раҡай

Миңлейәр

Аллаяр

Сәләхетдин

Шәрәфетдин

80 йәш 1938

1921

1929

1918 1921

1907

1921

1910

1903 1910 19001906

1909

1919

67 йәш

48 йәш

49 й 60 й 25 й40 й

Сәйфетдин

Хәйрулла

Миңлейәр

Миңлехан

Исмәғил

Килдейәр

Баһау

Тимербулат Биктимер Кашаф Мирсаяф

Мөхәмәт

Рәхим

Ғариф Ҡунаҡай Хәсән

МөхәмәткилдеСөләймән

Салауат

Юлай

Иҫкәрмә: 1. Хәсән 1918 йылды ҡыҙыл ғәскәр сафында үлә. 2. Хәйрулла 1 ҡыҙыл ғәскәр сафында хеҙмәт итә.3. Сәләхетдин ҡарт 40 йәшендә бүре һуғып үлтерә.

Page 183: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

ғына сырылдашып ята икән. Егеттәр бөркөт балаларын менеп алырға була.Салауат менән Хәмит, ҡулдарына уҡ алып, ағас башына менеп китә, ә Кинйә инәбөр көт килһә0нитһә, атырға әҙерләнеп, уҡ0янын тотоп аҫта торған.

Салауат менән Хәмит ағас башына менеп етеп, ҡош балаларын эләктерәбеҙтип торғанда, тырнаҡтарына һарыҡ эләктергән бөркөт килеп сыға. Туп0тураояһына осоп килгән инә бөркөткә аҫта торған Кинйә уҡ тоҫҡап, атып ебәрә. Лә 0кин уҡ бөркөткә теймәй, һарыҡҡа ҡаҙала һәм теге меҫкен, бөркөт тырнағынаныс ҡынып, әйләнә0әйләнә ергә ҡолай. Ҡорбанын ысҡындырған инә бөркөт, асыуменән осоп килеп, Хәмит менән Салауатты ҡанаты менән һуғып ебәргән. Ағас 0ҡа бәйләнмәгән булһалар, егеттәр ергә йығылып төшөр ине. Бөркөттөң һуғыуыкөслө генә булыуға ҡарамаҫтан, Салауат артыҡ зарар күрмәгән. Йыртҡыс ҡошяңы нан осоп килеп һуғырға ынтылғанда, Салауат тиҙ генә уғы менән бөркөттөатып төшөргән. Шунан һуң аусылар ҡош балаларын төшөрөп, һарыҡты һуйып,был урында өс һыйланып, ауылға ҡайтып киткән, ти.

* * *

Тиҙ арала һабантуй көтөлөү менән бәйле Шағанай ауылының бала0сағаһыйыйылышып уҡ0һаҙаҡ яһарға ултырған. Араларында Салауат та булған. Ярышха ҡында һүҙ сыҡҡас, Салауат:

– Был һабантуйҙа минең атым уҙышыуҙа, үҙем көрәштә еңермен, – тигән.Ләкин Ҡалмаҡ ауылынан Саҡа мулла һабантуйҙан, дингә хилаф эш күреп, бу 0

ғай, байрамды үткәрмәҫкә әмер биргән, ти. Хәбәрҙе ишеткәс, балалар бик ныҡкүңелһеҙләнгән. Ә Салауат ат менгән дә Саҡа муллаға киткән. Ҡалмаҡҡа етәрәкуға Кинйә тап булған. Салауат уға эштең ниҙә икәнен һөйләп биргәс, Кинйә:

– Хәҙер ауылыңа ҡайт та атайыңа әйт, ул халыҡтан саҙаҡа йыйып, берәй ҡартменән Саҡа муллаға ебәрһен. Ошо уңай менән теге ҡарт мулланан һабантуйуҙғарырға рөхсәт һораһын, – тигән.

Кинйәнең кәңәшен тотоп, Салауат ҡайта ла ағаһы Сөләймәндән атаһы менәнһөйләшеүен һорай. Әммә тегеһе Салауатты тыңламай, киреһенсә, уны һүгепташ лаған. Салауаттың асыуы килеп, ағаһы менән көрмәкләшеп китә лә ергәйығып, өҫтөнә менеп ултыра. Сөләймәндең: «Үлтерәләр!» – тип ҡысҡырғантауышына өйҙән атаһы килеп сыҡҡан да: «Ниңә кеше көлдөрәһегеҙ, өйҙә ҡунаҡбарлығын белмәйһегеҙҙер шул», – тип асыуланып, икәүһен дә һуҡҡылап ебәр 0гән. Атаһының был ҡылығына ғәрләнеп, Салауат атын менгән дә урманға ҡарайсапҡан. Ҡуйы ағаслыҡ эсенә инеп, атын тышап ебәргән дә йоҡларға ятҡан.

Төн урталарында бының айғыры ҡурҡҡан тауыш менән кешнәп ебәрә. Уныишетеп уянған үҫмер аты янына барһа, эргәһендә ҙур айыу йөрөгәнен күрә.Оҙаҡ уйлап тормайынса, Салауат айыу менән алыша башлай. Ләкин айыу үҙенйығып һалғас, аҫта ятҡан килеш, ул бысаҡ менән өҫтөндә ятҡан айыуҙы һуя.Ҡояш сығып, көн йылынғас, был айыуҙың тиреһен нисек тунарға икән, тип тор 0ған да урман яңғыратып кешнәгән ат тауышы ишетелә. Уға яуап итеп, Са 0лауаттың да айғыры кешнәп ебәргән. Теге ат тауышына йүгереп барған үҫмерһы бай китеп ултырған кешене күрә. Ҡысҡырып, уны туҡтатҡан да айыуҙы ту 0нарға булышыуын һораған. Шулай итеп, батыр ошо кеше менән бергә айыуҙыңти реһен тунап, ауылға алып ҡайтҡан. Ауылға барып ингәс, әлеге кеше аша ата 0һы на үҙенең ҡайтҡанын белдергән дә, аттан төшөү менән, айыу тиреһен ата һы 0на бүләк итеп биргән.

Хәлил Хамматов 183

Page 184: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

* * *Салауат Юлаев Емельян Пугачев ғәскәрендә бригадир булып һуғышып,

баярҙарҙы ҡырып йөрөгәндә, Красноуфимда бер мәрйәгә өйләнә лә, унан бермалай тыуа. Эштәр мөшкөлләнеп, кире боролорға тура килгәс, батыр шулКрасноуфимдағы бисәһе янына килә. Уның иҫәбе ҡатынды үҙе менән алыпкитеү була. Ләкин мәрйә ниңәлер киреләнә. Ул арала Салауатты аңдып йөрөгәнпристав менән урядник килеп инә лә батырҙы тотоп алмаҡ була. Быларҙыңикеһен дә ике яҡҡа үлтерә һуға ла Салауат балаһын алып ҡаса. Ҡыйғыға килеп,малайҙы Нурҡылыс тигән ҡартҡа тәрбиәгә биреп китә. Үҙе туп0тура Ҡалмаҡауылы эргәһендәге хәҙер «Салауат дворы» тип аталған уңайлы урынға йәшенә.Уның янында Кинйә һәм башҡа иптәштәре лә була. Хәлдәренең насарлығынһиҙеп, Кинйә ҡустыһына: «Әйҙә, бөтә аҡсаларҙы алайыҡ та бөгөн үк ҡаҙаҡяғына ҡасайыҡ. Унда тынысыраҡ, бер аҙҙан тағы ла ғәскәр йыйып, эшбашларбыҙ», – тигән. Салауат үҙенең көсөнә таянып, ахыры, ашыҡмаған.Кинйәгә ҡаршы: «Мин Ҡыйғыға барып, улымды алып ҡайтам, һунарға сығыпкерәм, ә унан ҡа рар быҙ», – тигән дә, тиҙ генә йыйынып, китеп тә барған. Ошосығыуынан ҡайт маған ул, батша ғәскәрҙәре ҡулына барып эләккән.

Бер нисә йыл үткәс, Салауаттың Нурҡылыс ҡартта ҡалған улын беҙҙең Вә ли 0ша Ҡулбәков бабай барып алған да үҙе ҡарап үҫтергән. Малайға Хәсән тип исемҡушылған һәм ул да, атаһы һымаҡ, бик ҙур кәүҙәле, батыр булған, тип һөйләйтор ғайны ҡарттар. Ир урталарына етәрәк Әйле олоҫонда кантон булып та тор 0ған, ти. Ҡарттар уны, бик уҫал, асыуы килһә, түрә0ҡараны туҡмап ташлай тор 0ғайны, тип һөйләй ине.

Салауат менән атаһы Юлайҙың һәләк булыуын уларҙың араһында бысраҡ йө 0рәк ле батша ялсылары булыуҙан күрергә тура килә. Ырыҫбай тигән байҙың улыБохайыр Юлай старшинала писарь булып эшләгән сағында Юлай йортонда сыҡ 0ҡан һүҙҙәрҙе, эштәрҙе һәр ваҡыт губернаторға яҙып ятҡан икән, ти. Бо ха йыр0писарь хатта Салауаттың яратҡан ҡыҙы Әминәне үҙенә ҡатын итеп алырға уй 0лап йөрөгән икән. Ҡыҙға Салауат өйләнеп ҡуйғас, писарь һемәйгән һәм, асыуытағы ла нығыраҡ ҡабарып, булғанды ла, булмағанды ла ошаҡлап торған. Са 0лауатты батша ярандарына тоттороуҙа ла Бохайыр ярҙам иткән, тип һөйләй тор 0ғай нылар.

* * *1940 йылдың йәйендә Ғарифйән бабай Солтанов Салауаттың быға тиклем

билдәле булмаған йырҙарын да ебәргәйне. Ул йырҙарында батыр башҡорт хал 0ҡы ның ярлы көн итеүен күрһәтеү менән бергә, ир0уҙамандарҙы ҡорал күтәреп,баярҙарға, батшаға ҡаршы көрәшкә күтәрелергә саҡыра:

Донъяла булған бар әҙәмБеҙҙең фекергә боролор,Ҡасан да булһа ҡоролор,Иркенлек менән торолор.

Дүрт юллыҡ был йырҙың мәғәнәһе ифрат дәрәжәлә тәрән һәм ҙур. Тимәк, Са 0ла уат фекер байлығы яғынан үҙ заманы менән генә йәшәмәгән, ә алыҫ ки лә сәк 0те лә күрә белгән. Икенсенән, был йыр батырҙың халыҡ көсөнә ышаныуын һәмкиләсәктә уның иҙеүселәр синыфын еңә аласағын күрһәтеп тора.

Хәлил ХАММАТОВ.

184 Салауат батыр – халыҡ хәтерендә

Page 185: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

МИЛЛӘТТЕҢ ҠАҺАРМАН УЛЫ

Айыт ауылы бормаланып0бормаланып аҡҡан йәмле Дим йылғаһына шултиклем һыйышып, иркәләнеп ултыра, әйтерһең, егет ҡосағындағы мөхәббәтлеғашиҡ ҡыҙ. Һыу буйы зифа талдарға, мөһабәт өйәңкеләргә, суҡлы еректәргә,һутлы балан, муйылдарға күмелгән. Туғайында аллы0гөллө сәскәләр ғашиҡтарғакүҙ ҡыҫып, шаталаҡланып көлә. Ошо хозурлыҡҡа йөрәк тулҡынланғандай итәһәм һине сихри ләззәт сорнап ала...

Аҡ тирәктәр тирбәлә,Йәш талдар иркәләнә,Япраҡтар һөйләй беҙгәДим әкиәтен.Беҙ бит йөрәкһеҙ түгел,Нисек түҙһен йәш күңел,Текәлә күҙҙәр күҙгә...Онотолмаҫ был төнХәтфәләй йәшел сирәм,Ҡосағымда Гөлсирәм,Иркәләнә, йылмая,Һыйына миңә...Йәмле Дим тулҡынлана,Мөхәббәт ялҡынлана;Нурын һибә тулған айДим туғайына.

Был шиғри юлдарҙы башҡорт халҡының ҡаһарман улы, данлыҡлы шағирФәтих Кәрим яҙған.

Уның тыуған төйәге Айыт ауылы бөгөн бөхтәлеккә, матурлыҡҡа төрөнгән.Һине төҙөк йорттар, ялтыр буяулы ҡоймалар, ихата эсендә сәскәләр ҡаршы ала.Эс ке тулҡынланыу менән ҡыҙыл кирбестән һалынған күркәм йорт алдына туҡ 0тайбыҙ. Бында Фәтих Кәримдең мемориаль музейы урынлашҡан. Иң тәүҙә иғ 0тибарҙы шағир бюсы йәлеп итә. Ул бөйөк ҡаҙаныштарға рухландырыусы ши 0ғыр ҙарын күңеленән генә беҙгә һөйләй кеүек. Музейҙың эсе лә ыҡсым, экс по 0зициялар зауыҡ менән эшләнгән, һәр экспонат үҙ урынында. Иң тәүҙә ауыл дыңтарихы, шағирҙың шәжәрәһе менән танышабыҙ. 1795 йылғы ревизия до ку 0менттарында күренеүенсә, Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Күл иле Меңлеволосы, хәҙерге Бишбүләк районы Айыт ауылында 218 башҡорт йәшәгән. Баш 0ҡа милләт вәкиле юҡ (РГАДА.Ф. 1355. Оп.1.Д.929, 935, 938, 940, 1871, 1874,1876, 1881, 1884, 1886). 1834 йыл – Айытта 395, ә 1850 йыл 82 йортта 648 кешетер кәлгән. Бөтәһе лә башҡорттар (ЦГИД.Ф. 138.Оп.2.Д.738).

Музейҙар – мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Page 186: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Фәтих Кәрим ошо ауылда 1909 йылдың 9 ғинуарында донъяға килгән. Уныңолатаһы, 1859 йылғы ревизия документтарынан күренеүенсә, МөхәмәткәримҠор банғәлин, башҡорт милләтенән булып, Айыт ауылында өс бисә, ун ул, би хи 0сап туған0тыумасалары менән йәшәгән.

Беренсе бисәһе – Бибихөсниямал һәм улдары – Мөхәмәтзариф, Мөхәмәт са 0диҡ, Мө хәмәтйән.

Икенсе бисәһе – Шәмсеҡәмәр. Улдары – Әхмәҙей, Әхмәтсаный, Әхмәтһаҙый,Әх мәтвәли, ҡыҙҙары – Фәғиҙә.

Өсөнсө бисәһе – Әсҡәпъямал, улдары – Әхмәтгәрәй, Мөхәмәтғариф, Әхмәҙей.Ауыл байы Мөхәмәткәримдең икенсе бисәһе Шәмсеҡәмәрҙән тыуған кесе улы

Әх мәтвәли һәм уның икенсе ҡатыны Гөлъямал Иҙрис ҡыҙы – Фәтих Кәримдеңата0әсәләре. Был ғаиләлә 12 бала булған. Иң кесеһе – Фәтих. Мөхәмәткәрим ғаи 0ләһендә Иҙрис, Йонос, Мөхәмәтгәрәй, Ғәйниямал, Ғафифа, Фатима исемле апа 0һының балалары бергә йәшәүе билдәле.

Әхмәтвәли ауыл муллаһы вазифаһын башҡара, мәктәптә, мәҙрәсәлә ба ла 0ларға белем бирә. Шиғыр яҙғаны, мөнәжәттәр сығарғаны, байрамдарҙа моңлоитеп ҡурай тартҡаны ла билдәле. Ҡәләм тибрәткән йәштәрҙең беренсе әҫәрҙәребашлыса ата0әсәһенә бағышлана. Фәтих Кәримдең матбуғатта баҫылған иңтәүге «Хәҙер һеҙҙең менән» шиғыры ла ошо юҫыҡта.

...Урман буйында һыҙғырған йырҙарымдыХәҙер һеҙҙең менән йырлаймын,Йырлаймын даШунда, шашып китеп,Ҡурайымды һуҙып уйнаймын.Ҡурай миңә атай бүләге ул,Моңландырып беҙҙе йырлатҡан...

Әхмәтвәли мулла балаларына төплө белем бирергә тырышҡан. Улы ҒабдуллаКәримов (1899 – 1936) – әҙәбиәт белгестәренә Ярлы Кәрим исеме менән таныш,һәр төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп уҡырға, белемен арттырырға ынтылған шәхес.1916 йыл Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә урынлаша, Рәсәй батшаһынҡолатҡан Февраль революцияһынан һуң ул мәҙрәсәнән педагогик курстарғакүсә. 1917 йылдың йәйендә Шәйехзада Бабич менән таныша, дуҫлаша, уныңменән ярышып шиғырҙар яҙа, Башҡортостан мөхтәриәте хәрәкәтендә ҡатнаша.Төхфәт Ченәкәй (1893 – 1958) исеме менән әҙәбиәтселәргә таныш шағир, жур 0на лист, педагогик хеҙмәткәрҙең иҫтәлектәрендә шундай юлдар бар.

«...Бер көндө иртүк миңә Ярлы Кәрим килде. Мин иртән тороп ҡына йөрөйинем.

– Әй, Ғабдулла, яҡшы килдең. Һин самауыр ҡайнағансы «мәрйә баҙары»насығып ҡына берәй тиҫтә йомортҡа алып ин әле. Йомортҡалап сәй эсербеҙ, – типуға аҡса бирҙем. Ул баҙарға сығып китергә торғанда ғына, Бабич килеп инде.Уның менән иҫәнләшеп, Ғабдулла:

– Ярай, мин «мәрйә баҙары»на барып киләйем дә унан һуң сәй янындаһөйләшербеҙ... – тине. Бабич, Ғабдулланы сығып барған еренән туҡтатып:

– Әй, Ғабдулла, туҡта, миңә лә бер0ике мәрйә алып ҡайт! Мә аҡса! – тип ке ҫә 0һенә ҡулын тығып аҡса сығарып, Ғабдуллаға һуҙҙы. Ғабдулла:

– Юҡ, мин алып ҡайтҡан мәрйәләрҙе яратмаҫһың, үҙең сығып һайлап алыр 0һың, – тип сығып китте.

Был көлкөлө хәл әллә нисә йыл буйы арабыҙҙа һөйләнеп йөрөлдө...»

186 Музейҙар – мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Page 187: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ғабдулла Кәримов 1919 йылда Петроград янында Юденичты тар0мар итеүгәҙур өлөш индергән башҡорт бригадаһында ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ ротакомиссары булып хеҙмәт итә. Ул Граждандар һуғышының сәбәбен аңлатыпяугирҙарға ялҡынлы һүҙ ҙә әйтә, шәхси батырлыҡ та күрһәтә. Үлемесле былбәрелештә ҡаһарман егет ҡаты яралана. Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауалана. Хәрбихеҙ мәткә яраҡһыҙ тип табылғас, уны Стәрлетамаҡҡа Бәләкәй Башҡортостан хө 0күмәте ҡарамағына эшкә ебәрәләр. Юлда бөтә документтарын юғалта. Ҡайтыпбер аҙ торғас, Ғабдулла Кәримовты чекистар, ошо хәлде сәбәп итеп, ҡулға ала.Төр мәнән уны Башҡортостан мөхтәриәте хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлиди ҡот 0ҡара. Белмәгән кешене, әлбиттә, бер кем дә төрмәнән сығармай. Ошо тарихифактҡа таянып, улар бер0береһенә ышаныслы таяныс булған, тип әйтә алабыҙ.

Башҡортостан үҙәге Өфөгә күсерелгәс, Ярлы Кәрим «Башҡортостан» гәзи тен 0дә сәйәси секретарь, комиссар хеҙмәтен атҡара. Ғүмеренең һәр минутын ҡә 0ҙерләп, мәҡәләләр, ялҡынлы шиғырҙар яҙа. Халыҡты белем алыуға өндәй, ком 0мунстик режимдың ярлы0ялпының йәшәйешен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән эш мә 0кәр леген хуплай, үҙенең башҡорт милләтенән булыуы менән ғорурлана. Бына«Мин ҡайттым» тигән бәләкәй генә шиғыры.

Мин үҙем бер башҡорт ауылындаТыуып үҫкән бала,Шуға ла бик/бик беләм:Башҡорт эсендә ни яна.Эйе, мин йырлайым иҙелгәнЯрлы башҡорт йырҙарын,Эйе, мин бер һандуғас,Башҡорт – йәшел йәш бер ҡайын.

Бына ошо ялҡынлы юлдарҙың авторы Ярлы Кәрим ҡустыһы, буласаҡ атаҡлышағир Фәтих Кәримде тәүҙә Бәләбәй педагогия техникумы ҡаршыһындағыәҙер лек курсына урынлаштыра, унан һуң Ҡазанға алып китә. Ун биш йәшлекФә тих бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә.1925 – 1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында белем ала. Студент мә 0лендә үк ең һыҙғанып ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.

Тыуған төйәге Айытҡа бер ҡайтҡанында, күрше Туҡһанбай ауылына барып,Аҡ мулланың биографияһын белеүсе кешеләр менән осраша. Аҡһаҡал, атаһыкеүек мулла Шәйхетдин Динмөхәмәт улынан бөйөк башҡорт шағиры ту раһындабайтаҡ мәғлүмәт яҙып ала һәм Ҡазанда «Беҙҙең юл» (1928. №6/7. 320се б.)журналында баҫтырып сығара. Ул яҙмала шундай юлдар бар: «Аҡмулла әфән 0денең башҡорт балаһы булыуы хәҙер раҫланды. Мәрҫиән Шиһабетдин ки 0табында Аҡмулла әфәнде ҡаҙаҡ балаһы тип яҙылған. Ул дөрөҫ түгел...» Миф та 0хетдин Аҡмулла ижадын һәм тормошон өйрәнеүсе әҙәбиәт ғалимдары фе 0керенсә, был мәҡәлә – бөгөн дә ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе.

Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙип 0тәр менән бергә СССР һәм ТАССР Яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша.Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Ге 0ройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты Муса Йәлил, шағир ҺаҙиТаҡ таш, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлимйән Ибраһимов, Ҡәүи Нәжми, Мир 0сәй Әмир, Хәсән Туфан һәм башҡалар менән ТАССР0ҙың ижтимағи, сәйәси һәммәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин

Фәнис Янышев 187

Page 188: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

уның башҡорт милләтен яҡлауы, ғәҙел һәм тура һүҙлелеге әҙәбиәт янындағыбай таҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа көнсөл әҙәмдәрҙеңяла яғыуы хупланған Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра. Шағирҙың ошоваҡиғалар тураһында шиғыры ла бар:

...Тынсыу төрмәлә ҡаршылайымДүртенсе яҙҙы.Яҙҙы һағынып был яҡҡаҠайта ҡыр ҡаҙы...Эй, ҡыр ҡаҙы, түбәнәйт тәОсҡан юлыңды,Бүләк итеп китсе миңәБер ҡаурыйыңды.Ҡәләм яһап ҡаурыйыңданЯҙғы ялҡында, Ҡаныма мансып яҙайым бер йырҺөйгән халҡыма.Йырым аша белһен халҡым,Айнытһын аңын,Дошмандар бығаулап ҡуйғанУлы мин уның.Атһалар ҙа, аҫһалар ҙа,Һөйгән халҡымдыңМин ҡояшым итеп үләмЙөрәк ялҡынын...

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бер төркөм тотҡондарҙы, улар араһындаФәтих Кәрим дә була, баржаға тейәп диңгеҙ уртаһына сығарып, шартлатып ба 0ты ралар. Ошо афәттән шағир бер үҙе ҡотола, мөғжизәгә ышаныусы ауыл даш 0тары фекеренсә, уға боҙло диңгеҙҙе йөҙөп, йырып сығырға Дим йыл ғаһыныңшифалы һыуында йәштән сынығып үҫеүе һәм йөрәгендә туған хал ҡы ныңтормошон матурларға, йәмләндерергә йыйылған илаһи көс ярҙам ит кән дер.Был ваҡиғанан һуң, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан судбула, һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Шағирҙың репрессия йыл да 0рын да шашынған ялғансы ялағайҙарға һәм яласыларға төбәлгән шиғыры лабар.

Ҡарбуз кеүек ҡап урталайЯрыр инем дә был Ер шарын,Ике ярымшарҙы бер/беренә бәреп,Ҡойор инем бөтә сүп/сарын.Ә һуңынан киң майҙанға йыйып,Ялағай һәм ғәйбәтселәрҙең,Үтмәҫ бысаҡ менән киҫеп алып,Эткә ташлар инем телдәрен.

Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләгеменән фронтҡа китә.

Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 1500гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер

188 Музейҙар – мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Page 189: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

драма әҫәре («Шакир Шигаев»), ике повесть («Разведчик яҙмалары», «Яҙғы төн дә»)ижад итә. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» (1943), «Моң һәм көс» (1944) тип аталғаншиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.

Яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән баһалана.Ялҡынлы шағир, взвод командиры, 1945 йылдың 19 февралендә Кенигсберг

округын дағы Каврен ауылы янында һәләк була. Ошо алышта күрһәткән ба тыр 0лығы өсөн, үлгәндән һуң, ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бү ләк ләнә.

Музейҙа ошо тарихи материалдарға, Фәтих Кәримдең шәжәрәһенә өҫтәп,уның ижад юлын эҙмә0эҙлекле аңлатыусы экспонаттар, төрмәгә ни өсөн ул тыр 0тылыуы, нисек ҡотолоп сығыуы, фронттан яҙған хаттары, шиғырҙарыныңҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, фотолары, иллеләгән китабы ҡуйылған.

Фәтих Кәримдең Айыт ауылындағы музейын экспонаттар йыйып ойош тороу 0ҙа утыҙ йыл мәктәптә балаларға әҙәбиәт серҙәрен өйрәткән Хәтирә Сәмиғуллаҡыҙы Ғиззәтуллина ҙур өлөш индерә. Музейҙың тәүге мөдире булып Сайма Ти 0мер ғәли ҡыҙы Хәйруллина эшләй. Әле был оло яуаплы вазифа Фәтих Кәримижа дына ғашиҡ Рәйсә ханым Хафизоваға йөкмәтелгән. Мөдир, музей менән та 0ныштырып сыҡҡас, Фәтих Кәримдең башҡорт телендә бер генә лә китабынәшер ителмәгәнгә үкенесен белдерҙе.

Музейҙың дөйөм майҙаны – 62,4 квадрат метр. Унда 180 берәмек төп фондһәм 132 ярҙамсы ҡомартҡы һаҡлана. Һәр кемде һоҡландырып ҡаршы алғанбюсын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор ХәнифХәбибрахманов ижад иткән.

Айыт ауылы халҡы, Бишбүләк районы етәкселәре данлыҡлы шағир ФәтихКәрим менән ысын0ысындан ғорурлана, яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүөлкәһендә лә күп эш башҡара.

Бишбүләк район хакимиәте тарафынан Фәтих Кәрим исемендәге премия бул 0дырылған. Лауреаттары араһында Рәсәй Федерацияһында билдәле шәхестәр ҙәбар: Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың халыҡ рәс 0са мы Рәшит Имашев, биология фәндәре докторы, профессор, Баш ҡор тос тандыңат ҡаҙанған фән эшмәкәре Тимербәк Ниғмәтуллин, шағирҙың ҡыҙы Ләлә Кә 0римова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.

Айыт урта мәктәбе лә Фәтих Кәрим исемен йөрөтә.Музей даими төрлө диспуттар, викториналар, тантаналы экскурсиялар үт 0

кәрә, шағирҙың тыуған һәм һәләк булған көндәрендә хәтер кисәләре ойоштора.Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбе директоры Илмир Шафиҡов фе 0

керенсә, музей – балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә уҡыу йорто.– Беҙ, – ти Илмир Рәшит улы, – башҡорт, татар, рус әҙәбиәте һәм тарих дә рес 0

тәрен ошонда үткәрәбеҙ. Бындағы һәр ҡомартҡы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныутыу ҙыра, оло шәхестең тормош юлы, әҙәби эшмәкәрлеге, һуғыштағы ҡаһар ман 0лы ғы йәш йөрәктәрҙә ғорурлыҡ уята.

Музейҙы ҡарап сыҡҡас, беҙ ҙә быға инандыҡ. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар,баш ҡорт халҡының ҡаһарман улы, данлыҡлы шағир Фәтих Кәрим музейына!

Фәнис ЯНЫШЕВ,Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты.

Фәнис Янышев 189

Page 190: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

* * *Өфөнөң Конгресс0холлында «Ислам.

Йәштәр. Киләсәк» темаһына республикафорумы үтте. Башҡортостан Рес пуб ли 0каһы Президенты ҡарамағындағы Дәү 0ләт конфессия0ара мөнәсәбәттәр бу йын 0са совет, М. Аҡмулла исемендәге Баш 0ҡорт дәүләт педагогия уни вер си теты,Рә сәй Мосолмандары үҙәк диниә на за 0раты һәм Рәсәй Ислам университетыойош торған сарала Республика Пре зи 0денты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Пре зи 0денты хакимиәте идаралығының диниойош малар менән хеҙмәттәшлек итеүде партаменты етәксеһе Илья Ба ри нов,Рәсәй Мосолмандары үҙәк диниә наза ра 0ты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Та жет 0дин, БР Мосолмандары диниә назаратырәйесе Нурмөхәмәт Ниғ мә тул лин, Баш 0ҡор тостан митрополияһы эш тәре идара 0сы һы, архимандрит Игнатий Кли мов,ға лимдар, ислам һәм донъяуи белембиреү учреждениелары уҡы тыу сылары,дин әһелдәре, мосолман йәш тәреҡатнашты.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хә 0митов, осрашыусылар алдында сығышяһап, форумдың ябай ваҡиға булмауынбилдәләне.

– Бер нисә быуат элек беҙҙең төбәктеңерле халҡы ислам динен ҡабул иткән, –тине ул. – 200 йылдан ашыу Өфө Рә сәй 0ҙең ислам үҙәге булып тора. ҠалабыҙҙаРә сәй Мосолмандарының үҙәк диниәназараты урынлашҡан, ул илдең иж 0тимағи0сәйәси тормошонда ҙур роль уй 0най. Рәсәй Федерацияһы Президентыиле беҙҙәге был рухиәт институтына ҙурәһә миәт бирә. Беҙҙең республикала йә 0шәгән 130 милләт вәкилдәре – бөтә төптрадицион диндәрҙе тотоусылар. Баш 0ҡортостан Республикаһы татыу, матурйә шәү өлгөләренең береһе булып тора.

Ижад кисәләре

Баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәтһарайында Башҡортостандың халыҡшағиры Рауил Бикбаевтың һайланмаәҫәрҙәренең V томы сығыуы уңайынанавторҙың ижад кисәһе үтте.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап»нәш риәте директоры Зөфәр Ти мер бу 0латов һүҙ алып, Рауил Төхвәт улына яңыкитабын бүләк итте. Күренекле ар тистарФәрит Бикбулатов, Редик Фәс хет динов,Минниәхмәт Ғәй нет ди нов, Азат Айыт 0ҡолов, Йәмил Әб дел мә нов, Рауилә Мә сә 0лимова, Римма Аман гил дина, Ю н и р Һағынбаев, Баязит Бай назаров, Гөл шатҒайсина, Фирғәт Ға рипов сағыу концерткүрһәтте. Ша ғирҙың ике туған ҡустыһы,Баш ҡор тос тандың атҡаҙанған сәнғәтэшмәкәре, Күмертау ҡалаһының үҙәкдауаханаһы хирургы Ришат Ва хи товбашҡарыуында ла йырҙар яң ғы раны.Сәхнәнән «Илемдә илемде һа ғы нам»тигән фильм күр һә телде, унда Ра уилБикбаев Шә йех зада Бабичҡа, Рә ми Ға 0риповҡа, Мостай Кә римгә, атаһы ме нәнәсәһенә арналған шиғырҙарын уҡыны.

Кисәлә китап сау ҙаһы, автограф би 0реү, матбуғатҡа яҙы лыу ойошторолдо.Ижад кисәһен ба шы нан аҙағына тиклемхалыҡ шағиры үҙе алып барҙы.

* * *Учалы музыка училищеһында Мәүлит

Ямалетдиндың ижади эшмәкәрлегенә 40йыл тулыуға арналған әҙәби0музыкалькисә ойош торолдо. БашҡортостанЯҙыусылар со юзы идараһы рәйесе РифТойғонов, Башҡортостан Фәндәр ака де 0мияһының мөхбир ағзаһы, про фес сорИшмөхәмәт Ғә ләүетдинов, һәүәҫкәркомпозиторҙар – Белореттан МөхәррәмСәлимов менән Баймаҡтан Римма

Әҙәби$мәҙәни мөхит

Page 191: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

Ғә лина, шағирәләр – Белореттан ӘнисәАҫыл ғужина, Әбйә лил дән Зөһрә Каша 0пова, Фәниҙә Биктимерова, УчалынанСветлана Ва хи това (уларҙың һүҙҙәренәкөйөн М. Яма летдин яҙған йырҙар яң 0ғыраны), шу лай уҡ ҡала хакимиәте һәмйә мә ғәт селек вәкилдәре ҡурайсы, йы 0рау сы, шағир һәм һәүәҫкәр композиторМәү лит Ямалетдиндың күп яҡлы та лан 0тын ихлас тәбрикләне.

* * *БР Яҙыусылар союзы идараһының та 0

маша залында шағирә, йәмәғәт эш мә кә 0ре Гүзәл Ситдиҡованың 60 йә ше нә ар 0нал ған ижад кисәһе уҙҙы. Юби лярҙыижад таш дуҫтары: Салауат Юлаев исе 0мен дәге премия лауреаты Ф. Ту ғыҙ ба е в а ,Һә ҙиә Дәүләтшина исемендәге әҙә би пре 0мия лауреаты Г. Юнысова, ша ғи рә ләрТ. Юл дашева, Ф. Ғөбәй ҙул ли на, тәр же мә 0се Г. Хамматова, яҙыусы Р. Ни за мов, шу 0 лай уҡ йәмәғәт ойош ма лары вә кил дә реҡотланы.

***Күмертау ҡалаһында Рамаҙан Өмөт 0

баев, Жәлил Кейекбаев исемендәге әҙә 0би премиялар лауреаты Лира Әхмәт –Яҡшыбаева һәм шағирә Мәрйәм Күс 0мәева менән осрашыуҙар булды.

Үҙәк китапханала (директоры – ӘлфиәШәмиғолова) милли әҙәбиәт бүлеге мө 0дире Гөлназ Иркәбаева залдағыларҙыҡунаҡтарҙың тормош һәм ижад юлыменән таныштырҙы. Лира Яҡшы ба ева 0ның әүлиәләр тураһындағы яҙмаларынха лыҡ яратып уҡый, шуға ла әңгәмәкүберәк ошо китаптар тирәһендә барҙы.Үҙ фекерҙәрен яҙыусылар КинйәғәлиАбдуллин, Закир Әҡбәров, БР ат ҡа ҙан 0ған уҡытыусыһы Нурия Хәлилова, пе 0дагогик хеҙмәт ветераны Рәбиға Ту на 0совалар әйтеп үтте. Ә Мәрйәм Күс мә евакөн ҡаҙағына һуҡҡан шиғыр ҙарын уҡы 0ны. Осрашыу аҙағында әҙип тәр ки тап 0тарын бүләк итте, автографтар та ратты.

Йәш әҙиптәр семинары

Башҡортостан Яҙыусылар союзы Бал 0тас та йәш әҙиптәр семинары уҙ ғар ҙы.Аида Хәйретдинованың повестары һәмхи кәйәләре, Римма Ҡаһарман0Вә лиева 0

ның хикәйәләре, нәҫерҙәре, хеҙмәт вете 0ра ны Ғәбделсамат Ғатиндың уймаҡ мә 0ҙәк тәре (өс автор ҙа Балтас ра йо ны нан),Тәтешленән Миләүшә Гәрәеваның, Бо 0райҙан Әлиә Хәйруллинаның ши ғыр ҙа 0ры тикшерелде. Фекер алышыуҙа Яҙыу 0 сылар союзының татар телле яҙыу сы ларыберләшмәһе рәйесе Ма рис Нә зиров, өл 0кән әҙәби кон суль тант Рә шит Низамов,Яңауыл яҙыу сы лар о й о ш маһы етәксеһеФәрит Су фияров, са тира оҫ та һы МансафҒиләжев, Яҙыу сылар со ю зының прозаһәм пуб ли цистика сек ция һы рәйесе Са 0бир Шә ри пов ҡатнашты. Ка мил лаш ты 0рыл ған дан һуң, ҡулъ яҙма лар «Китап»нәш риә тенә тәҡдим ите ләсәк.

Семинарға килгән әҙиптәр йәш ҡә ләм 0 дәштәре менән берлектә район гә зитередакцияһында, 10се урта мәк тәп тә әҙә 0би осрашыуҙар уҙғарҙы. Сараларҙа ра 0йон хакимиәте башлығы урынбаҫарыФир ҙәүес Рәхимов сығыш яһаны.

* * *Прозаик Сабир Шәрипов менән ша 0

ғир, әҙәби тәнҡитсе Фәнил КүзбәковСаҡ мағош (мәғариф бүлеге методисыВ.В. Дәүләтова), Баҡалы (мәғариф бү 0леге етәксеһе Л.Р. Ғәлиева), Бүздәк (мә 0ға риф бүлеге етәксеһе Р.К. Саҡаев) ра 0йон дарында, шулай уҡ Ҡатай (баш ҡортте ле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Н.Ә.Ситдиҡова), Ҡаңны0Төркәй ауылы мәк 0тәп тәрендә (ди ректоры Р.Ш. Байы мов)уҡыу сылар, уҡытыусылар, ки тап хана,поч та хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәт һө йөү се 0ләр менән осрашыуҙар үткәрҙе. Көн тәр 0ти бендә «Ағиҙел» журналына яҙы лыумәсьә ләһе булһа ла, күҙгә0күҙ ҡарап,ихлас фекер алышыуҙар әҙәбиәт, мә ҙә 0ниәт, тел проблемаларына барып то таш 0ты. Һөйләшеүҙәр мәлендә һорау ҙар ғаяуаптар бирелде, баҫманы уҡым лыраҡитеү йәһәтенән төплө кәңәштәр әй телде.

Туймазы ҡалаһындағы (гимназия ди 0рек торы А.Ф. Әхмәтова) осрашыуҙа « А ғ и 0ҙел»селәр менән бергә «Киске Өфө» гә 0 зитенең баш мөхәррире Гөлфиә Ян ба еваменән уның урынбаҫары Әхмәр Үтәбайҙа ҡатнашты. Сараларҙа фәһемле иҫ тә 0лектәр, хикәйәләр, шиғырҙар тың лан ды.

Әҙәби�мәҙәни мөхит 191

Page 192: Agidel 5 Agidel 10 - Bashkort.ORG_maj_2012.pdfБашҡ оан тор с т Р с пубе ли каһы ның «Өфө по ли гра фком би на ты» дәүләт уни

* * *«Бельские просторы» журналы менән

БР Яҙыусылар союзы берлектә үткәргәншиғри тәржемә буйынса IV республикаконкурсына йомғаҡ яһалды. Һуңғы бәй 0ге Шәйехзада Бабичтың «Бер минут» типаталған фәлсәфәүи шиғырын рус сағатәржемә итеүгә арналғайны. Еңеү се 0ләрҙе тәбрикләү «Урал» кар ти на лар га 0ле реяһында үтте. Һигеҙ финалист ара 0һынан иң уңышлылары тип Крис тинаАн дрианова менән Любовь Ко локоловатәржемәләре табылды.

* * *Конгресс0холлда халыҡ әкиәттәрен

баш ҡорт телендә башҡарыусы бала лар 0ҙың III төбәк0ара конкурсы еңеү селәренбүләкләү тантанаһы үтте. Әкиәт һөй ләүбәй геһендә 1 – 70се синыф уҡыу сыларыБаш ҡортостан ра йон да ры нан ғына тү гел,Силәбе, Ырымбур өл кә лә ре нән дә ҡат 0 нашты. Һайлап алыу ту рында 70 ба ла 0ның 270һе финалға үт кәйне.

Жюри рәйесе, М. Аҡмулла исемендәгеБДПУ профессоры Әхмәт Сөләймәнов,«Ал тынай» студияһы директоры ӘлмираҠыуатова, Башҡортостандың халыҡ ар 0ти сы Әхәт Мортазин, балалар яҙыу сы һыРә симә Ураҡсина, БР Мә ғариф ми нис тр 0лығының милли мәғариф бүлеге етәк се 0һе Рәйсә Күзбәкова, Рәсәй Фәндәр ака 0демияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәмәҙәбиәт институтының фольклор бү легемө дире Гөлнур Хөсәйенова әкиәт һө йөү 0се ләрҙең талантын, тасуири һөй ләү,импровизацияға һәләтен дә баһа ла ны.

Өсөнсө урын Борай районынан ӘҙиләШа кирова менән Ғафуриҙан Элина Да 0ни ловаға бирелде. Икенсе урында – Бай 0маҡ районынан Ғайсар Рәхмәтуллинһәм Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡа 0лаһынан Илгиз Шәйәхмәтов. Беренсеурын ды Учалы районының Ураҙ ауылылицейы уҡыусыһы Алһыу Мостафинаме нән Илеш районынан Сулпан Рөс тәм 0ханова бүлеште. Ә Гран0приҙы Ҡыйғыра йонының Ибрай ауылынан 50се синыфуҡыу сыһы Нурия Зәйнуллина менәнҠырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөнауылынан 40се синыф уҡыусыһы ИлмирБикҡужин яуланы.

Финалға сығыусылар дипломдар, су ве 0 нирҙар менән бүләкләнде, ә еңеү се ләргәноутбук тапшырылды. Конкурсты ойош 0то роусылар яҡын киләсәктә Рә сәйкимәленә сығып, ошондай бәй генеМәскәүҙә лә үткәрергә ниәтләнә.

***ТӨРКСОЙ ойошмаһы Төрөк Рес пуб 0

ликаһының Анкара ҡалаһындағы Газиуниверситетында йәш шағирҙар һәмстуденттар араһында төрөк телен өй 0рәнеү курстары асты. Ҡаҙағстан, Ҡыр 0ғыҙстан, Татарстан һәм Хакасия вә кил 0дәре менән бергә унда М. Аҡмулла исе 0мендәге Башҡорт дәүләт педагогия уни 0верситетының IV курс студенты ИлдусҠа һарманов та белем ала. Йәш шағирфи лология факультетында уҡый һәмсту денттарҙың «Тулҡын» гәзите мө хәр 0рире вазифаһын башҡара.

Студенттарҙың төрлө мәҙәни са ра ларҙаҡатнашырға мөмкинлеге бар. Я ң ы раҡулар Науруз байрамы тан та на һын күрҙе,Кападокия, Ан кара музей ҙа ры буйлапсәйәхәт ҡыл ды.

«Тамыр»ға – егерме йәш!

Башҡортостан телевидениеһының « Т а 0 мыр» балалар каналы ойоштороуға егер 0ме йыл тулыу уңайынан «Тамыр» ме нәнбергә үҫәбеҙ» тамашаһы ойош то ролдо.«Тамыр»ҙы байрамы менән ҡот ларға Хө 0күмәт Премьер0министры урын ба ҫа рыСалауат Сәғитов, БР Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтай рәйесе урын баҫары ЛилиәҒү мәрова килде. Салауат Тәл ғәт улыПре зидент Рөстәм Хә ми товтың Ҡотлауха тын уҡып ишеттергәс, «Та мыр»ҙыңйәш быуынды тәрбиәләүҙә, башҡорт те 0лен үҫ тереүҙә, берҙәмлек, татыулыҡ, дуҫ 0лыҡты нығытыуҙа ҙур ролен билдәләне.Про ектҡа нигеҙ һа лыусы Луиза Фар х ша 0това, Мәскәү, Ҡа зан, Астана ҡунаҡтарыла телеканалға йылы теләктәрен ет 0керҙе. Са ра ла «Тамыр»ҙа ҡанат ны ғыт 0ҡан та ныл ған йырсылар һәм йәш та 0лант тар сы ғыш яһа ны. Бәләкәстәр тәм 0том ме нән һый ланды, яратҡан әкиәт ге 0ройҙары ме нән фотоға төштө, йыр лап0бейеп ҡайтты.

192 Әҙәби�мәҙәни мөхит